lang
stringclasses
1 value
title
stringlengths
3
183
original_text
stringlengths
92
79k
text
stringlengths
49
78.2k
label
stringclasses
80 values
processed
bool
2 classes
url
stringlengths
42
284
date
stringlengths
11
23
ba
ДАРЫУ БУШЛАЙ БИРЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ
Инвалидҡа ярҙам иттек Сибай прокуратураһына льготалы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән әсә кеше мөрәжәғәт итте. Уның 16 йәшлек инвалид ҡыҙы бик һирәк ауырыу менән яфалана. Үҫмер кәрәкле дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителергә тейеш. Әммә балаға тейешле медикаменттар бирелмәгән. Ҡала прокуратураһы судҡа ғариза ебәреп, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан инвалид баланы өҙлөкһөҙ дарыу менән тәьмин итеүҙе талап итте. Прокуратура талабы ҡабул ителде. Медицина учреждениеһы кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алды һәм пациентҡа тапшырҙы. Л.Э.Исхаҡова-Папикян.   Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.
Инвалидҡа ярҙам иттекСибай прокуратураһына льготалы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән әсә кеше мөрәжәғәт итте. Уның 16 йәшлек инвалид ҡыҙы бик һирәк ауырыу менән яфалана. Үҫмер кәрәкле дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителергә тейеш. Әммә балаға тейешле медикаменттар бирелмәгән.Ҡала прокуратураһы судҡа ғариза ебәреп, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан инвалид баланы өҙлөкһөҙ дарыу менән тәьмин итеүҙе талап итте. Прокуратура талабы ҡабул ителде. Медицина учреждениеһы кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алды һәм пациентҡа тапшырҙы. Л.Э.Исхаҡова-Папикян.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-06-30/daryu-bushlay-birelerg-teyesh-2858478
30 Июнь 2022, 10:05
ba
Бала кәрәкмәйме! Һат!
Улар балалары алдында хәмер эскән, атай кеше наркотиктар ҡулланған, әсә аҙғын тормош алып барған. Битарафлыҡтың сигенә еткән ата-әсә социаль селтәрҙә улын һатыу тураһында иғлан биргән. Быға тиклем улар ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Ике бала ла ҡаланың опека һәм попечителлек бүлегенә тапшырылған.
Улар балалары алдында хәмер эскән, атай кеше наркотиктар ҡулланған, әсә аҙғын тормош алып барған. Битарафлыҡтың сигенә еткән ата-әсә социаль селтәрҙә улын һатыу тураһында иғлан биргән. Быға тиклем улар ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-06-21/bala-k-r-km-yme-at-2848485
21 Июнь 2022, 08:25
ba
Ҡырын эш ҡылма
Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш комитетының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге 2021 йылдың октябрендә Сибай үҙәк дауаханаһының мутлыҡ менән булышҡан шәфҡәт туташына ҡарата енәйәт эше асҡан. Хеҙмәткәр ковид-19-ға ҡаршы Спутник лайт препараты яһалған тигән ялған сетификаттар һатҡан. 8 кеше уның ҡулынан ошондай документ алған.   -- Сибай ҡалаһы прокуратураһы коронавирусҡа ҡаршы эшләтелгән 8 прививка сертификатының ғәмәлгә яраҡһыҙлығын таныу өсөн дәғүә эшмәкәрлеге ойошторҙо. Уларҙы үҙәк дауахана хеҙмәткәре 8 кешегә һатыуы асыҡланды. Суд дәғүә ғаризаһын ентекле өйрәнгән һуң  уны тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Әлеге көндә Сибай тәфтиш бүлегендә был енәйәт эше буйынса тикшеренеү тамамланды. Енәйәт эше ғәйепләнеүсегә яза биреү өсөн ҡала прокурорына йүнәлтелде, -- ти Сибай ҡалаһы прокуроры урынбаҫары Азиф Сәлихов. -- Бындай төр енәйәткә барғандарға закон тарафынан 2 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай. Әгәр ҙә һеҙ коррупцион хәлдәр тураһында хәбәрҙарһығыҙ икән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ прокуратураға ла. Енәйәтте асыуға, уны ҡылыусыны язаға тарттырыуҙа булышлыҡ итегеҙ.   Енәйәти факт Федераль именлек хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең берлектәге оператив-эҙләнеү эшмәкәрлеге барышында асыҡланған. Дәрәжәһе менән ҡулланған шәфҡәт туташына 2 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай. Ришәүәт алған өсөн 3 йылдан алып 8 йылға ҡәҙәр төрмәгә ябылыуы ихтимал.   Ялған сертификат һатып алыусылар ҙа Рәсәй Ферерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһының өсөнсө часына ярашлы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Ундайҙарға бер йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү, йә булмаһа бер йылға ҡәҙәр көсләп эшләтергә ҡушыу язаһы янай.
Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш комитетының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге 2021 йылдың октябрендә Сибай үҙәк дауаханаһының мутлыҡ менән булышҡан шәфҡәт туташына ҡарата енәйәт эше асҡан. Хеҙмәткәр ковид-19-ға ҡаршы Спутник лайт препараты яһалған тигән ялған сетификаттар һатҡан. 8 кеше уның ҡулынан ошондай документ алған. -- Сибай ҡалаһы прокуратураһы коронавирусҡа ҡаршы эшләтелгән 8 прививка сертификатының ғәмәлгә яраҡһыҙлығын таныу өсөн дәғүә эшмәкәрлеге ойошторҙо. Уларҙы үҙәк дауахана хеҙмәткәре 8 кешегә һатыуы асыҡланды. Суд дәғүә ғаризаһын ентекле өйрәнгән һуң уны тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Әлеге көндә Сибай тәфтиш бүлегендә был енәйәт эше буйынса тикшеренеү тамамланды. Енәйәт эше ғәйепләнеүсегә яза биреү өсөн ҡала прокурорына йүнәлтелде, -- ти Сибай ҡалаһы прокуроры урынбаҫары Азиф Сәлихов. -- Бындай төр енәйәткә барғандарға закон тарафынан 2 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай. Әгәр ҙә һеҙ коррупцион хәлдәр тураһында хәбәрҙарһығыҙ икән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ прокуратураға ла. Енәйәтте асыуға, уны ҡылыусыны язаға тарттырыуҙа булышлыҡ итегеҙ. Енәйәти факт Федераль именлек хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең берлектәге оператив-эҙләнеү эшмәкәрлеге барышында асыҡланған. Дәрәжәһе менән ҡулланған шәфҡәт туташына 2 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай. Ришәүәт алған өсөн 3 йылдан алып 8 йылға ҡәҙәр төрмәгә ябылыуы ихтимал. Ялған сертификат һатып алыусылар ҙа Рәсәй Ферерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһының өсөнсө часына ярашлы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-04-03/yryn-esh-ylma-2754777
3 Апрель 2022, 23:30
ba
Алдаҡҡа ышанып, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ
Юла—Рәсәйҙә иң эре виртуаль иғландар майҙансығы. Бында ла, Авитолағы кеүек үк тауар һатыусылар, һатып алыусылар ғына түгел, аферистар ҙа етерлек. Улар кеше иҫәбенә байыр өсөн төрлө хәйләле схемалар уйлап табып ҡына тора. Юлала муттарҙың иң таралған алдаҡ ысулы—алдан аҡса түләтеү. Һатыусы тауарына алдан аҡса алғас та үҙенең аккаунтын юя йәки һатып алыусыға яуап биреүҙән туҡтай. Алдашыусылар кешеләрҙең иғтибарын арзан хаҡтарға йүнәлтә. Түләүҙәрҙе атҡарыу өсөн электрон почта һорайҙар. Улар почтаға ысынлап та, Юланың фирмалы логотибы булған һылтанма ебәрә. Әммә был уларҙың ғына һылтанмаһы һәм ул, әлбиттә, муттар доменына илтә. Шуға ла бындай сайттарға аҡса күсермәүегеҙ хәйерле. Тағы ла Юлала һатыусыларҙы алдауҙың бер нисә схемаһы бар: -Һатып алыусылар түләүҙе атҡарыу өсөн карта һандарын һорай. -Һатыусы СМС кодты әйтергә тейеш, йәнәһе лә шунһыҙ аҡсаны күсереп булмай. -Тоҙаҡҡа эләгеүсе кодты әйтә. -Аферистар иҫәп яҙмаһына инә һәм карталағы аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә. Нисек уларҙың ауына эләкмәҫкә? Юла менән эш иткәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: -Алдан аҡса түләмәҫкә, хатта һеҙгә аҡса күсеү тураһында СМС-хәбәр йәки чектың фотоһы килһә лә; -Үҙегеҙҙең банк картаһының номерын берәүгә лә әйтмәгеҙ, паспортығыҙҙың фотоһын берәүгә лә ебәрмәгеҙ; -Ҡулланыусы ебәргән һылтанмалар аша үтмәгеҙ. Зүлиә Торомтаева, полиция майоры.
Юла—Рәсәйҙә иң эре виртуаль иғландар майҙансығы. Бында ла, Авитолағы кеүек үк тауар һатыусылар, һатып алыусылар ғына түгел, аферистар ҙа етерлек. Улар кеше иҫәбенә байыр өсөн төрлө хәйләле схемалар уйлап табып ҡына тора. Юлала муттарҙың иң таралған алдаҡ ысулы—алдан аҡса түләтеү. Һатыусы тауарына алдан аҡса алғас та үҙенең аккаунтын юя йәки һатып алыусыға яуап биреүҙән туҡтай. Алдашыусылар кешеләрҙең иғтибарын арзан хаҡтарға йүнәлтә. Түләүҙәрҙе атҡарыу өсөн электрон почта һорайҙар. Улар почтаға ысынлап та, Юланың фирмалы логотибы булған һылтанма ебәрә. Әммә был уларҙың ғына һылтанмаһы һәм ул, әлбиттә, муттар доменына илтә. Шуға ла бындай сайттарға аҡса күсермәүегеҙ хәйерле. Тағы ла Юлала һатыусыларҙы алдауҙың бер нисә схемаһы бар:-Һатып алыусылар түләүҙе атҡарыу өсөн карта һандарын һорай.-Һатыусы СМС кодты әйтергә тейеш, йәнәһе лә шунһыҙ аҡсаны күсереп булмай.-Тоҙаҡҡа эләгеүсе кодты әйтә.-Аферистар иҫәп яҙмаһына инә һәм карталағы аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә.
Хоҡуҡ
true
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-03-28/alda-a-yshanyp-a-sa-y-an-ola-a-ma-y-2745848
28 Март 2022, 09:48
ba
Эш кәрәкһә
Эшкә урынлаштырыу, хеҙмәт итеү, ташламалар һәм социаль гарантиялар 2011 йылдың 30 ноябрендәге 342-се “Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәт һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондары акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федералаь законға ярашлы атҡарыла. Кандидаттарға талаптар: - 39 йәшкә тиклем - Рәсәй Федерацияһы гражданы - юғары юридик белем - һаулығы торошо буйынса эске органдар хеҙмәтенә яраҡлылыҡ -енәйәт эшенә тарттырылмау - ир-егеттәр өсөн Рәсәй Федерацияһының хәрби көстәре сафында хеҙмәт үтеү   Эш хаҡы 34000 һумдан алып. Ғәмәлдәге Ферераль законға ярашлы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә социаль гарантиялар ҡаралған: - түләнгән төп отпускының оҙонлоғо40 көн һәм унан да күберәк; - Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендәге ял итеү урындарына хеҙмәткәргә һәм уның ғаиләһенең тағы ағзаһына теләгән транспортында бушлай барыу һәм ҡайтыу (йылына бер мәртәбә); - шәхси торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) бер тапҡыр тапҡыр бирелә торған социаль түләү юллау мөмкинлеге (10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң); - 5. ҡуртымға алған торлаҡҡа түләүҙе аҡсалата компенсациялау; - хеҙмәткәрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген страховкалау; - Рәсәй эске эштәр министрлығының ведомстволы медицина учреждениеларында бушлай медицина һәм санатор-курорт хеҙмәтләндерелеү, унда барыуға тотонолоған юл сығымын түләү; - 20 йыл эшләгәндән һуң пенсияға сығыу мөмкинлеге бар.   Эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса эш көндәрендә 09.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә ҡәҙәр Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығы баш тәфтиш идаралығының шәхси состав менән эшләү буйынса бүлексәһенең 8 (347) 279-47-83, 8 (347) 279-42-21 телефондарына шылтыратырға.
Эшкә урынлаштырыу, хеҙмәт итеү, ташламалар һәм социаль гарантиялар 2011 йылдың 30 ноябрендәге 342-се “Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәт һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондары акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федералаь законға ярашлы атҡарыла. Кандидаттарға талаптар:- 39 йәшкә тиклем- Рәсәй Федерацияһы гражданы- юғары юридик белем- һаулығы торошо буйынса эске органдар хеҙмәтенә яраҡлылыҡ-енәйәт эшенә тарттырылмау- ир-егеттәр өсөн Рәсәй Федерацияһының хәрби көстәре сафында хеҙмәт үтеүЭш хаҡы 34000 һумдан алып. Ғәмәлдәге Ферераль законға ярашлы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә социаль гарантиялар ҡаралған:- түләнгән төп отпускының оҙонлоғо40 көн һәм унан да күберәк;- Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендәге ял итеү урындарына хеҙмәткәргә һәм уның ғаиләһенең тағы ағзаһына теләгән транспортында бушлай барыу һәм ҡайтыу (йылына бер мәртәбә);- шәхси торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) бер тапҡыр тапҡыр бирелә торған социаль түләү юллау мөмкинлеге (10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң);- 5. ҡуртымға алған торлаҡҡа түләүҙе аҡсалата компенсациялау;- хеҙмәткәрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген страховкалау;- Рәсәй эске эштәр министрлығының ведомстволы медицина учреждениеларында бушлай медицина һәм санатор-курорт хеҙмәтләндерелеү, унда барыуға тотонолоған юл сығымын түләү;- 20 йыл эшләгәндән һуң пенсияға сығыу мөмкинлеге бар.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-02-18/esh-k-r-k-2697477
18 Февраль 2022, 08:00
ba
Юлда ла алдайҙар
Замана технологиялары алға китешкән һайын мутлашыусылар ҙа уға яраҡлашып, кеҫәләрен ҡалынайта. Пассажирҙар ташыу менән булышҡан BlaBlaCar хеҙмәтендә лә мутлыҡтар күбәйҙе. Мәкерле әҙәмдәр юлаусылар төркөмөнә теркәлеп, ҡорбандарына фишинглы сайт аша алдан өлөшләтә аҡса индереүҙе талап итә. Улар BlaBlaCar төркөмөнә машинала буш урын барлығын белгертеп яҙа, хаҡтарҙы ла бик бесмәй. Юлаусы иғлан аша урын белешһә, уға BlaBlaCar сайты чаты аша ватсап мессенджерына яҙығыҙ тип телефон һаны ебәрәләр. Улар пассажирҙар менән яҡшы итеп аралаша, хатта үҙҙәре юл мәшәҡәттәре тураһында бәйән итә. Һүҙ билет алыуға барып етһә, BlaBlaCar аша һылтанма буйынса үтеп түләргә тәҡдим итә. Ысынында BlaBlaCar бер ваҡытта ла билет һатмай. Мутлашыусылар түләүҙе атҡарырға тәҡдим иткән сайттың адресы рәсми сайттыҡынан ныҡ айырыла. Һылтанма аша үтеп инһәң, исем-шәрифеңде, бәйләнеш өсөн белешмәләр һорайҙар. Иғтибар итегеҙ--ысын BlaBlaCar сайты кеүек профилгә инеүҙе түгел, ә мәғлүмәт биреүҙе генә һорайҙар. Пассажир анкета тултырып бөтһә уны мутлашыусылар сайтындағы түләү формаһына йүнәлтәләр. Ошонда ҡорбан үҙ банк картаһының белешмәләрен индерһә, юл өсөн кәрәкле сумманан ғына түгел, картаһында булған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Ялған водитель пассажирҙан үҙенә кәрәген алғас та телефонын һүндерә. Рәсәй эске министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге ошондай тоҙаҡтарға эләкмәҫ өсөн бик һаҡ булырға кәңәш итә. Зүлиә Торомтаева, полиция майоры.
Замана технологиялары алға китешкән һайын мутлашыусылар ҙа уға яраҡлашып, кеҫәләрен ҡалынайта. Пассажирҙар ташыу менән булышҡан BlaBlaCar хеҙмәтендә лә мутлыҡтар күбәйҙе. Мәкерле әҙәмдәр юлаусылар төркөмөнә теркәлеп, ҡорбандарына фишинглы сайт аша алдан өлөшләтә аҡса индереүҙе талап итә. Улар BlaBlaCar төркөмөнә машинала буш урын барлығын белгертеп яҙа, хаҡтарҙы ла бик бесмәй. Юлаусы иғлан аша урын белешһә, уға BlaBlaCar сайты чаты аша ватсап мессенджерына яҙығыҙ тип телефон һаны ебәрәләр. Улар пассажирҙар менән яҡшы итеп аралаша, хатта үҙҙәре юл мәшәҡәттәре тураһында бәйән итә. Һүҙ билет алыуға барып етһә, BlaBlaCar аша һылтанма буйынса үтеп түләргә тәҡдим итә. Ысынында BlaBlaCar бер ваҡытта ла билет һатмай. Мутлашыусылар түләүҙе атҡарырға тәҡдим иткән сайттың адресы рәсми сайттыҡынан ныҡ айырыла. Һылтанма аша үтеп инһәң, исем-шәрифеңде, бәйләнеш өсөн белешмәләр һорайҙар. Иғтибар итегеҙ--ысын BlaBlaCar сайты кеүек профилгә инеүҙе түгел, ә мәғлүмәт биреүҙе генә һорайҙар. Пассажир анкета тултырып бөтһә уны мутлашыусылар сайтындағы түләү формаһына йүнәлтәләр. Ошонда ҡорбан үҙ банк картаһының белешмәләрен индерһә, юл өсөн кәрәкле сумманан ғына түгел, картаһында булған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Ялған водитель пассажирҙан үҙенә кәрәген алғас та телефонын һүндерә.
Хоҡуҡ
true
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-01-18/yulda-la-alday-ar-2658683
18 Ғинуар 2022, 14:45
ba
ШӘП ЭСЕМЛЕК
Был компоненттарҙың комбинацияһы күп ауырыуҙар менән көрәшә. Астма, артрит, гипертония, түлһеҙлек, импотенция һәм хатта яман шеш — бөтә был ҡот осҡос ауырыуҙар — дауалау эликсирына ҡаршы тора алмай.Дауалау эсемлегенең тәьҫире иммунитеттың көсәйеүе һәм организмда «насар» холестерин кимәленең түбәнәйеүе менән аңлатыла. Был рецепт күп пациенттарҙа һыналған.Составы: 1 стакан алма уксусы; 1 стакан яңы тәбиғи бал; 10 тырныҡ һарымһаҡ.Әҙерләү:Һарымһаҡты таҙартып, тырнаҡ көйө (мин ҡырғыс аша үткәрҙем, рецепта бөтөн килеш тиелгән) уксус һәм бал ҡушып, ҡатышманы тығыҙ ябыла торған банкаға һалығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға.Нисек ҡулланырға: иртәнсәк дауалау сараһын 2 сәй ҡалағы ас ҡарынға эсергә. Уны һыу йәки сәй менән эсергә мөмкин, әммә эликсирҙы ҡулланғандан һуң 15 минут ашарға ярамай.Һөҙөмтәһен бишенсе көндә үк һиҙерһең.Хәлһеҙлек, баш ауыртыу юғалыр, аш һеңдереү һәм организмдың дөйөм тонусы яҡшыра. Һыуыҡтар башланғас, бер ниндәй ҙә инфекция ҡурҡыныс булмаясаҡ!     Латифа Атанова битләүенән. фото: muzoktcrb.ru
Был компоненттарҙың комбинацияһы күп ауырыуҙар менән көрәшә. Астма, артрит, гипертония, түлһеҙлек, импотенция һәм хатта яман шеш — бөтә был ҡот осҡос ауырыуҙар — дауалау эликсирына ҡаршы тора алмай. Дауалау эсемлегенең тәьҫире иммунитеттың көсәйеүе һәм организмда «насар» холестерин кимәленең түбәнәйеүе менән аңлатыла. Был рецепт күп пациенттарҙа һыналған. Составы: 1 стакан алма уксусы; 1 стакан яңы тәбиғи бал; 10 тырныҡ һарымһаҡ. Әҙерләү:Һарымһаҡты таҙартып, тырнаҡ көйө (мин ҡырғыс аша үткәрҙем, рецепта бөтөн килеш тиелгән) уксус һәм бал ҡушып, ҡатышманы тығыҙ ябыла торған банкаға һалығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға. Нисек ҡулланырға: иртәнсәк дауалау сараһын 2 сәй ҡалағы ас ҡарынға эсергә. Уны һыу йәки сәй менән эсергә мөмкин, әммә эликсирҙы ҡулланғандан һуң 15 минут ашарға ярамай.Һөҙөмтәһен бишенсе көндә үк һиҙерһең. Хәлһеҙлек, баш ауыртыу юғалыр, аш һеңдереү һәм организмдың дөйөм тонусы яҡшыра. Һыуыҡтар башланғас, бер ниндәй ҙә инфекция ҡурҡыныс булмаясаҡ!
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-10-07/sh-p-esemlek-3469372
7 Октябрь , 10:10
ba
ДЕГӘНӘК ТАМЫРЫН АЛЫП ҠАЛ
Бөйөрҙәрҙе дауалауДегәнәк халыҡ медицинаһында бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа киң ҡулланыла. Сирҙең башланғыс стадияһында нефрологтың, башҡа дарыуҙар менән бер рәттән, дегәнәк төнәтмәһе эсергә лә кәңәш итеүе ихтимал.Мәҫәлән, бөйөрҙәге кистаны дегәнәк һуты менән дауалайҙар. Уны әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргес аша үткәреп, һутын һығып алырға. Әйткәндәй, бындай һутты оҙаҡ һаҡларға ярамай, өс көн һайын яңыртып торорға кәрәк.Дегәнәк һутын тәүге ике көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр балғалаҡ эсергә, тағы ике көн көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә, артабан иһә көнөнә өсәр тапҡыр өсәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.💥Дауаланыу курсы – бер ай. Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, бысаҡ осонда ғына киптерелгән уҫаҡ япрағы онтағын өҫтәргә мөмкин.💥Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн, 10 грамм сеймалға бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға, шуны өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк.💥Дегәнәктән компресс та файҙалы: төнгөлөккә ауыртҡан бөйөр яғына аҫ яғы менән ябып, шарф менән бәйләп ҡуйығыҙ.💥Бәүел ҡыуҙырыу өсөнДегәнәк бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн 300 грамм тамырын 800 грамм ҡайнар һыуға һалып, талғын утта һыуы ике тапҡырға кәмегәнсе тоторға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Төнгөлөккә бер стакан эсергә лә мөмкин.💥АллергиянанОрганизмдан зарарлы матдәләрҙе ҡыуып сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған дегәнәк аллергияға ҡаршы көрәштә лә ҡулланыла. Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу һөҙөмтәлерәк.💥1. Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән шуны утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм биш минут ҡайнатырға. Эҫе килеш һөҙөп, ас ҡарынға ярты стакан эсергә. Ҡалғанын өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға.💥2. Кистән берәр ҡалаҡ дегәнәк менән бәпембә тамырына өс стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртнәсәк уны быу өҫтөнә ҡуйып, 10 минут йылытырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, көнөнә биш тапҡыр 1/3 стакан эсергә.💥3. Берәр ҡалаҡ дегәнәк, бәпембә тамыры һәм гөлйемеш емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөнә ҡуйырға. 15 минут тотҡандан һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.💥Бауырға файҙаһыБауыр ауырыуҙарына һәм гепатитҡа ҡаршы дегәнәктең һутын файҙаланырға тәҡдим ителә. Иң яҡшыһы – май айында алынған һут. Бының өсөн япраҡтарын йыйып, һут һыҡҡыс йә ит үткәргес аша үткәрергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Бер аҙна эскәндән һуң, ете көн ял итергә һәм тағы ҡабатларға мотлаҡ. Дегәнәк һутын өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай.💥Подаграға ҡаршыПодаграға ҡаршы көрәштең бер нисә ысулы бар.💥1. Ике ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған дегәнәк тамырына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һуңынан утҡа ҡуйып, биш минут ҡайнатырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр йылы килеш яртышар стакан эсергә.💥2. Быуындар подаграһынан ярты литр ваҡланған дегәнәк япрағына ярты литр бал һәм шул уҡ күләмдә араҡы ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға. Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) һаҡларға кәрәк.💥3. Аяҡта подагра булғанда, дегәнәктән компресс ябырға була. Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ҡайнатырға һәм 40 минут самаһы төнәтергә. Марляны бер нисә ҡат итеп ҡатлап, төнәтмәгә манып алырға һәм ауыртҡан аяҡҡа ябырға. Өҫтөнән йылы әйбер менән урап ҡуйырға онотмағыҙ. Һәр ҡулланғандан һуң марляны яҡшы итеп йыуырға йә алмаштырырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай.💥Быуындар һыҙлағандаБыл осраҡта компресс, төнәтмәһе, май һәм кремдары ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә.💥1. Йәш, йыуылған һәм киптерелгән япраҡтарын алып, ауыртҡан урынға (алдан үҫемлек майы һөртөргә) ябырға. Өҫтөнә туҡыма йә ҡағыҙ ябып, төнгөлөккә бәйләп ҡалдырырға. Полиэтилен ябырға тәҡдим ителмәй.💥2. Ауыртҡан тубыҡҡа бер юлы бер нисә япрағын йомшаҡ яғын аҫҡа ҡаратып ябырға кәрәк. Ҡулланыр алдынан уларҙың өҫтөнә эҫе һыулы һауыт ҡуйып торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ төнгөлөккә нығытып бәйләп ҡалдырырға. Бөтә төр компресс менән дә дауаланыу курсы – бер ай.💥3. Арҡа ауыртҡанда япрағын иҙеп, одеколонға манырға һәм ауыртҡан урынға ҡуйып, өҫтөнә полиэтилен ябырға. Был процедураны ярты ай буйы көн һайын ҡабатларға.💥4. Дегәнәктең араҡыла төнәтелгән төнәтмәһе быуындар һыҙлауынан яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡланған тамырына араҡы ҡойоп, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә.💥5. Майын әҙерләү өсөн 80 грамм дегәнәк тамырына бер стакан "нерафинированное" тип яҙылған үҫемлек майы ҡойоп, бер көн төнәтергә. 24 сәғәттән һуң утҡа ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға. Дегәнәк майын һыуытҡыста һаҡларға.💥Организмды таҙартыу өсөнДегәнәк ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына түгел, ҡанды ла таҙартырға мөмкин. Көслө ағыуланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан насар матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала уларҙың кире эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер. Организмды таҙартыу өсөн уның һуты һәм төнәтмәһе файҙаланыла.💥1. Ҡанды таҙартыу өсөн бер балғалаҡ кипкән тамырына бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға һәм бер-ике минут ҡайнатып алырға. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә.💥2. Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Сәнскеләрҙән әҙерләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә.💥Ашҡаҙан сей яраһынанСей яраны дауалауҙа дегәнәк ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы булараҡ ҡулланыла. Бының өсөн шундай дарыу әҙерләргә мөмкин:Бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр эҫе килеш 200 миллилитр эсергә.💥Тиренең матурлығы һәм сәләмәтлеге өсөнДегәнәк С һәм Е витаминдарына бай. Улар иһә тирене һырҙар барлыҡҡа килтереүсе ирекле радикалдар йоғонтоһонан һаҡларға һәләтле. С витамины ҡатын-ҡыҙ организмында тиренең һығылмалылығын арттырған коллаген бүленеп сығыуға йоғонто яһай. Е витамины иһә тирене ҡояш нурҙарынан һаҡлай.💥Дегәнәк тамыры составында фолий кислотаһы менән ниацин бар. Улар тирене иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Шулай ундағы кальций, калий, фосфор һәм магний тирене кислород менән байыта. Дегәнәк, бик яҡшы антисептик һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороусы сара булараҡ, һытҡыларҙан арынырға ла ярҙам итә.Борон-борондан дегәнәктең сәс өсөн шифаһы ла билдәле. Даими рәүештә дегәнәк төнәтмәһе менән сайҡатҡанда, улар ҡуйырып, матурайып китә, ҡойолоуҙан туҡтай.фото: about-tea.ruМәғлүмәт интерент селтәренән алынды. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Бөйөрҙәрҙе дауалауДегәнәк халыҡ медицинаһында бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа киң ҡулланыла. Сирҙең башланғыс стадияһында нефрологтың, башҡа дарыуҙар менән бер рәттән, дегәнәк төнәтмәһе эсергә лә кәңәш итеүе ихтимал. Мәҫәлән, бөйөрҙәге кистаны дегәнәк һуты менән дауалайҙар. Уны әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргес аша үткәреп, һутын һығып алырға. Әйткәндәй, бындай һутты оҙаҡ һаҡларға ярамай, өс көн һайын яңыртып торорға кәрәк. Дегәнәк һутын тәүге ике көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр балғалаҡ эсергә, тағы ике көн көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә, артабан иһә көнөнә өсәр тапҡыр өсәр аш ҡалағы эсергә кәрәк. Дауаланыу курсы – бер ай. Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, бысаҡ осонда ғына киптерелгән уҫаҡ япрағы онтағын өҫтәргә мөмкин. Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн, 10 грамм сеймалға бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға, шуны өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк. Дегәнәктән компресс та файҙалы: төнгөлөккә ауыртҡан бөйөр яғына аҫ яғы менән ябып, шарф менән бәйләп ҡуйығыҙ. Бәүел ҡыуҙырыу өсөнДегәнәк бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн 300 грамм тамырын 800 грамм ҡайнар һыуға һалып, талғын утта һыуы ике тапҡырға кәмегәнсе тоторға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Төнгөлөккә бер стакан эсергә лә мөмкин. АллергиянанОрганизмдан зарарлы матдәләрҙе ҡыуып сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған дегәнәк аллергияға ҡаршы көрәштә лә ҡулланыла. Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу һөҙөмтәлерәк. 1. Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән шуны утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм биш минут ҡайнатырға. Эҫе килеш һөҙөп, ас ҡарынға ярты стакан эсергә. Ҡалғанын өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға. 2. Кистән берәр ҡалаҡ дегәнәк менән бәпембә тамырына өс стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртнәсәк уны быу өҫтөнә ҡуйып, 10 минут йылытырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, көнөнә биш тапҡыр 1/3 стакан эсергә. 3. Берәр ҡалаҡ дегәнәк, бәпембә тамыры һәм гөлйемеш емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөнә ҡуйырға. 15 минут тотҡандан һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Бауырға файҙаһыБауыр ауырыуҙарына һәм гепатитҡа ҡаршы дегәнәктең һутын файҙаланырға тәҡдим ителә. Иң яҡшыһы – май айында алынған һут. Бының өсөн япраҡтарын йыйып, һут һыҡҡыс йә ит үткәргес аша үткәрергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Бер аҙна эскәндән һуң, ете көн ял итергә һәм тағы ҡабатларға мотлаҡ. Дегәнәк һутын өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай. Подаграға ҡаршыПодаграға ҡаршы көрәштең бер нисә ысулы бар. 1. Ике ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған дегәнәк тамырына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һуңынан утҡа ҡуйып, биш минут ҡайнатырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр йылы килеш яртышар стакан эсергә. 2. Быуындар подаграһынан ярты литр ваҡланған дегәнәк япрағына ярты литр бал һәм шул уҡ күләмдә араҡы ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға. Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) һаҡларға кәрәк. 3. Аяҡта подагра булғанда, дегәнәктән компресс ябырға була. Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ҡайнатырға һәм 40 минут самаһы төнәтергә. Марляны бер нисә ҡат итеп ҡатлап, төнәтмәгә манып алырға һәм ауыртҡан аяҡҡа ябырға. Өҫтөнән йылы әйбер менән урап ҡуйырға онотмағыҙ. Һәр ҡулланғандан һуң марляны яҡшы итеп йыуырға йә алмаштырырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Быуындар һыҙлағандаБыл осраҡта компресс, төнәтмәһе, май һәм кремдары ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә. 1. Йәш, йыуылған һәм киптерелгән япраҡтарын алып, ауыртҡан урынға (алдан үҫемлек майы һөртөргә) ябырға. Өҫтөнә туҡыма йә ҡағыҙ ябып, төнгөлөккә бәйләп ҡалдырырға. Полиэтилен ябырға тәҡдим ителмәй. 2. Ауыртҡан тубыҡҡа бер юлы бер нисә япрағын йомшаҡ яғын аҫҡа ҡаратып ябырға кәрәк. Ҡулланыр алдынан уларҙың өҫтөнә эҫе һыулы һауыт ҡуйып торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ төнгөлөккә нығытып бәйләп ҡалдырырға. Бөтә төр компресс менән дә дауаланыу курсы – бер ай. 3. Арҡа ауыртҡанда япрағын иҙеп, одеколонға манырға һәм ауыртҡан урынға ҡуйып, өҫтөнә полиэтилен ябырға. Был процедураны ярты ай буйы көн һайын ҡабатларға. 4. Дегәнәктең араҡыла төнәтелгән төнәтмәһе быуындар һыҙлауынан яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡланған тамырына араҡы ҡойоп, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә. 5. Майын әҙерләү өсөн 80 грамм дегәнәк тамырына бер стакан "нерафинированное" тип яҙылған үҫемлек майы ҡойоп, бер көн төнәтергә. 24 сәғәттән һуң утҡа ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға. Дегәнәк майын һыуытҡыста һаҡларға. Организмды таҙартыу өсөнДегәнәк ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына түгел, ҡанды ла таҙартырға мөмкин. Көслө ағыуланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан насар матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала уларҙың кире эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер. Организмды таҙартыу өсөн уның һуты һәм төнәтмәһе файҙаланыла. 1. Ҡанды таҙартыу өсөн бер балғалаҡ кипкән тамырына бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға һәм бер-ике минут ҡайнатып алырға. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. 2. Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Сәнскеләрҙән әҙерләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә. Ашҡаҙан сей яраһынанСей яраны дауалауҙа дегәнәк ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы булараҡ ҡулланыла. Бының өсөн шундай дарыу әҙерләргә мөмкин:Бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр эҫе килеш 200 миллилитр эсергә. Тиренең матурлығы һәм сәләмәтлеге өсөнДегәнәк С һәм Е витаминдарына бай. Улар иһә тирене һырҙар барлыҡҡа килтереүсе ирекле радикалдар йоғонтоһонан һаҡларға һәләтле. С витамины ҡатын-ҡыҙ организмында тиренең һығылмалылығын арттырған коллаген бүленеп сығыуға йоғонто яһай. Е витамины иһә тирене ҡояш нурҙарынан һаҡлай. Дегәнәк тамыры составында фолий кислотаһы менән ниацин бар. Улар тирене иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Шулай ундағы кальций, калий, фосфор һәм магний тирене кислород менән байыта. Дегәнәк, бик яҡшы антисептик һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороусы сара булараҡ, һытҡыларҙан арынырға ла ярҙам итә. Борон-борондан дегәнәктең сәс өсөн шифаһы ла билдәле. Даими рәүештә дегәнәк төнәтмәһе менән сайҡатҡанда, улар ҡуйырып, матурайып китә, ҡойолоуҙан туҡтай.фото: интерент селтәренән алынды.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-09-25/deg-n-k-tamyryn-alyp-al-3453010
25 Сентябрь , 14:15
ba
АНГИНАНАН ЯРҘАМ ИТЕР 4 ЫСУЛ
Сөгөлдөр һыуы. Бының өсөн сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәреп, һыуын сығаралар. 1 стакан сөгөлдөр һыуына 1 аш ҡалағы һеркә (эссенцияһын түгел!) өҫтәргә. Көнөнә 5-6 тапҡыр тамаҡты сайҡайҙар, бер йотом эсеп ебәреү ҙә зыянһыҙ. Һуған ҡабығы һарҡындыһы менән сайҡау. 3 сәй ҡалағы һуған ҡабығын 0,5 литр һыуға һалып ҡайнатырға, 4 сәғәт төнәткәс, һөҙөргә. Һарымһаҡ төнәтмәһе менән сайҡау. Таҙартылған һәм ваҡланған 100 грамм һарымһаҡҡа бүлмә температураһындағы 100 мл ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ябып 5-6 сәғәт тоторға (24 сәғәт тоторға ярай). Шунан һуң һөҙөп, йылымыс көйөнсә тамаҡты сайҡарға. Тамаҡты һәм ауыҙҙы бал болғатҡан һыу менән сайырға. Тамаҡ биҙҙәренең шешен ҡайтара, эренле шештәрҙе бөтөрә.
Сөгөлдөр һыуы. Бының өсөн сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәреп, һыуын сығаралар. 1 стакан сөгөлдөр һыуына 1 аш ҡалағы һеркә (эссенцияһын түгел!) өҫтәргә. Көнөнә 5-6 тапҡыр тамаҡты сайҡайҙар, бер йотом эсеп ебәреү ҙә зыянһыҙ.Һуған ҡабығы һарҡындыһы менән сайҡау. 3 сәй ҡалағы һуған ҡабығын 0,5 литр һыуға һалып ҡайнатырға, 4 сәғәт төнәткәс, һөҙөргә. Һарымһаҡ төнәтмәһе менән сайҡау. Таҙартылған һәм ваҡланған 100 грамм һарымһаҡҡа бүлмә температураһындағы 100 мл ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ябып 5-6 сәғәт тоторға (24 сәғәт тоторға ярай). Шунан һуң һөҙөп, йылымыс көйөнсә тамаҡты сайҡарға. Тамаҡты һәм ауыҙҙы бал болғатҡан һыу менән сайырға.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-09-22/anginanan-yar-am-iter-4-ysul-3449686
22 Сентябрь , 10:20
ba
Стоматология кабинеты асыла
Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда «Күккә ос!» республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса 30 стоматология кабинеты асыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2022 йылда теш табиптары өсөн 12 кабинет йыһазландырылған. Әлеге мәлдә республика мәктәптәрендә бөтәһе 214 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 80-не «Күккә ос!» проекты сиктәрендә асылған. Уларҙа 223 кеше эшләй. 2022-2023 уҡыу йылында теш табиптары 130 мең уҡыусыны һәм 5 мең уҡытыусының тешен дауалаған. -Был йүнәлеште үҙебеҙҙең иң яҡшы практика, тип иҫәпләйем. Уҡыусыларҙы бала саҡтан тештәрен һаҡларға, теш табиптарынан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ, уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ,--тине Радий Хәбиров.
Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда «Күккә ос!» республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса 30 стоматология кабинеты асыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2022 йылда теш табиптары өсөн 12 кабинет йыһазландырылған. Әлеге мәлдә республика мәктәптәрендә бөтәһе 214 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 80-не «Күккә ос!» проекты сиктәрендә асылған. Уларҙа 223 кеше эшләй. 2022-2023 уҡыу йылында теш табиптары 130 мең уҡыусыны һәм 5 мең уҡытыусының тешен дауалаған.-Был йүнәлеште үҙебеҙҙең иң яҡшы практика, тип иҫәпләйем.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-08-30/stomatologiya-kabinety-asyldy-3412185
30 Август , 12:25
ba
ҺӨЙӘКТӘР ҺЫҘЛАҒАНДА
Күптәребеҙгә таныш булған тубыҡтар, елкә, терһәк буйҙары һыҙлау йышыраҡ бер урында оҙаҡ ултырып компьютер артында эшләүселәрҙе борсой һәм нимә менән баҫырға был ауыртыуҙы тип аптырап ҡалабыҙ.Ошо ваҡытта һеҙгә ябай ғына, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән торған рецепт ярҙам итер:кәрәкле ингредиенттар:— 1 аш ҡалағы бал;— 1 аш ҡалағы гәрсис үҫемлеге (горчица острой);— 1 аш ҡалағы ваҡ тоҙ;— 1 аш ҡалағы һыу.Әҙерләү:ошо ингридиенттарҙы яҡшы итеп болғатабыҙ һәм ҡапҡаслы һауытҡа һалабыҙ.Дауалы шыйыҡса ҡулланыуға әҙер!Әҙер массаны һыуытҡыста 5—6 көн һаҡларға була.Бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә файҙаһы беренсе һөртөүҙән үк ярҙам итә.Был дауаны һыҙлаған урындарға һыларға һәм өҫтөнә полиэтилен киҫәге ҡаплап йылы итеп урап бәйләп бер сәғәттән - сәғәт ярымғаса тоторға була.Был процедураны йоҡо алдынан башҡарыу тағы ла яҡшыраҡ сифат бирер.Тейешле ваҡыттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.4—5 тапҡыр эшләгәндән һуң һыҙланыуҙарығыҙ һеҙҙе оҙаҡҡа ташлар.   Интернет селтәренән.
Күптәребеҙгә таныш булған тубыҡтар, елкә, терһәк буйҙары һыҙлау йышыраҡ бер урында оҙаҡ ултырып компьютер артында эшләүселәрҙе борсой һәм нимә менән баҫырға был ауыртыуҙы тип аптырап ҡалабыҙ. Ошо ваҡытта һеҙгә ябай ғына, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән торған рецепт ярҙам итер:кәрәкле ингредиенттар:— 1 аш ҡалағы бал;— 1 аш ҡалағы гәрсис үҫемлеге (горчица острой);— 1 аш ҡалағы ваҡ тоҙ;— 1 аш ҡалағы һыу. Әҙерләү:ошо ингридиенттарҙы яҡшы итеп болғатабыҙ һәм ҡапҡаслы һауытҡа һалабыҙ. Дауалы шыйыҡса ҡулланыуға әҙер!Әҙер массаны һыуытҡыста 5—6 көн һаҡларға була. Бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә файҙаһы беренсе һөртөүҙән үк ярҙам итә. Был дауаны һыҙлаған урындарға һыларға һәм өҫтөнә полиэтилен киҫәге ҡаплап йылы итеп урап бәйләп бер сәғәттән - сәғәт ярымғаса тоторға була. Был процедураны йоҡо алдынан башҡарыу тағы ла яҡшыраҡ сифат бирер. Тейешле ваҡыттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. 4—5 тапҡыр эшләгәндән һуң һыҙланыуҙарығыҙ һеҙҙе оҙаҡҡа ташлар.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-07-29/y-kt-r-y-la-anda-3362770
29 Июль , 10:05
ba
ТАБИПҒА НИСЕК ЯҘЫЛЫРҒА?
Поликлиника регистратураһына сиратта тороу тарихта ҡалды. Бөгөн табипҡа «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге «Минең сәләмәтлегем» сервисы аша яҙылырға мөмкин. Бының өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, поликлиникаға беркетелеү һәм www.gosuslugi.ru порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк.Врачҡа нисек яҙылырға?- Үҙегеҙҙең иҫәп яҙмаһына инеп, яҙылыу битенә инегеҙ https://vk.cc/ceL7g3- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ- поликлиниканы, белгесте һәм ҡабул итеү ваҡытын һайлағыҙ.Ни өсөн яҙылып булмай?Сәбәптәрҙең бер нисәү булыуы ихтимал: полисығыҙҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән, яҙылыу өсөн буш урындар юҡ, тултырылған мәғлүмәттәрҙә хата киткән йәки сервистағы етешһеҙлек.Табипҡа яҙылыу өсөн буш урындар булмағанда, оператор йәки теркәүсе пациентҡа «сиратҡа» баҫырға тәҡдим итә, буш урын килеп сыҡҡанда регистратура хеҙмәткәре пациентты табипҡа яҙа һәм уға телефон аша хәбәр итә.❓Әгәр исемлектә миңә кәрәкле табип булмаһа?Тимәк, ул врачҡа һеҙҙе терапевт ҡына яҙҙыра ала, унан башлағыҙ.«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында медицина хеҙмәттәренең сифаты яҡшыра. Медицинала яңы технологиялар ғәмәлгә индерелә, табиптар квалификацияһын күтәрә, ә дауаханаларҙа заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килә.Мәҫәлән, Башҡортостанда Красноусол үҙәк район дауаханаһына яңы заманса эндоскоп ҡайтартылды. Уның ярҙамында табиптар ашҡаҙандағы, эсәктәге һәм башҡа органдағы лайлалы тиресәне тикшерә ала. Йыйылған мәғлүмәттәр дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам итә.👉 Башҡортостанда табипҡа тағы нисек яҙылырға мөмкин булыуын аңлатабыҙ:- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге аша - 122, өҫтәмә 2 (эш көндәрендә: 7.30-19.00, шәмбе: 8.00-16.00, йәкшәмбе - ял көнө)- поликлиника регистратураһы аша- поликлиникалағы инфомат аша- doctor.bashkortostan.ru порталында- «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша (RuStore: https://vk.cc/cpqHP3, GooglPlay: https://vk.cc/cpqHO3, AppStore: https://vk.cc/cpqHQz)- пациентты ҡабул иткәндә табип икенсе табипҡа яҙа алаОбъясняем.РФ порталында яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙОбъясняем.РФ порталына яҙылығыҙ#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #новостимедицины #здоровье #нацпроектздравоохранение @nationalprojectsru
Поликлиника регистратураһына сиратта тороу тарихта ҡалды. Бөгөн табипҡа «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге «Минең сәләмәтлегем» сервисы аша яҙылырға мөмкин. Бының өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, поликлиникаға беркетелеү һәмпорталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк. Врачҡа нисек яҙылырға?- Үҙегеҙҙең иҫәп яҙмаһына инеп, яҙылыу битенә инегеҙ шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ- поликлиниканы, белгесте һәм ҡабул итеү ваҡытын һайлағыҙ. Ни өсөн яҙылып булмай?Сәбәптәрҙең бер нисәү булыуы ихтимал: полисығыҙҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән, яҙылыу өсөн буш урындар юҡ, тултырылған мәғлүмәттәрҙә хата киткән йәки сервистағы етешһеҙлек. Табипҡа яҙылыу өсөн буш урындар булмағанда, оператор йәки теркәүсе пациентҡа «сиратҡа» баҫырға тәҡдим итә, буш урын килеп сыҡҡанда регистратура хеҙмәткәре пациентты табипҡа яҙа һәм уға телефон аша хәбәр итә.❓Әгәр исемлектә миңә кәрәкле табип булмаһа?Тимәк, ул врачҡа һеҙҙе терапевт ҡына яҙҙыра ала, унан башлағыҙ.«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында медицина хеҙмәттәренең сифаты яҡшыра. Медицинала яңы технологиялар ғәмәлгә индерелә, табиптар квалификацияһын күтәрә, ә дауаханаларҙа заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Башҡортостанда Красноусол үҙәк район дауаханаһына яңы заманса эндоскоп ҡайтартылды. Уның ярҙамында табиптар ашҡаҙандағы, эсәктәге һәм башҡа органдағы лайлалы тиресәне тикшерә ала. Йыйылған мәғлүмәттәр дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Башҡортостанда табипҡа тағы нисек яҙылырға мөмкин булыуын аңлатабыҙ:- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге аша - 122, өҫтәмә 2 (эш көндәрендә: 7.30-19.00, шәмбе: 8.00-16.00, йәкшәмбе - ял көнө)- поликлиника регистратураһы аша- поликлиникалағы инфомат аша-порталында- «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша (RuStore: GooglPlay: AppStore: пациентты ҡабул иткәндә табип икенсе табипҡа яҙа алаОбъясняем. РФпорталында яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙОбъясняем.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-07-12/tabip-a-nisek-ya-ylyr-a-3337400
12 Июль , 16:20
ba
Ҡурҡыныс бөжәк
Әле талпандарҙың иң ҡоторған мәле. Бөжәктәр ҡышҡы йоҡоһонан уянды һәм уларға тереклек итеү, туйыныу, үрсеү өсөн кеше ҡанын һурыу мотлаҡ. Хәүеф тыуҙырыусы талпандар ҡорбандарын алыҫтан эҙләмәй, урманға килеүселәргә ҡаҙала. Талпандар август айына ғына әүҙемлеген юғалта, әммә унан һуң тағы һөжүмен башлай. Роспотребнадзор төҙөгөн биокартаға ярышлы Башҡортостанда талпандарҙың әүҙемлеге 7 -нән алып 10 балға тәшкил итә. Әгәр талпан зыянлы түгел икән, уның ҡаҙалыуы ла ҡурҡыныс түгел. Тик ҡайһы берәүҙәре баш мейеһен зарарлаусы вируслы сир – энцефалит һәм боррелиоз сығанағы булыуы бар. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда Сибайҙа талпан ҡаҙалған 62 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 21-балалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, боррелиоз йөрәкте, нервы системаһын, тирене һәм быуындарҙы зарарлай, инвалидлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә урманға махсус кейем кейеп барырға, бөжәктән һаҡланыу саралары күрергә кәрәк. Рәсәйҙә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы талпан энцефалитына ҡаршы өлкәндәргә һәм 3 йәше тулған балаларға прививка яһайҙар. фото интернет селтәренән.
Әле талпандарҙың иң ҡоторған мәле. Бөжәктәр ҡышҡы йоҡоһонан уянды һәм уларға тереклек итеү, туйыныу, үрсеү өсөн кеше ҡанын һурыу мотлаҡ. Хәүеф тыуҙырыусы талпандар ҡорбандарын алыҫтан эҙләмәй, урманға килеүселәргә ҡаҙала. Талпандар август айына ғына әүҙемлеген юғалта, әммә унан һуң тағы һөжүмен башлай. Роспотребнадзор төҙөгөн биокартаға ярышлы Башҡортостанда талпандарҙың әүҙемлеге 7 -нән алып 10 балға тәшкил итә. Әгәр талпан зыянлы түгел икән, уның ҡаҙалыуы ла ҡурҡыныс түгел. Тик ҡайһы берәүҙәре баш мейеһен зарарлаусы вируслы сир – энцефалит һәм боррелиоз сығанағы булыуы бар. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда Сибайҙа талпан ҡаҙалған 62 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 21-балалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, боррелиоз йөрәкте, нервы системаһын, тирене һәм быуындарҙы зарарлай, инвалидлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә урманға махсус кейем кейеп барырға, бөжәктән һаҡланыу саралары күрергә кәрәк.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-06-16/ur-ynys-b-zh-k-3303070
16 Июнь , 16:50
ba
ӨРӨК АШАҒЫҘ!
Бала саҡта өрөк ярып ашай торғайнығыҙмы? Беҙ ашай инек. Хәҙерге балалар уны белмәйҙер ҙә әле. Кибеттән буяулы, зыянлы нәмә алһа алырҙар, әммә өрөк ярып ултырмаҫтар... Ә беләһегеҙме, беҙ уны юҡҡа ашамағанбыҙ бит. Уның файҙаһы шул тиклем ҙур икән. Өрөк төшөндә (һөйәгендә) В17 витамины бар. Уны элек ҡайһы берәүҙәр онтап ҡайнатмаға ла, онға ла ҡушҡан. Сама белеп ашағанда өрөк төшөндәге витамин яман шешкә ҡаршы тороусы шәп сара булып тора. Әйткәндәй, Сан-Франциско докторы, биохимик Эрнест Т.Кребс яман шеш (рак) ауырыуы витамин етмәүҙән килеп сыҡҡан сир тип иҫбатлай. Тын юлдары сирҙәре мәлендә бик файҙалы, бөйөр һәм һейҙек системаһына яҡшы тәьҫир итә. Элек өрөк һөйәге менән коклюш, бронхит, балаларҙың инфекцион ауырыуҙарын дауалағандар. 120 йәшкә тиклем йәшәүсе йөҙйәшәрҙең дә өҫтәленән өрөк төшмәгән. Өрөк төшөндәге файҙалы матдәләр ҡартайыуға кәртә булып тора, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн дә файҙалы, нервы системаһын яҡшырта, организмды тимер, витаминдар һәм биоактив элементтар менән байыта. Әлбиттә, сама белергә кәрәк. 5 йәшкә тиклемге балаларға, ауырлыларға, бәпес имеҙеүселәргә ашарға ярамай. Ҡайһы бер сирҙән яфаланыусыларға ла сикләнергә кәрәк. Шуға күрә табиптар менән кәңәшләшегеҙ.
Бала саҡта өрөк ярып ашай торғайнығыҙмы? Беҙ ашай инек. Хәҙерге балалар уны белмәйҙер ҙә әле. Кибеттән буяулы, зыянлы нәмә алһа алырҙар, әммә өрөк ярып ултырмаҫтар...Ә беләһегеҙме, беҙ уны юҡҡа ашамағанбыҙ бит. Уның файҙаһы шул тиклем ҙур икән. Өрөк төшөндә (һөйәгендә) В17 витамины бар. Уны элек ҡайһы берәүҙәр онтап ҡайнатмаға ла, онға ла ҡушҡан. Сама белеп ашағанда өрөк төшөндәге витамин яман шешкә ҡаршы тороусы шәп сара булып тора. Әйткәндәй, Сан-Франциско докторы, биохимик Эрнест Т.Кребс яман шеш (рак) ауырыуы витамин етмәүҙән килеп сыҡҡан сир тип иҫбатлай. Тын юлдары сирҙәре мәлендә бик файҙалы, бөйөр һәм һейҙек системаһына яҡшы тәьҫир итә. Элек өрөк һөйәге менән коклюш, бронхит, балаларҙың инфекцион ауырыуҙарын дауалағандар. 120 йәшкә тиклем йәшәүсе йөҙйәшәрҙең дә өҫтәленән өрөк төшмәгән. Өрөк төшөндәге файҙалы матдәләр ҡартайыуға кәртә булып тора, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн дә файҙалы, нервы системаһын яҡшырта, организмды тимер, витаминдар һәм биоактив элементтар менән байыта. Әлбиттә, сама белергә кәрәк. 5 йәшкә тиклемге балаларға, ауырлыларға, бәпес имеҙеүселәргә ашарға ярамай. Ҡайһы бер сирҙән яфаланыусыларға ла сикләнергә кәрәк.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-06-05/r-k-asha-y-3288382
5 Июнь , 15:10
ba
БЫУЫНДАРЫҢ ҺЫҘЛАҺА...
Тромбофлебит, баш ауыртыуы, шәкәр диабеты ваҡытында ҡулланыла. Ҡанды шыйығайта, варрикозға ҡаршы һәйбәт сара. Аҡ сирен быуындар һыҙлағанда ыуыр өсөн файҙалы. Бер өлөш сәскә гөлләмәһен турап (япраҡтары, һабағы, сәкәләре инә), 5 өлөш араҡы һалып, 15-30 көн ҡараңғы урында төнәтергә, ауыртҡан быуындарға һөртөргә кәрәк.
Тромбофлебит, баш ауыртыуы, шәкәр диабеты ваҡытында ҡулланыла. Ҡанды шыйығайта, варрикозға ҡаршы һәйбәт сара. Аҡ сирен быуындар һыҙлағанда ыуыр өсөн файҙалы.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-05-18/byuyndary-y-la-a-3262702
18 Май , 10:45
ba
МЕҢ СИРГӘ ДАУА
Ул елһенеүҙе, йәрәхәттәрҙе бөтөрә. Бынан тыш, тырнаҡ гөл (календула) күп кенә башҡа ауырыуҙарҙы дауалай. Һалҡын тейгәндә, гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәте, гастрит булғанда 1 аш ҡалағы тырнаҡ гөл сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтәләр. Көнөнә 3 мәртәбә 1-әр аш ҡалағы эсәләр. Ҡорһаҡ ҡыуышлығында һары һыу йыйылғанда 10 г кипкән сәскәне 1 стакан һыуға һалып, 5 минут ҡайнаталар һәм 2 сәғәт һайын 1-2 аш ҡалағы эсәләр. Тырнаҡ гөлдән яһалған май (мазь) йәрәхәтте яҡшы дауалай. Үләндең яңы һығылған һутын 1:10 нисбәтендә сусҡаның эс майына һалып болғаталар һәм ҡулланалар. Ашҡаҙан һәм эсәктә йәрәхәт булғанда 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 30 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көн дауамында аҙ-аҙлап 400 мл күләмендә эсәләр. Ауыҙ эсе боҙолғанда 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтәләр. Һөҙөп, йылы килеш ауыҙға ҡабып торалар.   Невроз, гипертония, атеросклероз, стенокардия, аритмия, гепатит, талаҡ, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары борсоғанда 2 сәй ҡалағы кипкән календула сәскәһен 2  стакан ҡайнар һыуға һалып, 15 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көнөнә 4  тапҡыр бер-ике стакан эсәләр.    Ангина, ларингит булғанда, тамаҡ төбөн сайҡау өсөн 4 аш ҡалағы кипкән сәскәне 2 стакан ҡайнар һыуға һалып 15 минут ҡайнаталар. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп ҡулланалар. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында һиптереп йыуыныу һәм урт сирҙәре мәлендә, пародонтоз күҙәтелгәндә ауыҙ эсен сайҡатыу өсөн 1 сәй ҡалағы үләнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, һыуынғансы төнәтәләр.
Ул елһенеүҙе, йәрәхәттәрҙе бөтөрә. Бынан тыш, тырнаҡ гөл (календула) күп кенә башҡа ауырыуҙарҙы дауалай. Һалҡын тейгәндә, гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәте, гастрит булғанда 1 аш ҡалағы тырнаҡ гөл сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтәләр. Көнөнә 3 мәртәбә 1-әр аш ҡалағы эсәләр. Ҡорһаҡ ҡыуышлығында һары һыу йыйылғанда 10 г кипкән сәскәне 1 стакан һыуға һалып, 5 минут ҡайнаталар һәм 2 сәғәт һайын 1-2 аш ҡалағы эсәләр. Тырнаҡ гөлдән яһалған май (мазь) йәрәхәтте яҡшы дауалай. Үләндең яңы һығылған һутын 1:10 нисбәтендә сусҡаның эс майына һалып болғаталар һәм ҡулланалар. Ашҡаҙан һәм эсәктә йәрәхәт булғанда 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 30 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көн дауамында аҙ-аҙлап 400 мл күләмендә эсәләр. Ауыҙ эсе боҙолғанда 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтәләр. Һөҙөп, йылы килеш ауыҙға ҡабып торалар. Невроз, гипертония, атеросклероз, стенокардия, аритмия, гепатит, талаҡ, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары борсоғанда 2 сәй ҡалағы кипкән календула сәскәһен 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 15 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көнөнә 4 тапҡыр бер-ике стакан эсәләр. Ангина, ларингит булғанда, тамаҡ төбөн сайҡау өсөн 4 аш ҡалағы кипкән сәскәне 2 стакан ҡайнар һыуға һалып 15 минут ҡайнаталар. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп ҡулланалар.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-05-14/me-sirg-daua-3257556
14 Май , 20:30
ba
ДАРЫУ АЯҠ АҪТЫНДА
Үгәй инә үләне һалҡын тейгәндә, грипп, тын юлдары сирҙәренән файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Сәскәләрен—майҙа, япраҡтарын июндә йыялар. Ҡарағат. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағынан яһалған сәй иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Уларҙың төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта. Муйыл, сирен сәскәләрен иртән ысыҡ кибеүгә йыйырға кәрәк. Муйыл сәскәһе төнәтмәһе эс киткән мәлдә ярҙам итә, күҙҙә ялҡынһыныу процесы барғанда файҙалы. Сирен сәскәһе баш ауыртыуын, веналарҙың варикоз кңәйеүен, йәрәхәтләрҙе дауалау өсөн ҡулланыла. Кесерткән. Май айында кесерткән бик файҙалы. Уны дауаланыу өсөн генә түгел, профилактика өсөн дә ҡулланалар. Ашҡа ҡушып та бешерегеҙ, киптереп тә алығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, елһенеү мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды, организм тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта. Әремдең тамырын һәм йәш япраҡтарын майҙа йыялар. Ул онкология сирҙәренә дусар булғанда, ревматизм, быуындар һыҙлағанда ҡулланыла. Шешенгәндә һәм варикоз йонсотҡанда әрем япрағынан компресс яһарға була. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Үгәй инә үләне һалҡын тейгәндә, грипп, тын юлдары сирҙәренән файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Сәскәләрен—майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.Ҡарағат. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағынан яһалған сәй иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Уларҙың төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта. Муйыл, сирен сәскәләрен иртән ысыҡ кибеүгә йыйырға кәрәк. Муйыл сәскәһе төнәтмәһе эс киткән мәлдә ярҙам итә, күҙҙә ялҡынһыныу процесы барғанда файҙалы. Сирен сәскәһе баш ауыртыуын, веналарҙың варикоз кңәйеүен, йәрәхәтләрҙе дауалау өсөн ҡулланыла. Кесерткән. Май айында кесерткән бик файҙалы. Уны дауаланыу өсөн генә түгел, профилактика өсөн дә ҡулланалар. Ашҡа ҡушып та бешерегеҙ, киптереп тә алығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, елһенеү мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды, организм тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта. Әремдең тамырын һәм йәш япраҡтарын майҙа йыялар. Ул онкология сирҙәренә дусар булғанда, ревматизм, быуындар һыҙлағанда ҡулланыла. Шешенгәндә һәм варикоз йонсотҡанда әрем япрағынан компресс яһарға була.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-05-03/daryu-aya-a-tynda-3243675
3 Май , 13:30
ba
«ТӘМЛЕ» ДАУА
Баш ауыртыуын баҫыусы 5 «тәмле» ысул  «Баллы» әстерхан сәтләүеге Әстерхан сәтләүеген ит турағыстан үткәреп, ҡуйы бутҡа хәленә килерлек итеп бал ҡушығыҙ. Теләһәгеҙ берәр семтем дәрсен һәм имбир оно өҫтәгеҙ. Шифалы һәм бик тәмле ҡатышманы һыуытҡыста һаҡларға. Уны көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы ҡабырға. Бал менән һуған һуты 1 стакан шыйыҡ балға стакандың өстән бер өлөшө күләмендә яңы һығылған һуған һуты һалып болғатабыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Был ҡатышма бик үк тәмле түгел, әммә файҙалы. Уны көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡабул итергә. Ҡан тамырҙарын таҙартыуҙан тыш, ул организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Гранат, алма, кишер һуттары Был һуттарҙың кибеттән алынғанын түгел, ә емештәрҙән һәм йәшелсәләрҙән яңы ғына һығылғанын ҡулланыу зарур. Көнөнә 2-3 мәртәбә ашар алдынан яртышар стакан эсергә. Бер нисә төрлөһөн ҡатыштырып эсеү яҡшыраҡ. Әрем тамыры төнәтмәһе Дауалау күрсы—бер ай. Көҙҙән йыйып киптерелгән тамырҙарҙы файҙаланырға. Кистән 10 г ҡоро әрем тамырын термосҡа һалып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, иртәнгә саҡлы тоторға. Һөҙөп алғас, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Иртәнсәк, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, 4 аш ҡалағы төнәтмә эсәбеҙ. Ул баш мейенең ҡан тамырҙарын таҙарта, ашҡаҙан системаһы өсөн файҙалы. ✅Киптерелгән емештәр һәм мандарын Әлеге ниғмәттәр, тәмле булыуҙан тыш, сәләмәтлекте яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта. Һәр көндө, иртәнге ашҡа ярты сәғәт ҡалғас, 1 мандарин, 1-2 аш ҡалағы йөҙөм, ике әстерхан сәтләүеге ашарға мөмкинлек тапһаң, баш ауыртып интектермәҫ. 15 минуттан лимон һалынған йәки уның һуты һығылған 1 стакан ҡайнаған һыу эсеп ебәрергә. Тағы 15 минут ваҡыт үткәс, иртәнге ашты ашарға була.
Баш ауыртыуын баҫыусы 5 «тәмле» ысул «Баллы» әстерхан сәтләүегеӘстерхан сәтләүеген ит турағыстан үткәреп, ҡуйы бутҡа хәленә килерлек итеп бал ҡушығыҙ. Теләһәгеҙ берәр семтем дәрсен һәм имбир оно өҫтәгеҙ. Шифалы һәм бик тәмле ҡатышманы һыуытҡыста һаҡларға. Уны көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы ҡабырға. Бал менән һуған һуты1 стакан шыйыҡ балға стакандың өстән бер өлөшө күләмендә яңы һығылған һуған һуты һалып болғатабыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Был ҡатышма бик үк тәмле түгел, әммә файҙалы. Уны көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡабул итергә. Ҡан тамырҙарын таҙартыуҙан тыш, ул организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Гранат, алма, кишер һуттарыБыл һуттарҙың кибеттән алынғанын түгел, ә емештәрҙән һәм йәшелсәләрҙән яңы ғына һығылғанын ҡулланыу зарур. Көнөнә 2-3 мәртәбә ашар алдынан яртышар стакан эсергә. Бер нисә төрлөһөн ҡатыштырып эсеү яҡшыраҡ. Әрем тамыры төнәтмәһеДауалау күрсы—бер ай. Көҙҙән йыйып киптерелгән тамырҙарҙы файҙаланырға. Кистән 10 г ҡоро әрем тамырын термосҡа һалып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, иртәнгә саҡлы тоторға. Һөҙөп алғас, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Иртәнсәк, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, 4 аш ҡалағы төнәтмә эсәбеҙ. Ул баш мейенең ҡан тамырҙарын таҙарта, ашҡаҙан системаһы өсөн файҙалы. ✅Киптерелгән емештәр һәм мандарынӘлеге ниғмәттәр, тәмле булыуҙан тыш, сәләмәтлекте яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта. Һәр көндө, иртәнге ашҡа ярты сәғәт ҡалғас, 1 мандарин, 1-2 аш ҡалағы йөҙөм, ике әстерхан сәтләүеге ашарға мөмкинлек тапһаң, баш ауыртып интектермәҫ. 15 минуттан лимон һалынған йәки уның һуты һығылған 1 стакан ҡайнаған һыу эсеп ебәрергә.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-03-27/t-mle-daua-3192686
27 Март , 10:00
ba
Линар Ҡыҙрасов булдырыр!
Линар Алик улы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында медицина хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Алик Ҡыҙрасовтар ғаиләһендә баш бала булып тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” бүлеген тамамлаған. Унан һуң ҡайтанан әҙерлек үткән. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Төп йүнәлеше – хирург-травматолог. 2012 йылда Аҡъяр поликлиникаһындда хирург булып эш башлаған. Артабан Өфөләге 44-се поликлиникала хирург булып эшләгән. 2017 йылдан Сибай поликлиникаһында - хирург-ортопед, 2018 йылдан хирургия бүлеге мөдире булып вазифаһын башҡарған. Өйләнгән, ҡатыны менән 2 бала тәрбиәләйҙәр. Линар Алик улына яңы вазифаһында уңыштар теләйбеҙ!
Линар Алик улы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында медицина хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Алик Ҡыҙрасовтар ғаиләһендә баш бала булып тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” бүлеген тамамлаған. Унан һуң ҡайтанан әҙерлек үткән. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Төп йүнәлеше – хирург-травматолог. 2012 йылда Аҡъяр поликлиникаһындда хирург булып эш башлаған. Артабан Өфөләге 44-се поликлиникала хирург булып эшләгән. 2017 йылдан Сибай поликлиникаһында - хирург-ортопед, 2018 йылдан хирургия бүлеге мөдире булып вазифаһын башҡарған. Өйләнгән, ҡатыны менән 2 бала тәрбиәләйҙәр.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-03-24/linar-y-rasov-buldyryr-3190256
24 Март , 12:25
ba
НИНДӘЙ ВИТАМИН ЕТМӘЙ?
* Ауыҙығыҙҙан алама еҫ сығып йонсотһа, тимәк В3 витамины етмәй. Әҙ генә төртөлөүҙән, төкөүҙән дә тәнегеҙ күгәреп сыҡһа, һеҙҙә С витамины аҙ. Эс йыш ҡаталаһа, В төркөмө витаминдары етмәй. Башығыҙ әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, ВЗ һәм Е витамины, марганец, калий етмәй. Күҙегеҙ ҡыҙарһа, ҡараңғыға тиҙ өйрәнә алмаһағыҙ, арпа сығып йонсотһа А һәм В2 витамины ҡулланыр кәрәк. Башығыҙ ҡауаҡлаһа, В12, В6, F һәм селена кәрәк. Сәсегеҙ торошо бик насар булһа, В, Ғ һәм йод ҡабул итергә кәңәш ителә. Сәсегеҙ күп ҡойолһа, В9, С, Н, инозит талап ителә. Йоҡоһоҙлоҡ В төркөмө витаминдары, калий һәм кальций етмәүҙән. Танау йыш ҡанаһа, С, К һәм ВЗ витамины кәрәк. Һытҡылар, муйынға ҡыҙыл таптар сыҡһа, был А һәм В витаминдарына дефицит булыуын һәйләй. * Табиптар менән кәңәшләшегеҙ!
* Ауыҙығыҙҙан алама еҫ сығып йонсотһа, тимәк В3 витамины етмәй. Әҙ генә төртөлөүҙән, төкөүҙән дә тәнегеҙ күгәреп сыҡһа, һеҙҙә С витамины аҙ. Эс йыш ҡаталаһа, В төркөмө витаминдары етмәй. Башығыҙ әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, ВЗ һәм Е витамины, марганец, калий етмәй. Күҙегеҙ ҡыҙарһа, ҡараңғыға тиҙ өйрәнә алмаһағыҙ, арпа сығып йонсотһа А һәм В2 витамины ҡулланыр кәрәк. Башығыҙ ҡауаҡлаһа, В12, В6, F һәм селена кәрәк. Сәсегеҙ торошо бик насар булһа, В, Ғ һәм йод ҡабул итергә кәңәш ителә. Сәсегеҙ күп ҡойолһа, В9, С, Н, инозит талап ителә. Йоҡоһоҙлоҡ В төркөмө витаминдары, калий һәм кальций етмәүҙән. Танау йыш ҡанаһа, С, К һәм ВЗ витамины кәрәк.Һытҡылар, муйынға ҡыҙыл таптар сыҡһа, был А һәм В витаминдарына дефицит булыуын һәйләй.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-03-23/nind-y-vitamin-etm-y-3189282
23 Март , 20:35
ba
Сибай дауаханаһына 3 машина ҡайтарылды
Ауырыу кешегә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә һәр кем ҙур  өмөт менән 03 йәиһә 103 телефон номерын йыя. Хәл иткес минуттарҙа тейешле медицина ярҙамының тиҙерәк барып етеүе  һәм сифатлы ярҙам күрһәтеүе өсөн белгестәрҙән, водителдәрҙән тыш, ашығыс ярҙам машиналарының ышаныслы һәм төҙөк булыуы шарт. Һөйөнөскә күрә, һуңғы йылдарҙа республиканың медицина учреждениелары автопаркы яңырғандан-яңыра, заманса транспорт саралары менән тулылана бара.  Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин  был юлы республиканың 37 ҡала һәм райондары дауаханаларының баш табиптарына төрлө модификациялы өр-яңы 65  санитар автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. – Бөгөн медицина учреждениелары тәүге медицина звеноһы өсөн  үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән LADA Granta базаһындағы  автомобилдәрҙе генә түгел, ә ашығыс  медицина ярҙамы машиналарын да ала. Шулай уҡ беҙҙең иҫкәртеү звеноһы ла ҙур автопаркка эйә буласаҡ: уны күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм медицина тикшеренеүҙәре өсөн комплекстар тулыландыра. Һуңғы видеоселектор кәңәшмәһендә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко пандемия менән  көрәш,  ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса лайыҡлы эш күрһәткән биш төбәк иҫәбендә беҙҙең республиканы ла атаны. Шулай уҡ беҙ табиптарыбыҙҙың Донбасс халҡына нисек ярҙам күрһәтеүен дә яҡшы беләбеҙ. Был беҙҙең автопарктың һуңғы яңырыуы булмаясаҡ”, – тип билдәләне Максим Забелин. Республиканың медицина учреждениелары 11 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты модуле алды. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы автопаркы механигы Виктор Шабалин үҙҙәренә бирелгән бүләккә шатланып бөтә алмай. “2015 йылдан алып механик булып эшләйем, әлегә тиклем бындай ҙа яҡшы йыһазландырылған машина алғаныбыҙ булманы.  Юлға сығасаҡ  һәр машина төҙөклөгөн, сифатын контролләргә тейешбеҙ. Ә бындай уңайлы, тейешле заманса ҡорамалдары булған автомобилдәр халыҡҡа медицина ярҙамы барып етеүен тиҙләтәсәк, ышаныслы, шәп машина!”– тигән баһа бирҙе ул. Модуль ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппараттар, портатив электрокардиограф, ҡандағы гемоглобин кимәлен билдәләүсе анализатор, дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү системалары һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы өсөн  яңы күсмә комплекс  алырға килгән механик Азамат Әминев менән  водитель Игорь Фәхретдиновтың да кәйефе күтәренке. “Бындай “тимер ат”тарҙа эшләүе күңелле буласаҡ, иң мөһиме, медицина ярҙамы пациенттар өсөн бик уңайлы”, – ти улар. Диспансерлаштырыу үткәреүҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә “Күсмә медицина тикшеренеүе” комплексы ҙур ярҙамсы буласаҡ. Унда GSM каналы буйынса мәғлүмәтте тапшырыу мөкинлеге булған һанлы флюорограф һәм электрокардиограф булыуы уңайлылыҡ тыуҙыра. Ашығыс ярҙамға мохтаж  ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү һәм транспортта илтеү өсөн бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған ышаныслы һәм ябай 14 ашығыс ярҙам автомобиле лә республика поликлиникаларына һәм дауаханаларына юл тотто. Башҡортостандың медицина автопаркын шулай уҡ яҡшы йыһазландырыған LADA Granta  базаһындағы 40 автомобиль тулыландырҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән 65 машина федераль һәм республика средстволарына алынған. Улар ҡатмарлы тәбиғәт һәм юл шарттарында йөрөү өсөн ҡулайлаштырылған. “Беҙ медицина учреждениеларын “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы автомобилдәр менән тулыландырабыҙ. Был эштәрҙең барыһы ла халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу, сифатын яҡшыртыу һәм уңайлыраҡ итеү өсөн башҡарыла”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры.Сибай дауаханаһына 3 машина ҡайтарылды
Ауырыу кешегә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә һәр кем ҙур өмөт менән 03 йәиһә 103 телефон номерын йыя. Хәл иткес минуттарҙа тейешле медицина ярҙамының тиҙерәк барып етеүе һәм сифатлы ярҙам күрһәтеүе өсөн белгестәрҙән, водителдәрҙән тыш, ашығыс ярҙам машиналарының ышаныслы һәм төҙөк булыуы шарт. Һөйөнөскә күрә, һуңғы йылдарҙа республиканың медицина учреждениелары автопаркы яңырғандан-яңыра, заманса транспорт саралары менән тулылана бара. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин был юлы республиканың 37 ҡала һәм райондары дауаханаларының баш табиптарына төрлө модификациялы өр-яңы 65 санитар автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.– Бөгөн медицина учреждениелары тәүге медицина звеноһы өсөн үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән LADA Granta базаһындағы автомобилдәрҙе генә түгел, ә ашығыс медицина ярҙамы машиналарын да ала. Шулай уҡ беҙҙең иҫкәртеү звеноһы ла ҙур автопаркка эйә буласаҡ: уны күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм медицина тикшеренеүҙәре өсөн комплекстар тулыландыра. Һуңғы видеоселектор кәңәшмәһендә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко пандемия менән көрәш, ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса лайыҡлы эш күрһәткән биш төбәк иҫәбендә беҙҙең республиканы ла атаны. Шулай уҡ беҙ табиптарыбыҙҙың Донбасс халҡына нисек ярҙам күрһәтеүен дә яҡшы беләбеҙ. Был беҙҙең автопарктың һуңғы яңырыуы булмаясаҡ”, – тип билдәләне Максим Забелин. Республиканың медицина учреждениелары 11 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты модуле алды. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы автопаркы механигы Виктор Шабалин үҙҙәренә бирелгән бүләккә шатланып бөтә алмай. “2015 йылдан алып механик булып эшләйем, әлегә тиклем бындай ҙа яҡшы йыһазландырылған машина алғаныбыҙ булманы. Юлға сығасаҡ һәр машина төҙөклөгөн, сифатын контролләргә тейешбеҙ. Ә бындай уңайлы, тейешле заманса ҡорамалдары булған автомобилдәр халыҡҡа медицина ярҙамы барып етеүен тиҙләтәсәк, ышаныслы, шәп машина!”– тигән баһа бирҙе ул. Модуль ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппараттар, портатив электрокардиограф, ҡандағы гемоглобин кимәлен билдәләүсе анализатор, дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү системалары һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы өсөн яңы күсмә комплекс алырға килгән механик Азамат Әминев менән водитель Игорь Фәхретдиновтың да кәйефе күтәренке. “Бындай “тимер ат”тарҙа эшләүе күңелле буласаҡ, иң мөһиме, медицина ярҙамы пациенттар өсөн бик уңайлы”, – ти улар. Диспансерлаштырыу үткәреүҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә “Күсмә медицина тикшеренеүе” комплексы ҙур ярҙамсы буласаҡ. Унда GSM каналы буйынса мәғлүмәтте тапшырыу мөкинлеге булған һанлы флюорограф һәм электрокардиограф булыуы уңайлылыҡ тыуҙыра. Ашығыс ярҙамға мохтаж ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү һәм транспортта илтеү өсөн бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған ышаныслы һәм ябай 14 ашығыс ярҙам автомобиле лә республика поликлиникаларына һәм дауаханаларына юл тотто. Башҡортостандың медицина автопаркын шулай уҡ яҡшы йыһазландырыған LADA Granta базаһындағы 40 автомобиль тулыландырҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән 65 машина федераль һәм республика средстволарына алынған. Улар ҡатмарлы тәбиғәт һәм юл шарттарында йөрөү өсөн ҡулайлаштырылған. “Беҙ медицина учреждениеларын “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы автомобилдәр менән тулыландырабыҙ. Был эштәрҙең барыһы ла халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу, сифатын яҡшыртыу һәм уңайлыраҡ итеү өсөн башҡарыла”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры.
Һаулыҡ һаҡлау
false
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2023-03-20/sibay-dauahana-yna-3-mashina-aytaryldy-3184588
20 Март , 21:00
ba
ГИТЛЕР ОЯҺЫН ТУҘҘЫРҒАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ
Шәхес Гитлер ояһын туҙҙырған башҡорт егете Данлы Совет Армияһының Германия фашистарын тар-мар итеүенә лә 78 булып китте. Илен һаҡлаусы меңәрләгән яҡташыбыҙҙың күрһәткән батырлығын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Ватаныбыҙҙы азат итеүселәр араһында минең ауылдаштарым да күп кенә. Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугиры гвардия полковнигы Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы тураһында ишетмәгән кеше лә аҙҙыр. 1945 йылдың майында ул командалыҡ иткән 1050-се уҡсылар полкы “Гитлерҙың өйөн” баҫып алыуы хаҡында мин бала саҡтан уҡ хәбәрҙар инем. Ана шул мөһим ваҡиғаның ҡап уртыһында булған был башҡорт полководецының ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәттәр матбуғат сараларында--район һәм өлкә гәзит-журналдарында әленән-әле сыҡҡылап тора (бер нисә йыл элек Баймаҡ районы гәзитендә Азамат Мөхәмәтшиндың эстәлекле бер мәҡәләһен дә уҡығайным). Баштан уҡ шуны айырып әйтәм: мәҡәләмде “Гитлерҙең ояһын туҙҙырған башҡорт егете” тип атауым күсмә түгел, ә туп-тура мәғәнәһендә! Тыуған яҡты өйрәнеүсе Рима Буранбаеваның Оборона Министрлығы Үҙәк архивынан тапҡан материалдарын һәм башҡа авторҙарҙың яҙған мәғлүмәттәрен интернет селтәренән уҡып, ошо ҡаһарман олатайыбыҙҙың тормошо, көрәше хаҡында тағы әллә күпме нәмә белдем. Ғүмәров Исхаҡ 1912 йылда Иҙрес һәм Хәмиҙә ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Иҙрес шахтер булып эшләй. Эштә шахта емерелеп, ул шунда һәләк була. Бала сағы граждандар һуғышы, 20-се йылдар башындағы илдәге аслыҡ йылдарына тура килә. Йәшләй атаһыҙ ҡалған, аслыҡтан бер нисә туғанын да юғалтҡан Исхаҡ ауыр эшкә күнегә бара. Ун өс йәшендә шул уҡ шахта эшенә керешкән малай башта забойщик ярҙамсыһы, унан геологоразведка коллекторы, Баймаҡ баҡыр иретеү заводының техник сәркәтибе булып эшләй. 16 йәшендә комсомол ағзаһы була. 1933 йылда, Ҡыҙыл армияға хеҙмәткә алына. Шул уҡ йылда Ҡазан ҡалаһындағы Берләштерелгән башҡорт-татар хәрби мәктәбенә уҡырға инә. Ул ваҡыттарҙа унда яҡташтарыбыҙ--Таһир Кусимов, Миңлеғәле Шайморатов кеүек буласаҡ ил батырҙары ла уҡыған була. Училищены тамамлағас, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Халхин-Голда япон самурайҙарына ҡаршы көрәшә. 1939 йылда Мәскәү ҡалаһындағы М.В.Фрунзе исемендәге хәрби Академияға уҡырға инә. 1941 йыл, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, август айында академияны ашығыс тамамлағандан һуң, 29 йәшлек Исхаҡты 540-сы уҡсылар полкының штаб начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Брянск фронтында һуғышҡа инә. Баштараҡ емерә баҫып килгән фашист армадаһын илебеҙ баш ҡалаһы янында туҡтатҡас, 1941 йыл аҙағында үҙенең полкы менән Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. 1942 йылда, инде майор званиеһында булған Исхак Гүмәровтың полкын Сталинградҡа күсерәләр. Мамаев ҡурған тирәһендә һуғышҡан билдәле генерал Александар Родимцевтың дивизияһы составында был ҡала өсөн дә полк аяуһыҙ көрәшә. Шул бәрелештә ауыр яраланып, контузия алған Ғүмәров Исхаҡ госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң, 120-се гвардия полкының командиры итеп тәғәйенләнә һәм Сталинградты фашистарҙан тулыһынса азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың майында, 31 йәшендә генә подполковник дәрәжәһенә еткән һәләтле командирҙы Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрәләр. Украинаның Харьков һәм башҡа бик күп ҡалаларын азат иткәндә лә полк һәр саҡ алғы һыҙыҡта була. Советтар Союзы ерен немецтарҙан таҙартып бөтөү менән, әлбиттә, һуғыш тамамланмай. Бөтә Европаны фашизмдан азат итеү бурысы алда тороуын һәр һуғышсы яҡшы аңлай. Үҙ өңөнә сигенгән һайын, көндән-көн нығыраҡ ҡаршылыҡтар күрһәтеп, йыртҡыслана барған немец частарын бер-бер артлы тар-мар итә-итә полк Польша еренә сыға. Варшава һәм тағы әллә күпме ҡалаларҙы азат иткәндән һуң, Ғүмәров полкы Нетце йылғаһын аша сығып, ҡулайлы позицияға нығынып ала һәм ошо мөһим ваҡиға генерал Иван Рослыйҙың 9-сы уҡсылар корпусына артабан Берлинға ҡарай юл асылыуға булышлыҡ итә. Шул уңышы өсөн полк II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 22 апрелендә Ғүмәров полкы Шпрее йылғаһын кисеп сыҡҡас, Командарм генерал Берзарин инде 1050-се уҡсылар полкы менән етәкселек иткән башҡорт егетенең хеҙмәтен юғары баһалай, уға “благодарность” иғлан итә. Данлыҡлы Берлин операцияһы башлана. Фашистарҙың ғәйәт көслө итеп нығытылған оборона ҡорамалары аша сығып, һәр бер урам, йорт өсөн көрәшеп, полк көндән-көн фашистарҙың өңөнә--Рейхстагка яҡынлаша бара. 26 апрель Ғүмәров полкы “Борке” тип исемләнгән СС штабын тар-мар итеп, фашист байрағын ҡулға төшөрә, ә 29 апрель көнө гестапо кварталын штурмлай. Артабан Герингтың авиация штабы урынлашҡан кварталға сыға һәм иртәгеһенә был министерство штабы ла яулап алына. Полктың ҡыйыу уландары--лейтенант Алимов һәм рядовой Иванов шул бинаның ҡыйығына ҡыҙыл флаг ҡаҙап та ҡуя. 1 май көнө немецтар беҙҙең командованиеға парламентерҙар ебәрә. Капитуляция шарттары хаҡында дошман башлыҡтары менән артабанғы һөйләшеүҙәрҙе тоташтырыусы звено булып, тап Ғүмәровтың команда пункты тора, тип яҙа ошо хәлдәр хаҡында бәйән итеүсе Владимир Романов. 1050-се полк иң һуңғы атакаға-- рейхсканцелярияны штурмларға әҙерләнә башлай. Шул мәлдәге “Красная звезда” гәзите ошолай тип яҙа: “…Берлин урамдарындағы алышта Советтар Союзындағы барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша. Генерал-майор Каспаряндың, полковник Кондратенко һәм подполковниктар Терехин, Ғүмәров, Радаевтарҙың һуғышсылары айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә…” Ә “Советский боец” гәзите: “…Ғүмәровтың һуғышсылары Фоссштрассе аша үтеп, империя канцеллярияһына килеп етте…”,--тип хәбәр итә. 18 сәғәт 30 минутта Ғүмәровтың һуғышсылары һуңғы атакаға күтәрелә. Һәр бер рота һәм взвод менән йәнәшә разведка һәм СМЕРШ хеҙмәткәрҙәре лә бара. Фашист рейхының башлыҡтарын тере йә үле көйө алыу бурысы ҡуйылған был кешеләр араһында Стәрлебаш районынан булған разведчик-капитан Ғәйнуллин Насырйән дә була (һуғыштан һуң Өфө ҡалаһында Финанс министрлығында эшләй). Танктар һәм башҡа орудиелар канцелярияның баҡсаһына үтеп инә алмағанлыҡтан, фашист ҡалдыҡтары менән башлыса уҡсылар полкы алыша. Иҫерек эсесовцылар контратакаға ташланғас, ҡул һуғышы башлана. Ҡоторонған СС һалдаттарын юҡ итеп, полк һуғышсылары Рейхсканцелярия диуарҙарына килеп теркәлә, уның стеналарын емереп, ғәйәт ҙур шул бинаның эсенә лә инә башлайҙар. Ут сәсеп торған “дот”тың пулеметын шартлатып, полктың иң алда барған взводы (командиры–лейтенант Песков) ер аҫтында урынлашҡан Гитлерҙың бункерына бәреп инә. Фашист ояһын пыран-заран килтереп, 2 май сәғәт иртәнге 4-тә подполковник Ғүмәров Исхак телефондан Гитлерҙың Рейхсканцелярияһы алыныуы хаҡында юғары командованиеға доклад яһай. Геббельстың мәйете табылыуы, ә Гитлерҙыҡы әлегә табылмауы хаҡында ла әйтә. Ошонда уҡ “Адольф Гитлер” исемен йөрөткән дивизияның штандарты (байрағы) ҡулға төшә (Еңеү парадында ҡатнашыусылар уны Ленин мавзолейы алдына иң тәүҙә ташлайҙар). Берлин операцияһы өсөн 1050-се полк Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм ул “Бранденбургский полк” тип атала башлай. Рейхсканцелярияның ҡыйығында бөркөт һынлы ҙур фашист гербы торған була (күп кенә документаль фильмдарҙа ла күрһәтәләр). Уның бәреп төшөрөлөүе хаҡында шул ваҡыттағы “Правда” гәзите: “…Подполковник Гумеров приказал сбросить фашистский герб со здания рейхсканцелярии…”,--тип яҙа. 3 май таңға ҡарай полк расположениеһына Хәрби совет ағзалары менән Берлин ҡалаһының коменданты итеп тәғәйенләнгән командарм Берзарин, тағы бер нисә сәғәттән Советтар Союзы маршалы Жуков та килә. Ул башта баҡсаны байҡап, унан Гитлерҙың бункерын ҡарап сыға. Ғүмәровты һәм уның һуғышсыларын еңеү менән ҡотлай… Ҡурҡыу белмәҫ был офицерҙың тура һүҙле, һәр төрлө авторитеттарға ярамһаҡланып бармаусанлығы һымаҡ яҡшы сифаттары хаҡында Рима Буранбаева матур итеп яҙған. Һуғыш башында уҡ инде хәрби тәжрибәле булған был командирҙың һәр саҡ төптән уйлап эш итеүе тыныс холҡо, ауыр минуттарҙа юғалып ҡалмаусанлығы, ҡул аҫтындағы һалдаттарын ҡурсалап, уларҙы урынһыҙ “утҡа тығырға тырышмауы” хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡ. Халҡыбыҙҙа йөрөгән “Тура әйткән--туғанына ярамаған” тигән әйтем һәр ерҙә лә урынлылыр. Ғүмәровтың ошо яғы ҡайһы бер иң юғары наградаларҙың уны “ситләтеп үтеүенә” лә сәбәпсе булғандыр, тигән фекерҙе ҡуя автор. Үҙенең автобиографияһында Исхаҡ Ғүмәров 1952 йылда ошолай тип яҙа: “…Берлин операцияһында ҡатнашҡаным өсөн 301-се дивизия һәм 9-сы уҡсылар полкы корпусының командирҙары мине Ленин орденына тәғәйенләгән ине… Унан бер аҙ алдараҡ, генерал-полковник Берзарин полковник званиеһы бирергә представление яҙыуы хаҡында иғлан итте…” Һуғыш тамамланғас та, Исхаҡҡа уның Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеүе тураһында шул уҡ Берзарин һөйөнсөләй. Әммә, бер нисә көндән, генерал аварияға осрап, һәләк була һәм әлеге мөһим документтар ҙа юғала… Ә Ленин орденына ул бөтәһе өс тапҡыр тәғәйенләнгән була. Был хаҡтағы күп кенә документтар Үҙәк архивта һаҡлынып ҡалыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер сәбәп менән наградалар лайыҡлы хужаһына барып етмәй. 70-се йылдар инде отставкала булған был ҡаһарман үҙенең ҡағыҙҙарын юллап ҡарай, әммә ыңғай һөҙөмтә булмай. Уның ике “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Ҡыҙыл байраҡ”, ике “Ватан Һуғышы” ордены, Сталинград, Мәскәүҙе обороналаған, Варшава ҡалаларын азат иткән, Берлинды алған өсөн, хатта Польша хөкүмәте бүләкләгән “Крест храбрых” тип аталған һәм башҡа миҙалдары ла бихисап. Әммә алдараҡ әйтелгән юғары наградалары ла теүәл булһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән һымаҡ, бәлки был батырыбыҙ өсөн дә ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырырҙар тигән өмөт тә юҡ түгел… Исхаҡ Ғүмәров Берлин һәм Баймаҡ ҡалаларының Почетлы гражданы, 1993 йылда 82-се йәшендә вафат була. Өфөлә ерләнгән. Баймаҡтың бер урамы, шулай уҡ, тыуған ауылыбыҙ Мәмбәт башланғыс мәктәбе лә уның исемен йөрөтә. Уның хаҡта “Башҡортостан” энциклопедияһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бар. Һүҙ аҙағында. Мәмбәт тигәндән, мин ул олатайҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәнем дә бар. 5-се класта уҡығанымда (әсәйем яғынан туғанлығы ла булған Исхаҡ олатай) тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Түштәре орден-миҙалдар менән тулы, “алтын ялатылған” погонлы хәрби кейеменә ҡарап күҙҙәрем ҡыҙғаны иҫемдә. Әсәйем уға “Исхаҡ ағай”, ә атайым “ҡайнаға” тип өндәшә ине. Ауыл клубында яугир менән осрашыу ойошторҙолар. Клубта йыйылған халыҡҡа Берлин операцияһы хаҡында һөйләгәне, айырыуса Геббельс һәм уның ҡатынының мәйетенең һарғайып бөткән фотоһүрәттәрен беҙгә күрһәткәне ныҡ хәтеремдә ҡалған. “…Гитлерҙың үҙе табылманы”,--тине ул… Өлкән ағайым Ғайсаның һәм минең дә хәрби һөнәрҙе һайлауыбыҙҙың сәбәпсеһе ошо олатай булғандыр тип уйлайым. Ҡәҙерле милләттәштәремә илебеҙгә именлек һорап, фашизмдың ҡабаттан бер ҡасан да баш күтәрмәүен насип итеүен үтенеп, Алллаһ Тәғәләгә һәр саҡ доға ҡылып торайыҡ һәм батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, тимәксе инем. Хәлил Һөйөндөков, отставкалағы подполковник.
ШәхесГитлер ояһын туҙҙырған башҡорт егетеДанлы Совет Армияһының Германия фашистарын тар-мар итеүенә лә 78 булып китте. Илен һаҡлаусы меңәрләгән яҡташыбыҙҙың күрһәткән батырлығын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Ватаныбыҙҙы азат итеүселәр араһында минең ауылдаштарым да күп кенә. Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугиры гвардия полковнигы Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы тураһында ишетмәгән кеше лә аҙҙыр. 1945 йылдың майында ул командалыҡ иткән 1050-се уҡсылар полкы “Гитлерҙың өйөн” баҫып алыуы хаҡында мин бала саҡтан уҡ хәбәрҙар инем. Ана шул мөһим ваҡиғаның ҡап уртыһында булған был башҡорт полководецының ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәттәр матбуғат сараларында--район һәм өлкә гәзит-журналдарында әленән-әле сыҡҡылап тора (бер нисә йыл элек Баймаҡ районы гәзитендә Азамат Мөхәмәтшиндың эстәлекле бер мәҡәләһен дә уҡығайным).Баштан уҡ шуны айырып әйтәм: мәҡәләмде “Гитлерҙең ояһын туҙҙырған башҡорт егете” тип атауым күсмә түгел, ә туп-тура мәғәнәһендә! Тыуған яҡты өйрәнеүсе Рима Буранбаеваның Оборона Министрлығы Үҙәк архивынан тапҡан материалдарын һәм башҡа авторҙарҙың яҙған мәғлүмәттәрен интернет селтәренән уҡып, ошо ҡаһарман олатайыбыҙҙың тормошо, көрәше хаҡында тағы әллә күпме нәмә белдем. Ғүмәров Исхаҡ 1912 йылда Иҙрес һәм Хәмиҙә ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Иҙрес шахтер булып эшләй. Эштә шахта емерелеп, ул шунда һәләк була. Бала сағы граждандар һуғышы, 20-се йылдар башындағы илдәге аслыҡ йылдарына тура килә. Йәшләй атаһыҙ ҡалған, аслыҡтан бер нисә туғанын да юғалтҡан Исхаҡ ауыр эшкә күнегә бара. Ун өс йәшендә шул уҡ шахта эшенә керешкән малай башта забойщик ярҙамсыһы, унан геологоразведка коллекторы, Баймаҡ баҡыр иретеү заводының техник сәркәтибе булып эшләй. 16 йәшендә комсомол ағзаһы була. 1933 йылда, Ҡыҙыл армияға хеҙмәткә алына. Шул уҡ йылда Ҡазан ҡалаһындағы Берләштерелгән башҡорт-татар хәрби мәктәбенә уҡырға инә. Ул ваҡыттарҙа унда яҡташтарыбыҙ--Таһир Кусимов, Миңлеғәле Шайморатов кеүек буласаҡ ил батырҙары ла уҡыған була. Училищены тамамлағас, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Халхин-Голда япон самурайҙарына ҡаршы көрәшә. 1939 йылда Мәскәү ҡалаһындағы М.В.Фрунзе исемендәге хәрби Академияға уҡырға инә. 1941 йыл, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, август айында академияны ашығыс тамамлағандан һуң, 29 йәшлек Исхаҡты 540-сы уҡсылар полкының штаб начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Брянск фронтында һуғышҡа инә. Баштараҡ емерә баҫып килгән фашист армадаһын илебеҙ баш ҡалаһы янында туҡтатҡас, 1941 йыл аҙағында үҙенең полкы менән Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. 1942 йылда, инде майор званиеһында булған Исхак Гүмәровтың полкын Сталинградҡа күсерәләр. Мамаев ҡурған тирәһендә һуғышҡан билдәле генерал Александар Родимцевтың дивизияһы составында был ҡала өсөн дә полк аяуһыҙ көрәшә. Шул бәрелештә ауыр яраланып, контузия алған Ғүмәров Исхаҡ госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң, 120-се гвардия полкының командиры итеп тәғәйенләнә һәм Сталинградты фашистарҙан тулыһынса азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың майында, 31 йәшендә генә подполковник дәрәжәһенә еткән һәләтле командирҙы Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрәләр. Украинаның Харьков һәм башҡа бик күп ҡалаларын азат иткәндә лә полк һәр саҡ алғы һыҙыҡта була. Советтар Союзы ерен немецтарҙан таҙартып бөтөү менән, әлбиттә, һуғыш тамамланмай. Бөтә Европаны фашизмдан азат итеү бурысы алда тороуын һәр һуғышсы яҡшы аңлай. Үҙ өңөнә сигенгән һайын, көндән-көн нығыраҡ ҡаршылыҡтар күрһәтеп, йыртҡыслана барған немец частарын бер-бер артлы тар-мар итә-итә полк Польша еренә сыға. Варшава һәм тағы әллә күпме ҡалаларҙы азат иткәндән һуң, Ғүмәров полкы Нетце йылғаһын аша сығып, ҡулайлы позицияға нығынып ала һәм ошо мөһим ваҡиға генерал Иван Рослыйҙың 9-сы уҡсылар корпусына артабан Берлинға ҡарай юл асылыуға булышлыҡ итә. Шул уңышы өсөн полк II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 22 апрелендә Ғүмәров полкы Шпрее йылғаһын кисеп сыҡҡас, Командарм генерал Берзарин инде 1050-се уҡсылар полкы менән етәкселек иткән башҡорт егетенең хеҙмәтен юғары баһалай, уға “благодарность” иғлан итә. Данлыҡлы Берлин операцияһы башлана. Фашистарҙың ғәйәт көслө итеп нығытылған оборона ҡорамалары аша сығып, һәр бер урам, йорт өсөн көрәшеп, полк көндән-көн фашистарҙың өңөнә--Рейхстагка яҡынлаша бара. 26 апрель Ғүмәров полкы “Борке” тип исемләнгән СС штабын тар-мар итеп, фашист байрағын ҡулға төшөрә, ә 29 апрель көнө гестапо кварталын штурмлай. Артабан Герингтың авиация штабы урынлашҡан кварталға сыға һәм иртәгеһенә был министерство штабы ла яулап алына. Полктың ҡыйыу уландары--лейтенант Алимов һәм рядовой Иванов шул бинаның ҡыйығына ҡыҙыл флаг ҡаҙап та ҡуя. 1 май көнө немецтар беҙҙең командованиеға парламентерҙар ебәрә. Капитуляция шарттары хаҡында дошман башлыҡтары менән артабанғы һөйләшеүҙәрҙе тоташтырыусы звено булып, тап Ғүмәровтың команда пункты тора, тип яҙа ошо хәлдәр хаҡында бәйән итеүсе Владимир Романов. 1050-се полк иң һуңғы атакаға-- рейхсканцелярияны штурмларға әҙерләнә башлай. Шул мәлдәге “Красная звезда” гәзите ошолай тип яҙа: “…Берлин урамдарындағы алышта Советтар Союзындағы барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша. Генерал-майор Каспаряндың, полковник Кондратенко һәм подполковниктар Терехин, Ғүмәров, Радаевтарҙың һуғышсылары айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә…” Ә “Советский боец” гәзите: “…Ғүмәровтың һуғышсылары Фоссштрассе аша үтеп, империя канцеллярияһына килеп етте…”,--тип хәбәр итә. 18 сәғәт 30 минутта Ғүмәровтың һуғышсылары һуңғы атакаға күтәрелә. Һәр бер рота һәм взвод менән йәнәшә разведка һәм СМЕРШ хеҙмәткәрҙәре лә бара. Фашист рейхының башлыҡтарын тере йә үле көйө алыу бурысы ҡуйылған был кешеләр араһында Стәрлебаш районынан булған разведчик-капитан Ғәйнуллин Насырйән дә була (һуғыштан һуң Өфө ҡалаһында Финанс министрлығында эшләй).Танктар һәм башҡа орудиелар канцелярияның баҡсаһына үтеп инә алмағанлыҡтан, фашист ҡалдыҡтары менән башлыса уҡсылар полкы алыша. Иҫерек эсесовцылар контратакаға ташланғас, ҡул һуғышы башлана. Ҡоторонған СС һалдаттарын юҡ итеп, полк һуғышсылары Рейхсканцелярия диуарҙарына килеп теркәлә, уның стеналарын емереп, ғәйәт ҙур шул бинаның эсенә лә инә башлайҙар. Ут сәсеп торған “дот”тың пулеметын шартлатып, полктың иң алда барған взводы (командиры–лейтенант Песков) ер аҫтында урынлашҡан Гитлерҙың бункерына бәреп инә. Фашист ояһын пыран-заран килтереп, 2 май сәғәт иртәнге 4-тә подполковник Ғүмәров Исхак телефондан Гитлерҙың Рейхсканцелярияһы алыныуы хаҡында юғары командованиеға доклад яһай. Геббельстың мәйете табылыуы, ә Гитлерҙыҡы әлегә табылмауы хаҡында ла әйтә. Ошонда уҡ “Адольф Гитлер” исемен йөрөткән дивизияның штандарты (байрағы) ҡулға төшә (Еңеү парадында ҡатнашыусылар уны Ленин мавзолейы алдына иң тәүҙә ташлайҙар). Берлин операцияһы өсөн 1050-се полк Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм ул “Бранденбургский полк” тип атала башлай. Рейхсканцелярияның ҡыйығында бөркөт һынлы ҙур фашист гербы торған була (күп кенә документаль фильмдарҙа ла күрһәтәләр). Уның бәреп төшөрөлөүе хаҡында шул ваҡыттағы “Правда” гәзите: “…Подполковник Гумеров приказал сбросить фашистский герб со здания рейхсканцелярии…”,--тип яҙа. 3 май таңға ҡарай полк расположениеһына Хәрби совет ағзалары менән Берлин ҡалаһының коменданты итеп тәғәйенләнгән командарм Берзарин, тағы бер нисә сәғәттән Советтар Союзы маршалы Жуков та килә. Ул башта баҡсаны байҡап, унан Гитлерҙың бункерын ҡарап сыға. Ғүмәровты һәм уның һуғышсыларын еңеү менән ҡотлай…Ҡурҡыу белмәҫ был офицерҙың тура һүҙле, һәр төрлө авторитеттарға ярамһаҡланып бармаусанлығы һымаҡ яҡшы сифаттары хаҡында Рима Буранбаева матур итеп яҙған. Һуғыш башында уҡ инде хәрби тәжрибәле булған был командирҙың һәр саҡ төптән уйлап эш итеүе тыныс холҡо, ауыр минуттарҙа юғалып ҡалмаусанлығы, ҡул аҫтындағы һалдаттарын ҡурсалап, уларҙы урынһыҙ “утҡа тығырға тырышмауы” хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡ. Халҡыбыҙҙа йөрөгән “Тура әйткән--туғанына ярамаған” тигән әйтем һәр ерҙә лә урынлылыр. Ғүмәровтың ошо яғы ҡайһы бер иң юғары наградаларҙың уны “ситләтеп үтеүенә” лә сәбәпсе булғандыр, тигән фекерҙе ҡуя автор. Үҙенең автобиографияһында Исхаҡ Ғүмәров 1952 йылда ошолай тип яҙа: “…Берлин операцияһында ҡатнашҡаным өсөн 301-се дивизия һәм 9-сы уҡсылар полкы корпусының командирҙары мине Ленин орденына тәғәйенләгән ине… Унан бер аҙ алдараҡ, генерал-полковник Берзарин полковник званиеһы бирергә представление яҙыуы хаҡында иғлан итте…” Һуғыш тамамланғас та, Исхаҡҡа уның Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеүе тураһында шул уҡ Берзарин һөйөнсөләй. Әммә, бер нисә көндән, генерал аварияға осрап, һәләк була һәм әлеге мөһим документтар ҙа юғала… Ә Ленин орденына ул бөтәһе өс тапҡыр тәғәйенләнгән була. Был хаҡтағы күп кенә документтар Үҙәк архивта һаҡлынып ҡалыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер сәбәп менән наградалар лайыҡлы хужаһына барып етмәй. 70-се йылдар инде отставкала булған был ҡаһарман үҙенең ҡағыҙҙарын юллап ҡарай, әммә ыңғай һөҙөмтә булмай. Уның ике “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Ҡыҙыл байраҡ”, ике “Ватан Һуғышы” ордены, Сталинград, Мәскәүҙе обороналаған, Варшава ҡалаларын азат иткән, Берлинды алған өсөн, хатта Польша хөкүмәте бүләкләгән “Крест храбрых” тип аталған һәм башҡа миҙалдары ла бихисап. Әммә алдараҡ әйтелгән юғары наградалары ла теүәл булһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән һымаҡ, бәлки был батырыбыҙ өсөн дә ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырырҙар тигән өмөт тә юҡ түгел…Исхаҡ Ғүмәров Берлин һәм Баймаҡ ҡалаларының Почетлы гражданы, 1993 йылда 82-се йәшендә вафат була. Өфөлә ерләнгән. Баймаҡтың бер урамы, шулай уҡ, тыуған ауылыбыҙ Мәмбәт башланғыс мәктәбе лә уның исемен йөрөтә. Уның хаҡта “Башҡортостан” энциклопедияһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бар.Һүҙ аҙағында. Мәмбәт тигәндән, мин ул олатайҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәнем дә бар. 5-се класта уҡығанымда (әсәйем яғынан туғанлығы ла булған Исхаҡ олатай) тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Түштәре орден-миҙалдар менән тулы, “алтын ялатылған” погонлы хәрби кейеменә ҡарап күҙҙәрем ҡыҙғаны иҫемдә. Әсәйем уға “Исхаҡ ағай”, ә атайым “ҡайнаға” тип өндәшә ине. Ауыл клубында яугир менән осрашыу ойошторҙолар. Клубта йыйылған халыҡҡа Берлин операцияһы хаҡында һөйләгәне, айырыуса Геббельс һәм уның ҡатынының мәйетенең һарғайып бөткән фотоһүрәттәрен беҙгә күрһәткәне ныҡ хәтеремдә ҡалған. “…Гитлерҙың үҙе табылманы”,--тине ул… Өлкән ағайым Ғайсаның һәм минең дә хәрби һөнәрҙе һайлауыбыҙҙың сәбәпсеһе ошо олатай булғандыр тип уйлайым.Ҡәҙерле милләттәштәремә илебеҙгә именлек һорап, фашизмдың ҡабаттан бер ҡасан да баш күтәрмәүен насип итеүен үтенеп, Алллаһ Тәғәләгә һәр саҡ доға ҡылып торайыҡ һәм батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, тимәксе инем.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2023-06-22/gitler-oya-yn-tu-yr-an-bash-ort-egete-3310148
22 Июнь , 15:20
ba
ШӘКИРЙӘН ТЫУҒАН КӨН
Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Учалы районына ҡарай) тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт. Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә. 1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[2][3][4] Батырҙы башта Чернушки ауылы янында ерләйҙәр, һуңынан Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә. Өфөлә Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Салауат ҡалаһында Матросов бульварында Матросовҡа бюст ҡуйылған. 2015 йылда Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтә. Сибайҙа уға һәйкәл 1966 йылда булдырылған
Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендәБашҡорт АССР-ыТамъян-Ҡатай кантоныҠунаҡбайауылында (хәҙерге ваҡыттаБашҡортостандыңУчалы районынаҡарай) тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт. Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһеИвановобалалар йортонда, 1940-42 йылдарҙаӨфөләгеНКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә. 1943 йылдың 27 февралендәПсков өлкәһеЧернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[2][3][4]Батырҙы башта Чернушки ауылы янында ерләйҙәр, һуңынан Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә. Өфөлә Александр Матросовҡаһәйкәлҡуйылған. Салауат ҡалаһында Матросов бульварында Матросовҡа бюст ҡуйылған. 2015 йылдаУчалы районыныңҠунаҡбайауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтә.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2023-02-05/sh-kiry-n-tyu-an-k-n-3131080
5 Февраль , 15:00
ba
ЮЛДЫБАЙҘЫҢ БУЛДЫҠЛЫ ЕГЕТЕ
Бөгөн бәғзеләр зарланырға ярата: ул юҡ, был юҡ... Ҡайһы берәүҙәр үҙ донъяһы менән генә йәшәй: миңә теймәһәләр—мин уларға теймәйем, ашарыма бармы—бар... Ә бына Рушан кеүектәр кәрәк икән таба, эшләй, булдыра. Ошондай егеттәребеҙ хаҡында йышыраҡ яҙырға, һөйләргә һәм үрнәк итеп ҡуйырға кәрәк. Рушан Зәйдуллин—Йылайыр районы Юлдыбай ауылы егете. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Нәҡ уның тырышлығы менән Юлдыбайҙа футбол майҙансығы барлыҡҡа килгән.—Бала саҡта тиҫтерҙәр менән гел футбол уйнай инек. Хәҙер төрлөбөҙ төрлө яҡта, ә бына ауылға ҡайтҡанда осрашып, күрешер өсөн урын да, сәбәп тә юҡ кеүек. Ә беҙҙе ҡасандыр спорт берләштерә ине. 2019 йылда ауылда футбол майҙансығы эшләр кәрәк тигән уй башыма килде. Унан алда, Себерҙән ялға ҡайтҡанда, Сибайға барып дуҫ егеттәр менән туп тибә инек. «Ниңә һәр саҡ ҡырға йөрөргә һуң? Үҙебеҙҙә лә эшләп була бит»,—тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Ауылдағы дуҫ егеттәр менән кәңәшләштем, улар идеяны хупланы. Шулай итеп, 2021 йылдың көҙөндә буш урынға тупраҡ ташып, тигеҙләп, бағаналар ултыртып эш башланыҡ. Унан яҙғыһын да-уам итеп, осона сығып ҡуйҙыҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Кемдер техника менән, кемдер ҡул көсө менән. Бергәләшеп аҡса йыйҙыҡ. Үҙемдән генә 140 мең һум китте,—ти Рушан Радик улы.Футбол майҙаны инициаторы ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиевҡа, ауыл егеттәре Нәзир Нәзиров, Хәлил Ҡоҙашев, Ғәҙел Шәрипов, Фәнүр Хаббин, Вил Заһитов, Илгиз Кәримов, Илшат Яманғолов, Азат Төлкөбаев, Айнур Вәлиев, Азат Байназаров, Ришат Аҡҡужин, Илгиз Мәхмүтов, Зөбәйер Мусин, Юнир Әхмәтов, Урал Яманғолов, Илнар Алсынов, Рәфил Иҫәкәевтәргә оло рәхмәтле. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән майҙан тәртипкә килтерелә, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алына, газон үләне сәселә. Егеттәрҙең сослоғо менән барыһы ла ваҡытында эшләнеп, 2022 йылдың йәйендә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» сараһына майҙан әҙер була ла инде.—Футбол майҙаны егеттәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Ер ҡарҙан әрселеү менән бында уйындар башлана. Күрше ауылдар менән ярыштар ҙа үткәргәнебеҙ бар,—ти Рушан.Сәләмәт йәшәү рәүешен пропа-гандалаған, спортты һәм үҙҙәренең тыу-ған ерен яратҡан егеттәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Афарин, егеттәр!
Бөгөн бәғзеләр зарланырға ярата: ул юҡ, был юҡ... Ҡайһы берәүҙәр үҙ донъяһы менән генә йәшәй: миңә теймәһәләр—мин уларға теймәйем, ашарыма бармы—бар... Ә бына Рушан кеүектәр кәрәк икән таба, эшләй, булдыра. Ошондай егеттәребеҙ хаҡында йышыраҡ яҙырға, һөйләргә һәм үрнәк итеп ҡуйырға кәрәк. Рушан Зәйдуллин—Йылайыр районы Юлдыбай ауылы егете. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Нәҡ уның тырышлығы менән Юлдыбайҙа футбол майҙансығы барлыҡҡа килгән.—Бала саҡта тиҫтерҙәр менән гел футбол уйнай инек. Хәҙер төрлөбөҙ төрлө яҡта, ә бына ауылға ҡайтҡанда осрашып, күрешер өсөн урын да, сәбәп тә юҡ кеүек. Ә беҙҙе ҡасандыр спорт берләштерә ине. 2019 йылда ауылда футбол майҙансығы эшләр кәрәк тигән уй башыма килде. Унан алда, Себерҙән ялға ҡайтҡанда, Сибайға барып дуҫ егеттәр менән туп тибә инек. «Ниңә һәр саҡ ҡырға йөрөргә һуң? Үҙебеҙҙә лә эшләп була бит»,—тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Ауылдағы дуҫ егеттәр менән кәңәшләштем, улар идеяны хупланы. Шулай итеп, 2021 йылдың көҙөндә буш урынға тупраҡ ташып, тигеҙләп, бағаналар ултыртып эш башланыҡ. Унан яҙғыһын да-уам итеп, осона сығып ҡуйҙыҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Кемдер техника менән, кемдер ҡул көсө менән. Бергәләшеп аҡса йыйҙыҡ. Үҙемдән генә 140 мең һум китте,—ти Рушан Радик улы. Футбол майҙаны инициаторы ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиевҡа, ауыл егеттәре Нәзир Нәзиров, Хәлил Ҡоҙашев, Ғәҙел Шәрипов, Фәнүр Хаббин, Вил Заһитов, Илгиз Кәримов, Илшат Яманғолов, Азат Төлкөбаев, Айнур Вәлиев, Азат Байназаров, Ришат Аҡҡужин, Илгиз Мәхмүтов, Зөбәйер Мусин, Юнир Әхмәтов, Урал Яманғолов, Илнар Алсынов, Рәфил Иҫәкәевтәргә оло рәхмәтле. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән майҙан тәртипкә килтерелә, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алына, газон үләне сәселә. Егеттәрҙең сослоғо менән барыһы ла ваҡытында эшләнеп, 2022 йылдың йәйендә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» сараһына майҙан әҙер була ла инде.—Футбол майҙаны егеттәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Ер ҡарҙан әрселеү менән бында уйындар башлана. Күрше ауылдар менән ярыштар ҙа үткәргәнебеҙ бар,—ти Рушан. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропа-гандалаған, спортты һәм үҙҙәренең тыу-ған ерен яратҡан егеттәргә һоҡланмау мөмкин түгел.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2023-01-27/yuldybay-y-buldy-ly-egete-3121654
27 Ғинуар , 14:50
ba
Эш күрһәткән ирҙе ил хөрмәтләй
Эш күрһәткән ирҙе ил хөрмәтләй Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Сибай институты--Урал аръяғының белем һәм фән үҙәге” кәңәшмәһе үтте. Зиннур Ғөбәйҙулла улы Сибай институты өсөн генә түгел, тотош Сибай, республика өсөн бик күп эшләгән шәхес. Оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарып ҡалабыҙ үҫешенә һәр яҡлап тос өлөш индерҙе. Унан һуң төбәктәге берҙән-бер юғары уҡыу йортон ул тейешле кимәлгә күтәрҙе, республика, ил вуздарынан кәм булмаһын тип уны матди яҡтан да, ғилми, фәнни юҫыҡтан да алдынғы булһын өсөн ныҡ тырышты. Шуға ла институт етәкселеге, ҡалабыҙ йәмәғәтселеге уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында төп уҡыу йорто бинаһына Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа арнап таҡтаташ ҡуйҙы. Тантанала Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Зиннур Ғөбәйҙулла улының ҡыҙы Гүзәл, туғандары, дуҫтары, яҡындары, коллегалары, ҡала халҡы ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы, институт директоры вазифаһында эшләгән йылдарына байҡау яһаны, уның Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары, республика, ғөмүмән, дөйөм башҡорт халҡы үҫешенә индергән баһалап бөткөһеҙ хеҙмәтен барланы. -Зиннур Ғөбәйҙулла улы башлыҡ сағында халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлде. Шул заманда ҡалала күп ҡатлы йорттарҙан торған яңы Көнсығыш биҫтәһе барлыҡҡа килде. Социаль әһәмиәтле объекттар—“Сулпан” балалар театры, филармония, һынлы сәнғәт мәктәбе барлыҡҡа килде. Сибай институтын да ул башҡаларҙан айырылып торорлоҡ булһын тип барлыҡ көсөн ошонда йүнәлтте. Тик уның васыяты ғына ғәмәлгә ашырылманы, ғәзиз башы сит яҡтарҙа ятып ҡалды. Ул шул тиклем тыуған яғына Баймаҡ районының Хәсән ауылына ҡайтҡыһы килде, Сибайҙы һағынды,--тине үҙенең сығышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Уның һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ҡеүәтләне: -Сибайға мин уның саҡырыуы буйынса урындағы телевидениела башҡорт редакцияһы асыу өсөн килдем. Артабан яҙыусылар ойошмаһын етәкләнем. Ҡатмарлы осорҙар булыуға ҡарамаҫтан, Зиннур Ғөбәйҙулла улы эшемдә һәр ваҡыт ярҙам итте. Яҙыусылар ойошмаһы офислы булды, торлаҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайҙа ғына эшләһә лә вазифаһын халҡы өсөн файҙаланды, шуға ла яҡташтары уға ышанды, уға күҙ төбәп барҙы. Уҡыу йорто алдындағы халҡыбыҙҙың мәшһүр шәхестәренә бюстар ҡуйыуы ғына ла уның үҙ ахлҡының улы булыуын иҫбатлай,--тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. Билдәле яҡташыбыҙҙы иҫкә алырға илебеҙең төрлө төбәктәренән кешеләр күп килде. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар уның ҡулы аҫтында эшләгән Асия Хөсәйенова Сургут ҡалаһынан ҡайтҡан. -Ул бик талапсан етәксе булды. Үҙе лә эшләне, беҙҙе лә эшләтте. Бөтә ерҙә тәртип булды, алдына алғанды тормошҡа ашырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Уның яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыла тигәс, ара алыҫлығына ла ҡарап тормай килдем һәм быға тик ҡыуанам ғына,--тине Асия Мөхәмәт ҡыҙы. Сараға Өфөнән килгән Семен Николаевич Чернов Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән 30 йыл бергә эшләгән. Ҡала хакимиәтендә, институтта уңың уң ҡулы булған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре остазы тураһында бик йылы хәтирәләре менән бүлеште. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы тап уның студенты булыуы менән ғорурлана. Ул Урал аръяғы йәштәренә ошондай институтта белем алыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн ҙур рәхмәтле. Уларҙың күбеһе инде уҡып бөтөп илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Зиннур Йәрмөхәмәтовтың тормош һәм хеҙмәт юлына, БДУ-ның Сибай инситуты үҫешенә арналған кәңәшмәне модератор булараҡ уҡыу йорто директоры Илдар Хәмитов алып барҙы. Сарала 20-гә яҡын кеше сығыш яһаны. Институтта әлеге көндә 2500-ҙән ашыу студент белем ала. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берләшеп, яңы Өфө фән һәм технологиялар университетына әүерелеүе урындағы филиал эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһаясаҡ. Етәкселек үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа булырына ышана. Күптәр Зиннур Йәрмөхәмәтов хаҡында китап яҙырға, уҡыу йортона, ҡаланың бер урамына уның исемен бирергә тәҡдим итте. Бынан тыш Зиннур Йәрмөхәмәтов башланғысы менән йыл башында “Атайсал” гәзитендә старт алған “Тере хәтер” конкурсына йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, «Тере хәтер» конкурсына килеүсе хаттарҙы эшкәртеүсе һәм үҙ мәҡәләләрен тәҡдим итеүсе журналист Гөлдәр Ҡадаева, Резеда Усманова дәртләндереү призына лайыҡ булды. Шулай уҡ Зәйтүнә Билалова, Клара Урысбаева, Рәсимә Айсыуаҡова, Дилбәр Мортазина ла дәртләндереү призын алды. 3-сө урында Фирҙәүес Ибраһимова, Салауат Баязитов, Зифа Илбаҡтина билдәләнһә, 2-се урынды Әнисә Әминева-Юнысбаева, Райхана Булатова бүлеште. I урынды Әбйәлил районынан Фәрзәнә Хамматова алып ҡыуанды. Әйтергә кәрәк: конкурсты башлап ебәргәндә Зиннур Йәрмөхәмәтов уға лайыҡлы йомғаҡ яһарға уйлағайны. Әммә ғүмере генә ҡыҫҡа булды, йәйге бер таңда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Әммә уның эшен еренә еткереп ҡуйыуға бағыусы табылды. Быға тиклем дә беҙҙең гәзиткә ихлас ярҙам иткән “Ремстройцентр” йәмғиәте директоры Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Эшегеҙҙең мәнфәғәтен күрегеҙ! Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Донъяларыбыҙ имен, тыныс булһын! Ошондай ир-егеттәребеҙ булғанда баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең фани донъяларҙа бурыстары ҡалмаҫ. Зиннур Ғөбәйҙулла улына килгәндә, институт бинаһына ҡуйылған таҡтаташ менән уның яҡты рухы тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандай булды. Тататаш аҫты ҡара раузалар, ҡәнәферҙәр менән тулды. Гөлдәр Ҡадаева.
Эш күрһәткән ирҙе ил хөрмәтләйБашҡорт дәүләт университетының Сибай институтында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Сибай институты--Урал аръяғының белем һәм фән үҙәге” кәңәшмәһе үтте. Зиннур Ғөбәйҙулла улы Сибай институты өсөн генә түгел, тотош Сибай, республика өсөн бик күп эшләгән шәхес. Оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарып ҡалабыҙ үҫешенә һәр яҡлап тос өлөш индерҙе. Унан һуң төбәктәге берҙән-бер юғары уҡыу йортон ул тейешле кимәлгә күтәрҙе, республика, ил вуздарынан кәм булмаһын тип уны матди яҡтан да, ғилми, фәнни юҫыҡтан да алдынғы булһын өсөн ныҡ тырышты. Шуға ла институт етәкселеге, ҡалабыҙ йәмәғәтселеге уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында төп уҡыу йорто бинаһына Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа арнап таҡтаташ ҡуйҙы. Тантанала Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Зиннур Ғөбәйҙулла улының ҡыҙы Гүзәл, туғандары, дуҫтары, яҡындары, коллегалары, ҡала халҡы ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы, институт директоры вазифаһында эшләгән йылдарына байҡау яһаны, уның Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары, республика, ғөмүмән, дөйөм башҡорт халҡы үҫешенә индергән баһалап бөткөһеҙ хеҙмәтен барланы.-Зиннур Ғөбәйҙулла улы башлыҡ сағында халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлде. Шул заманда ҡалала күп ҡатлы йорттарҙан торған яңы Көнсығыш биҫтәһе барлыҡҡа килде. Социаль әһәмиәтле объекттар—“Сулпан” балалар театры, филармония, һынлы сәнғәт мәктәбе барлыҡҡа килде. Сибай институтын да ул башҡаларҙан айырылып торорлоҡ булһын тип барлыҡ көсөн ошонда йүнәлтте. Тик уның васыяты ғына ғәмәлгә ашырылманы, ғәзиз башы сит яҡтарҙа ятып ҡалды. Ул шул тиклем тыуған яғына Баймаҡ районының Хәсән ауылына ҡайтҡыһы килде, Сибайҙы һағынды,--тине үҙенең сығышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Уның һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ҡеүәтләне:-Сибайға мин уның саҡырыуы буйынса урындағы телевидениела башҡорт редакцияһы асыу өсөн килдем. Артабан яҙыусылар ойошмаһын етәкләнем. Ҡатмарлы осорҙар булыуға ҡарамаҫтан, Зиннур Ғөбәйҙулла улы эшемдә һәр ваҡыт ярҙам итте. Яҙыусылар ойошмаһы офислы булды, торлаҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайҙа ғына эшләһә лә вазифаһын халҡы өсөн файҙаланды, шуға ла яҡташтары уға ышанды, уға күҙ төбәп барҙы. Уҡыу йорто алдындағы халҡыбыҙҙың мәшһүр шәхестәренә бюстар ҡуйыуы ғына ла уның үҙ ахлҡының улы булыуын иҫбатлай,--тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. Билдәле яҡташыбыҙҙы иҫкә алырға илебеҙең төрлө төбәктәренән кешеләр күп килде. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар уның ҡулы аҫтында эшләгән Асия Хөсәйенова Сургут ҡалаһынан ҡайтҡан.-Ул бик талапсан етәксе булды. Үҙе лә эшләне, беҙҙе лә эшләтте. Бөтә ерҙә тәртип булды, алдына алғанды тормошҡа ашырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Уның яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыла тигәс, ара алыҫлығына ла ҡарап тормай килдем һәм быға тик ҡыуанам ғына,--тине Асия Мөхәмәт ҡыҙы. Сараға Өфөнән килгән Семен Николаевич Чернов Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән 30 йыл бергә эшләгән. Ҡала хакимиәтендә, институтта уңың уң ҡулы булған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре остазы тураһында бик йылы хәтирәләре менән бүлеште. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы тап уның студенты булыуы менән ғорурлана. Ул Урал аръяғы йәштәренә ошондай институтта белем алыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн ҙур рәхмәтле. Уларҙың күбеһе инде уҡып бөтөп илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Зиннур Йәрмөхәмәтовтың тормош һәм хеҙмәт юлына, БДУ-ның Сибай инситуты үҫешенә арналған кәңәшмәне модератор булараҡ уҡыу йорто директоры Илдар Хәмитов алып барҙы. Сарала 20-гә яҡын кеше сығыш яһаны. Институтта әлеге көндә 2500-ҙән ашыу студент белем ала. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берләшеп, яңы Өфө фән һәм технологиялар университетына әүерелеүе урындағы филиал эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһаясаҡ. Етәкселек үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа булырына ышана. Күптәр Зиннур Йәрмөхәмәтов хаҡында китап яҙырға, уҡыу йортона, ҡаланың бер урамына уның исемен бирергә тәҡдим итте. Бынан тыш Зиннур Йәрмөхәмәтов башланғысы менән йыл башында “Атайсал” гәзитендә старт алған “Тере хәтер” конкурсына йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, «Тере хәтер» конкурсына килеүсе хаттарҙы эшкәртеүсе һәм үҙ мәҡәләләрен тәҡдим итеүсе журналист Гөлдәр Ҡадаева, Резеда Усманова дәртләндереү призына лайыҡ булды. Шулай уҡ Зәйтүнә Билалова, Клара Урысбаева, Рәсимә Айсыуаҡова, Дилбәр Мортазина ла дәртләндереү призын алды. 3-сө урында Фирҙәүес Ибраһимова, Салауат Баязитов, Зифа Илбаҡтина билдәләнһә, 2-се урынды Әнисә Әминева-Юнысбаева, Райхана Булатова бүлеште.I урынды Әбйәлил районынан Фәрзәнә Хамматова алып ҡыуанды. Әйтергә кәрәк: конкурсты башлап ебәргәндә Зиннур Йәрмөхәмәтов уға лайыҡлы йомғаҡ яһарға уйлағайны. Әммә ғүмере генә ҡыҫҡа булды, йәйге бер таңда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Әммә уның эшен еренә еткереп ҡуйыуға бағыусы табылды. Быға тиклем дә беҙҙең гәзиткә ихлас ярҙам иткән “Ремстройцентр” йәмғиәте директоры Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Эшегеҙҙең мәнфәғәтен күрегеҙ! Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Донъяларыбыҙ имен, тыныс булһын!Ошондай ир-егеттәребеҙ булғанда баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең фани донъяларҙа бурыстары ҡалмаҫ. Зиннур Ғөбәйҙулла улына килгәндә, институт бинаһына ҡуйылған таҡтаташ менән уның яҡты рухы тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандай булды. Тататаш аҫты ҡара раузалар, ҡәнәферҙәр менән тулды.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-11-07/esh-k-r-tk-n-ir-e-il-h-rm-tl-y-3018532
7 Ноябрь 2022, 12:10
ba
Артистың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
Быйыл Ғафаровтар ғаилә ҡороуҙарына 55 йыл тулыуҙы билдәләгәйне. Улар сәнғәт *училищеһының дөйөм ятағында танышҡан. Буласаҡ артист киске аш бешереү өсөн таба эҙләп, студент ҡыҙҙар йәшәгән ҡатҡа төшкән. Шунда Фәриҙәне осратып, уға тәү ҡараштан ғашиҡ булған.Йәштәр дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән. Икеһе лә Башҡорт драма театрына эшкә йүнәлтмә алғас, ул һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.Артистың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Быйыл Ғафаровтар ғаилә ҡороуҙарына 55 йыл тулыуҙы билдәләгәйне. Улар сәнғәт *училищеһының дөйөм ятағында танышҡан. Буласаҡ артист киске аш бешереү өсөн таба эҙләп, студент ҡыҙҙар йәшәгән ҡатҡа төшкән. Шунда Фәриҙәне осратып, уға тәү ҡараштан ғашиҡ булған. Йәштәр дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән. Икеһе лә Башҡорт драма театрына эшкә йүнәлтмә алғас, ул һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-08-25/artisty-tu-andaryny-m-ya-yndaryny-ay-y-yn-urta-lashaby-2922282
25 Август 2022, 12:31
ba
«Башҡорт иле» клибы кемгә бағышланған?
«Был йыр беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостандағы ижади эште тамамлар алдынан беҙҙең ҡулға осраҡлы ғына килеп эләкте. Илшат Яхин вафатынан бер нисә көн алда ғына йырҙың аранжировкаһын, республикабыҙҙы данлауҙа уңыштар теләп, беҙҙең коллективҡа бүләк итте. Беҙ Бөрйән районына, «Башҡорт иле» турбазаһына саҡырылдыҡ. Был клип коллективтың шәхси аҡсаһына төшөрөлдө. Башҡортостанға бәйле һуңғы ижад эшебеҙ. Артабан беҙ башҡа стилдә, заманса эшләй башларға ниәтләйбеҙ», — тип һөйләгән коллектив етәксеһе Гөлсинә Батыршина «Башинформ» агентлығына. Клип Өфөнөң, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарының иҫтәлекле урындарында төшөрөлгән.
«Был йыр беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостандағы ижади эште тамамлар алдынан беҙҙең ҡулға осраҡлы ғына килеп эләкте. Илшат Яхин вафатынан бер нисә көн алда ғына йырҙың аранжировкаһын, республикабыҙҙы данлауҙа уңыштар теләп, беҙҙең коллективҡа бүләк итте. Беҙ Бөрйән районына, «Башҡорт иле» турбазаһына саҡырылдыҡ. Был клип коллективтың шәхси аҡсаһына төшөрөлдө. Башҡортостанға бәйле һуңғы ижад эшебеҙ. Артабан беҙ башҡа стилдә, заманса эшләй башларға ниәтләйбеҙ»,— тип һөйләгән коллектив етәксеһе Гөлсинә Батыршина «Башинформ» агентлығына.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-08-05/bash-ort-ile-kliby-kemg-ba-yshlan-an-2898811
5 Август 2022, 08:40
ba
Хәйбулла районының иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшевҡа 97 йәш!
Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев 1925 йылдың 18 июлендә Хәйбулла районының (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуған. Иҙристең атаһына Иләс ауылындағы Шәрифулла Ҡунаҡасов тигән туғаны: “Һеҙҙең балаларығыҙ күмәк, минең берәү ҙә юҡ”, – тип биш йәшлек малайҙы үҙенә тәрбиәгә биреүен һорай. Түләшевтәр риза булғас, ул Иҙристе алып ҡайта һәм үҙ балаһы кеүек ҡарап үҫтерә. 1943 йылдың 19 ғинуарында Иҙрис Түләшев Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступин ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә. 1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында яу яланында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белоруссияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсы­ларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехослова­кияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр.  – 8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашист Германияһының еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишеттек. Һуғыш  бөтөүгә  ҡарамаҫтан,  июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар иттек, – тип иҫкә ала Иҙрис олатай. Яугирҙе 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы Һауа-десант дивизияһына күсерәләр һәм ул унда тағы ла дүрт йыл хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға  насип була. Иҙрис Түләшев ҡайтыу менән эшкә тотона. Тәүҙә Иләс ауыл клубы мөдире, 1951 йылдың мартынан КПСС-тың Хәйбулла райкомында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. 1956 йылдың авгусынан район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Һуғыш елдәре Иҙрис Түләшевте ниндәй генә илдәргә ташламаһын, уҙаман үҙенең кешелеклеге, ихласлығы, ярҙамсыллығы арҡаһында бөтәһе менән дә уртаҡ тел тапҡан, ә дошман менән күҙгә-күҙ килгәндә аяуһыҙ алышҡан. Уның фронтта күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһалайҙар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Венаны алған өсөн”, тыныс хеҙмәттә ике тапҡыр “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, күп һанлы юбилей миҙалдары, иҫтәлекле билдәләр һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1981 йылдың ноябрендә уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған сиҙәмсеһе” исеме бирелгән. Хәләл ефете Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән 73 йыл бергә ғүмер итеүҙәре лә үҙе бер мөғжизә. Улар бер ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Бөгөн улар балалары һәм ейәнсәре хәстәрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бүләләре Дауыт – Түләшевтәрҙең тормош йәме.
Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев 1925 йылдың 18 июлендә Хәйбулла районының (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуған. Иҙристең атаһына Иләс ауылындағы Шәрифулла Ҡунаҡасов тигән туғаны: “Һеҙҙең балаларығыҙ күмәк, минең берәү ҙә юҡ”, – тип биш йәшлек малайҙы үҙенә тәрбиәгә биреүен һорай. Түләшевтәр риза булғас, ул Иҙристе алып ҡайта һәм үҙ балаһы кеүек ҡарап үҫтерә. 1943 йылдың 19 ғинуарында Иҙрис Түләшев Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступин ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә. 1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында яу яланында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белоруссияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр. – 8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашист Германияһының еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишеттек. Һуғыш бөтөүгә ҡарамаҫтан, июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар иттек, – тип иҫкә ала Иҙрис олатай. Яугирҙе 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы Һауа-десант дивизияһына күсерәләр һәм ул унда тағы ла дүрт йыл хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға насип була. Иҙрис Түләшев ҡайтыу менән эшкә тотона. Тәүҙә Иләс ауыл клубы мөдире, 1951 йылдың мартынан КПСС-тың Хәйбулла райкомында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. 1956 йылдың авгусынан район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.Һуғыш елдәре Иҙрис Түләшевте ниндәй генә илдәргә ташламаһын, уҙаман үҙенең кешелеклеге, ихласлығы, ярҙамсыллығы арҡаһында бөтәһе менән дә уртаҡ тел тапҡан, ә дошман менән күҙгә-күҙ килгәндә аяуһыҙ алышҡан. Уның фронтта күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһалайҙар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Венаны алған өсөн”, тыныс хеҙмәттә ике тапҡыр “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, күп һанлы юбилей миҙалдары, иҫтәлекле билдәләр һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1981 йылдың ноябрендә уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған сиҙәмсеһе” исеме бирелгән. Хәләл ефете Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән 73 йыл бергә ғүмер итеүҙәре лә үҙе бер мөғжизә. Улар бер ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Бөгөн улар балалары һәм ейәнсәре хәстәрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-08-02/h-ybulla-rayonyny-i-olo-desantsy-y-i-ris-t-l-shev-a-97-y-sh-tuldy-2896322
2 Август 2022, 21:30
ba
Сит ерҙәрҙә ҡалды ғәзиз башы
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында иретеп йәбештереүсе булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Магнитогорск тау-металлургия институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый, унда тау инженеры квалификацияһын ала. 1979 йылда инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса ситтән тороп ошо институтты тамамлай. 1979 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты системаһында эшләй, өлкән тау мастерынан комбинаттың партия комитеты секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1990 йылдың мартынан 1999 йылдың июненә тиклем бер нисә тапҡыр Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана, ҡала Советы, ҡала хакимиәте башлығы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Президент Советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осоронда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ғәйәт ҙур өлөш индерә. Тап ошо йылдарҙа Сибай Урал аръяғының социаль-мәҙәни, мәғрифәти, рухи үҙәгенә әйләнә.  Эзбиз етештереү производствоһы яйға һалына, икмәк заводында реконструкция үткәрелә, Баштрансгаздың Сибай филиалы, ҡала балалар дауаханаһы, Күҙ микрохирургияһы үҙәге бүлексәһенең филиалы, перинаталь үҙәк, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы), Магнитогорск тау-металлургия колледжының дөйөм техник факультеты, Сибай филармонияһы, “Сулпан” балалар театры, башҡорт телендә “Атайсал” гәзите һәм башҡа бихисап ойошмалар асылып, гөрләп эшләй. Ҡалала торлаҡ төҙөлөшө алға китә, яңы ҡасабалар барлыҡҡа килә, уларға кәрәкле инфраструктура үткәрелә. 1999 йылдан Зиннур Йәрмөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры булып эшләй. Техник фәндәр кандидаты һәм иҡтисад фәндәре докторы, профессор. З.Ғ.Йәрмөхәмәтов “Почет билдәһе” ордены, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул  БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы тигән абруйлы исемдәрҙе йөрөттө.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында иретеп йәбештереүсе булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Магнитогорск тау-металлургия институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый, унда тау инженеры квалификацияһын ала. 1979 йылда инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса ситтән тороп ошо институтты тамамлай. 1979 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты системаһында эшләй, өлкән тау мастерынан комбинаттың партия комитеты секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1990 йылдың мартынан 1999 йылдың июненә тиклем бер нисә тапҡыр Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана, ҡала Советы, ҡала хакимиәте башлығы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Президент Советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осоронда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ғәйәт ҙур өлөш индерә. Тап ошо йылдарҙа Сибай Урал аръяғының социаль-мәҙәни, мәғрифәти, рухи үҙәгенә әйләнә. Эзбиз етештереү производствоһы яйға һалына, икмәк заводында реконструкция үткәрелә, Баштрансгаздың Сибай филиалы, ҡала балалар дауаханаһы, Күҙ микрохирургияһы үҙәге бүлексәһенең филиалы, перинаталь үҙәк, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы), Магнитогорск тау-металлургия колледжының дөйөм техник факультеты, Сибай филармонияһы, “Сулпан” балалар театры, башҡорт телендә “Атайсал” гәзите һәм башҡа бихисап ойошмалар асылып, гөрләп эшләй. Ҡалала торлаҡ төҙөлөшө алға китә, яңы ҡасабалар барлыҡҡа килә, уларға кәрәкле инфраструктура үткәрелә. 1999 йылдан Зиннур Йәрмөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры булып эшләй. Техник фәндәр кандидаты һәм иҡтисад фәндәре докторы, профессор. З.Ғ.Йәрмөхәмәтов “Почет билдәһе” ордены, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-08-02/sit-er-r-aldy-ziz-bashy-2895978
2 Август 2022, 15:55
ba
Ҡайғылы хәбәр
Мәскәүҙә 75-се йәшендә Сибай ҡалаһының элекке мэры һәм почетлы гражданы, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Зиннур Йәрмөхәмәтов вафат булды. Был хаҡта Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итте. Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында иретеп йәбештереүсе булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Магнитогорск тау-металлургия институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый, унда тау инженеры квалификацияһын ала. 1979 йылда инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса ситтән тороп ошо институтты тамамлай. 1979 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты системаһында эшләй, өлкән тау мастерынан комбинаттың партия комитеты секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1990 йылдың мартынан 1999 йылдың июненә тиклем бер нисә тапҡыр Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана, ҡала Советы, ҡала хакимиәте башлығы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Президент Советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осоронда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ғәйәт ҙур өлөш индерә. Тап ошо йылдарҙа Сибай Урал аръяғының социаль-мәҙәни, мәғрифәти, рухи үҙәгенә әйләнә.  Эзбиз етештереү производствоһы яйға һалына, икмәк заводында реконструкция үткәрелә, Баштрансгаздың Сибай филиалы, ҡала балалар дауаханаһы, Күҙ микрохирургияһы үҙәге бүлексәһенең филиалы, перинаталь үҙәк, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы), Магнитогорск тау-металлургия колледжының дөйөм техник факультеты, Сибай филармонияһы, “Сулпан” балалар театры, башҡорт телендә “Атайсал” гәзите һәм башҡа бихисап ойошмалар асылып, гөрләп эшләй. Ҡалала торлаҡ төҙөлөшө алға китә, яңы ҡасабалар барлыҡҡа килә, уларға кәрәкле инфраструктура үткәрелә. 1999 йылдан Зиннур Йәрмөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры булып эшләй. Техник фәндәр кандидаты һәм иҡтисад фәндәре докторы, профессор. З.Ғ.Йәрмөхәмәтов “Почет билдәһе” ордены, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул  БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы тигән абруйлы исемдәрҙе йөрөттө. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Мәскәүҙә 75-се йәшендә Сибай ҡалаһының элекке мэры һәм почетлы гражданы, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Зиннур Йәрмөхәмәтов вафат булды. Был хаҡта Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итте. Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында иретеп йәбештереүсе булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Магнитогорск тау-металлургия институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый, унда тау инженеры квалификацияһын ала. 1979 йылда инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса ситтән тороп ошо институтты тамамлай. 1979 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты системаһында эшләй, өлкән тау мастерынан комбинаттың партия комитеты секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1990 йылдың мартынан 1999 йылдың июненә тиклем бер нисә тапҡыр Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана, ҡала Советы, ҡала хакимиәте башлығы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Президент Советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осоронда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ғәйәт ҙур өлөш индерә. Тап ошо йылдарҙа Сибай Урал аръяғының социаль-мәҙәни, мәғрифәти, рухи үҙәгенә әйләнә. Эзбиз етештереү производствоһы яйға һалына, икмәк заводында реконструкция үткәрелә, Баштрансгаздың Сибай филиалы, ҡала балалар дауаханаһы, Күҙ микрохирургияһы үҙәге бүлексәһенең филиалы, перинаталь үҙәк, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы), Магнитогорск тау-металлургия колледжының дөйөм техник факультеты, Сибай филармонияһы, “Сулпан” балалар театры, башҡорт телендә “Атайсал” гәзите һәм башҡа бихисап ойошмалар асылып, гөрләп эшләй. Ҡалала торлаҡ төҙөлөшө алға китә, яңы ҡасабалар барлыҡҡа килә, уларға кәрәкле инфраструктура үткәрелә. 1999 йылдан Зиннур Йәрмөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры булып эшләй. Техник фәндәр кандидаты һәм иҡтисад фәндәре докторы, профессор. З.Ғ.Йәрмөхәмәтов “Почет билдәһе” ордены, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-06-21/ay-yly-h-b-r-2848481
21 Июнь 2022, 08:20
ba
ЙЫРЛЫ_МОҢЛО ОСРАШЫУ
Йылайыр районы Сәләх ауылында билдәле шағир, журналист Мотал Рәмов менән осрашыу уҙҙы. Ни өсөн Сәләхтәме? Сөнки Мотал Зәкерйән улы нәҡ ошо ауылда тыуып үҫкән.Сараға Мотал Зәкирйән улының туғандары, яҡындары, уҡытыусылары, ижадташ дуҫтары Дамир, Гөлсимә Солтановтар, билдәле йырсы Альберт Салауатов саҡырылды. Сәләх һәүәҫкәрҙәре тарафынан күркәм тамаша әҙерләнде.Шаршау артында донъяға ауаз һалған бала тауышы яңғырай... Сәхнәлә ҡулына бәпес тотҡан кендек инәһе, әсә һәм ата һүрәтләнә. Йүргәк исемен Тимерйән тип нарыҡлап кендек әбейе йәш атайға бала тапшыра. Уның тимер кеүек ныҡ, ыласын кеүек ҡыйғыр, ҡоралай кеүек йылғыр, өлөшлө бала булып үҫеп етеүен теләйҙәр.Артабан Мотал Рәмовтың малай сағы йүгереп сыға. Барыһын да клубҡа репетицияға саҡыра. Халыҡ йыйыла. Шиғырҙар, йырҙар яңғырай. Торараҡ көслө алҡыштар аҫтында бөгөнгө Мотал Зәкирйән улы сәхнә түренә саҡырыла.Ауыл малайҙары Мотал ағайҙың үҫмер сағынан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла килештереп уйнаны.Сәләхтәр хөрмәтле ауылдаштарының йырҙарын да йырланы, таҡмаҡтарын әйтеп бейене лә. Кисә Мотал Рәмовтың яҡындары, туғандары, дуҫтары, уҡытыусыларының тәбрик һүҙҙәре, матур теләктәре, күстәнәстәре менән үрелеп барҙы. Дамир һәм Гөлсимә Солтановтарҙың, Альберт Салауатовтың, Дәүләт һәм Әминә Рәмовтарҙың, Ғилмиә Яҡупованың сығыштары байрамға бөтмәҫ йәм һәм сағыу нур өҫтәне.Кисә һуңында ҡунаҡсыл сәләхтәр барыһын да мул өҫтәл янына әйҙүкләне. Табын артында ла матур боронғо йырҙар, изге теләктәр ағылды ла ағылды.
Йылайыр районы Сәләх ауылында билдәле шағир, журналист Мотал Рәмов менән осрашыу уҙҙы. Ни өсөн Сәләхтәме? Сөнки Мотал Зәкерйән улы нәҡ ошо ауылда тыуып үҫкән. Сараға Мотал Зәкирйән улының туғандары, яҡындары, уҡытыусылары, ижадташ дуҫтары Дамир, Гөлсимә Солтановтар, билдәле йырсы Альберт Салауатов саҡырылды. Сәләх һәүәҫкәрҙәре тарафынан күркәм тамаша әҙерләнде. Шаршау артында донъяға ауаз һалған бала тауышы яңғырай... Сәхнәлә ҡулына бәпес тотҡан кендек инәһе, әсә һәм ата һүрәтләнә. Йүргәк исемен Тимерйән тип нарыҡлап кендек әбейе йәш атайға бала тапшыра. Уның тимер кеүек ныҡ, ыласын кеүек ҡыйғыр, ҡоралай кеүек йылғыр, өлөшлө бала булып үҫеп етеүен теләйҙәр. Артабан Мотал Рәмовтың малай сағы йүгереп сыға. Барыһын да клубҡа репетицияға саҡыра. Халыҡ йыйыла. Шиғырҙар, йырҙар яңғырай. Торараҡ көслө алҡыштар аҫтында бөгөнгө Мотал Зәкирйән улы сәхнә түренә саҡырыла. Ауыл малайҙары Мотал ағайҙың үҫмер сағынан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла килештереп уйнаны. Сәләхтәр хөрмәтле ауылдаштарының йырҙарын да йырланы, таҡмаҡтарын әйтеп бейене лә. Кисә Мотал Рәмовтың яҡындары, туғандары, дуҫтары, уҡытыусыларының тәбрик һүҙҙәре, матур теләктәре, күстәнәстәре менән үрелеп барҙы. Дамир һәм Гөлсимә Солтановтарҙың, Альберт Салауатовтың, Дәүләт һәм Әминә Рәмовтарҙың, Ғилмиә Яҡупованың сығыштары байрамға бөтмәҫ йәм һәм сағыу нур өҫтәне. Кисә һуңында ҡунаҡсыл сәләхтәр барыһын да мул өҫтәл янына әйҙүкләне.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2022-03-26/yyrly_mo-lo-osrashyu-2744748
26 Март 2022, 13:00
ba
Холҡо—күркәм, хеҙмәте--маҡтаулы
Тыуған төйәгебеҙ хеҙмәт һөйгән, үҙенең хеҙмәте менән уның ҡеүәтен арттырған ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Ғәҙәттә, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, бар булмышын яратҡан эшенә бағышлаған кешеләр аҙ һүҙле, сабыр, күркәм холоҡло була. Нәҡ шундай кешеләрҙең береһе ул--утыҙ туғыҙ йыл ғүмерен ветеринар һөнәренә бағышлаған Заһир Әғзәм улы Иҫәнов. Заһир Әғзәм улы Баймаҡ районы Йомаш ауылында ете балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Теремек, мал йәнле малай Йомашта башланғыс белем алғас, Баймаҡ интернат-лицейына уҡырға бара. Төплө белемде ул шунда ала. Урта мәктәпте тамамлаған егет бер ҙә икеләнмәйенсә Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға инә. Күңелле студент йылдары артта ҡала. Ҡулына диплом алған йәш белгес үҙенең тыуған яғына ҡайта. Уны "Ирәндек" совхозына эшкә тәғәйенләйҙәр. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ тармаҡтары ныҡлы үҫешкән был хужалыҡта ул һөнәре буйынса бай тәжрибә туплай һәм 1992 йылда тыуған ауылы Йомашҡа эшкә ҡайта. Тәүҙә "Һаҡмар" колхозында ветеринар, аҙаҡтан Йомаш ауыл ветеринария участкаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Был участка Йомаш ауылы биләмәһенә ингән Йомаш, Юлыҡ һәм Ислам ауылдарын хеҙмәтләндерә. Заһир Әғзәм улы етәкләгән коллектив шәхси хужалыҡтарға ҡараған малдарҙы төрлө ауырыуҙарҙан профилактикалай, дауалай һәм эпизоотик хәлде ныҡлы контролдә тотоу буйынса ҙур эш алып бара. Даими рәүештә үткәрелгән профилактик саралар һөҙөмтәһендә малдар араһында йоғошло ауырыуҙар күҙәтелмәй, шунлыҡтан эпизоотик хәл дә тотороҡло булып ҡала. Мал кеше һымаҡ ауырыуы тураһында һөйләй белмәй. Шуның өсөн дә мал табибынан профессиональ оҫталыҡ, тәжрибә һәм белем талап ителә. Ваҡытында ҡуйылған дөрөҫ диагноз да мөһим роль уйнай. Тейешле дауалау үткәндән һуң ғына мал аяҡҡа баҫа. Бынан тыш халыҡ араһында оҫта итеп аңлатыу эше алып барыу мөһим. Шул саҡта ғына һәр кем үҙ малы өсөн яуаплылыҡ тоя, ветеринарҙың талаптарын үтәй һәм кәңәштәрен тота. Егерме ете йыл ошо вазифала эшләп, Заһир Әғзәм улы хаҡлы рәүештә ауылдаштарының ихтирамын яулай. Эшенә намыҫлы ҡарағаны өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ул "Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Быйыл Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнөндә уға Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының "Ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы тапшырылды. Заһир Әғзәм улы ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бик оҙаҡ йылдар урындағы һайлау комиссияһы ағзаһы булды. 2019 йылда үткәрелгән урам байрамында Иҫәновтарҙың ихатаһы еңеүсе тип табылды. Төрлө һындар менән биҙәлгән сәскә баҡсаһы һәм ихата тултырып йөрөгән мысыр тауыҡтары (цесарка) жюри ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғаилә һуңғы йылдарҙа һауын кәзәләре үрсетеү менән шөғөлләнә. Кәзә һөтөнән ҡымыҙ, сыр, ҡорот, май яһай, өҫтәлдәренән яңы айыртылған ҡаймаҡ өҙөлмәй. Ҡатыны Рәүфә Рафиҡ ҡыҙы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған мәғариф ветераны. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә ике ейән һәм ике ейәнсәргә яратҡан ҡартатай һәм ҡартәсәй. Заһир Әғзәм улы буш ваҡыттарында балыҡҡа йөрөргә, гәзит-журналдар уҡырға ярата. Ошо көндәрҙә уны Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатты. Хеҙмәт ветернына артабан да һау-сәләмәт булып, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Тыуған төйәгебеҙ хеҙмәт һөйгән, үҙенең хеҙмәте менән уның ҡеүәтен арттырған ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Ғәҙәттә, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, бар булмышын яратҡан эшенә бағышлаған кешеләр аҙ һүҙле, сабыр, күркәм холоҡло була. Нәҡ шундай кешеләрҙең береһе ул--утыҙ туғыҙ йыл ғүмерен ветеринар һөнәренә бағышлаған Заһир Әғзәм улы Иҫәнов. Заһир Әғзәм улы Баймаҡ районы Йомаш ауылында ете балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Теремек, мал йәнле малай Йомашта башланғыс белем алғас, Баймаҡ интернат-лицейына уҡырға бара. Төплө белемде ул шунда ала. Урта мәктәпте тамамлаған егет бер ҙә икеләнмәйенсә Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға инә. Күңелле студент йылдары артта ҡала. Ҡулына диплом алған йәш белгес үҙенең тыуған яғына ҡайта. Уны "Ирәндек" совхозына эшкә тәғәйенләйҙәр. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ тармаҡтары ныҡлы үҫешкән был хужалыҡта ул һөнәре буйынса бай тәжрибә туплай һәм 1992 йылда тыуған ауылы Йомашҡа эшкә ҡайта. Тәүҙә "Һаҡмар" колхозында ветеринар, аҙаҡтан Йомаш ауыл ветеринария участкаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Был участка Йомаш ауылы биләмәһенә ингән Йомаш, Юлыҡ һәм Ислам ауылдарын хеҙмәтләндерә. Заһир Әғзәм улы етәкләгән коллектив шәхси хужалыҡтарға ҡараған малдарҙы төрлө ауырыуҙарҙан профилактикалай, дауалай һәм эпизоотик хәлде ныҡлы контролдә тотоу буйынса ҙур эш алып бара. Даими рәүештә үткәрелгән профилактик саралар һөҙөмтәһендә малдар араһында йоғошло ауырыуҙар күҙәтелмәй, шунлыҡтан эпизоотик хәл дә тотороҡло булып ҡала. Мал кеше һымаҡ ауырыуы тураһында һөйләй белмәй. Шуның өсөн дә мал табибынан профессиональ оҫталыҡ, тәжрибә һәм белем талап ителә. Ваҡытында ҡуйылған дөрөҫ диагноз да мөһим роль уйнай. Тейешле дауалау үткәндән һуң ғына мал аяҡҡа баҫа. Бынан тыш халыҡ араһында оҫта итеп аңлатыу эше алып барыу мөһим. Шул саҡта ғына һәр кем үҙ малы өсөн яуаплылыҡ тоя, ветеринарҙың талаптарын үтәй һәм кәңәштәрен тота. Егерме ете йыл ошо вазифала эшләп, Заһир Әғзәм улы хаҡлы рәүештә ауылдаштарының ихтирамын яулай. Эшенә намыҫлы ҡарағаны өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ул "Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Быйыл Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнөндә уға Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының "Ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы тапшырылды. Заһир Әғзәм улы ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бик оҙаҡ йылдар урындағы һайлау комиссияһы ағзаһы булды. 2019 йылда үткәрелгән урам байрамында Иҫәновтарҙың ихатаһы еңеүсе тип табылды. Төрлө һындар менән биҙәлгән сәскә баҡсаһы һәм ихата тултырып йөрөгән мысыр тауыҡтары (цесарка) жюри ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғаилә һуңғы йылдарҙа һауын кәзәләре үрсетеү менән шөғөлләнә. Кәзә һөтөнән ҡымыҙ, сыр, ҡорот, май яһай, өҫтәлдәренән яңы айыртылған ҡаймаҡ өҙөлмәй. Ҡатыны Рәүфә Рафиҡ ҡыҙы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған мәғариф ветераны. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә ике ейән һәм ике ейәнсәргә яратҡан ҡартатай һәм ҡартәсәй. Заһир Әғзәм улы буш ваҡыттарында балыҡҡа йөрөргә, гәзит-журналдар уҡырға ярата. Ошо көндәрҙә уны Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатты.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2021-09-13/hol-o-k-rk-m-he-m-te-ma-tauly-2503145
13 Сентябрь 2021, 15:45
ba
Беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй…
Зөһрә Хәдит ҡыҙы 1946 йылда 29 июлендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1969-1980 йылдарҙа Әбйәлил районында уҡытыусы булып эшләй. 1980 йылда Сибайға күсеп килә, мәктәп-интернатта, Сибай педагогия колледжында хеҙмәт юлын дауам итә. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем “Атайсал” гәзитендә мөхәррир булып эшләне. 2005-2012 йылдарҙа “Сулпан” театрында әҙәби бүлекте етәкләне. Зөһрә Хәдит ҡыҙы төрлө жанрҙа ижад итте, ололар өсөн дә, балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (Сибай), Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (Әбйәлил), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премия лауреаты (Баймаҡ). “Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәре хөрмәтле мөхәрриребеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Гәзит өсөн, милләт өсөн ул бик күп эшләне. Үҙе беҙҙең арала булмаһа ла ижады тере: йырҙары яңғырай, әҫәрҙәре уҡыла… Тимәк, ул йәшәй, беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй…
Зөһрә Хәдит ҡыҙы 1946 йылда 29 июлендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1969-1980 йылдарҙа Әбйәлил районында уҡытыусы булып эшләй. 1980 йылда Сибайға күсеп килә, мәктәп-интернатта, Сибай педагогия колледжында хеҙмәт юлын дауам итә. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем “Атайсал” гәзитендә мөхәррир булып эшләне. 2005-2012 йылдарҙа “Сулпан” театрында әҙәби бүлекте етәкләне. Зөһрә Хәдит ҡыҙы төрлө жанрҙа ижад итте, ололар өсөн дә, балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (Сибай), Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (Әбйәлил), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премия лауреаты (Баймаҡ).“Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәре хөрмәтле мөхәрриребеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Гәзит өсөн, милләт өсөн ул бик күп эшләне. Үҙе беҙҙең арала булмаһа ла ижады тере: йырҙары яңғырай, әҫәрҙәре уҡыла…
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2021-07-29/be-e-y-r-kt-r-y-sh-y-2444592
29 Июль 2021, 12:00
ba
«Йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар...»
Йәйҙең иң матур мәлендә донъяға килгән беҙҙең яратҡан, сикһеҙ ихтирам иткән остазыбыҙ—Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтова. Эйе, тап уға оҡшарға тырышып Сибай интернат-мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе педагог һөнәрен һайланы, уның кеүек изге һөнәр эйәһе—тәрбиәсе булып китте. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны, сәсәниә Ғәлимә Әхмәтова Урал аръяғы балаларын тәрбиәләп, оло тормошҡа ныҡлы аяҡ баҫтырға ярҙам иткән иң шәп педагогтарҙың береһе булыуы менән маҡтауға лайыҡ.--Төрлө тарафтарҙан, төрлө ғаиләләрҙән йыйылған балаларҙы бер коллективҡа туплап, бер ғаилә итеүгә көс-дәртен, күңелен һалып, янып йөрөп эшләүенә хайран ҡалам. Ул бит бер беҙҙең класты ғына түгел, интернатта өс тиҫтә йыл эшләү дәүерендә әллә күпме балаларға ҡанат ҡуйған, үҫтергән, кеше иткән,--тип һоҡлана уның уҡыусыһы Сибай гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләүсе Гөлшат Ишмөхәмәтова.--Әле туған мәктәбемдә уның алымдарын ҡулланып мин дә ең һыҙғанып эшләйем. Быуындар күсәгилешлеген дауам итеүемә ифрат шатмын.Гөлшат Юлай ҡыҙының һүҙҙәрен һабаҡташы, эшҡыуар, ҡала Советы депутаты Әхәт Асылбаев та хуплай.--Тыныс холоҡло, ябай кеше ул Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы. Бер ваҡытта ла беҙгә шулай-былай булығыҙ тип нотоҡ уҡыманы, йомшаҡ ҡына итеп һәр беребеҙҙең күңеленә юл тапты. Рәхмәтлемен тәрбиәсемә,--ти Әхәт Әхмәт улы.Беҙҙең ғаилә өсөн ул айырыуса ҡәҙерле. Ирем Мансурҙың тәрбиәсеһе булғас, мин һиңә ҡәйнә лә ул тип кенә ебәрә. Килен булғас уны бер һүҙһеҙ тыңлайым, гәзитебеҙгә мәҡәләләр, өгөт-нәсихәт, мөнәжәттәрен яҙһа, тиҙ генә уны баҫмабыҙға ҡуйҙыртырға тырышам. Тик ул алтын һүҙҙәренең ташҡа баҫылыуына түгел, тәрбиәләнгән уҡыусылары Әхәт, Мансурҙың иман йортона үҙе менән ҡуша изге ғәмәл ҡылырға йөрөүҙәрен күреп ҡыуана. Тимәк, тырышлығы бушҡа китмәгән.Беҙҙән йәшерәк уҡыусыларының береһе—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙына мәҙхиә йырлай.--Беҙҙең ишле ғаиләнән уның ҡулы аҫтында Ринат ағайым һәм мин тәрбиәләндек. Йырсы булараҡ та тап Ғәлимә апай минең һәләтемде асырға булышлыҡ итте. Йыр түңәрәге алып барҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтте. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, телевидениеға тапшырыуҙарға төшөүгә өсөн Өфөгә әллә нисә тапҡыр алып барҙы. Ул мине үҙенең ҡыҙы һымаҡ күреп яратты, хәстәрләне, баҡты. Яулаған үрҙәремдә, еңеүҙәремдә уның өлөшө ҙур. Йөрәгемдә уға ҡарата йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар,--ти йырсы. –Ҡыҙҙар-малайҙарҙы ул оло тормошҡа етди әҙерләне, ысын хужабикәләр, хужалар булығыҙ тип өйрәтте. Аллаға шөкөр, класташтарым уңған хужабикәләр, ғаилә башлыҡтары булып төрлө тарафтарҙа гөрләтеп донъя көтә. Осрашыуҙарҙа гел генә алайҙа беҙҙең тәрбиәсе Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы булған, эштән ҡурҡып тормайбыҙ, остазыбыҙ өйрәткәнсә, бынамын итеп йәшәйбеҙ тип ҡыуанабыҙ.Бер шулай йыр өйрәнәбеҙ. Ул миңә ҡарап торҙо ла, бер мәл мин олоғайырмын, һинең шәп йырсы булып китеп ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһауыңды телевизорҙан ҡарап, минең уҡыусым бит ул, тип һоҡланып ултырырмын, ти. Ул ваҡыттарҙан әллә күпме йылдар үтте. Быйыл Сибайҙа гимназия-интернатта осрашыуҙа ул телевизорҙан һине ҡарайым, уңыштарыңа һоҡланам, ижади үҫешеңде күҙәтеп барам, тине. Бына бит юрағаны хуш килде. Тәрбиәсемде ныҡ ихтирам итәм, яратам һәм сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.Гөлсөмдең әхирәте Белореттан Нәркәс Көмөшбаева ла Ғәлимә Әхмәтова беҙҙең менән 7 йыл эшләү дәүерендә тәрбиәсе лә, әсәй ҙә, психолог та, дуҫ та булды, тип яҙа.--Тәртипкә, таҙалыҡҡа, пунктуаль булырға өйрәтте. Шул наказдарына тормошта ныҡлы таянабыҙ,--ти Нәркәс.Яңыраҡ ҡына алтын юбилейын билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов та Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы тураһында тик яҡшы хәтирәләр һаҡлай.--Йыр түңәрәгендә тауыш асыу, уны ҡуйыу менән генә түгел, һәр оҙон көйҙөң тарихын, легендаларын һөйләп, күңелгә үтеп инерлек итеп, аһәңле башҡарыу серҙәренә төшөндөрҙө. Уның һабаҡтары минең өсөн үтә лә ҡәҙерле булды,--ти Альберт Рәфҡәт улы.Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙына уҡыусыларының рәхмәттәрен яҙа башлаһаң гәзит биттәре етмәҫ. Хеҙмәттәге уңыштарынан тыш, Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы йәмәғәт тормошта ла бик әүҙем шәхес. 2006 йылда республика сәсәндәр бәйгеһендә дипломат булып танылһа, 2009 йылда Өфөлә һүҙ оҫталары ярышында лауреат исемен яулаған. Уның өйөнөң бер бүлмәһе тарихи ҡомартҡылар, милли кейемдәр һаҡланған урын булараҡ биҙәлһә, бер бүлмәһе сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған. Уның эсе тулы дарыу үләндәре.Нәзәҡәтле ханым тормош иптәше Фәрғәт Зиннур улы Сәйетҡолов менән 54 йыл бергә-бергә, татыу-татлы ғүмер итеүе менән дә йәштәргә өлгө. 1967 йылда Баймаҡ районының Ярат-Мерәҫ ауылдары араһында гөрләгән ҡыҙыл туйҙағы теләктәргә тап төшөрмәй улар: ҡулға-ҡул тотоношоп, тигеҙ, татыу, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Мөхәббәт емештәре -- өс балалары ла тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы тормош көтә, үҙҙәре балалар үҫтерә.Хөрмәтле Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙын ғүмеренең мәртәбәле үренә--80 йәшенә аяҡ баҫыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлеккә кинәнеп, ҡыуаныс-шатлыҡтарға, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ!
Йәйҙең иң матур мәлендә донъяға килгән беҙҙең яратҡан, сикһеҙ ихтирам иткән остазыбыҙ—Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтова. Эйе, тап уға оҡшарға тырышып Сибай интернат-мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе педагог һөнәрен һайланы, уның кеүек изге һөнәр эйәһе—тәрбиәсе булып китте. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны, сәсәниә Ғәлимә Әхмәтова Урал аръяғы балаларын тәрбиәләп, оло тормошҡа ныҡлы аяҡ баҫтырға ярҙам иткән иң шәп педагогтарҙың береһе булыуы менән маҡтауға лайыҡ.--Төрлө тарафтарҙан, төрлө ғаиләләрҙән йыйылған балаларҙы бер коллективҡа туплап, бер ғаилә итеүгә көс-дәртен, күңелен һалып, янып йөрөп эшләүенә хайран ҡалам. Ул бит бер беҙҙең класты ғына түгел, интернатта өс тиҫтә йыл эшләү дәүерендә әллә күпме балаларға ҡанат ҡуйған, үҫтергән, кеше иткән,--тип һоҡлана уның уҡыусыһы Сибай гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләүсе Гөлшат Ишмөхәмәтова.--Әле туған мәктәбемдә уның алымдарын ҡулланып мин дә ең һыҙғанып эшләйем. Быуындар күсәгилешлеген дауам итеүемә ифрат шатмын. Гөлшат Юлай ҡыҙының һүҙҙәрен һабаҡташы, эшҡыуар, ҡала Советы депутаты Әхәт Асылбаев та хуплай.--Тыныс холоҡло, ябай кеше ул Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы. Бер ваҡытта ла беҙгә шулай-былай булығыҙ тип нотоҡ уҡыманы, йомшаҡ ҡына итеп һәр беребеҙҙең күңеленә юл тапты. Рәхмәтлемен тәрбиәсемә,--ти Әхәт Әхмәт улы. Беҙҙең ғаилә өсөн ул айырыуса ҡәҙерле. Ирем Мансурҙың тәрбиәсеһе булғас, мин һиңә ҡәйнә лә ул тип кенә ебәрә. Килен булғас уны бер һүҙһеҙ тыңлайым, гәзитебеҙгә мәҡәләләр, өгөт-нәсихәт, мөнәжәттәрен яҙһа, тиҙ генә уны баҫмабыҙға ҡуйҙыртырға тырышам. Тик ул алтын һүҙҙәренең ташҡа баҫылыуына түгел, тәрбиәләнгән уҡыусылары Әхәт, Мансурҙың иман йортона үҙе менән ҡуша изге ғәмәл ҡылырға йөрөүҙәрен күреп ҡыуана. Тимәк, тырышлығы бушҡа китмәгән. Беҙҙән йәшерәк уҡыусыларының береһе—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙына мәҙхиә йырлай.--Беҙҙең ишле ғаиләнән уның ҡулы аҫтында Ринат ағайым һәм мин тәрбиәләндек. Йырсы булараҡ та тап Ғәлимә апай минең һәләтемде асырға булышлыҡ итте. Йыр түңәрәге алып барҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтте. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, телевидениеға тапшырыуҙарға төшөүгә өсөн Өфөгә әллә нисә тапҡыр алып барҙы. Ул мине үҙенең ҡыҙы һымаҡ күреп яратты, хәстәрләне, баҡты. Яулаған үрҙәремдә, еңеүҙәремдә уның өлөшө ҙур. Йөрәгемдә уға ҡарата йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар,--ти йырсы. –Ҡыҙҙар-малайҙарҙы ул оло тормошҡа етди әҙерләне, ысын хужабикәләр, хужалар булығыҙ тип өйрәтте. Аллаға шөкөр, класташтарым уңған хужабикәләр, ғаилә башлыҡтары булып төрлө тарафтарҙа гөрләтеп донъя көтә. Осрашыуҙарҙа гел генә алайҙа беҙҙең тәрбиәсе Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы булған, эштән ҡурҡып тормайбыҙ, остазыбыҙ өйрәткәнсә, бынамын итеп йәшәйбеҙ тип ҡыуанабыҙ. Бер шулай йыр өйрәнәбеҙ. Ул миңә ҡарап торҙо ла, бер мәл мин олоғайырмын, һинең шәп йырсы булып китеп ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһауыңды телевизорҙан ҡарап, минең уҡыусым бит ул, тип һоҡланып ултырырмын, ти. Ул ваҡыттарҙан әллә күпме йылдар үтте. Быйыл Сибайҙа гимназия-интернатта осрашыуҙа ул телевизорҙан һине ҡарайым, уңыштарыңа һоҡланам, ижади үҫешеңде күҙәтеп барам, тине. Бына бит юрағаны хуш килде. Тәрбиәсемде ныҡ ихтирам итәм, яратам һәм сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Гөлсөмдең әхирәте Белореттан Нәркәс Көмөшбаева ла Ғәлимә Әхмәтова беҙҙең менән 7 йыл эшләү дәүерендә тәрбиәсе лә, әсәй ҙә, психолог та, дуҫ та булды, тип яҙа.--Тәртипкә, таҙалыҡҡа, пунктуаль булырға өйрәтте. Шул наказдарына тормошта ныҡлы таянабыҙ,--ти Нәркәс. Яңыраҡ ҡына алтын юбилейын билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов та Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы тураһында тик яҡшы хәтирәләр һаҡлай.--Йыр түңәрәгендә тауыш асыу, уны ҡуйыу менән генә түгел, һәр оҙон көйҙөң тарихын, легендаларын һөйләп, күңелгә үтеп инерлек итеп, аһәңле башҡарыу серҙәренә төшөндөрҙө. Уның һабаҡтары минең өсөн үтә лә ҡәҙерле булды,--ти Альберт Рәфҡәт улы. Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙына уҡыусыларының рәхмәттәрен яҙа башлаһаң гәзит биттәре етмәҫ. Хеҙмәттәге уңыштарынан тыш, Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы йәмәғәт тормошта ла бик әүҙем шәхес. 2006 йылда республика сәсәндәр бәйгеһендә дипломат булып танылһа, 2009 йылда Өфөлә һүҙ оҫталары ярышында лауреат исемен яулаған. Уның өйөнөң бер бүлмәһе тарихи ҡомартҡылар, милли кейемдәр һаҡланған урын булараҡ биҙәлһә, бер бүлмәһе сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған. Уның эсе тулы дарыу үләндәре. Нәзәҡәтле ханым тормош иптәше Фәрғәт Зиннур улы Сәйетҡолов менән 54 йыл бергә-бергә, татыу-татлы ғүмер итеүе менән дә йәштәргә өлгө. 1967 йылда Баймаҡ районының Ярат-Мерәҫ ауылдары араһында гөрләгән ҡыҙыл туйҙағы теләктәргә тап төшөрмәй улар: ҡулға-ҡул тотоношоп, тигеҙ, татыу, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Мөхәббәт емештәре -- өс балалары ла тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы тормош көтә, үҙҙәре балалар үҫтерә. Хөрмәтле Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙын ғүмеренең мәртәбәле үренә--80 йәшенә аяҡ баҫыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2021-06-11/yyr-ar-a-la-yyma-hisem-bar-2362775
11 Июнь 2021, 14:00
ba
АТАЙЫБЫҘ—ҒОРУРЛЫҒЫБЫҘ
Мулләхмәт Мөхәмәдиә улы Байназаров 1914 йылда Күсей ауылында бесән айында старателдәр ғаиләһендә тыуа. Алты бала тәрбиәләнә улар. Әсәһе Зөлҡәғиҙә өләсәй заманына күрә уҡымышлы кеше була, ғәрәпсә, латинса уҡый-яҙа белгән, шуға күрә ҡыҙ балаларҙы йыйып белемгә, дини һабаҡтарға өйрәткән. Ләкин ҡапыл ғына ауырып китеп, вафат була. Атайым 11 йәшенән атаһына эйәреп шахтала эш башлай. Өлкәндәр ыңғайына эшләүе бик ауыр була.Бер көндө ғаиләгә ҙур ҡайғы килә: аталары шахтаға ҡолап төшөп һәләк була. Шулай итеп, алты бала үкһеҙ етем ҡалып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп йәшәй башлай. Ике апаһы йәшләй генә кейәүгә сығып китә, ике ҡустыһы Түбәлә хәлле генә йәшәгән яҡын ғына туғаны Мөхәмәйән апаға барып һыйына. Апа уларҙы уҡытырға тырыша. Нуриәхмәт ағай Темәс педагогия техникумына уҡырға инә (диплом алып, инде эш башлайым тигәндә, һуғышҡа китә, взвод командиры, кесе лейтенант званиеһында яуҙа һәләк була).Атайым ҡарындашы менән ауылда тороп ҡала. Ауылда тирмәнсе булып эшләгән кешегә ярҙамсы булып бара. 1937 йылда әсәйебеҙгә өйләнә. Шәкирә тигән апайыбыҙ донъяға килә.1941 йылда ҡәһәрле һуғыш башланғас, атайыбыҙ йәш ҡатыны менән яҙа-йоҙа хушлашып, әсәйем сепрәккә төрөп биргән сөсө икмәкте моҡсайға һала ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙарға дусар иткән, ҡанлы күҙ йәштәре түктергән яуға инеп китә... Атайыбыҙ һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Шулай ҙа һөйләгәндәренән уның уҡсылар бригадаһында Украина тарафтарында һуғышыуын, әсирлек ғазабын кисереүен белдек. —Ҡоро һөйәккә ҡалдыҡ, нәҙек кенә сыбыҡты ла ашаҡлап сығырлыҡ хәл булманы. Аслыҡ шул хәлгә еткерҙе: кешеләр үлгәндәрҙең һум иттәрен ҡырҡып ашаны,—тигәне йөрәктә уйылып ҡалған.Түбәлә йәшәгән ике туған ҡустыһы Әнүәр ағай Байназаров һөйләүенсә, атайым өс иптәше менән лагерҙән ҡаса. Юлдарында поляк ир менән ҡатынға юлыға. Улар, ашатып-эсереп, өс көн тотҡандар. Артабан ҡасып барғанда, уларҙы фашистар күреп ҡала. Атайым бер оҙон торба эсенә инеп йәшеренеп ҡала. Тегеләр үтеп киткәс, кире сығайым, тиһә, артҡа ҡарай шыуып булмай ҙа ҡуя икән. Көскә, әмәлен табып, шыуышып барып сыҡһа, фашистар уны көтөп торған икән. Улар атайымды туҡмай-туҡмай кире концлагерға алып киткәндәр.Әсирҙәрҙе Францияға Бордо ҡалаһына, Люксембургка алып барып, эш көсө итеп тә файҙаланғандар. Атайыбыҙ, йоҡлағанда, һаташып, йыш ҡына беҙгә ят булған «Ормалинген» тигән һүҙҙе йыш ҡабатлай торғайны. Һуңынан картанан ҡараһаҡ, Швейцарияла Ормалинген тигән ҡала бар икән. Бәлки унда ла булғандыр. Ваҡытында һорашып ҡалмағанға, хәҙер үкендерә.Атайым, ҡара тәнлеләрҙе күрҙем, улар: “Муслим?” (мосолман) тип һораһалар, “Эйе”,—тиһәм ҡыуанып китәләр ине, тигәне иҫтә ҡалған.Беҙҙең атай оҫта ҡуллы, эш һөйөүсән, кешеләргә ярҙамсыл булды. Балта-көрәк һаплаһынмы, күнәк төпләһенме, сепаратор, сәғәт, теген машинаһын йүнәтһенме, ҡарауһыҙ ҡалған әбейҙәргә утын-бесән килтерһенме—бер ҙә ауырһынманы. Кешеләргә көйәнтәһен дә, һоҫҡоһон да, урам ҡапҡаһын да эшләп бирҙе. Ситән дә, балыҡ һөҙгөс тә үрҙе, ме-йес тә сығарҙы, ағас-тимерҙән барыһын да эшләне. Ауылдаштарымдың күбеһе атайым эшләгән сәңгелдәктә үҫте. Аяҡ кейемдәрен үҙе бик матур итеп ремонтлай (йүнәтә) ине. Әсәйгә һәм беҙгә бик матур биҙәүестәр—балдаҡ, беләҙектәр эшләп бирә ине. Өйгә мебелдәрҙе лә үҙе эшләне. Ул эшләгән диван, шкаф, ултырғыстар әле лә беҙгә хеҙмәт итә.Атайыбыҙ ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны, матур итеп бейене. Алюмин, еҙ ҡурайҙарын үҙе эшләп ала ине. Клубтарҙа йәштәр менән бергә сығыш яһаны, тирә-яҡҡа концерт ҡуйырға мин дә улар менән бергә сығып китә инем. Сәхнәлә Баймаҡ районы ҡурайсылары сығыш яһағанда, уны алғы планға сығарып бейетә торғайнылар. Ҡурайсылар ансамбле менән Өфөлә лә сығыш яһағаны булды. Хореограф Йәүҙәт Бикбирҙин: “Бейеүҙәремдең ҡайһы бер элементтарын Мулләхмәт ағайҙан өйрәндем”,—тип әйткәйне. Беҙҙең өйҙә музыкаль инс-трументтар: өрлөк тулы үлән, еҙ, алюмин ҡурайҙар, гармун, мандолина, ҡумыҙҙар булды. Әсәйем бик оҫта ҡумыҙ сиртә ине. Ҡустыларым Рәхмәт—ҡурайҙа, Рәфҡәт—гармунда, Сәғиҙә һеңлем гармунда һәм мандолинала, мин, Вәзимә һеңлем менән мандолинала уйнаныҡ. Бөтәбеҙ йыйылһаҡ, бергә ҡушылып уйнай торғайныҡ. Атайымдың ғаилә инструменталь ансамбле булып сәхнәлә сығыш яһарға, тигән теләге, үкенескә ҡаршы, тормошҡа ашманы. Бик ныҡ ауырып ятҡанында, тыны ҡыҫылһа ла, ҡурайында уйнап маташа ине. Атайыбыҙ ҡырҡ йылға яҡын тимерсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул ваҡытта «Ирәндек» совхозында партком секретары булып эшләгән Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров, рабочком, ауыл Советы атайымды ҙурлап, бүләктәр биреп, пенсияға оҙатты. Шуға ныҡ ҡыуанып йөрөгәйне.Бер ниндәй эш шарттары булмаған, һыуыҡ, таш тимерлектә эшләү уның һаулығын ныҡ ҡаҡшатты: үпкәһенә ҡором тулған, тинеләр. Вафатынан өс ай элек, ул дауахананан сыҡҡас, беҙ, балалары, төп йортҡа йыйылғайныҡ. Сәғиҙә һеңлемә гармунда бейеү көйө уйнарға ҡушты ла, хәле шәптән булмаһа ла, шундай дәртле итеп һуңғы тапҡыр бейене. Шунан, күп тә үтмәй, 67 йәшендә вафат булды.Эйе, Тыуған иле өсөн башын һалған, яу яланында батырҙарса һуғышҡан, Еңеү таңын аттырған һалдаттарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаһын ине.Шәһиҙә БАЙРАМҒОЛОВА. Баймаҡ ҡалаһы.
Мулләхмәт Мөхәмәдиә улы Байназаров 1914 йылда Күсей ауылында бесән айында старателдәр ғаиләһендә тыуа. Алты бала тәрбиәләнә улар. Әсәһе Зөлҡәғиҙә өләсәй заманына күрә уҡымышлы кеше була, ғәрәпсә, латинса уҡый-яҙа белгән, шуға күрә ҡыҙ балаларҙы йыйып белемгә, дини һабаҡтарға өйрәткән. Ләкин ҡапыл ғына ауырып китеп, вафат була. Атайым 11 йәшенән атаһына эйәреп шахтала эш башлай. Өлкәндәр ыңғайына эшләүе бик ауыр була. Бер көндө ғаиләгә ҙур ҡайғы килә: аталары шахтаға ҡолап төшөп һәләк була. Шулай итеп, алты бала үкһеҙ етем ҡалып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп йәшәй башлай. Ике апаһы йәшләй генә кейәүгә сығып китә, ике ҡустыһы Түбәлә хәлле генә йәшәгән яҡын ғына туғаны Мөхәмәйән апаға барып һыйына. Апа уларҙы уҡытырға тырыша. Нуриәхмәт ағай Темәс педагогия техникумына уҡырға инә (диплом алып, инде эш башлайым тигәндә, һуғышҡа китә, взвод командиры, кесе лейтенант званиеһында яуҙа һәләк була).Атайым ҡарындашы менән ауылда тороп ҡала. Ауылда тирмәнсе булып эшләгән кешегә ярҙамсы булып бара. 1937 йылда әсәйебеҙгә өйләнә. Шәкирә тигән апайыбыҙ донъяға килә. 1941 йылда ҡәһәрле һуғыш башланғас, атайыбыҙ йәш ҡатыны менән яҙа-йоҙа хушлашып, әсәйем сепрәккә төрөп биргән сөсө икмәкте моҡсайға һала ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙарға дусар иткән, ҡанлы күҙ йәштәре түктергән яуға инеп китә... Атайыбыҙ һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Шулай ҙа һөйләгәндәренән уның уҡсылар бригадаһында Украина тарафтарында һуғышыуын, әсирлек ғазабын кисереүен белдек. —Ҡоро һөйәккә ҡалдыҡ, нәҙек кенә сыбыҡты ла ашаҡлап сығырлыҡ хәл булманы. Аслыҡ шул хәлгә еткерҙе: кешеләр үлгәндәрҙең һум иттәрен ҡырҡып ашаны,—тигәне йөрәктә уйылып ҡалған. Түбәлә йәшәгән ике туған ҡустыһы Әнүәр ағай Байназаров һөйләүенсә, атайым өс иптәше менән лагерҙән ҡаса. Юлдарында поляк ир менән ҡатынға юлыға. Улар, ашатып-эсереп, өс көн тотҡандар. Артабан ҡасып барғанда, уларҙы фашистар күреп ҡала. Атайым бер оҙон торба эсенә инеп йәшеренеп ҡала. Тегеләр үтеп киткәс, кире сығайым, тиһә, артҡа ҡарай шыуып булмай ҙа ҡуя икән. Көскә, әмәлен табып, шыуышып барып сыҡһа, фашистар уны көтөп торған икән. Улар атайымды туҡмай-туҡмай кире концлагерға алып киткәндәр. Әсирҙәрҙе Францияға Бордо ҡалаһына, Люксембургка алып барып, эш көсө итеп тә файҙаланғандар. Атайыбыҙ, йоҡлағанда, һаташып, йыш ҡына беҙгә ят булған «Ормалинген» тигән һүҙҙе йыш ҡабатлай торғайны. Һуңынан картанан ҡараһаҡ, Швейцарияла Ормалинген тигән ҡала бар икән. Бәлки унда ла булғандыр. Ваҡытында һорашып ҡалмағанға, хәҙер үкендерә. Атайым, ҡара тәнлеләрҙе күрҙем, улар: “Муслим?” (мосолман) тип һораһалар, “Эйе”,—тиһәм ҡыуанып китәләр ине, тигәне иҫтә ҡалған. Беҙҙең атай оҫта ҡуллы, эш һөйөүсән, кешеләргә ярҙамсыл булды. Балта-көрәк һаплаһынмы, күнәк төпләһенме, сепаратор, сәғәт, теген машинаһын йүнәтһенме, ҡарауһыҙ ҡалған әбейҙәргә утын-бесән килтерһенме—бер ҙә ауырһынманы. Кешеләргә көйәнтәһен дә, һоҫҡоһон да, урам ҡапҡаһын да эшләп бирҙе. Ситән дә, балыҡ һөҙгөс тә үрҙе, ме-йес тә сығарҙы, ағас-тимерҙән барыһын да эшләне. Ауылдаштарымдың күбеһе атайым эшләгән сәңгелдәктә үҫте. Аяҡ кейемдәрен үҙе бик матур итеп ремонтлай (йүнәтә) ине. Әсәйгә һәм беҙгә бик матур биҙәүестәр—балдаҡ, беләҙектәр эшләп бирә ине. Өйгә мебелдәрҙе лә үҙе эшләне. Ул эшләгән диван, шкаф, ултырғыстар әле лә беҙгә хеҙмәт итә. Атайыбыҙ ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны, матур итеп бейене. Алюмин, еҙ ҡурайҙарын үҙе эшләп ала ине. Клубтарҙа йәштәр менән бергә сығыш яһаны, тирә-яҡҡа концерт ҡуйырға мин дә улар менән бергә сығып китә инем. Сәхнәлә Баймаҡ районы ҡурайсылары сығыш яһағанда, уны алғы планға сығарып бейетә торғайнылар. Ҡурайсылар ансамбле менән Өфөлә лә сығыш яһағаны булды. Хореограф Йәүҙәт Бикбирҙин: “Бейеүҙәремдең ҡайһы бер элементтарын Мулләхмәт ағайҙан өйрәндем”,—тип әйткәйне. Беҙҙең өйҙә музыкаль инс-трументтар: өрлөк тулы үлән, еҙ, алюмин ҡурайҙар, гармун, мандолина, ҡумыҙҙар булды. Әсәйем бик оҫта ҡумыҙ сиртә ине. Ҡустыларым Рәхмәт—ҡурайҙа, Рәфҡәт—гармунда, Сәғиҙә һеңлем гармунда һәм мандолинала, мин, Вәзимә һеңлем менән мандолинала уйнаныҡ. Бөтәбеҙ йыйылһаҡ, бергә ҡушылып уйнай торғайныҡ. Атайымдың ғаилә инструменталь ансамбле булып сәхнәлә сығыш яһарға, тигән теләге, үкенескә ҡаршы, тормошҡа ашманы. Бик ныҡ ауырып ятҡанында, тыны ҡыҫылһа ла, ҡурайында уйнап маташа ине. Атайыбыҙ ҡырҡ йылға яҡын тимерсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул ваҡытта «Ирәндек» совхозында партком секретары булып эшләгән Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров, рабочком, ауыл Советы атайымды ҙурлап, бүләктәр биреп, пенсияға оҙатты. Шуға ныҡ ҡыуанып йөрөгәйне. Бер ниндәй эш шарттары булмаған, һыуыҡ, таш тимерлектә эшләү уның һаулығын ныҡ ҡаҡшатты: үпкәһенә ҡором тулған, тинеләр. Вафатынан өс ай элек, ул дауахананан сыҡҡас, беҙ, балалары, төп йортҡа йыйылғайныҡ. Сәғиҙә һеңлемә гармунда бейеү көйө уйнарға ҡушты ла, хәле шәптән булмаһа ла, шундай дәртле итеп һуңғы тапҡыр бейене. Шунан, күп тә үтмәй, 67 йәшендә вафат булды. Эйе, Тыуған иле өсөн башын һалған, яу яланында батырҙарса һуғышҡан, Еңеү таңын аттырған һалдаттарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаһын ине. Шәһиҙә БАЙРАМҒОЛОВА.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2021-05-15/atayyby-orurly-yby-2265310
15 Май 2021, 11:05
ba
Ҡайғырмағыҙ мине китте тиеп, йырҙарымда мәңге ҡалырмын...
Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт йортонда яҡташтары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Әсҡәт Вәлиулла улы Бикбулатовтың Хәтер кисәһенә йыйылды.--Был көн уның тыуған көнөнә тап килҽүҽ, бҽҙҙҽ, бҽр туғандарын бҽр урынға туплау, әйтҽп бирә алмаҫлыҡ матур хәтирәләр, хистәр уятты. Ағайыбыҙҙың рухына аят бағышланды, ҡорбан ашынан ауыҙ иттҽк. Йылы һүҙҙәр мҽнән гҽнә иҫкә алдыҡ. Мәҙәниәт йорто халыҡ мҽнән шығырым тулы инҽ, бына ошо күрҽнҽш кҽнә лә Әсҡәт ағайыбыҙҙың ниндәй абруйлы, хөрмәтлҽ кҽшҽ булыуын иҫбатланы. Ауылдаштар тамаша ҡарарға түгҽл, ағайыбыҙҙы иҫкә алырға килгән. Һағышлы, моңһоу кисәлә тик йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр гҽнә яңғыраны. Әсҡәт ағайыбыҙҙың моңло йырҙарын тыңлау юҡһыныуыбыҙҙы көсәйттҽ, уның хаҡында иҫтәлҽктәр тыңлау ҡәҙерлебеҙ мҽнән ғорурланыу хисҽн арттырҙы,—тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Әсҡәт Вәлиулла улының бер туған һеңлеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова.Хәтҽр кисәһҽн үткәрҽүгә Ҡашҡар ауылы хакимиәт башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы ҙур көс һалған. Ә.Бикбулатовтың туғандары Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙына һәм уның командаһына, ағайҙарының дуҫтары Рәүҽф Аллабирҙҽ улы Һҽләүһҽновҡа һәм Ислам Нурҽтдин улы Игҽбаҽвҡа ҙур рәхмәтле.
Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт йортонда яҡташтары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Әсҡәт Вәлиулла улы Бикбулатовтың Хәтер кисәһенә йыйылды.--Был көн уның тыуған көнөнә тап килҽүҽ, бҽҙҙҽ, бҽр туғандарын бҽр урынға туплау, әйтҽп бирә алмаҫлыҡ матур хәтирәләр, хистәр уятты. Ағайыбыҙҙың рухына аят бағышланды, ҡорбан ашынан ауыҙ иттҽк. Йылы һүҙҙәр мҽнән гҽнә иҫкә алдыҡ. Мәҙәниәт йорто халыҡ мҽнән шығырым тулы инҽ, бына ошо күрҽнҽш кҽнә лә Әсҡәт ағайыбыҙҙың ниндәй абруйлы, хөрмәтлҽ кҽшҽ булыуын иҫбатланы. Ауылдаштар тамаша ҡарарға түгҽл, ағайыбыҙҙы иҫкә алырға килгән. Һағышлы, моңһоу кисәлә тик йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр гҽнә яңғыраны. Әсҡәт ағайыбыҙҙың моңло йырҙарын тыңлау юҡһыныуыбыҙҙы көсәйттҽ, уның хаҡында иҫтәлҽктәр тыңлау ҡәҙерлебеҙ мҽнән ғорурланыу хисҽн арттырҙы,—тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Әсҡәт Вәлиулла улының бер туған һеңлеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова. Хәтҽр кисәһҽн үткәрҽүгә Ҡашҡар ауылы хакимиәт башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы ҙур көс һалған.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2021-03-26/ay-yrma-y-mine-kitte-tiep-yyr-arymda-m-ge-alyrmyn-2301909
26 Март 2021, 16:00
ba
Элекке мөхәрриребеҙгә 70 йәш!
Ҡыштың һуңғы көнөндә матбуғат ветераны, шағирә, яҙыусы Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА 70 йәшен билдәләй.Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әбйәлил районы Юлдаш ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Сибайҙа йәшәгән осорҙа “Атайсал” гәзитендә бер нисә йыл мөхәррир вазифаһын башҡарҙы. Һәләтле журналист, публицист “Башҡортостан” гәзитендә бүлек мөхәррире булды.Әҙәбиәткә 80-се йылдарҙа килә. Хисле шиғырҙары, көслө проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танылыу яулай.«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.Гөлшат Әхмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» исемлеһе Башҡортостанда үткәрелгән драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектакль ҡуя.Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙын юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Именлек, ижади ҡомар, уңыштар теләйбеҙ!
Ҡыштың һуңғы көнөндә матбуғат ветераны, шағирә, яҙыусы Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА 70 йәшен билдәләй. Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әбйәлил районы Юлдаш ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Сибайҙа йәшәгән осорҙа “Атайсал” гәзитендә бер нисә йыл мөхәррир вазифаһын башҡарҙы. Һәләтле журналист, публицист “Башҡортостан” гәзитендә бүлек мөхәррире булды. Әҙәбиәткә 80-се йылдарҙа килә. Хисле шиғырҙары, көслө проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танылыу яулай.«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә. Гөлшат Әхмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» исемлеһе Башҡортостанда үткәрелгән драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектакль ҡуя. Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙын юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2021-02-28/elekke-m-h-rrirebe-g-70-y-sh-1180527
28 Февраль 2021, 21:00
ba
Исеме мәңгеләштерелде
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы батырҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бихисап эштәр эшләнә. Күптән түгел Төйәләҫ ауылындағы 11-се урта мәктәптең тәүге директоры, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы Халиҡов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.Сарала Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.Ә. Ишемғолова, мәғлүмәт бүлеге етәксеһе И.Е.Корепанова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И.Р. Солтәнгәрәев, ҡала музейы директоры А.З. Ярмуллина, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Х.Х.Хәмитов, ҡала архивы мөдире Н.И.Зәйнуллина, Сибай ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, педагогик хеҙмәт ветераны, крайҙы өйрәнеүсе Ф.З.Хәмитова, М.Х. Халиҡовтың ейәндәре һәм Әхмәр ауылы вәкилдәре ҡатнашты.Таҡтаташ асыуға мәктәп музейы мөдире, мәғариф ветераны Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова ҙур көс һалды, нәҡ уның инициативаһы менән тәүге директорҙың исеме мәңгеләштерелде.- М.Х. Халиҡов Баймаҡ районы Әхмәр ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй саҡтан уҡ белемгә ынтылған. Атаһы Хажиәхмәт латин, ғәрәп, рус телдәрен яҡшы белгән, шуға күрә улын да был телдәргә өйрәткән. Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Мөхәмәтғәли Баймаҡ районының Түбә, Муллаҡай ауылдарында уҡытҡан. 1934-1935 йылдарҙа Төйәләҫ (элекке Худолаз) ауылында рус-башҡорт мәктәбе асылғас, унда Мөхәмәтғәли директор итеп тәғәйенләнә һәм ғаиләһе менән Төйәләҫ ауылына күсеп килә.Һуғышҡа тиклем ауыл мәктәбендә 86 бала уҡыған. Мәғариф хеҙмәткәре булғанға күрә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улын бронь буйынса ауылда ҡалдыралар. Шулай ҙа ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарын кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай уға, яу яланында батырҙарса һәләк була. Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ҡатыны Таибә ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Бөгөнгө көндә балалары иҫән булмаһа ла, 17 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәләре һәм уларҙың балалары данлыҡлы Халиҡовтарҙың нәҫелен дауам итә.Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән таҡтаташ асыу идеяһын мәктәп директоры И.Ә.Буранғолова һәм Төйәләҫ ауылы рәйесе И.И. Исламбаев хупланы һәм ҙур ярҙам күрһәтте. Тик эҙләнеү эштәре бер аҙ ауырыраҡ булды, сөнки Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының һуғыш йылдары тураһындағы мәғлүмәт бик аҙ булғанға күрә, тарихтың осона сыға алмай ыҙаландыҡ. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигәндәй, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр осрап ҡына торҙо. Крайҙы өйрәнеүсе Ф.З.Хәмитоваға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ул беҙҙең проект менән ҡыҙыҡһынып, архивтарҙан, китапханаларҙан, төрлө энциклопедияларҙан, тарихи китаптарҙан мәғлүмәт эҙләне. Таҡтаташ эшләүҙә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәнсәре Р.А. Хисаметдинова финанс ярҙам күрһәтте. Бер маҡсатҡа ынтылып эшләгәс, теләгебеҙ тормошҡа ашты, —тине үҙ сығышында мәғариф ветераны С.М.Байназарова.Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы таҡтаташ асыуҙа, эҙләнеү эштәре алып барыуҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙең һәр береһенә айырым рәхмәтен белдерҙе.Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев был проект эшен ойошторғаны, үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн мәктәп музейы мөдире Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙын Ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.Артабан өс тиҫтә йылдан ашыу 11-се урта мәктәптә эшләп килгән “Призывник” клубында тәрбиәләнеүселәр (етәксеһе Ислам Исрафил улы Исламбаев) хәрби әҙерлек күнекмәләрен күрһәтте.Худолаз ауылы мәктәбенең тәүге директоры тураһындағы иҫтәлектәр менән Баймаҡ районы Әхмәр ауылы вәкиле З.Х. Кәримова һәм Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәне Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының ғилми хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы Р.А. Иҙрисов бүлеште.Сараның төп ҡунаҡтары — Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәндәре Р. А. Хисаметдинова һәм Р.А. Иҙрисов мәктәп музейына үҙҙәренең шәжәрәһен дауам итеүселәр тураһындағы мәғлүмәт тупланған фотоальбом бүләк итте. Шулай уҡ олатайҙары иҫтәлегенә ейәндәре уҡыусыларға М.Х. Халиҡов исемендәге премия булдырыу тураһындағы ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе. Был премия менән мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған уҡыусылар йыл һайын уҡыу йылы аҙағында бүләкләнәсәк.Сараның икенсе өлөшөндә мәктәп музейын асыу танатанаһы үтте. Төйәләҫ ауылы ветерандар советы рәйесе Д. А. Агеева мәктәп музейын булдырыу тарихы һәм 10 йыл дауамында тарихи материалдар йыйыу эше тураһында һөйләне. Сараның аҙағында ойоштороусылар йыйылған экспонаттар һәм ауыл тарихы менән танышыу өсөн барыһын да мәктәп музейына саҡырҙы.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы батырҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бихисап эштәр эшләнә. Күптән түгел Төйәләҫ ауылындағы 11-се урта мәктәптең тәүге директоры, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы Халиҡов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Сарала Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.Ә. Ишемғолова, мәғлүмәт бүлеге етәксеһе И.Е.Корепанова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И.Р. Солтәнгәрәев, ҡала музейы директоры А.З. Ярмуллина, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Х.Х.Хәмитов, ҡала архивы мөдире Н.И.Зәйнуллина, Сибай ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, педагогик хеҙмәт ветераны, крайҙы өйрәнеүсе Ф.З.Хәмитова, М.Х. Халиҡовтың ейәндәре һәм Әхмәр ауылы вәкилдәре ҡатнашты. Таҡтаташ асыуға мәктәп музейы мөдире, мәғариф ветераны Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова ҙур көс һалды, нәҡ уның инициативаһы менән тәүге директорҙың исеме мәңгеләштерелде.- М.Х. Халиҡов Баймаҡ районы Әхмәр ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй саҡтан уҡ белемгә ынтылған. Атаһы Хажиәхмәт латин, ғәрәп, рус телдәрен яҡшы белгән, шуға күрә улын да был телдәргә өйрәткән. Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Мөхәмәтғәли Баймаҡ районының Түбә, Муллаҡай ауылдарында уҡытҡан. 1934-1935 йылдарҙа Төйәләҫ (элекке Худолаз) ауылында рус-башҡорт мәктәбе асылғас, унда Мөхәмәтғәли директор итеп тәғәйенләнә һәм ғаиләһе менән Төйәләҫ ауылына күсеп килә.Һуғышҡа тиклем ауыл мәктәбендә 86 бала уҡыған. Мәғариф хеҙмәткәре булғанға күрә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улын бронь буйынса ауылда ҡалдыралар. Шулай ҙа ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарын кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай уға, яу яланында батырҙарса һәләк була. Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ҡатыны Таибә ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Бөгөнгө көндә балалары иҫән булмаһа ла, 17 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәләре һәм уларҙың балалары данлыҡлы Халиҡовтарҙың нәҫелен дауам итә. Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән таҡтаташ асыу идеяһын мәктәп директоры И.Ә.Буранғолова һәм Төйәләҫ ауылы рәйесе И.И. Исламбаев хупланы һәм ҙур ярҙам күрһәтте. Тик эҙләнеү эштәре бер аҙ ауырыраҡ булды, сөнки Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының һуғыш йылдары тураһындағы мәғлүмәт бик аҙ булғанға күрә, тарихтың осона сыға алмай ыҙаландыҡ. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигәндәй, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр осрап ҡына торҙо. Крайҙы өйрәнеүсе Ф.З.Хәмитоваға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ул беҙҙең проект менән ҡыҙыҡһынып, архивтарҙан, китапханаларҙан, төрлө энциклопедияларҙан, тарихи китаптарҙан мәғлүмәт эҙләне. Таҡтаташ эшләүҙә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәнсәре Р.А. Хисаметдинова финанс ярҙам күрһәтте. Бер маҡсатҡа ынтылып эшләгәс, теләгебеҙ тормошҡа ашты, —тине үҙ сығышында мәғариф ветераны С.М.Байназарова. Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы таҡтаташ асыуҙа, эҙләнеү эштәре алып барыуҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙең һәр береһенә айырым рәхмәтен белдерҙе.Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев был проект эшен ойошторғаны, үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн мәктәп музейы мөдире Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙын Ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Артабан өс тиҫтә йылдан ашыу 11-се урта мәктәптә эшләп килгән “Призывник” клубында тәрбиәләнеүселәр (етәксеһе Ислам Исрафил улы Исламбаев) хәрби әҙерлек күнекмәләрен күрһәтте. Худолаз ауылы мәктәбенең тәүге директоры тураһындағы иҫтәлектәр менән Баймаҡ районы Әхмәр ауылы вәкиле З.Х. Кәримова һәм Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәне Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының ғилми хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы Р.А. Иҙрисов бүлеште. Сараның төп ҡунаҡтары — Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәндәре Р. А. Хисаметдинова һәм Р.А. Иҙрисов мәктәп музейына үҙҙәренең шәжәрәһен дауам итеүселәр тураһындағы мәғлүмәт тупланған фотоальбом бүләк итте. Шулай уҡ олатайҙары иҫтәлегенә ейәндәре уҡыусыларға М.Х. Халиҡов исемендәге премия булдырыу тураһындағы ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе. Был премия менән мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған уҡыусылар йыл һайын уҡыу йылы аҙағында бүләкләнәсәк. Сараның икенсе өлөшөндә мәктәп музейын асыу танатанаһы үтте. Төйәләҫ ауылы ветерандар советы рәйесе Д. А. Агеева мәктәп музейын булдырыу тарихы һәм 10 йыл дауамында тарихи материалдар йыйыу эше тураһында һөйләне.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2020-09-29/iseme-m-gel-shterelde-777406
29 Сентябрь 2020, 18:32
ba
Сибай колледжы исемле булды!
Урал аръяғы райондарының һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен йыр-моң, сәнғәт донъяһына алып сығыуға ҙур өлөш индергән, Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжы асыуҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡарған, уның инициаторы һәм тәүге директоры булған Камил Вәливтың исеме уҡыу йортона бирелде. Быйыл танылған йырсы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисының тыуыуына майҙа 90 йәш тулды.Камил Вәлиев Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡый, аҙаҡ Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогика институтына күсә. Уны тамамлап, Өфө дәүләт филармонияһына эшкә ҡайта, республиканың бар район һәм ҡалаларын концерттар менән әйләнеп сыға. СССР-ҙың күп төбәктәрен гастролдәр менән урап сыҡҡан көмөш тауышлы, уникаль йырсы ла ул. 1969-1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы директоры була, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы булып эшләй. 1993-1997 һәм 2007-2009 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы була. 67 йәшендә Камил Абдрахман улы Өфөләге тыныс тормошон ҡалдырып, Урал аръяғындағы һәләтле балаларҙы музыка донъяһына йәлеп итәм тип, Сибай сәнғәт училищеһын асырға Сибайға килә. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр ул асҡан уҡыу йорто әле лә балаларға сәнғәт донъяһына юл аса, әллә күпме һәләтле йырсылар, ҡурайсылар, рәссамдәр, бейеүселәр үҫтереп сығарған.
Урал аръяғы райондарының һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен йыр-моң, сәнғәт донъяһына алып сығыуға ҙур өлөш индергән, Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжы асыуҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡарған, уның инициаторы һәм тәүге директоры булған Камил Вәливтың исеме уҡыу йортона бирелде. Быйыл танылған йырсы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисының тыуыуына майҙа 90 йәш тулды. Камил Вәлиев Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡый, аҙаҡ Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогика институтына күсә. Уны тамамлап, Өфө дәүләт филармонияһына эшкә ҡайта, республиканың бар район һәм ҡалаларын концерттар менән әйләнеп сыға. СССР-ҙың күп төбәктәрен гастролдәр менән урап сыҡҡан көмөш тауышлы, уникаль йырсы ла ул. 1969-1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы директоры була, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы булып эшләй. 1993-1997 һәм 2007-2009 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы була. 67 йәшендә Камил Абдрахман улы Өфөләге тыныс тормошон ҡалдырып, Урал аръяғындағы һәләтле балаларҙы музыка донъяһына йәлеп итәм тип, Сибай сәнғәт училищеһын асырға Сибайға килә.
Шәхес
false
https://ataisal.com/articles/sh-khes/2020-07-13/sibay-kolledzhy-isemle-buldy-83682
13 Июль 2020, 17:55
ba
Ҡатын-ҡыҙҙың көсө уның көсһөҙлөгөндә. (Мөхәррир һүҙе.)
Боронғо грек легендаһында һөйләнелеүенсә, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы бар ҡылыр алдынан бер һауытҡа наҙлы ҡояш нурҙарын, шишмәләр сафлығын, сәскәләр нәфислеген, нәзәкәтлеген, нескәлеген, көҙгө уңыш муллығын, күбәләктең елпелдәклеген, аҡҡош тоғролоғон, хамелеондың тиҙ үҙгәреү һәләтен, болоттарҙың илаҡлығын, һыйыр баҫалҡылығын, ишәк тиҫкәрелеген, сәүкәнең күп һүҙлелеген, төлкө мутлығын, хәйләкәрлеген, бер семтем йылан мәкерлеген, кенәсел-хаслығын һалған,  шунан һауытта йыйылғандарҙы яҡ-шылап бутап, камил Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан...                                                          Минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ асылмаҫ йомаҡ булды, ул үҙенә ылыҡтырҙы, әйҙәне, саҡырҙы, шул уҡ ваҡытта мәңге сиселмәҫ һәм асылмаҫ мөғжизәгә туҡылған сер кимәлендә ҡалды. Башҡа ир-егеттәр ҙә күңелем түрендә йөрөткән тойғоларҙы кисергәндәрҙер, кисе-рәләрҙер, моғайын. Гелән ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгөнә, табындым, әммә бер-нисәүһе генә иң-иңдәр иҫәбендә, хыялым бейеклегендә ҡалды. Йәшлек йылдарында улар арҡаһында кисергән күтәренке рух, күңел ҡайтыу, төңөлөүҙәр, ҡәнәғәтһеҙлек, өмөтһөҙлөктәр хәтеремә зебра тиреһеләй аҡ һәм ҡара һыҙат булып уйылды. Барыһын да берәмтәләп бөгөнгөләй иҫләйем, хәтерләйем.        Миңә ете йәш тирәһе ине шикелле. Өйҙә бер үҙем генә. Утау-күмеү уйы менән баҡсаға сыҡтым, ә унда картуф күкрәп сәскә атып аҡлы-күкле төҫтәргә күмелгән. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, тәпкене бер яҡ ҡырға ырғыттым да, әсәйемә тип, мауығып китеп сәскәләр йыйырға тотондом. Уның тыуған көнө йәйҙең беренсе көнөндә. Баҡсалағы бөтә картуфты тиерлек “утаным”, ул ғына ла түгел, матурлыҡ өсөн тип гөлләмә уртаһына помидорҙың һап-һары шәлкемен дә өҫтәп ебәрҙем.     Шуҡлығымды күреп ҡалған күрше еңгә: "Ну, малай, бөгөн шыйтыҡ сыбыҡ эләгә, кәрәг-еңә алаһың инде!"- тип күңелде төшөрҙө. Ҡурҡыуым төптө юҡҡа булған, әсәйем, бүләгемде ҡабул иткәс, эскерһеҙ йылмайып ебәреп былай тине: "Рәхмәт, улым, бик матур, үтә күркәм гөлләмә, картуф көндә тәғәмләнер ризыҡ булһа сәскә онотолмаҫ йән аҙығы!" Күп йылдар үткәс, шундай һығымтаға килдем: әсәйем ошо ҡылығы менән миндә ҡатын-ҡыҙ-ҙарға ҡарата иғтибар, хәстәр тәрбиәләргә теләгәндер.    Беҙҙең өйҙә өс ҡатын-ҡыҙ ине: әсәйем һәм ике апайым. Үҙемде һәр саҡ яҡлаусы-һаҡлаусы итеп тойҙом, көсөмдән килгәнсә уларға ярҙам итергә тырыштым. Бер ваҡыт күрше урамда йәшәгән малай әсәйем хаҡында: "Ул йөк аты кеүек..." – тигән һүҙҙәр ысҡындырҙы, күрәһең, өйҙәрендәге ололарҙың һүҙен ҡабатлағандыр. "Йөк аты?! Тағы бер ҡабатла әле!" "Ат! Ат! Әсәйең эштән башҡа бер ни күрмәй, бер ни белмәй!" Үҙемдән күпкә олораҡ та, көслөрәк тә малайға ташландым. Ул еңел генә һуғып осора торҙо, мин уға ҡаянан ҡаҡлығып кире барып һылашҡан елдәй оса-ҡуна йәбешә торҙом. Ап-аҡ күлдәгем ҡап-ҡараға ҡалып бысранды, маңлайым яраланды, танауҙан ҡан борхоно. Ҡояшлы көн ҡыҙыл төҫкә мансылды. Дошманымды еңеремә ышанмаһам да ҡырталашыуымды дауам иттем. Кәсекләшеүҙе тамаша ҡылған теге малайҙың ағаһы рухи яҡтан һынғандыр, бирешкәндер күр-әһең, ниһайәт беҙҙе ике яҡҡа айырып ҡустыһына асыулы екерҙе: "Етәр! Ысынлап та, уның әсәһе ауылда иң һәйбәте, иң аҡыллыһы, иң сибәре! Хәҙер үк ғәфү үтен! Ғәфү үтенмәһәң, мин уның яғы-на баҫам, ул саҡта һыу эскеһеҙ итеп туҡмаласаҡһың!" Шөрләүгә ҡалған до-шманым теләр-теләмәҫ кенә теш араһынан һығып: "Ғәфү ит, яңылышҡанмын..." - тине. Был һүҙҙәрҙе иш-еткәндән һуң ҡысҡырып илап ебәрҙем...        Өйләнгәс, ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, әсәйем килене менән бер һүҙле булды. Ул һәр саҡ: "Килен хаҡлы булмаһа ла, ғәфү үтен..."- тип өйрәтте.                                                         Армияла хеҙмәт иткәндә Рига ҡалаһының тимер юл вокзалында Калининград яғына ҡарай поезд көтөргә тура килде. Томанлы, һыуыҡ көҙ көнө, ямғыр һибәләй. Ҡапыл вокзал уртаһына баҫҡан ун туғыҙ-егерме йәштәр тирәһендәге йәш ҡыҙға иғтибар иттем. Ул миңә донъя йөҙөндәге иң матур, камил, нәфис, сит планета вәкиле, алиһәгә тиң йән эйәһеләй күренде. Әйтерһең ул гөнаһлы ерҙәге ығы-зығыны күреп китер өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килгән дә, бына-бына ҡайҙалыр осоп күҙҙән юға-лыр төҫлө. Йүгерә-атлай эргәләге сәскә салонына индем. Унда ниндәй генә гөлләмәләр юҡ! Кеҫәләге аҡсам тере ҡуҙҙай ут ҡыҙыл өс ҡәнәфер алырға ғына етте. Тап-шырыласаҡ бүләгемде тотоп, кире вокзалға индем. Ҡыҙ һаман шул урынында. Үткән-һүткәндәргә ғорур, тәкәббер, саҡырыулы ҡараш ташлап та алғылай. Кемделер көткән дә һымаҡ. Сәскәләремде нисегерәк итеп тапшырырға белмәй аңҡы-тиңке киләм, күңелемдә урғылған килешле, наҙлы һүҙҙәремде барлайым. Бына яныма ялтас башлы бер ир килеп баҫты һәм ҡыҙға ымлап: "Һалдат, был фәхишәне алғың киләме? Уның хаҡы үтә ҡиммәт, әммә килешербеҙ..."- тине. Минең өсөн яҡты көн дөм ҡара төнгә әйләнде, баяғы илаһи хистәрем ҡапыл, күҙ менән ҡаш араһында һүрелделәр. Ҡаршымдағы ирҙең оятһыҙ йөҙөнә йән көскә тондорғом килде, ләкин үҙемде көскә тотоп ҡалып, тештәремде ҡыҫып, бер яҡ ситкә китә һалдым. Бер аҙ тыныслана төшкәс, сәскәләрҙе касса яғындағы оҙон сират осона баҫҡан оло йәштәге апайға алып барып тотторҙом. Ул ғәжәпләнеп китте: "Ни өсөн миңә?" "Һеҙ әсәйемә ныҡ оҡшағанһығыҙ", - тип яуапланым. Ҡыуанған апай күҙ алдымда үҙгәреп, йәшә-реп киткәндәй итте. Вокзал майҙансығына сыҡтым. Кеше күп йөрөгән урында шөкәтһеҙ бер ир ҡыҙғаныс тауыш менән хәйер теләнселәп ултыра. Үтеүселәр уның йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып, эргәһендәге ҡатырға ҡумтаға тәңкә тинлектәр ырғытып, тиҙерәк китеү яғын ҡарай... Ҡыҙ тәнен һатһа, был ғәрип үҙенең бәхетһеҙлеге, ҡотто осорғос тышҡы ҡиәфәте менән һатыу итә. Улар араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ ине. Күп йылдар үтһә лә, тормошомдоң ошо көнөнә әле лә әйләнеп ҡайтам. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, фәрештә һәм шайтан сиам игеҙәктәре кеүек, бер үк кешелә йәшәй. Уларҙы айырып алыу мөмкин түгел. Бигерәк тә бөгөнгө көндә. Донъяла гүзәл ҡыҙҙар, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр күп. Улар – беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, ғаилә усағын йылытыусы. Н. Некрасов "Есть женщины в русских селениях" тип, уларҙы алиһә бейеклегенә сөйөп һоҡланған. Әммә хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы үҙгәрҙе. Егерме беренсе быуатта ул уҫал, туп-аҫ, хатта өҫтәп әйтер инем, әҙәпһеҙгә әүерелде. Ни өсөн? Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға беренсе сиратта бөгөнгө йәмғиәт кире тәьҫир итә. Хәҙерге баҙар, һатып алыу, һатыу осоро ҡатын-ҡыҙҙы эшсе көсө, матди ҡиммәттәр табыусы, ғаиләне аҫраусы булараҡ ҡабул итә. Ул ир-егет менән бер рәттән, бер ҡатарҙан хеҙмәт итә. Эштән һуң юл ыңғайында кәрәк-яраҡ һатып алып, хәлдән тайып, арып-талып ҡайтып инә. Өйҙә уны булдыҡһыҙ ире, мыжыҡ балалары, аш бүлмәһе, һауыт-һаба көтә. Иртәгәһенә шул уҡ хәл тағы ҡабатлана, тағы... Йылмайыу, наҙлылыҡ өсөн ваҡыт та ҡалмай. Күптән түгел бер журналда Франция ҡатын-ҡыҙҙарының көн итеүе менән таныштым. Мәҡәләне тулыһынса ҡабатламайынса, бер миҫалда ғына туҡталам: француз ҡатыны ике килонан артыҡ йөк күтәрмәй, йәғни көндәлек тотоп йөрөгән ридикюле ауыр-лығы ғына! Беҙҙең ҡатындар шулай йәшәһен ине! Ҡана ла һуң! Ир-егеттәр, ғаиләләге беренселекте ҡатындарға тапшырып, әрәм-тамаҡ рәүешендә ҡалған түгелме? Бер танышым, уға ниндәй генә һорау бирһәң дә, бер төрлө яуап бирә: "Мин бер нәмә лә белмәйем, ҡатынымдан һора, ул белә, ул хәл итә..." Мәктәптә эшләгән саҡта уҡыусыларыма "Өйөгөҙҙә ғаиләне кем аҫрай?" тигән һорауҙы бирҙем. Асыҡланыуынса, ғаиләлә башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй (бер генә түгел, бер юлы ике-өс урында). Ә ир-егеттәр ҡайҙа? Улар Об-ломов кеүек, бот күтәреп диванда ята, телевизор ҡарай, тәмәке быҫҡыта, ҡырын ятып һыра һемерә. Мәшәҡәтле эш көнө һуңынан ғаиләне киске аш менән һыйлау, ҡашығаяҡты йыйыштырыу, йыйылып киткән күбәләй керҙе йыуыу, иртәнге сәйгә тип нимә лә булһа бешереп, әҙерләп ҡуйыу, балаларҙың дәресен тикшереү кемдең өҫтөндә тиһегеҙ? Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Ошоларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй наҙ, йомшаҡлыҡ талап итергә мөмкин?                                                Әлеге мәлдә йәмғиәт рухи көрсөк кисерә, быға күберәк эскелек, баҙар иҡтисадының кире яҡтары тәьҫир итә, йоғонто яһай. Күптән түгел зауыҡһыҙ буянған (бәлки, күңеле лә шулай ала-солалыр) иҫерек йәш ҡыҙҙы күрҙем, ул бысраҡ кейем кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан егет менән ҡултыҡлашып алған. Ҡыҙ үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәгәнгә оҡшаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр хәҙер бик йыш осрай. Бөгөнгө көндә бигерәк тә хәмер эсеү, эскелеккә бирелеү хафаға һала, был яман мауығыуҙың гүзәл заттарыбыҙ араһында таралыуы ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, ҡатын-ҡыҙ алкоголизмын дауалап булмай, тип ҡәтғи раҫлайым. Икенсе яртыбыҙға ҡарата хөрмәт, мөхәббәт бөтһә, ул ябай тауарға әйләнһә, рухи бөлөү ошо була инде. Интернет, йәки ниндәй генә "һары" матбуғат баҫмаһын алма, унда тән һатылыу урындары хаҡында мәғлүмәткә юлығаһың. Яҡындарыбыҙҙың ошондай һатлыҡ затҡа әйләнеүендә ир-егеттәр ҙә ғәйепле бит! "Битһеҙ ҡатын" тигән рәсем бар. Бында матур кәүҙә һүрәтләнгән, ә кәүҙәнең бите юҡ. Бит урынына... бушлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ үткән менән киләсәкте бәйләүсе изге зат. Ошо картинаны ҡарағандан һуң шундайыраҡ һығымтаға киләһең – изгелектән яҙғанбыҙ икән, тимәк, беҙ, төпһөҙ упҡынға тәгәреүсе йәмғиәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөйөк, саф, абруйлы, дәрәжәле һылыуҙарыбыҙ, сибәрҙәребеҙ элекке заманда тороп ҡалған төҫлө. Үҙенә иш таба алмаған ир-егеттәр төңөлөп Пушкиндың Татьянаһына, Толстойҙың Наташа Ростоваһына, Тургеневтың Асяһына ғашиҡ булырға мәжбүр. Элек һөйгәндәре, берҙән-берҙәре өсөн алышып, дуэль ойошторһалар, бөгөн, киреһенсә, әрһеҙ ҡыҙҙар ихтыярһыҙ, боламыҡ егеттәрҙе яҡлай. Донъя үҙгәрә... Тормошомда күп төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә тура килде: һоҫҡо көрәк менән асфальт һалыусы, бокс буйынса ярыштарҙа һәм ҡағиҙәһеҙ алыштарҙа ҡатнашыусы, хоккей уйнаусы, көс еткеһеҙ ауыр штанга күтәреүсе... Ләкин минең наҙлы, мәрхәмәтле, хатта көсһөҙ, ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙы күргем килә. Ҡатын-ҡыҙ бит барыбер ҙә көсһөҙлөгө менән көслө. Ул үҙенең тәбиғәте менән илаһи, ҡабатланмаҫ зат, һөйөү сығанағы. Дантены "Божественная комедия", Петрарканы "Книга песен" әҫәрҙ-әрен яҙырға ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған мәңгелек мөхәббәт илһамландырған. Уҡыусыларын-шәкерттәрен өйрәткәндә Сократ: "Бер нәмәгә ҡарамай өйләнегеҙ... Һәйбәт кәләш эләкһә - уңырһығыҙ, насары эләкһә - философ булып китерһегеҙ", тигән сағында моғайын да ағас игәүлеге менән танылған ҡатыны Ксантиппаға күҙ ташлап алырға ла онотмағандыр... Боронғо грек яҙыусыһы Диоген көндөҙ шәм яндырып, "Кеше эҙләйем!" тип йөрөгән. Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем һәм эҙләйем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын! Һағыштарымды баҫырға ярҙам итсе гүзәл зат, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, яҡтылыҡҡа ос һәм илаһи ҡабатланмаҫ йәнгә әйлән!
Боронғо грек легендаһында һөйләнелеүенсә, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы бар ҡылыр алдынан бер һауытҡа наҙлы ҡояш нурҙарын, шишмәләр сафлығын, сәскәләр нәфислеген, нәзәкәтлеген, нескәлеген, көҙгө уңыш муллығын, күбәләктең елпелдәклеген, аҡҡош тоғролоғон, хамелеондың тиҙ үҙгәреү һәләтен, болоттарҙың илаҡлығын, һыйыр баҫалҡылығын, ишәк тиҫкәрелеген, сәүкәнең күп һүҙлелеген, төлкө мутлығын, хәйләкәрлеген, бер семтем йылан мәкерлеген, кенәсел-хаслығын һалған, шунан һауытта йыйылғандарҙы яҡ-шылап бутап, камил Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан... Минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ асылмаҫ йомаҡ булды, ул үҙенә ылыҡтырҙы, әйҙәне, саҡырҙы, шул уҡ ваҡытта мәңге сиселмәҫ һәм асылмаҫ мөғжизәгә туҡылған сер кимәлендә ҡалды. Башҡа ир-егеттәр ҙә күңелем түрендә йөрөткән тойғоларҙы кисергәндәрҙер, кисе-рәләрҙер, моғайын. Гелән ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгөнә, табындым, әммә бер-нисәүһе генә иң-иңдәр иҫәбендә, хыялым бейеклегендә ҡалды. Йәшлек йылдарында улар арҡаһында кисергән күтәренке рух, күңел ҡайтыу, төңөлөүҙәр, ҡәнәғәтһеҙлек, өмөтһөҙлөктәр хәтеремә зебра тиреһеләй аҡ һәм ҡара һыҙат булып уйылды. Барыһын да берәмтәләп бөгөнгөләй иҫләйем, хәтерләйем. Миңә ете йәш тирәһе ине шикелле. Өйҙә бер үҙем генә. Утау-күмеү уйы менән баҡсаға сыҡтым, ә унда картуф күкрәп сәскә атып аҡлы-күкле төҫтәргә күмелгән. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, тәпкене бер яҡ ҡырға ырғыттым да, әсәйемә тип, мауығып китеп сәскәләр йыйырға тотондом. Уның тыуған көнө йәйҙең беренсе көнөндә. Баҡсалағы бөтә картуфты тиерлек “утаным”, ул ғына ла түгел, матурлыҡ өсөн тип гөлләмә уртаһына помидорҙың һап-һары шәлкемен дә өҫтәп ебәрҙем. Шуҡлығымды күреп ҡалған күрше еңгә: "Ну, малай, бөгөн шыйтыҡ сыбыҡ эләгә, кәрәг-еңә алаһың инде!"- тип күңелде төшөрҙө. Ҡурҡыуым төптө юҡҡа булған, әсәйем, бүләгемде ҡабул иткәс, эскерһеҙ йылмайып ебәреп былай тине: "Рәхмәт, улым, бик матур, үтә күркәм гөлләмә, картуф көндә тәғәмләнер ризыҡ булһа сәскә онотолмаҫ йән аҙығы!" Күп йылдар үткәс, шундай һығымтаға килдем: әсәйем ошо ҡылығы менән миндә ҡатын-ҡыҙ-ҙарға ҡарата иғтибар, хәстәр тәрбиәләргә теләгәндер. Беҙҙең өйҙә өс ҡатын-ҡыҙ ине: әсәйем һәм ике апайым. Үҙемде һәр саҡ яҡлаусы-һаҡлаусы итеп тойҙом, көсөмдән килгәнсә уларға ярҙам итергә тырыштым. Бер ваҡыт күрше урамда йәшәгән малай әсәйем хаҡында: "Ул йөк аты кеүек..." – тигән һүҙҙәр ысҡындырҙы, күрәһең, өйҙәрендәге ололарҙың һүҙен ҡабатлағандыр. "Йөк аты?! Тағы бер ҡабатла әле!" Әсәйең эштән башҡа бер ни күрмәй, бер ни белмәй!" Үҙемдән күпкә олораҡ та, көслөрәк тә малайға ташландым. Ул еңел генә һуғып осора торҙо, мин уға ҡаянан ҡаҡлығып кире барып һылашҡан елдәй оса-ҡуна йәбешә торҙом. Ап-аҡ күлдәгем ҡап-ҡараға ҡалып бысранды, маңлайым яраланды, танауҙан ҡан борхоно. Ҡояшлы көн ҡыҙыл төҫкә мансылды. Дошманымды еңеремә ышанмаһам да ҡырталашыуымды дауам иттем. Кәсекләшеүҙе тамаша ҡылған теге малайҙың ағаһы рухи яҡтан һынғандыр, бирешкәндер күр-әһең, ниһайәт беҙҙе ике яҡҡа айырып ҡустыһына асыулы екерҙе: "Етәр! Ысынлап та, уның әсәһе ауылда иң һәйбәте, иң аҡыллыһы, иң сибәре! Хәҙер үк ғәфү үтен! Ғәфү үтенмәһәң, мин уның яғы-на баҫам, ул саҡта һыу эскеһеҙ итеп туҡмаласаҡһың!" Шөрләүгә ҡалған до-шманым теләр-теләмәҫ кенә теш араһынан һығып: "Ғәфү ит, яңылышҡанмын..." - тине. Был һүҙҙәрҙе иш-еткәндән һуң ҡысҡырып илап ебәрҙем... Өйләнгәс, ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, әсәйем килене менән бер һүҙле булды. Ул һәр саҡ: "Килен хаҡлы булмаһа ла, ғәфү үтен..."- тип өйрәтте. Армияла хеҙмәт иткәндә Рига ҡалаһының тимер юл вокзалында Калининград яғына ҡарай поезд көтөргә тура килде. Томанлы, һыуыҡ көҙ көнө, ямғыр һибәләй. Ҡапыл вокзал уртаһына баҫҡан ун туғыҙ-егерме йәштәр тирәһендәге йәш ҡыҙға иғтибар иттем. Ул миңә донъя йөҙөндәге иң матур, камил, нәфис, сит планета вәкиле, алиһәгә тиң йән эйәһеләй күренде. Әйтерһең ул гөнаһлы ерҙәге ығы-зығыны күреп китер өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килгән дә, бына-бына ҡайҙалыр осоп күҙҙән юға-лыр төҫлө. Йүгерә-атлай эргәләге сәскә салонына индем. Унда ниндәй генә гөлләмәләр юҡ! Кеҫәләге аҡсам тере ҡуҙҙай ут ҡыҙыл өс ҡәнәфер алырға ғына етте. Тап-шырыласаҡ бүләгемде тотоп, кире вокзалға индем. Ҡыҙ һаман шул урынында. Үткән-һүткәндәргә ғорур, тәкәббер, саҡырыулы ҡараш ташлап та алғылай. Кемделер көткән дә һымаҡ. Сәскәләремде нисегерәк итеп тапшырырға белмәй аңҡы-тиңке киләм, күңелемдә урғылған килешле, наҙлы һүҙҙәремде барлайым. Бына яныма ялтас башлы бер ир килеп баҫты һәм ҡыҙға ымлап: "Һалдат, был фәхишәне алғың киләме? Уның хаҡы үтә ҡиммәт, әммә килешербеҙ..."- тине. Минең өсөн яҡты көн дөм ҡара төнгә әйләнде, баяғы илаһи хистәрем ҡапыл, күҙ менән ҡаш араһында һүрелделәр. Ҡаршымдағы ирҙең оятһыҙ йөҙөнә йән көскә тондорғом килде, ләкин үҙемде көскә тотоп ҡалып, тештәремде ҡыҫып, бер яҡ ситкә китә һалдым. Бер аҙ тыныслана төшкәс, сәскәләрҙе касса яғындағы оҙон сират осона баҫҡан оло йәштәге апайға алып барып тотторҙом. Ул ғәжәпләнеп китте: "Ни өсөн миңә?" "Һеҙ әсәйемә ныҡ оҡшағанһығыҙ", - тип яуапланым. Ҡыуанған апай күҙ алдымда үҙгәреп, йәшә-реп киткәндәй итте. Вокзал майҙансығына сыҡтым. Кеше күп йөрөгән урында шөкәтһеҙ бер ир ҡыҙғаныс тауыш менән хәйер теләнселәп ултыра. Үтеүселәр уның йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып, эргәһендәге ҡатырға ҡумтаға тәңкә тинлектәр ырғытып, тиҙерәк китеү яғын ҡарай... Ҡыҙ тәнен һатһа, был ғәрип үҙенең бәхетһеҙлеге, ҡотто осорғос тышҡы ҡиәфәте менән һатыу итә. Улар араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ ине. Күп йылдар үтһә лә, тормошомдоң ошо көнөнә әле лә әйләнеп ҡайтам. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, фәрештә һәм шайтан сиам игеҙәктәре кеүек, бер үк кешелә йәшәй. Уларҙы айырып алыу мөмкин түгел. Бигерәк тә бөгөнгө көндә. Донъяла гүзәл ҡыҙҙар, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр күп. Улар – беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, ғаилә усағын йылытыусы. Н. Некрасов "Есть женщины в русских селениях" тип, уларҙы алиһә бейеклегенә сөйөп һоҡланған. Әммә хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы үҙгәрҙе. Егерме беренсе быуатта ул уҫал, туп-аҫ, хатта өҫтәп әйтер инем, әҙәпһеҙгә әүерелде. Ни өсөн? Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға беренсе сиратта бөгөнгө йәмғиәт кире тәьҫир итә. Хәҙерге баҙар, һатып алыу, һатыу осоро ҡатын-ҡыҙҙы эшсе көсө, матди ҡиммәттәр табыусы, ғаиләне аҫраусы булараҡ ҡабул итә. Ул ир-егет менән бер рәттән, бер ҡатарҙан хеҙмәт итә. Эштән һуң юл ыңғайында кәрәк-яраҡ һатып алып, хәлдән тайып, арып-талып ҡайтып инә. Өйҙә уны булдыҡһыҙ ире, мыжыҡ балалары, аш бүлмәһе, һауыт-һаба көтә. Иртәгәһенә шул уҡ хәл тағы ҡабатлана, тағы... Йылмайыу, наҙлылыҡ өсөн ваҡыт та ҡалмай. Күптән түгел бер журналда Франция ҡатын-ҡыҙҙарының көн итеүе менән таныштым. Мәҡәләне тулыһынса ҡабатламайынса, бер миҫалда ғына туҡталам: француз ҡатыны ике килонан артыҡ йөк күтәрмәй, йәғни көндәлек тотоп йөрөгән ридикюле ауыр-лығы ғына! Беҙҙең ҡатындар шулай йәшәһен ине! Ҡана ла һуң! Ир-егеттәр, ғаиләләге беренселекте ҡатындарға тапшырып, әрәм-тамаҡ рәүешендә ҡалған түгелме? Бер танышым, уға ниндәй генә һорау бирһәң дә, бер төрлө яуап бирә: "Мин бер нәмә лә белмәйем, ҡатынымдан һора, ул белә, ул хәл итә..." Мәктәптә эшләгән саҡта уҡыусыларыма "Өйөгөҙҙә ғаиләне кем аҫрай?" тигән һорауҙы бирҙем. Асыҡланыуынса, ғаиләлә башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй (бер генә түгел, бер юлы ике-өс урында). Ә ир-егеттәр ҡайҙа? Улар Об-ломов кеүек, бот күтәреп диванда ята, телевизор ҡарай, тәмәке быҫҡыта, ҡырын ятып һыра һемерә. Мәшәҡәтле эш көнө һуңынан ғаиләне киске аш менән һыйлау, ҡашығаяҡты йыйыштырыу, йыйылып киткән күбәләй керҙе йыуыу, иртәнге сәйгә тип нимә лә булһа бешереп, әҙерләп ҡуйыу, балаларҙың дәресен тикшереү кемдең өҫтөндә тиһегеҙ? Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Ошоларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй наҙ, йомшаҡлыҡ талап итергә мөмкин? Әлеге мәлдә йәмғиәт рухи көрсөк кисерә, быға күберәк эскелек, баҙар иҡтисадының кире яҡтары тәьҫир итә, йоғонто яһай. Күптән түгел зауыҡһыҙ буянған (бәлки, күңеле лә шулай ала-солалыр) иҫерек йәш ҡыҙҙы күрҙем, ул бысраҡ кейем кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан егет менән ҡултыҡлашып алған. Ҡыҙ үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәгәнгә оҡшаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр хәҙер бик йыш осрай. Бөгөнгө көндә бигерәк тә хәмер эсеү, эскелеккә бирелеү хафаға һала, был яман мауығыуҙың гүзәл заттарыбыҙ араһында таралыуы ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, ҡатын-ҡыҙ алкоголизмын дауалап булмай, тип ҡәтғи раҫлайым. Икенсе яртыбыҙға ҡарата хөрмәт, мөхәббәт бөтһә, ул ябай тауарға әйләнһә, рухи бөлөү ошо була инде. Интернет, йәки ниндәй генә "һары" матбуғат баҫмаһын алма, унда тән һатылыу урындары хаҡында мәғлүмәткә юлығаһың. Яҡындарыбыҙҙың ошондай һатлыҡ затҡа әйләнеүендә ир-егеттәр ҙә ғәйепле бит! "Битһеҙ ҡатын" тигән рәсем бар. Бында матур кәүҙә һүрәтләнгән, ә кәүҙәнең бите юҡ. Бит урынына... бушлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ үткән менән киләсәкте бәйләүсе изге зат. Ошо картинаны ҡарағандан һуң шундайыраҡ һығымтаға киләһең – изгелектән яҙғанбыҙ икән, тимәк, беҙ, төпһөҙ упҡынға тәгәреүсе йәмғиәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөйөк, саф, абруйлы, дәрәжәле һылыуҙарыбыҙ, сибәрҙәребеҙ элекке заманда тороп ҡалған төҫлө. Үҙенә иш таба алмаған ир-егеттәр төңөлөп Пушкиндың Татьянаһына, Толстойҙың Наташа Ростоваһына, Тургеневтың Асяһына ғашиҡ булырға мәжбүр. Элек һөйгәндәре, берҙән-берҙәре өсөн алышып, дуэль ойошторһалар, бөгөн, киреһенсә, әрһеҙ ҡыҙҙар ихтыярһыҙ, боламыҡ егеттәрҙе яҡлай. Донъя үҙгәрә... Тормошомда күп төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә тура килде: һоҫҡо көрәк менән асфальт һалыусы, бокс буйынса ярыштарҙа һәм ҡағиҙәһеҙ алыштарҙа ҡатнашыусы, хоккей уйнаусы, көс еткеһеҙ ауыр штанга күтәреүсе... Ләкин минең наҙлы, мәрхәмәтле, хатта көсһөҙ, ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙы күргем килә. Ҡатын-ҡыҙ бит барыбер ҙә көсһөҙлөгө менән көслө. Ул үҙенең тәбиғәте менән илаһи, ҡабатланмаҫ зат, һөйөү сығанағы. Дантены "Божественная комедия", Петрарканы "Книга песен" әҫәрҙ-әрен яҙырға ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған мәңгелек мөхәббәт илһамландырған. Уҡыусыларын-шәкерттәрен өйрәткәндә Сократ: "Бер нәмәгә ҡарамай өйләнегеҙ... Һәйбәт кәләш эләкһә - уңырһығыҙ, насары эләкһә - философ булып китерһегеҙ", тигән сағында моғайын да ағас игәүлеге менән танылған ҡатыны Ксантиппаға күҙ ташлап алырға ла онотмағандыр... Боронғо грек яҙыусыһы Диоген көндөҙ шәм яндырып, "Кеше эҙләйем!" тип йөрөгән. Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем һәм эҙләйем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын!
Мөхәррир һүҙе
true
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2023-03-06/atyn-y-y-k-s-uny-k-s-l-g-nd-m-h-rrir-e-3166882
6 Март , 09:47
ba
Ялалетдин (Мөхәррир һүҙе)
Беҙҙең ауылда Ялалетдин исемле кеше йәшәне. Зимагор тип тә йөрөттөләр уны, бәғзе-ләр Берәҙәк Ялал, ти ҙә ҡуялар ине. Баш осонда ҡыйығы ла, ғаиләһе лә, тәғәйен төпләнер төйәге лә юҡ ине уның. Һанһыҙ күп кешеләр араһында япа-яңғыҙы көн итте, хас та тамырынан айырылып дала буйлап ел иҫкән тарафҡа, билдәһеҙлеккә маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ. Һөйәлләнгән ике ҡулына балта ла бысҡы, бар байлығы, бар мөлкәте шул. Тирә-яҡ-тағы ауылдарҙы теүәлләп ҡыҙырып, көнлөктә йөрөгән ялсылай ялланып, оҫталыҡ эштәре менән шөғөлләнеп тамаҡ туйҙырҙы, дөрөҫөрәге йән аҫраны. Ауылға ҡайтһа ла һеңле тей-еш кешеһенең ишек төбөндәге ҡаҡ һәндерәһендә аҙна самаһы ҡунып йөрөй ҙә йәүкәләп саҡыра ҡалһалар йәнә күҙ уңынан юғала, биниһая ваҡытҡа юғала. Ҡышын да йәйен дә өҫтөндә йылтырап кергә йышылған фуфайка ла аяҡтарында ҡобарып ҡатҡан кирза итектәр. Миңә ҡалһа ул яҡты донъяға тәненә һыҙырып алғыһыҙ булып һылашып йәбешкән ҡойто кейемдәрен кейеп тыуған да һаман да үҙгәрешһеҙ-ниһеҙ йөрөп ятҡан һымаҡ, һәр хәлдә уны айҙар, йылдар буйы үҙгәрмәгән ошо ҡиәфәтендә күреп ҡабул иттем. Ауылға ҡайтҡанында ла кеше менән аралаша һалып барманы, кибеткә махорка, йә шырпы артынан һуғыла, шунан эргәләге урман аҡландарына сығып әйләнә, Аҡтау ҡаяһынан тирә-йүнде күҙәтә лә күләгәләй ҡымғырлап һеңлеһенең өйө яғына ҡарай йүнәлә. Бәлки дуҫ-ише, аралашыр яҡыны ла булмағандыр, кем белә.       Бер көн Һаҡмарҙан, балыҡтан ҡайтып килгәндә ул йылға һуҡмағының ҡырында ҡарасҡылай суҡайып һерәйгән ине. Мине күргәс теремекләнгәндәй итте лә янына саҡырҙы:         - Эй, малай, кил әле бында!      Янына сүгәләнем.         - Минең кемлекте беләһеңдер?         - Белмәгән ҡайҙа!         - Йә?!         - Зимагор Ялал!         - Дөрөҫ әйттең, зимагор, берәҙәк... Ә бит заманында, белә-белһәң, мин бик шәп, үтә шәп кеше инем, тирә-яҡҡа һыймай йөрөлдө, көнитмештең артына тибеп йәшәлде. Мәрхәмәтһеҙлек, фәхшәтлек йәһәтенән яманаты сыҡҡан Йылайыр төрмәһендә надзиратель булып эшләнем. Ғәйепләнеүселәрҙе камераға бикләп тотоуҙан, уларҙы рәнйетеүҙән, түб-әнһетеүҙән ҡырағай ләззәт ала, кисерә торғайным. Аҡсаны ла күп тапҡас иркен көн иттем, тормошомдо күңелле байрамдай, мауыҡтырғыс тамашалай күрҙем, ғаилә ҡороу хаҡында уйлап та ҡараманым. Гел шулай дауам итер һымаҡ ине лә бит, яҙмыш тигәнең бер алдын, бер артын күрһәтә, ҡәһәрең, "тормош ҡуласа, әйләндереп килтереп бер баҫа", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, күрәһең. Хәҙер ғәйепләнеүсе, йәберләнеүсе, хөкөм ителеүсе сифатында, үҙ донъяма бикләндем. Ғүмерлеккә. Һәр кем ҡасандыр, ҡайҙалыр үҙ ҡулдары менән ҡылған гөнаһының тотҡоно ул!  Быларҙы нишләп һиңә һөйләйемме, эс серемде бушатыр башҡа кеше булмағанға! Шуны хәтереңә һеңдереп ҡуй, малай, һис ҡасан, һис кемгә насарлыҡ эшләмә, ул һиңә иртәме-һуңмы бер әйләнеп ҡайта, һис һүҙһеҙ ҡайта, унан ялтанып, йәшеренеп ҡалыу, ҡотолоу мөмкин түгел! Тағы һиңә бер үтенесем дә бар, һин кескәйһең әлегә, көнитмеш ҡатмарлыҡтарын аңлар йәштә түгелһең, шулай ҙа ер йө-ҙөндә минең булғанлыҡты, йәшәгәнлекте иҫеңә төшөрөргә тырыш, онотҡанда бер булһа ла... – Сандыр кәүҙәле ир ҡалҡты ла һуҡыр кешеләй төртәңләп ауыл яғына ҡарай йүнәлде.       Борон, бик борон беҙҙең ауылда Ялалетдин тигән кешенең йәшәүен белеүсе берәйһе бармы икән бөгөн?! Икеле. Ә мин иҫкә төшөрәм, онотҡанда бер булһа ла. Бер нимә лә эҙһеҙ үтмәй, юғалмай ҙа, әхирәткә күскән әҙәм балаһын, яҡшы икән матур һүҙ менән, яман булһа өндәшмәй ҡалып, кем дә булһа хәтерләргә, иҫкә алырға тейештер бит?..
Беҙҙең ауылда Ялалетдин исемле кеше йәшәне. Зимагор тип тә йөрөттөләр уны, бәғзе-ләр Берәҙәк Ялал, ти ҙә ҡуялар ине. Баш осонда ҡыйығы ла, ғаиләһе лә, тәғәйен төпләнер төйәге лә юҡ ине уның. Һанһыҙ күп кешеләр араһында япа-яңғыҙы көн итте, хас та тамырынан айырылып дала буйлап ел иҫкән тарафҡа, билдәһеҙлеккә маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ. Һөйәлләнгән ике ҡулына балта ла бысҡы, бар байлығы, бар мөлкәте шул. Тирә-яҡ-тағы ауылдарҙы теүәлләп ҡыҙырып, көнлөктә йөрөгән ялсылай ялланып, оҫталыҡ эштәре менән шөғөлләнеп тамаҡ туйҙырҙы, дөрөҫөрәге йән аҫраны. Ауылға ҡайтһа ла һеңле тей-еш кешеһенең ишек төбөндәге ҡаҡ һәндерәһендә аҙна самаһы ҡунып йөрөй ҙә йәүкәләп саҡыра ҡалһалар йәнә күҙ уңынан юғала, биниһая ваҡытҡа юғала. Ҡышын да йәйен дә өҫтөндә йылтырап кергә йышылған фуфайка ла аяҡтарында ҡобарып ҡатҡан кирза итектәр. Миңә ҡалһа ул яҡты донъяға тәненә һыҙырып алғыһыҙ булып һылашып йәбешкән ҡойто кейемдәрен кейеп тыуған да һаман да үҙгәрешһеҙ-ниһеҙ йөрөп ятҡан һымаҡ, һәр хәлдә уны айҙар, йылдар буйы үҙгәрмәгән ошо ҡиәфәтендә күреп ҡабул иттем. Ауылға ҡайтҡанында ла кеше менән аралаша һалып барманы, кибеткә махорка, йә шырпы артынан һуғыла, шунан эргәләге урман аҡландарына сығып әйләнә, Аҡтау ҡаяһынан тирә-йүнде күҙәтә лә күләгәләй ҡымғырлап һеңлеһенең өйө яғына ҡарай йүнәлә. Бәлки дуҫ-ише, аралашыр яҡыны ла булмағандыр, кем белә. Бер көн Һаҡмарҙан, балыҡтан ҡайтып килгәндә ул йылға һуҡмағының ҡырында ҡарасҡылай суҡайып һерәйгән ине. Мине күргәс теремекләнгәндәй итте лә янына саҡырҙы: - Эй, малай, кил әле бында! Янына сүгәләнем. - Минең кемлекте беләһеңдер? - Белмәгән ҡайҙа! - Йә?! - Зимагор Ялал! - Дөрөҫ әйттең, зимагор, берәҙәк... Ә бит заманында, белә-белһәң, мин бик шәп, үтә шәп кеше инем, тирә-яҡҡа һыймай йөрөлдө, көнитмештең артына тибеп йәшәлде. Мәрхәмәтһеҙлек, фәхшәтлек йәһәтенән яманаты сыҡҡан Йылайыр төрмәһендә надзиратель булып эшләнем. Ғәйепләнеүселәрҙе камераға бикләп тотоуҙан, уларҙы рәнйетеүҙән, түб-әнһетеүҙән ҡырағай ләззәт ала, кисерә торғайным. Аҡсаны ла күп тапҡас иркен көн иттем, тормошомдо күңелле байрамдай, мауыҡтырғыс тамашалай күрҙем, ғаилә ҡороу хаҡында уйлап та ҡараманым. Гел шулай дауам итер һымаҡ ине лә бит, яҙмыш тигәнең бер алдын, бер артын күрһәтә, ҡәһәрең, "тормош ҡуласа, әйләндереп килтереп бер баҫа", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, күрәһең. Хәҙер ғәйепләнеүсе, йәберләнеүсе, хөкөм ителеүсе сифатында, үҙ донъяма бикләндем. Ғүмерлеккә. Һәр кем ҡасандыр, ҡайҙалыр үҙ ҡулдары менән ҡылған гөнаһының тотҡоно ул! Быларҙы нишләп һиңә һөйләйемме, эс серемде бушатыр башҡа кеше булмағанға! Шуны хәтереңә һеңдереп ҡуй, малай, һис ҡасан, һис кемгә насарлыҡ эшләмә, ул һиңә иртәме-һуңмы бер әйләнеп ҡайта, һис һүҙһеҙ ҡайта, унан ялтанып, йәшеренеп ҡалыу, ҡотолоу мөмкин түгел! Тағы һиңә бер үтенесем дә бар, һин кескәйһең әлегә, көнитмеш ҡатмарлыҡтарын аңлар йәштә түгелһең, шулай ҙа ер йө-ҙөндә минең булғанлыҡты, йәшәгәнлекте иҫеңә төшөрөргә тырыш, онотҡанда бер булһа ла... – Сандыр кәүҙәле ир ҡалҡты ла һуҡыр кешеләй төртәңләп ауыл яғына ҡарай йүнәлде. Борон, бик борон беҙҙең ауылда Ялалетдин тигән кешенең йәшәүен белеүсе берәйһе бармы икән бөгөн?! Икеле. Ә мин иҫкә төшөрәм, онотҡанда бер булһа ла.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2023-02-06/yalaletdin-m-h-rrir-e-3131543
6 Февраль , 09:54
ba
Мир ағайҙың әйткәне (Мөхәррир һүҙе.)
Әсәйем ҡаты сирләп киткәс уны уръяҡта, ауыл ситендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Кесе апайым менән көн һайын уның хәлен белергә барабыҙ. Төшкө аш мәленә тоҫмаллап. Өләсәйем ишек алдынан ары сығып йөрөй алмағанлыҡтан яулыҡҡа ул-был ашантыны төрөп һала. Билдәле, әсәйем тәғәмләнер хәлдә түгел, шуға килтерелгә-нде тотошлайы менән палатала ятҡандарға өләшә. Ҡайтып инеү менән гел бер үк һорау ҡабатлана: "Йә, нисек?" "Ебәргәнеңдең тамсыһын да ҡалдырмай йыпырҙы!" тип алдашабыҙ апайым менән бер тауыштан. Әҙәм балаһына бер йылы һүҙ ҙә етә бит, өләсәйем ҡыуанып китә лә былай ти: "Ашаған мал бирешмәҫ, тигән әйтем бар, әсәйегеҙ ҙә шәбәйеп, үҙ аяҡтары менән ҡайтып инер әле, Алла бойорһа, бына күрерһегеҙ! "        Хәл белергә барыу ҙа еңелдән түгел, беҙҙе урта тош балаларын үръяҡтар урам аша үткәрмәй ыҙалата: ҡамайҙар, үсекләйҙәр, таш менән һалмауырлайҙар. Эйәләренә оҡшап эттәре лә килеп тороп уҫал, абалап ҡаршы сығалар, тештәрен ыржайтып салғыйға ынтылалар. Шуға күрә кеше күҙенән йәшеренгән ҡасҡындарҙай картуфлыҡ осонда ярпайып үҫкән әрем-кесерткәнгә, тегәнәк-киндергә боҫоп үтәбеҙ. Барып күренеү менән беҙҙе генә көтөп торғандай төшкө ашты өләшә башлайҙар. Апайым әсәйемә тигән итле туҡмасты ашай, йә кәбеҫтә һурпаһын һемерә, миңә майлы бутҡа, йә котлет эләгә, бөтөргәнсе ашап тәрилкәнең төбөн асмәйел бурҙайҙай  ялтлатып ялап уҡ ҡуям. Йәнәш карауатта ятҡан Гөлъямал апай һорай ҡуя:            - Көн һайын һәммәһен сиңерткә сиреүеләй ҡоротаһығыҙ ҙа ул, ә әсәйегеҙгә нимә ҡала инде?            - Уға ҡаралай сәй ҙә етә! – тип ормаһар хәбәр һалам. Әсәйем алмаш тилмәш башыбыҙҙан һыйпап былай ти: - Алай ҙа ризығымды бүлешер балаларым бар!..      Күрше ауылда Мир исемле ағай йәшәне. Сельпо машинаһында эшләне, ауылдарҙағы кибеткә аҙыҡ-түлек ташый торғайны. Ҡырыҫыраҡ холоҡло, әммә итәғәтле, мөләйем кеше ине. Бер саҡ үҙ-үҙенә ҡылыҡһырлама яһап әйткәне иҫтә: "Холҡомдоң ҡатылығы шунан килә, ҡустым, балалар йортонда тәрбиәләндем, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килде. Кемдеңдер тарафына өҙлөкһөҙ таш атһалар, ырғытһалар ул таштай ҡатыға әүерелә. Холҡом ҡаты булһа ла күңелем нескә минең, унда насарлыҡ, хаслыҡ, аламалыҡ йөрөтмәйем, йөрөтмәм дә..."       Ул бер кем менән дә ғәҙәти итеп, һәүетемсә һаулыҡ һорашманы. Килеп инә лә киң итеп йылмайып ебәргәндән һуң семтем ҡараһы ҡалмаған сәстәрен ҡулы менән һыпырып:             - Миру мир! - ти. - Ул ошолай итеп гелән ауылдаштарын, яҡындарын, белгән һәм белмәгән кешеләрҙе сәләмләне, үҙенә, башҡаларға именлек, тыныс тормош теләне.     Ошо хәтирәләрҙән сығып шуны әйтәм, туғандар, мөлкәт бүлешкән һайын арта, тарат-ылған ризыҡ тәмлерәктәре, татлыраҡтары менән яңынан тулылана, һәр саҡ сәләмәт таб-ынығыҙҙағы тәғәмегеҙҙе бүлешер яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, балаларығыҙ булһын! Йәнә: "Миру мир!" тип өҙлөкһөҙ тәҡрарлаған Мир ағай хаҡлы, килешеп, татыу йәшәүгә ни етә!
Әсәйем ҡаты сирләп киткәс уны уръяҡта, ауыл ситендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Кесе апайым менән көн һайын уның хәлен белергә барабыҙ. Төшкө аш мәленә тоҫмаллап. Өләсәйем ишек алдынан ары сығып йөрөй алмағанлыҡтан яулыҡҡа ул-был ашантыны төрөп һала. Билдәле, әсәйем тәғәмләнер хәлдә түгел, шуға килтерелгә-нде тотошлайы менән палатала ятҡандарға өләшә. Ҡайтып инеү менән гел бер үк һорау ҡабатлана: "Йә, нисек?" "Ебәргәнеңдең тамсыһын да ҡалдырмай йыпырҙы!" тип алдашабыҙ апайым менән бер тауыштан. Әҙәм балаһына бер йылы һүҙ ҙә етә бит, өләсәйем ҡыуанып китә лә былай ти: "Ашаған мал бирешмәҫ, тигән әйтем бар, әсәйегеҙ ҙә шәбәйеп, үҙ аяҡтары менән ҡайтып инер әле, Алла бойорһа, бына күрерһегеҙ! " Хәл белергә барыу ҙа еңелдән түгел, беҙҙе урта тош балаларын үръяҡтар урам аша үткәрмәй ыҙалата: ҡамайҙар, үсекләйҙәр, таш менән һалмауырлайҙар. Эйәләренә оҡшап эттәре лә килеп тороп уҫал, абалап ҡаршы сығалар, тештәрен ыржайтып салғыйға ынтылалар. Шуға күрә кеше күҙенән йәшеренгән ҡасҡындарҙай картуфлыҡ осонда ярпайып үҫкән әрем-кесерткәнгә, тегәнәк-киндергә боҫоп үтәбеҙ. Барып күренеү менән беҙҙе генә көтөп торғандай төшкө ашты өләшә башлайҙар. Апайым әсәйемә тигән итле туҡмасты ашай, йә кәбеҫтә һурпаһын һемерә, миңә майлы бутҡа, йә котлет эләгә, бөтөргәнсе ашап тәрилкәнең төбөн асмәйел бурҙайҙай ялтлатып ялап уҡ ҡуям. Йәнәш карауатта ятҡан Гөлъямал апай һорай ҡуя: - Көн һайын һәммәһен сиңерткә сиреүеләй ҡоротаһығыҙ ҙа ул, ә әсәйегеҙгә нимә ҡала инде? - Уға ҡаралай сәй ҙә етә! – тип ормаһар хәбәр һалам. Әсәйем алмаш тилмәш башыбыҙҙан һыйпап былай ти:- Алай ҙа ризығымды бүлешер балаларым бар!.. Күрше ауылда Мир исемле ағай йәшәне. Сельпо машинаһында эшләне, ауылдарҙағы кибеткә аҙыҡ-түлек ташый торғайны. Ҡырыҫыраҡ холоҡло, әммә итәғәтле, мөләйем кеше ине. Бер саҡ үҙ-үҙенә ҡылыҡһырлама яһап әйткәне иҫтә: "Холҡомдоң ҡатылығы шунан килә, ҡустым, балалар йортонда тәрбиәләндем, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килде. Кемдеңдер тарафына өҙлөкһөҙ таш атһалар, ырғытһалар ул таштай ҡатыға әүерелә. Холҡом ҡаты булһа ла күңелем нескә минең, унда насарлыҡ, хаслыҡ, аламалыҡ йөрөтмәйем, йөрөтмәм дә..." Ул бер кем менән дә ғәҙәти итеп, һәүетемсә һаулыҡ һорашманы. Килеп инә лә киң итеп йылмайып ебәргәндән һуң семтем ҡараһы ҡалмаған сәстәрен ҡулы менән һыпырып: - Миру мир! - ти. - Ул ошолай итеп гелән ауылдаштарын, яҡындарын, белгән һәм белмәгән кешеләрҙе сәләмләне, үҙенә, башҡаларға именлек, тыныс тормош теләне. Ошо хәтирәләрҙән сығып шуны әйтәм, туғандар, мөлкәт бүлешкән һайын арта, тарат-ылған ризыҡ тәмлерәктәре, татлыраҡтары менән яңынан тулылана, һәр саҡ сәләмәт таб-ынығыҙҙағы тәғәмегеҙҙе бүлешер яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, балаларығыҙ булһын!
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2023-01-31/mir-a-ay-y-ytk-ne-m-h-rrir-e-3125066
31 Ғинуар , 13:57
ba
Ананас. (Мөхәррир һүҙе)
Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһында майор, частың замполиты Слуквин ҡатын-ын өс ай барышында, тәүлек әйләнәһендә күтәрмәләгән (дауалаған өсөн түгел, бары һыҙланыуҙы баҫыусы уколдар ҡаҙаған өсөн) мине йыназа табынына саҡырҙы. Әйткәндәй,  ошо сырхау ваҡиғаны, ауырыуҙың түшәктәге ауыр, аһ-зарлы яҙмышын, һыҙланыуҙарын, бәргеләнеүҙәрен нигеҙ итеп алып “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесын да яҙҙым һуңынан. Табын, тинем, ул беҙҙеңсә күҙ алдына баҫтырғанда иң яҡындарҙы йыйып алып мәрхүмәне иҫкә алып  аят уҡытыу. Ә бында инде ҡытай сиреүеләй, ер аяғы, ер башынан әллә күпме халыҡ йыйылған, өҫтәл затлы һый-ниғмәттәрҙән һығылып тора. Кеселәре хаҡында һүҙ ҙә юҡ, өлкән офицерҙер бик күп, ә мин бары старшина ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан йорт хужаһы ихтирам йөҙөнән мине янына, уң ҡулы яғына ултыртып ҡуйҙы. Беҙҙәге ише түгел, бындағы ҡатын-ҡыҙ күңелле тамашаға йыйылғандай бар байлыҡтарын тышҡа былтайтҡан асыҡ иҙеүле, ҡыҫҡа итәкле тар күлдәк кейеп алған, рәбәғәтһеҙ нишаналай буянған-төҙәнгән. Дәрәжәм түбән булһа ла үҙемде Советтар Союзы маршалынан былайыраҡ эре, текә тоторға тырышам; юғарынан түбәнгә йүнәлтелгән һаулы ҡараш, уҡлау йотҡандай тура һын, бер һүҙ менән әйткәндә килештерәм, саманан аштырам инде. Ҙур мәжлестәрҙең нескә этикет ҡағиҙәләрен белеп етмәү сәбәпле ҡаш аҫтынан тирә-яғыма күҙ һирпеп алам да башҡалар ни эшләй, ҡайһы бысаҡҡа, сәнске-ҡалаҡҡа тотона шуны ҡабатлайым. Дөрөҫөн әйткәндә ашау ҡайғыһы китте. Тулҡынланыуҙан, көсөргәнеүҙән арҡа буйым еүешләнеп киткән, башты бер генә һорау өҙлөкһөҙ сүкей: “Ҡасан ғына бөтөр икән был, ҡасырға ине тиҙерәк?..”      Мәжлес яртылағас, бик күптәрҙең һыу буйы оҙон сығыштарынан һуң Слуквин минең яҡҡа ҡайырылып шыбырҙаны: “Хайдар, ты говорить будешь, тебе слово предоставить?” “Спасибо, не надо, товарищ майор, тут одни полковники да генералы, а я выше их по зва-нию!” Слуквин минең әсе телгә, төртмәле төрттөрөүҙәргә күптән күнегеп бөткәйне инде, шуға йылмайып ҡуйыу менән генә сикләнде: “Ну ладно, тебе виднее...” Бер аҙҙан ул аяғөҫтө баҫты:         - Уважаемые гости, я от всего сердца благодарю этого молодого человека за то, что он долгое время поддерживал мою жену, тем самым постоянно отодвигал беду от нашего дома. Доктор наш, мы все любезно его так величаем, очень терпеливый, исполнительный, честный, обязательный солдат, ему желаю дальнейших успехов в службе! – Шулай тине лә минең алдыма ваҡ киҫәктәргә теленгән ананас һалынған тәрилкәне шылдырҙы. – Попробуй, Хайдар, очень вкусный фрукт, ты наверное, его никогда не ел!      Ошо һүҙҙәр сәмемә тейҙеләр, түбәнһеттеләр бит! Сыҙап ҡала алманым, ҡапыл тоҡан-ып киттем дә тотош залға ишеттерерлек итеп:         - А эти самые ананасы, у нас, в Башкортостане растут! – тинем.         Минең әрһеҙ ҡыйыулығымдан баҙап, юғалып ҡалдылар шикелле, ауыр тынлыҡ ур-ынлашты, бер кем дә көлмәне. Ә майор Слуквин үҙенең ебәргән хатаһын төҙәтергә ашыҡты:         - Да, действительно, ваша республика очень богата, красива, и она считается золотой кладовой Советского Союза!      Тыуған еремә һис ҡасан һүҙ тейҙермәнем, тейҙермәйәсәкмен дә! Әгәр бөгөн ерҙәге ожмах ҡайҙа, һәм ожмах емештәре ҡайҙа үҫә, тип һораһалар күҙ ҙә йоммай сатнатып әйтәсәкмен:         - Ожмах ул - минең Башҡортостаным, бер ҡайҙа ла ерһенә, тамыр ебәрә алмаған аҫыл ағастар беҙҙә генә үҫә һәм емеш бирә!
Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһында майор, частың замполиты Слуквин ҡатын-ын өс ай барышында, тәүлек әйләнәһендә күтәрмәләгән (дауалаған өсөн түгел, бары һыҙланыуҙы баҫыусы уколдар ҡаҙаған өсөн) мине йыназа табынына саҡырҙы. Әйткәндәй, ошо сырхау ваҡиғаны, ауырыуҙың түшәктәге ауыр, аһ-зарлы яҙмышын, һыҙланыуҙарын, бәргеләнеүҙәрен нигеҙ итеп алып “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесын да яҙҙым һуңынан. Табын, тинем, ул беҙҙеңсә күҙ алдына баҫтырғанда иң яҡындарҙы йыйып алып мәрхүмәне иҫкә алып аят уҡытыу. Ә бында инде ҡытай сиреүеләй, ер аяғы, ер башынан әллә күпме халыҡ йыйылған, өҫтәл затлы һый-ниғмәттәрҙән һығылып тора. Кеселәре хаҡында һүҙ ҙә юҡ, өлкән офицерҙер бик күп, ә мин бары старшина ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан йорт хужаһы ихтирам йөҙөнән мине янына, уң ҡулы яғына ултыртып ҡуйҙы. Беҙҙәге ише түгел, бындағы ҡатын-ҡыҙ күңелле тамашаға йыйылғандай бар байлыҡтарын тышҡа былтайтҡан асыҡ иҙеүле, ҡыҫҡа итәкле тар күлдәк кейеп алған, рәбәғәтһеҙ нишаналай буянған-төҙәнгән. Дәрәжәм түбән булһа ла үҙемде Советтар Союзы маршалынан былайыраҡ эре, текә тоторға тырышам; юғарынан түбәнгә йүнәлтелгән һаулы ҡараш, уҡлау йотҡандай тура һын, бер һүҙ менән әйткәндә килештерәм, саманан аштырам инде. Ҙур мәжлестәрҙең нескә этикет ҡағиҙәләрен белеп етмәү сәбәпле ҡаш аҫтынан тирә-яғыма күҙ һирпеп алам да башҡалар ни эшләй, ҡайһы бысаҡҡа, сәнске-ҡалаҡҡа тотона шуны ҡабатлайым. Дөрөҫөн әйткәндә ашау ҡайғыһы китте. Тулҡынланыуҙан, көсөргәнеүҙән арҡа буйым еүешләнеп киткән, башты бер генә һорау өҙлөкһөҙ сүкей: “Ҡасан ғына бөтөр икән был, ҡасырға ине тиҙерәк?..” Мәжлес яртылағас, бик күптәрҙең һыу буйы оҙон сығыштарынан һуң Слуквин минең яҡҡа ҡайырылып шыбырҙаны: “Хайдар, ты говорить будешь, тебе слово предоставить?” “Спасибо, не надо, товарищ майор, тут одни полковники да генералы, а я выше их по зва-нию!” Слуквин минең әсе телгә, төртмәле төрттөрөүҙәргә күптән күнегеп бөткәйне инде, шуға йылмайып ҡуйыу менән генә сикләнде: “Ну ладно, тебе виднее...” – Шулай тине лә минең алдыма ваҡ киҫәктәргә теленгән ананас һалынған тәрилкәне шылдырҙы. – Попробуй, Хайдар, очень вкусный фрукт, ты наверное, его никогда не ел! Ошо һүҙҙәр сәмемә тейҙеләр, түбәнһеттеләр бит! Сыҙап ҡала алманым, ҡапыл тоҡан-ып киттем дә тотош залға ишеттерерлек итеп: - А эти самые ананасы, у нас, в Башкортостане растут! – тинем. Минең әрһеҙ ҡыйыулығымдан баҙап, юғалып ҡалдылар шикелле, ауыр тынлыҡ ур-ынлашты, бер кем дә көлмәне. Ә майор Слуквин үҙенең ебәргән хатаһын төҙәтергә ашыҡты: - Да, действительно, ваша республика очень богата, красива, и она считается золотой кладовой Советского Союза! Тыуған еремә һис ҡасан һүҙ тейҙермәнем, тейҙермәйәсәкмен дә!
Мөхәррир һүҙе
true
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2023-01-20/ananas-m-h-rrir-e-3112940
20 Ғинуар , 13:59
ba
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Икенсе киҫәк.)
Урынһыҙ шаяртыуҙың һуңғы һүҙҙәре арттан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар. Ултырғанда һиҙҙертмәһә лә ашамай эс-кәс, араҡы быуындарын алғайны. Егет һалҡын стенаға маңлайын терәп бер аҙ онотолоп торғандан һуң, һуҡыр ке­шеләй, һә-рмәнә-бәүелә, ҡараңғы подъездан түбәнгә тәнтерәкләне.Аҫҡы ҡатта вахтерша Нәғимә апай, төмөз танауының төбөнә батҡан ҡара тума­лаҡ күҙҙәрен секрәйтеп, эргәһенән үтеп барыусыны һағыҙаҡтай саҡты:– Бөгөн дә тинтәкләнеп, таң ҡараңғыһында ҡайтһаң, керетмәйем. Һеҙ - йөҙ­әр­ләгән, мин - бер үҙем. Олоғайған көнөмдә миңә лә тыныслыҡ кәрәк. Ишекте өҙлөкһөҙ ас­ып-ябып ултырырға әллә бында!..“Тыныс йәшәгең килһә, өйөндә генә ултыр, убыр, алған пенсияңа туймай, бында темеҫкенеп йөрөгәнсе!..”Эсенән зәһәр уҫаллашты Әсғәт, ләкин уйын тышҡа сығарманы. Тәмәке тоҡан­д­ы­р­ған шырпы бөртөгөн әүәләп килә ине, сәйнәгәнен ауыҙында эркелгән шайыҡҡа ҡу­шып, иҙәнгә ласылдата төкөрҙө, ҡайымлашып та мәшәҡәтләнмәне. Уҫал бәйлә-неүгә яһил яуабы шул булды.Тышта октябрь аҙаҡтарының рашҡылы кисе. Көндәр, көҙ айы булыуға ҡара­м­аҫтан, сәңгеткес һалҡындарҙан һуң ҡапыл йылытып ебәргәнгәме, тирә-йүнде һөттәй томан ҡаплаған, ике-өс аҙымдан бер ни күренмәй. Күктән ҡар ҡатыш ваҡ ямғыр һи­б­ә­ләй. Ҡар бөртөктәре һауала уҡ үҙенең аҡлығын, паклығын юғалта, төҫһөҙләнеп кир­бес стеналарға, тимер бағаналарға һылаша, шунан аҫҡа һырғалай, ергә төш­кән­дәре лә күҙ асып йомған арала һорғолт өйрәгә әүерелә. Юғарыла төпһөҙ ҡараң-ғылыҡ, әй­т­е­рһең дә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡап-ҡара йыһан-биҙрәһенән гонаһлы ерҙе кинәнеп һалҡын һыуҙа ҡойондора. Бар донъя тумбығып өшөй, дерелдәй төҫлө. “Үҙем өш­ө­йөм инде әллә?” Әсғәт, ҡулындағы курткаһын кейеп, замогын күтәрҙе, бу-малалай сәстәре ты­р­пайған ялан башын, йәш­ерергә теләгәндәй, торғоҙолған яға эсенә тартты.Ғәҙәти көндәрҙә туҡталышта өйкөлөшкән, тротуар тултырып үткән-һүткән халыҡ ағ­ы­мы бөгөн шаҡтай һирәгәйгән. Шул-ай булмай тағы, бындай көндө берәҙәк эт тә урам ҡыҙырмай, ышыҡ урынға боҫа.Ауыр ыңғырашып, юлда, асфальт уйымдарында эркелгән бысраҡ һыуҙы шап­ты­р­ҙатып троллейбус күренде. Ҡабырға-һындағы номерҙы шәйләне, тимәк был шайтан арбаһы ҡала үҙәгенә бара. Үҙенең барыр ерен аныҡ ҡына тоҫмалламаған егет, ишек асылыуға, эскә һикерҙе.Троллейбус салоны ла ярым буш. Кәйефһеҙ, күшеккән кешеләр инеүсене шәйлә­мәнеләр ҙә. Кисерештәр сағылмаған битараф йөҙлө әҙәмдәр таш балбалдай һерәйгәндәр, ул­ар­ҙың бер кемдә эше юҡ. Билдәле, ҡалала тәгәрәп ятһаң да ярҙа-мға килеүсе таб­ыл­маҫ. Үҙе ауылдан булғанғамы, ошо йәмһеҙ күренешкә һаман да күнегә алмай, хат­та яңылыш имгәнеп, ярҙам өмөт итеп, ят урамда аунап ятыуҙан ҡурҡа. «Әллә яң­ғыҙ ти­н­терәп йөрөгәнсе Зарифаға өйләнергә лә ҡуйырға инде? Был ҡот-һоҙ, һалҡын ҡа­­ла­ла йылытыусы, уның тураһында хәс­тәр­ләү­се булыр, исмаһам. Ҡайнар һөйөү, ғи­шыҡ тотоу, саф мөхәббәт шағирҙар, яҙыу­сы­лар уйлап сығарған китап фәлсәфәһе!» Ҡайҙа ба­ра һуң әле ул? Аяҡтары, ихтыяр-ынан тыш, ҡала үҙәген-дәге ҙур ресторан май­ҙан­­сы­ғына ҡарай атлай.Үткәндә лә бөгөнгө һымағыраҡ ойошторолған табындан ҡасып ошонда килде. Аҡ­саға һатылған төнгө “күбәләктәрҙең” береһен эләктереп, уның аулаҡ өйөндә ҡу­н­ып сыҡты. Тик ул саҡта ялған иркәләүҙәрҙән, оятһыҙ ләззәттән һыуһыны ҡан­ма­ға­й­ны. Бәлки, был юлы шул һылыуҡайҙарҙың тәжрибәлерәге күңелен табыр, өшөгән йә­н­­ен йылытыр?.. Әй, сәсрәп китһен донъяһы, ҡайҙа аҙып туҙһа ла уға барыбер!..Йонсоу һауа торошо ла баҫа алмаған ресторан майҙансығындағы ығы-зығыны, ул көндәгесә гөрләп тора. Бы­н­да ямғыр маҙаһыҙламай, уның еүеш сар­пы­уынан йорттоң тышҡа һалындырып эшләнгән эшләпәгә тартым ялтыр ҡыйығы һаҡлай. Ул ма­йҙансыҡты ла яртылаш тиерлек үҙенең эсенә алған. Саманан тыш яҡтылыҡ алғы йө­ҙө быяланан ғына хасил ресторандың эсен һыуҙай асыҡ итеп күрһәтә. Аллы-гөллө кейенгән ҡунаҡтарҙың һый-хөрмәт һығылған өҫтәлдәр араһынан улай-былай үтке­ләү­е аквариум эсендә ем эҙләп төртәләнгән тәтәй балыҡтарҙы хәтерләтә. Тышта аҙыр­аҡ һыуынырға, һауа һуларға сыҡ-ҡан, еңелсә ярһыған халыҡ мыжғый, эске яҡтан көслө му­з­ыка ағыла. Күптәр айҙар буйы эш хаҡы ала алмай интегә, бында көн дә байрам, көн дә туй. Кемдең шулай аҡсаһы кеҫәһенә һыймай типтерә торғандыр, белмәҫһең. Фә­к­ир­ҙәр, хәйерселәр менән донъя тулған, май кикереүселәр ҙә артты шул бөгөн. Саманан артты.Ситкәрәк барып баҫты, тәмәке тоҡандырҙы, ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл ҡа­­р-ашын тирә-яғына йүнәлтте, теләгәнен эҙлә-не. Ул эҙләгәндәр бында байтаҡ ҡына кү­­ренә, таный белергә генә кәрәк. Ана, ҡыҫҡа юбка, бөтә ағзаларын былтайтҡан, һы­ҙ­­аттарының тәрәнлеген зерә айырып күрһәткән тар кейем кейгән ҡыҙ цемент стенаға янтайған да, буйондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке тарта, шул фиғеле менән ир-атты үҙенә йәлеп итергә тырыша. «Әһлей олатай һымаҡ борхота был, нәзәкәтлерәк ҡы­лан­һасы… Йәнә ул Зарифа ише килешһеҙ биҙәнгән…» Арыраҡ, яңы фасонда тегелгән плащ ит­ә­г­е­нән тулы балтырҙарын кил-ешле күрһәтеп, урта буйлыһы баҫҡан. Иңенә тиклем төшөрөп киҫтергән сәстәре йөҙөн тотошлай тиерлек ҡаплай. “Юрамал боҫа, би­г­е­р­әк йәш күренә шул.” Бөтөнләй ситтә, мөйөшкә һый­ы­н­ы­б­ы­раҡ, күҙгә артыҡ ташл­а­н­ып бармаған кейемдә йәш ҡат-ын тора. “ Төнгө кәсепкә баҫ­ҡанмы, әл­лә берәйһен кө­т­әме? Улай тиһәң, был ваҡытта яңғыҙы…” Уға иғ­ти­бар­лаңҡырап те­к­әл-де. Сөнки ҡа­т­ы­н­ды ресторан эсенән төшкән яҡ­ты­лыҡ­та асыҡ төҫмөрләргә мөмкин.(Дауамы бар)
Урынһыҙ шаяртыуҙың һуңғы һүҙҙәре арттан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар. Ултырғанда һиҙҙертмәһә лә ашамай эс-кәс, араҡы быуындарын алғайны. Егет һалҡын стенаға маңлайын терәп бер аҙ онотолоп торғандан һуң, һуҡыр кешеләй, һә-рмәнә-бәүелә, ҡараңғы подъездан түбәнгә тәнтерәкләне. Аҫҡы ҡатта вахтерша Нәғимә апай, төмөз танауының төбөнә батҡан ҡара тумалаҡ күҙҙәрен секрәйтеп, эргәһенән үтеп барыусыны һағыҙаҡтай саҡты:– Бөгөн дә тинтәкләнеп, таң ҡараңғыһында ҡайтһаң, керетмәйем. Һеҙ - йөҙәрләгән, мин - бер үҙем. Олоғайған көнөмдә миңә лә тыныслыҡ кәрәк. Ишекте өҙлөкһөҙ асып-ябып ултырырға әллә бында!..“Тыныс йәшәгең килһә, өйөндә генә ултыр, убыр, алған пенсияңа туймай, бында темеҫкенеп йөрөгәнсе!..”Эсенән зәһәр уҫаллашты Әсғәт, ләкин уйын тышҡа сығарманы. Тәмәке тоҡандырған шырпы бөртөгөн әүәләп килә ине, сәйнәгәнен ауыҙында эркелгән шайыҡҡа ҡушып, иҙәнгә ласылдата төкөрҙө, ҡайымлашып та мәшәҡәтләнмәне. Уҫал бәйлә-неүгә яһил яуабы шул булды. Тышта октябрь аҙаҡтарының рашҡылы кисе. Көндәр, көҙ айы булыуға ҡарамаҫтан, сәңгеткес һалҡындарҙан һуң ҡапыл йылытып ебәргәнгәме, тирә-йүнде һөттәй томан ҡаплаған, ике-өс аҙымдан бер ни күренмәй. Күктән ҡар ҡатыш ваҡ ямғыр һибәләй. Ҡар бөртөктәре һауала уҡ үҙенең аҡлығын, паклығын юғалта, төҫһөҙләнеп кирбес стеналарға, тимер бағаналарға һылаша, шунан аҫҡа һырғалай, ергә төшкәндәре лә күҙ асып йомған арала һорғолт өйрәгә әүерелә. Юғарыла төпһөҙ ҡараң-ғылыҡ, әйтерһең дә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡап-ҡара йыһан-биҙрәһенән гонаһлы ерҙе кинәнеп һалҡын һыуҙа ҡойондора. Бар донъя тумбығып өшөй, дерелдәй төҫлө. “Үҙем өшөйөм инде әллә?” Әсғәт, ҡулындағы курткаһын кейеп, замогын күтәрҙе, бу-малалай сәстәре тырпайған ялан башын, йәшерергә теләгәндәй, торғоҙолған яға эсенә тартты. Ғәҙәти көндәрҙә туҡталышта өйкөлөшкән, тротуар тултырып үткән-һүткән халыҡ ағымы бөгөн шаҡтай һирәгәйгән. Шул-ай булмай тағы, бындай көндө берәҙәк эт тә урам ҡыҙырмай, ышыҡ урынға боҫа. Ауыр ыңғырашып, юлда, асфальт уйымдарында эркелгән бысраҡ һыуҙы шаптырҙатып троллейбус күренде. Ҡабырға-һындағы номерҙы шәйләне, тимәк был шайтан арбаһы ҡала үҙәгенә бара. Үҙенең барыр ерен аныҡ ҡына тоҫмалламаған егет, ишек асылыуға, эскә һикерҙе. Троллейбус салоны ла ярым буш. Кәйефһеҙ, күшеккән кешеләр инеүсене шәйләмәнеләр ҙә. Кисерештәр сағылмаған битараф йөҙлө әҙәмдәр таш балбалдай һерәйгәндәр, уларҙың бер кемдә эше юҡ. Билдәле, ҡалала тәгәрәп ятһаң да ярҙа-мға килеүсе табылмаҫ. Үҙе ауылдан булғанғамы, ошо йәмһеҙ күренешкә һаман да күнегә алмай, хатта яңылыш имгәнеп, ярҙам өмөт итеп, ят урамда аунап ятыуҙан ҡурҡа. «Әллә яңғыҙ тинтерәп йөрөгәнсе Зарифаға өйләнергә лә ҡуйырға инде? Был ҡот-һоҙ, һалҡын ҡалала йылытыусы, уның тураһында хәстәрләүсе булыр, исмаһам. Ҡайнар һөйөү, ғишыҡ тотоу, саф мөхәббәт шағирҙар, яҙыусылар уйлап сығарған китап фәлсәфәһе!» Ҡайҙа бара һуң әле ул? Аяҡтары, ихтыяр-ынан тыш, ҡала үҙәген-дәге ҙур ресторан майҙансығына ҡарай атлай. Үткәндә лә бөгөнгө һымағыраҡ ойошторолған табындан ҡасып ошонда килде. Аҡсаға һатылған төнгө “күбәләктәрҙең” береһен эләктереп, уның аулаҡ өйөндә ҡунып сыҡты. Тик ул саҡта ялған иркәләүҙәрҙән, оятһыҙ ләззәттән һыуһыны ҡанмағайны. Бәлки, был юлы шул һылыуҡайҙарҙың тәжрибәлерәге күңелен табыр, өшөгән йәнен йылытыр?.. Әй, сәсрәп китһен донъяһы, ҡайҙа аҙып туҙһа ла уға барыбер!..Йонсоу һауа торошо ла баҫа алмаған ресторан майҙансығындағы ығы-зығыны, ул көндәгесә гөрләп тора. Бында ямғыр маҙаһыҙламай, уның еүеш сарпыуынан йорттоң тышҡа һалындырып эшләнгән эшләпәгә тартым ялтыр ҡыйығы һаҡлай. Ул майҙансыҡты ла яртылаш тиерлек үҙенең эсенә алған. Саманан тыш яҡтылыҡ алғы йөҙө быяланан ғына хасил ресторандың эсен һыуҙай асыҡ итеп күрһәтә. Аллы-гөллө кейенгән ҡунаҡтарҙың һый-хөрмәт һығылған өҫтәлдәр араһынан улай-былай үткеләүе аквариум эсендә ем эҙләп төртәләнгән тәтәй балыҡтарҙы хәтерләтә. Тышта аҙыраҡ һыуынырға, һауа һуларға сыҡ-ҡан, еңелсә ярһыған халыҡ мыжғый, эске яҡтан көслө музыка ағыла. Күптәр айҙар буйы эш хаҡы ала алмай интегә, бында көн дә байрам, көн дә туй. Кемдең шулай аҡсаһы кеҫәһенә һыймай типтерә торғандыр, белмәҫһең. Фәкирҙәр, хәйерселәр менән донъя тулған, май кикереүселәр ҙә артты шул бөгөн. Саманан артты. Ситкәрәк барып баҫты, тәмәке тоҡандырҙы, ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл ҡар-ашын тирә-яғына йүнәлтте, теләгәнен эҙлә-не. Ул эҙләгәндәр бында байтаҡ ҡына күренә, таный белергә генә кәрәк. Ана, ҡыҫҡа юбка, бөтә ағзаларын былтайтҡан, һыҙаттарының тәрәнлеген зерә айырып күрһәткән тар кейем кейгән ҡыҙ цемент стенаға янтайған да, буйондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке тарта, шул фиғеле менән ир-атты үҙенә йәлеп итергә тырыша. «Әһлей олатай һымаҡ борхота был, нәзәкәтлерәк ҡыланһасы… Йәнә ул Зарифа ише килешһеҙ биҙәнгән…» Арыраҡ, яңы фасонда тегелгән плащ итәгенән тулы балтырҙарын кил-ешле күрһәтеп, урта буйлыһы баҫҡан. Иңенә тиклем төшөрөп киҫтергән сәстәре йөҙөн тотошлай тиерлек ҡаплай. “Юрамал боҫа, бигерәк йәш күренә шул.” Бөтөнләй ситтә, мөйөшкә һыйыныбыраҡ, күҙгә артыҡ ташланып бармаған кейемдә йәш ҡат-ын тора. “ Төнгө кәсепкә баҫҡанмы, әллә берәйһен көтәме? Улай тиһәң, был ваҡытта яңғыҙы…” Уға иғтибарлаңҡырап текәл-де.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-13/min-bit-i-yylynyr-a-ker-em-hik-y-ikense-ki-k-2403409
13 Июль 2021, 13:54
ba
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Беренсе киҫәк.)
Дөйөм ятаҡта шәмбе һайын ойошторолған, ғәҙәткә ингән мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ҡушарлап теҙелгән өҫтәлдәр ҡабыр ризыҡтан һығылып бармаһа ла, ун­ың ҡа­р­ауы табында арзанлы иҫерткес эсемлектәр мул, етерлек. Шул суррогат тул­ты­р­ы­л­ған ше­шә­ләр, бушап, кар­а­уат аҫтына тәгәрәгән һайын йөҙҙәр ҡыҙарҙы, заводта көн оҙоно эшләп талсыҡ­ҡан егеттәрҙең маңлайҙарына тир бәреп сыҡты, кемуҙарҙан, ярышып, береһе икенсеһен бүлдереп шаулашҡан йәштәр тауышына күмелгән мәжлес ҡуҙғыған күстәй тоноҡ геүләне.Тәүҙә саманы белеп, сикте ашырмай һөйләнелгән көләмәстәр, тора-бара бөтөнләй тоҙ­­һоҙланып, мәжлес уртаһында мә-ғәнәһеҙ лөғәт һатыу дәрәжәһенә төш-тө. Ҡыҙ­ыҡ­мы­лыр - юҡмылыр, ҡарап, абайлап тормайҙар, көләмәс көлдөрөр өсөн тәғә-йенләнгәс, ауыҙҙарын тү­ш­­әм­гә терәп иләмһеҙ һа­һ­ылдай бирәләр.Егеттәрҙең әрһеҙ, йылғыр ҡулдары эргәһендәге ҡыҙ­ҙар­ҙың һығылмалы йомшаҡ би­л­­дәрен, унан түбәнерәк урындарын матҡып үҙҙәренә ҡым­т­ый. Ҡытыҡтары күптән ал­ынғанға күрә дәртле, ажарлы һәрмәүҙәргә тегеләре лә күн­гән, күнеү генә түгел хатта ҡайһылыр ким­әлдә ош­ондай ҡомһоҙ ҡыҫыуҙарҙы үҙҙәре лә тел­әй­ҙәр шикелле, шуға күрмәмеш тә һиҙмәмеш ҡиә-фәтендә ултыралар. Йәшерен, ҡы­р­ағай те­л­әк, ар­аҡы ҡе­ү­әте бергә ҡушылып, ым-ишара ау­лау­сыларҙың күҙҙәрен хәтәр ос­ҡон­ла­н­ды­ра.“Уф, ни тиклем дә ялҡытҡыс күренеш… Әллә күпме ҡабатланған һәм ҡаб­ат­ла­на­с­аҡ та­бын. Уға тамсы ла йәм, яңылыҡ та өҫтәлмәйәсәк.”Оҙаҡламай эскегә әүәҫтәре иҫ­­е­р­­еп тәгәрәйәсәк, ләззәт көҫәгәндәре парланышып аулаҡ бүлмәләргә тараласаҡ. Ир­тә­ге-һен тө­ш­кә тиклем йоҡо һимертеү, унан һуң ҡалған-боҫҡанға әҙерәк өҫтәп баш тө­ҙәтеү. Ки­­сәге иҫерек башҡа ҡылынған маж-араларҙы, мәҙәктәрҙе иҫтәренә төшөрөп көлөшөп тә алған бу­лырҙар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын кер йыуырға, бүлмәләрен йыйыш-тырырға, ал­дағы хеҙмәт аҙнаһына әҙер­ләнергә ке­р­е­шеп китә, егет-ел­ән миңрәүләнгән зиһененә аныҡ ҡына маҡсат төйнәй алмай, ди­х­лофосҡа яртылаш ағыуланып ни үле, ни тере тү­гел хәлдә туҙғышҡан себен өйөрөләй, ҡала урамдарына һиб­е­­лә. Көн кискә ау­ы­шып, эңер төшкәс, башҡасараҡ ял итергә ва­ҡ­ыт ҡалмай. Ятаҡта әҙәби китаптар күренмәй тиер­лек, йыйыштыр-ыулы, еренә еткереп йы­һаз­л­а­­ндырылған ял бү­лмәһе һәр ва­ҡ­ыттағыса бикле. Тикшереүселәр килһә, бына беҙ­ҙең эшселәр ни­се­ге­рәк мә­ҙ­ә­ниәтле ша­р­т­­тарҙа ял итә, тип ялған хәбәр һалалар ҙа тегеләр күҙҙән юғалыу менән бү­л­мә­не ҡа­баттан йоҙ­аҡ­­­лай­ҙар. Комендантты ла аңла­рға мөмкин, сөнки бүлмә күп ос­раҡ­та тәм­әке тартыу мө­й­өшө ит­еп файҙаланыла, йә төнөн унда ғашиҡтар инеп бикләнергә әүәҫ, иркен зал­да шау-шыу ҡуптарып һуғ­ы­шып алған саҡтар ҙа булманы түгел бул­ды.Дүшәмбе - шәмбе көндәре, иртәнән алып кискә тиклем, ыҫлы торбаларын сыс­айт­ҡан завод ҡоромло булмышына меңәр-ләгән эшсене һеңдерә, йота. Ә аҙнаның һуңғы көнө, буй­ҙаҡ­тар өсөн көтөлгән ял - ошо мә­ж­лес. Эш хаҡы алған осорға тура килһә, та­бын бигерәк тә йомарт ойошторола, дө­р­өҫөрәге, завод торбаларын хәтерләтеп һерәйгән төрлө ҙурлыҡтағы шешә-ләр менән өҫтәл өҫтө тула. Бигерәк үҙгә-реп китте шул заманалар, эш хаҡын да һуңлатып, йә онотҡанда бер бирә башла-нылар. Тоҙ яламаған һыйыр ише ошо көнгә хә­стәрләп са­­б­ыулағастары әмәле табыла, шәмбене йыйылмай үткәр-гәндәре юҡ. Ар­ыт­ты, ялҡыт­ты… Күргем килмәй… Сығып һыҙырға ине бынан!..Әсғәт үҙе лә һиҙмәҫтән уға ындым, тартыныуһыҙ һыйынып ултырған, йыб-анып ҡына көй­шәгән Зарифаны эргәһенән эт-әргәндәй итте. Тегеһе тыңлаулы тартылып шы­­­лды, фиғеле үҙгәрмәне лә. Хәйер, уның саманан тыш буяҡ яғылған йөҙөн-дәге уйҙы, ки­с­е­рештәрҙе тойомлау мөм­кин дә түгел. Йығылмай торған йомро төплө ҡур­саҡ һымаҡ ауышыусан йән инде За­р­ифа, ишарала ғына, йәбеш-кәк дегәнәктәй хәҙер ҡабат килеп һылашасаҡ.Егет артыҡ ихласламай, ваҡыт үткәрер өсөн генә йөрөй башлағайны, ҡыҙ, би­г­е­р­әк тә һуңғы осорҙа, бөтөнләй эҫенде лә китте, уны үҙенең хәләл кейәүе итеп иҫ-әп­ләй. Туғандарына алып барып таныштырыу теләген дә асыҡтан-асыҡ ярҙы ла һа-лды. Әс­ғәт кенә, мәшәҡәттәре күплеккә һылтанып, ҡыҙҙың ауылында күренеүҙе кисек­тереп ки­лә. Муйынына ташланған ҡо-роҡтоң яйлап ҡыҫыла барыуын шәйләгән йәш ай­ғы­р­ҙай тоя-һиҙенә, мәле еткәс уға ла сигенер урын ҡалмаясаҡ, яҙмыш-ына буй­һо­н­оп ғаилә тәр­тәһенә керәсәк, кәләшенең ҡыҫҡа “теҙгене” артынан эйәрәсәк. Яратамы һуң ул уны? Ан­ыҡ ҡына әйтә ал-май. Үҙе уйлап сығарған аҡланыу ҡануны өҙлөкһөҙ мейе­һен игәй: “Бө­тәһе лә яратып, ғашиҡ утында янып өйләнмәй әле, өй-рәнермен, һәү­етемсә йә­шәр ҙә ки­т­ер­беҙ… Әкиәт­тәрҙә һөйләнгән, китаптарҙа данланған мөхәб­бәткә ымһы­н­ып былай ҙа ут­ыҙ йәш­те ашатланым…”Уғаса кемеһелер магнитофон төймәһенә баҫты. Бүлмә эсен йөрәк түре­н­ән урғыл­ған моңло йыр сорнап алды. Ят та, шул уҡ ваҡытта күңел хистәрен тир­бәтерлек яғ­ы­м­­лы ла был көйҙө тәүләп ишетеүе Әсғәттең. Ғәжәп тә түгел - һәр быуын­дың үҙ мо­ңо, үҙ көйө. Улар осорондағы йырҙар артыҡлап йырланмай шул хәҙер. “ Һе, ҡайһылай ҙа мо­­ңло, йөрәктең иң нескә ҡыл-дарына ҡағыла бит. Бө­гөнгө бәғ­ер­һеҙ, моңһоҙ заманда ун­дай көйҙәр яҙыусылар ҙа бар икән әле!»Ярышып һөйләшкән, ҡысҡырышҡан, көлгән, сәрелдәгән, үкергән тауыштар араһынан йырҙың һүҙҙәрен асығыраҡ ишет-ергә теләп, ҡалҡына биреп ҡуйҙы.Йылмай әле, тынысландыр мине,Онотоп тор борсоу уйыңды.Мин бит һиңә йылынырға керҙем-Туҡталышы һиндә юлымдың…– Етте, моңайып йәшәр саҡ үтте, типтерә, ҡолас киреп гулять итә торғаны килде! - Кем­дер маг­­ни­то­фонды һүндерҙе лә, сыйылдап һамаҡлап та ебәрҙе:Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,Нужа күрмә никакуй.Тәҙрәңдән елдәр өрһә,Фуфайкаңды тыҡ та ҡу-у-у-у-й!Был тынсыу бүлмәлә ары ултырырлыҡ тәҡәте ҡалманы Әсғәттең, тәмәке тартып инергә сыҡҡанын күрһәтергә теләгәндәй, костюм кеҫәһенән алған сигаретты бар­маҡ­тарында әүәләй-әүәләй урынынан торҙо, юл ыңғайы бүлмә ишеге төбөнә эленгән кей­ем­дәр өйөмөнән күн курткаһын эләктерҙе.Көрәгәсе Шамил лауылдап ҡалды:– Һин, егет, табынды ташлап ҡасыуҙы ғәҙәт итеп алдың һуңғы осорҙа, әллә аҫыл ҡошто ситтән тибергә инде яйың? Ҡара уны, Зарифа судҡа бирһә, беҙ уны яҡлаясаҡбыҙ!(Дауамы бар)
Дөйөм ятаҡта шәмбе һайын ойошторолған, ғәҙәткә ингән мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ҡушарлап теҙелгән өҫтәлдәр ҡабыр ризыҡтан һығылып бармаһа ла, уның ҡарауы табында арзанлы иҫерткес эсемлектәр мул, етерлек. Шул суррогат тултырылған шешәләр, бушап, карауат аҫтына тәгәрәгән һайын йөҙҙәр ҡыҙарҙы, заводта көн оҙоно эшләп талсыҡҡан егеттәрҙең маңлайҙарына тир бәреп сыҡты, кемуҙарҙан, ярышып, береһе икенсеһен бүлдереп шаулашҡан йәштәр тауышына күмелгән мәжлес ҡуҙғыған күстәй тоноҡ геүләне. Тәүҙә саманы белеп, сикте ашырмай һөйләнелгән көләмәстәр, тора-бара бөтөнләй тоҙһоҙланып, мәжлес уртаһында мә-ғәнәһеҙ лөғәт һатыу дәрәжәһенә төш-тө. Ҡыҙыҡмылыр - юҡмылыр, ҡарап, абайлап тормайҙар, көләмәс көлдөрөр өсөн тәғә-йенләнгәс, ауыҙҙарын түшәмгә терәп иләмһеҙ һаһылдай бирәләр. Егеттәрҙең әрһеҙ, йылғыр ҡулдары эргәһендәге ҡыҙҙарҙың һығылмалы йомшаҡ билдәрен, унан түбәнерәк урындарын матҡып үҙҙәренә ҡымтый. Ҡытыҡтары күптән алынғанға күрә дәртле, ажарлы һәрмәүҙәргә тегеләре лә күнгән, күнеү генә түгел хатта ҡайһылыр кимәлдә ошондай ҡомһоҙ ҡыҫыуҙарҙы үҙҙәре лә теләйҙәр шикелле, шуға күрмәмеш тә һиҙмәмеш ҡиә-фәтендә ултыралар. Йәшерен, ҡырағай теләк, араҡы ҡеүәте бергә ҡушылып, ым-ишара аулаусыларҙың күҙҙәрен хәтәр осҡонландыра.“Уф, ни тиклем дә ялҡытҡыс күренеш… Әллә күпме ҡабатланған һәм ҡабатланасаҡ табын. Уға тамсы ла йәм, яңылыҡ та өҫтәлмәйәсәк.”Оҙаҡламай эскегә әүәҫтәре иҫереп тәгәрәйәсәк, ләззәт көҫәгәндәре парланышып аулаҡ бүлмәләргә тараласаҡ. Иртәге-һен төшкә тиклем йоҡо һимертеү, унан һуң ҡалған-боҫҡанға әҙерәк өҫтәп баш төҙәтеү. Кисәге иҫерек башҡа ҡылынған маж-араларҙы, мәҙәктәрҙе иҫтәренә төшөрөп көлөшөп тә алған булырҙар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын кер йыуырға, бүлмәләрен йыйыш-тырырға, алдағы хеҙмәт аҙнаһына әҙерләнергә керешеп китә, егет-елән миңрәүләнгән зиһененә аныҡ ҡына маҡсат төйнәй алмай, дихлофосҡа яртылаш ағыуланып ни үле, ни тере түгел хәлдә туҙғышҡан себен өйөрөләй, ҡала урамдарына һибелә. Көн кискә ауышып, эңер төшкәс, башҡасараҡ ял итергә ваҡыт ҡалмай. Ятаҡта әҙәби китаптар күренмәй тиерлек, йыйыштыр-ыулы, еренә еткереп йыһазландырылған ял бүлмәһе һәр ваҡыттағыса бикле. Тикшереүселәр килһә, бына беҙҙең эшселәр нисегерәк мәҙәниәтле шарттарҙа ял итә, тип ялған хәбәр һалалар ҙа тегеләр күҙҙән юғалыу менән бүлмәне ҡабаттан йоҙаҡлайҙар. Комендантты ла аңларға мөмкин, сөнки бүлмә күп осраҡта тәмәке тартыу мөйөшө итеп файҙаланыла, йә төнөн унда ғашиҡтар инеп бикләнергә әүәҫ, иркен залда шау-шыу ҡуптарып һуғышып алған саҡтар ҙа булманы түгел булды. Дүшәмбе - шәмбе көндәре, иртәнән алып кискә тиклем, ыҫлы торбаларын сысайтҡан завод ҡоромло булмышына меңәр-ләгән эшсене һеңдерә, йота. Ә аҙнаның һуңғы көнө, буйҙаҡтар өсөн көтөлгән ял - ошо мәжлес. Эш хаҡы алған осорға тура килһә, табын бигерәк тә йомарт ойошторола, дөрөҫөрәге, завод торбаларын хәтерләтеп һерәйгән төрлө ҙурлыҡтағы шешә-ләр менән өҫтәл өҫтө тула. Бигерәк үҙгә-реп китте шул заманалар, эш хаҡын да һуңлатып, йә онотҡанда бер бирә башла-нылар. Тоҙ яламаған һыйыр ише ошо көнгә хәстәрләп сабыулағастары әмәле табыла, шәмбене йыйылмай үткәр-гәндәре юҡ. Арытты, ялҡытты… Күргем килмәй… Сығып һыҙырға ине бынан!..Әсғәт үҙе лә һиҙмәҫтән уға ындым, тартыныуһыҙ һыйынып ултырған, йыб-анып ҡына көйшәгән Зарифаны эргәһенән эт-әргәндәй итте. Тегеһе тыңлаулы тартылып шылды, фиғеле үҙгәрмәне лә. Хәйер, уның саманан тыш буяҡ яғылған йөҙөн-дәге уйҙы, кисерештәрҙе тойомлау мөмкин дә түгел. Йығылмай торған йомро төплө ҡурсаҡ һымаҡ ауышыусан йән инде Зарифа, ишарала ғына, йәбеш-кәк дегәнәктәй хәҙер ҡабат килеп һылашасаҡ. Егет артыҡ ихласламай, ваҡыт үткәрер өсөн генә йөрөй башлағайны, ҡыҙ, бигерәк тә һуңғы осорҙа, бөтөнләй эҫенде лә китте, уны үҙенең хәләл кейәүе итеп иҫ-әпләй. Туғандарына алып барып таныштырыу теләген дә асыҡтан-асыҡ ярҙы ла һа-лды. Әсғәт кенә, мәшәҡәттәре күплеккә һылтанып, ҡыҙҙың ауылында күренеүҙе кисектереп килә. Муйынына ташланған ҡо-роҡтоң яйлап ҡыҫыла барыуын шәйләгән йәш айғырҙай тоя-һиҙенә, мәле еткәс уға ла сигенер урын ҡалмаясаҡ, яҙмыш-ына буйһоноп ғаилә тәртәһенә керәсәк, кәләшенең ҡыҫҡа “теҙгене” артынан эйәрәсәк. Яратамы һуң ул уны? Аныҡ ҡына әйтә ал-май. Үҙе уйлап сығарған аҡланыу ҡануны өҙлөкһөҙ мейеһен игәй: “Бөтәһе лә яратып, ғашиҡ утында янып өйләнмәй әле, өй-рәнермен, һәүетемсә йәшәр ҙә китербеҙ… Әкиәттәрҙә һөйләнгән, китаптарҙа данланған мөхәббәткә ымһынып былай ҙа утыҙ йәште ашатланым…”Уғаса кемеһелер магнитофон төймәһенә баҫты. Бүлмә эсен йөрәк түренән урғылған моңло йыр сорнап алды. Ят та, шул уҡ ваҡытта күңел хистәрен тирбәтерлек яғымлы ла был көйҙө тәүләп ишетеүе Әсғәттең. Ғәжәп тә түгел - һәр быуындың үҙ моңо, үҙ көйө. Улар осорондағы йырҙар артыҡлап йырланмай шул хәҙер. “ Һе, ҡайһылай ҙа моңло, йөрәктең иң нескә ҡыл-дарына ҡағыла бит. Бөгөнгө бәғерһеҙ, моңһоҙ заманда ундай көйҙәр яҙыусылар ҙа бар икән әле!»Ярышып һөйләшкән, ҡысҡырышҡан, көлгән, сәрелдәгән, үкергән тауыштар араһынан йырҙың һүҙҙәрен асығыраҡ ишет-ергә теләп, ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Йылмай әле, тынысландыр мине,Онотоп тор борсоу уйыңды. Мин бит һиңә йылынырға керҙем-Туҡталышы һиндә юлымдың…– Етте, моңайып йәшәр саҡ үтте, типтерә, ҡолас киреп гулять итә торғаны килде! - Кемдер магнитофонды һүндерҙе лә, сыйылдап һамаҡлап та ебәрҙе:Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,Нужа күрмә никакуй. Тәҙрәңдән елдәр өрһә,Фуфайкаңды тыҡ та ҡу-у-у-у-й!Был тынсыу бүлмәлә ары ултырырлыҡ тәҡәте ҡалманы Әсғәттең, тәмәке тартып инергә сыҡҡанын күрһәтергә теләгәндәй, костюм кеҫәһенән алған сигаретты бармаҡтарында әүәләй-әүәләй урынынан торҙо, юл ыңғайы бүлмә ишеге төбөнә эленгән кейемдәр өйөмөнән күн курткаһын эләктерҙе. Көрәгәсе Шамил лауылдап ҡалды:– Һин, егет, табынды ташлап ҡасыуҙы ғәҙәт итеп алдың һуңғы осорҙа, әллә аҫыл ҡошто ситтән тибергә инде яйың?
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-12/min-bit-i-yylynyr-a-ker-em-hik-y-berense-ki-k-2403906
12 Июль 2021, 15:44
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (унынсы киҫәк)
- Балам, бар сыға һал, ана, тегеләрең килде. Йә килен инеп тауыш ҡуптарыр.- Әсәй, мин инермен, оҙаҡламам, көт.- Көтөп ятам шул, эргәмдәге шәмде лә һүндермәйем.Хәйбулла тапанып торҙо ла сығыу яғына йүнәлде. Ул өйгә ингәндә өҫтәлгә ике шешә ҡунаҡлаған, Зөфәр, өҫ кейемен ишек төбөнә өйөп, түргә үтеп ҡайҡайғайны.Хужаны күреүгә сибек тауышланып ғыжылдап та ебәрҙе:- Икебеҙҙең дә малдарҙы ҡарап ҡайтып киленә әле. Юлда Гөлзифа осраны, баш шаңҡығанын әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Һинең әй, бисә шәп, эсһәң башыңды төҙәтеү хә­с­тәрлеген күрә, минең убыр ише мыжыҡ түгел!Түрбаш яғында мыштырҙаған Гөлзифаның күңеленә маҡтау май булып яғылды күрәһең, көн дә дауайлап, әрләп иренең өй йомоштарын эшләүҙе талап иткән ҡа-тын, еңелсә шелтәләүҙе генә кәрәкле һананы:- Кәрим мәктәпкә киттеме? Исмаһам, мейес яғып аш ултыртһаңсы, өҫтәлдә ҡабыр ризыҡ ҡалмаған, йә икмәге йомшаҡ түгел. Мин ни почта бүлексәһендә аҡсаға сират­ҡа тороп ярты ғүмеремде үткәрҙем. - Ләкин ниндәй аҡсаға икәнлеген сит кеше барҙа сурытып тороуҙы кәрәкле тапманы. - Ҡайтышлай магазинға боро-лдом, юғиһә ах та ух килеп көнө буйы ята торғанһың.Шулай ҙа эҙләнеп йөрөп ҡатҡан икмәк һыныҡтарын табып өҫтәлгә ҡуйҙы, һуған ҡырҡты, соландан унан-бынан тырнап ашалған бер тәрилкә һары май индерҙе.- Һо-о-о-о, бындай хан һыйы барҙа башҡа бер нәмәң дә кәрәкмәй. - Ҡасып-боҫоп ри­з­ыҡһыҙ эсергә ғәҙәтләнгән Зөфәргә ҡуйылғаны ла баштан ашҡайны. Өҫтәлдәге ара­ҡ­ыларға ҡағылырға ҡыйманы, әҙәплелек күрһәтеп Хәйбуллаға өндә-ште. - Йә, ҡорҙ­аш, ҡой әле, һый һинеке, юғиһә ҡорһаҡта Баныу ҡарсыҡтың артаған балы даулаша, баҫайыҡ шуны.Хәйбулла килтерелгән һауыттарға араҡы ҡойҙо, ингәндән бер һүҙ ҙә сыҡмаған ҡым­тыҡ ирендәрен яҙып өлөшөн ауыҙына түңкәрҙе. Сытырайҙы, ләкин тәғәм еймәне, ҡарашын ситкә борҙо. Күренеп тора, үҙе бында ултырһа ла уйҙары ситтә ине уның. Ләкин бер аҙҙан таш ятҡандай ауыр ашҡаҙанын йылы семетте, кикереп ебәрҙе, то­м­а­н­лы ҡараштары сафланды, йөрәген көйҙөрөп ятҡан юшҡын ирегән-дәй итте.Зөфәр икенсегә ҡойолғанды эсергә ашыҡманы, йәшкәҙәк күҙҙәрен майлан-дырып Гөлзифаға ҡараны, күңелендә ҡайнашҡан хистәрен тәртипкә килтереп, белгән яғым­лы һүҙҙәрен көскә бәйләп тост әйтте:- Быны мин…теге ни… Гөлзифа өсөн йотам. Ошондай, абышҡаларын риза итеп йә­шәрлек бисәләр күберәк булһын донъяла… Ызнамы шулай, шуны ҡеүәтләп тота­йыҡ ошо нәмәне…- Һырпаланма, йәме, минең үҙ айғырым үҙемә еткән. - Гөлзифа һаһылдап ебәрҙе.Ире эргәһенә шылып ултырҙы, уның муйынынан ҡосаҡлап яурынына башын те-рәне.«Ниңә насар йәшәмәй ҙә һуң Хәйбулла, өйө, мал-тыуары бар, ҡатыны янында… Ә ул юҡ-барға көйәләнеп йөрөгән була, әсәһе ҡазаланғас ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай… Әсәһе хаҡлы, ҡартайғас бөтәбеҙ ҙә шунда юлланаб-ыҙ…» Хәйбулланың араҡы менән томаланған мейеһен өҙөк-йыртыҡ уйҙар йыбырлатты, ләкин улар айыҡ саҡ­та­ғылай үткер ҙә, әрнеткес тә түгелдәр ине.Оҙаҡ ултырҙылар. Өҫтәлдәге ризыҡ башҡа ҡабыр нәмә булмағас бик үтемле кит-те, ҡаты-ҡотолар ҙа ашалып бөттө, тәрилкәнең ситендәге керҙәренә тиклем ҡыр-ып ҡаб­ып ҡуйҙылар.Икенсе шешәне төпләүгә әле айнып та етмәгән Зөфәр бөтөнләй бәлйерәп төштө, тоноҡ күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдо. Ул ялбыр башын услап өҫтәл ситенә тер­һәк­ләнде, көнгә ярылған ҡутырлы ирендәре ситенән ялтыр шайыҡ һыҙылып сыҡты ла түбәнгә һарыҡты. Ҡунаҡ бер аҙҙан һиҫкәнгәндәй итте, мәғәнәһеҙ ҡара-шын түшәмгә терәп йыр башланы:Эсеп ебәр һалғанын даҺорама ҡайҙан алғанын.Һораһаң ҡайҙан алғанын,Магазиндан алғаным…- Етте! Ошо эскелек йыры теңкәгә тейеп бөттө, башҡа йыр бөткәнме әллә? -Ошоғаса шымтайыңҡырап ултырған Хәйбулла аяғүрә баҫты. Уға ла йөгө еткәйне. -Кисә радионан өр-яңы йыр ишеттем. Нисегерәк әле…- Ул йырҙың көйөн, һүҙҙә-рен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй йоҙроҡлап сикәләрен ҡыҫты. - Ә бына былай. - Ул сыбыҡланған майлы сәстәрен бармаҡтарына аралап тарап алды, өҫкө төймәләре төшкәнлектән шалбайған иҙеүен төҙәтештерҙе лә артистарса ҡоласын йәйеп йырлап ебәрҙе:Сорнап ҡына алды һары һағышЯҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш…Ҡарлыҡҡан, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан көслө тауышта моң әҫәре булмаһа ла, әйтелмәгән һағыш сатҡыларын тойомларға мөмкин булыр ине. Йыр ауыр осоп ҡойто өй эсенән ураны ла сығыр ер тапмай тәҙрәләргә барып бәрлегеп уның быя­ла­ла­рын зыңлатты.Йырсыны тыңлаусы булманы. Зөфәрҙең башы өҫтәлгә бөтөнләй терәлде. Гөлзифа урындыҡҡа барып тарбайып салҡан ятты. Өкәлтәктәге быҙау баҡырырға тотондо. Хә­й­булланың да күҙ алдары ҡараңғыланды, ул, тигеҙлеген юғалтҡандай сайҡалып торғандан һуң бисәһе эргәһенә барып тәгәрәне.Был мәлдә күптән эңер төшкәйне. Һәүетемсә тыныс ҡына башланған көн төштән һу­ңға ҡырҡа боҙолдо ла китте. Күҙ бәйләнеүгә дауыллы ғәрәсәт ҡупты. Тотош ауыл ҡара ҡойон эсендә ҡалды. Әсе ел йыландай борғаланып туң ер өҫтө-нән унда-бында күсеп йөрөп тотанаҡһыҙ боҙло бөртөктәргә әүерелгән ваҡ ҡыр-сынташтарҙы ҡыуа­ла­ны, туҙан-ҡомдо асманға ашырып елгәрҙе, юлында осраған бесән, һалам өйөмдәрен йолҡҡолап туҙҙырҙы, ҡалай-ҡыйыҡтарҙы ҡайырып ырғытырға теләп хәтәр даң­ғы­рҙатты, мөрйәләргә инеп илай-һыҡтай сеңләне. Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡарынында ят­ҡан, етлеккән ҡар бөртөктәрен тыуҙыра алмай тулғаҡ тотоп ғазаплана ине.Аласыҡтағы көндөҙ үк ҡабыҙылған май шәм ирей барып, бармаҡ башындай ғына бу­лып ҡалһа ла, һүнер-һүнмәҫ елпелдәп дөм ҡараңғыла янды ла янды…
- Балам, бар сыға һал, ана, тегеләрең килде. Йә килен инеп тауыш ҡуптарыр.- Әсәй, мин инермен, оҙаҡламам, көт.- Көтөп ятам шул, эргәмдәге шәмде лә һүндермәйем. Хәйбулла тапанып торҙо ла сығыу яғына йүнәлде. Ул өйгә ингәндә өҫтәлгә ике шешә ҡунаҡлаған, Зөфәр, өҫ кейемен ишек төбөнә өйөп, түргә үтеп ҡайҡайғайны. Хужаны күреүгә сибек тауышланып ғыжылдап та ебәрҙе:- Икебеҙҙең дә малдарҙы ҡарап ҡайтып киленә әле. Юлда Гөлзифа осраны, баш шаңҡығанын әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Һинең әй, бисә шәп, эсһәң башыңды төҙәтеү хәстәрлеген күрә, минең убыр ише мыжыҡ түгел!Түрбаш яғында мыштырҙаған Гөлзифаның күңеленә маҡтау май булып яғылды күрәһең, көн дә дауайлап, әрләп иренең өй йомоштарын эшләүҙе талап иткән ҡа-тын, еңелсә шелтәләүҙе генә кәрәкле һананы:- Кәрим мәктәпкә киттеме? Исмаһам, мейес яғып аш ултыртһаңсы, өҫтәлдә ҡабыр ризыҡ ҡалмаған, йә икмәге йомшаҡ түгел. Мин ни почта бүлексәһендә аҡсаға сиратҡа тороп ярты ғүмеремде үткәрҙем. - Ләкин ниндәй аҡсаға икәнлеген сит кеше барҙа сурытып тороуҙы кәрәкле тапманы. - Ҡайтышлай магазинға боро-лдом, юғиһә ах та ух килеп көнө буйы ята торғанһың. Шулай ҙа эҙләнеп йөрөп ҡатҡан икмәк һыныҡтарын табып өҫтәлгә ҡуйҙы, һуған ҡырҡты, соландан унан-бынан тырнап ашалған бер тәрилкә һары май индерҙе.- Һо-о-о-о, бындай хан һыйы барҙа башҡа бер нәмәң дә кәрәкмәй. - Ҡасып-боҫоп ризыҡһыҙ эсергә ғәҙәтләнгән Зөфәргә ҡуйылғаны ла баштан ашҡайны. Өҫтәлдәге араҡыларға ҡағылырға ҡыйманы, әҙәплелек күрһәтеп Хәйбуллаға өндә-ште. - Йә, ҡорҙаш, ҡой әле, һый һинеке, юғиһә ҡорһаҡта Баныу ҡарсыҡтың артаған балы даулаша, баҫайыҡ шуны. Хәйбулла килтерелгән һауыттарға араҡы ҡойҙо, ингәндән бер һүҙ ҙә сыҡмаған ҡымтыҡ ирендәрен яҙып өлөшөн ауыҙына түңкәрҙе. Сытырайҙы, ләкин тәғәм еймәне, ҡарашын ситкә борҙо. Күренеп тора, үҙе бында ултырһа ла уйҙары ситтә ине уның. Ләкин бер аҙҙан таш ятҡандай ауыр ашҡаҙанын йылы семетте, кикереп ебәрҙе, томанлы ҡараштары сафланды, йөрәген көйҙөрөп ятҡан юшҡын ирегән-дәй итте. Зөфәр икенсегә ҡойолғанды эсергә ашыҡманы, йәшкәҙәк күҙҙәрен майлан-дырып Гөлзифаға ҡараны, күңелендә ҡайнашҡан хистәрен тәртипкә килтереп, белгән яғымлы һүҙҙәрен көскә бәйләп тост әйтте:- Быны мин…теге ни… Гөлзифа өсөн йотам. Ошондай, абышҡаларын риза итеп йәшәрлек бисәләр күберәк булһын донъяла… Ызнамы шулай, шуны ҡеүәтләп тотайыҡ ошо нәмәне…- Һырпаланма, йәме, минең үҙ айғырым үҙемә еткән. - Гөлзифа һаһылдап ебәрҙе. Ире эргәһенә шылып ултырҙы, уның муйынынан ҡосаҡлап яурынына башын те-рәне.«Ниңә насар йәшәмәй ҙә һуң Хәйбулла, өйө, мал-тыуары бар, ҡатыны янында… Ә ул юҡ-барға көйәләнеп йөрөгән була, әсәһе ҡазаланғас ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай… Әсәһе хаҡлы, ҡартайғас бөтәбеҙ ҙә шунда юлланаб-ыҙ…» Хәйбулланың араҡы менән томаланған мейеһен өҙөк-йыртыҡ уйҙар йыбырлатты, ләкин улар айыҡ саҡтағылай үткер ҙә, әрнеткес тә түгелдәр ине. Оҙаҡ ултырҙылар. Өҫтәлдәге ризыҡ башҡа ҡабыр нәмә булмағас бик үтемле кит-те, ҡаты-ҡотолар ҙа ашалып бөттө, тәрилкәнең ситендәге керҙәренә тиклем ҡыр-ып ҡабып ҡуйҙылар. Икенсе шешәне төпләүгә әле айнып та етмәгән Зөфәр бөтөнләй бәлйерәп төштө, тоноҡ күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдо. Ул ялбыр башын услап өҫтәл ситенә терһәкләнде, көнгә ярылған ҡутырлы ирендәре ситенән ялтыр шайыҡ һыҙылып сыҡты ла түбәнгә һарыҡты. Ҡунаҡ бер аҙҙан һиҫкәнгәндәй итте, мәғәнәһеҙ ҡара-шын түшәмгә терәп йыр башланы:Эсеп ебәр һалғанын даҺорама ҡайҙан алғанын.Һораһаң ҡайҙан алғанын,Магазиндан алғаным…- Етте! Ошо эскелек йыры теңкәгә тейеп бөттө, башҡа йыр бөткәнме әллә? -Ошоғаса шымтайыңҡырап ултырған Хәйбулла аяғүрә баҫты. Уға ла йөгө еткәйне. -Кисә радионан өр-яңы йыр ишеттем. Нисегерәк әле…- Ул йырҙың көйөн, һүҙҙә-рен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй йоҙроҡлап сикәләрен ҡыҫты. - Ә бына былай. - Ул сыбыҡланған майлы сәстәрен бармаҡтарына аралап тарап алды, өҫкө төймәләре төшкәнлектән шалбайған иҙеүен төҙәтештерҙе лә артистарса ҡоласын йәйеп йырлап ебәрҙе:Сорнап ҡына алды һары һағышЯҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш…Ҡарлыҡҡан, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан көслө тауышта моң әҫәре булмаһа ла, әйтелмәгән һағыш сатҡыларын тойомларға мөмкин булыр ине. Йыр ауыр осоп ҡойто өй эсенән ураны ла сығыр ер тапмай тәҙрәләргә барып бәрлегеп уның быялаларын зыңлатты. Йырсыны тыңлаусы булманы. Зөфәрҙең башы өҫтәлгә бөтөнләй терәлде. Гөлзифа урындыҡҡа барып тарбайып салҡан ятты. Өкәлтәктәге быҙау баҡырырға тотондо. Хәйбулланың да күҙ алдары ҡараңғыланды, ул, тигеҙлеген юғалтҡандай сайҡалып торғандан һуң бисәһе эргәһенә барып тәгәрәне. Был мәлдә күптән эңер төшкәйне. Һәүетемсә тыныс ҡына башланған көн төштән һуңға ҡырҡа боҙолдо ла китте. Күҙ бәйләнеүгә дауыллы ғәрәсәт ҡупты. Тотош ауыл ҡара ҡойон эсендә ҡалды. Әсе ел йыландай борғаланып туң ер өҫтө-нән унда-бында күсеп йөрөп тотанаҡһыҙ боҙло бөртөктәргә әүерелгән ваҡ ҡыр-сынташтарҙы ҡыуаланы, туҙан-ҡомдо асманға ашырып елгәрҙе, юлында осраған бесән, һалам өйөмдәрен йолҡҡолап туҙҙырҙы, ҡалай-ҡыйыҡтарҙы ҡайырып ырғытырға теләп хәтәр даңғырҙатты, мөрйәләргә инеп илай-һыҡтай сеңләне. Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡарынында ятҡан, етлеккән ҡар бөртөктәрен тыуҙыра алмай тулғаҡ тотоп ғазаплана ине.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-11/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-unynsy-ki-k-2404515
11 Июль 2021, 10:09
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (туғыҙынсы киҫәк)
Таң һыҙылыуға ҡайтып ингән Хәйбулла утты ла тоҡандырып тормай сисенә ба­ш­л­а­ны.- Утты яҡ, балам, мин барыбер йоҡламайым, билем тынғылыҡ бирмәй. Килендә булдыңмы, нисек йәшәп яталар?- Һәйбәт кенә, сәләм әйтеп ҡалдылар.- Былай килендең сәләмен еткереп торалар… Хәйбулла, эргәмә ултыр әле, һөйләшеп тә ултырғаныбыҙ юҡ, әйтәһе һүҙ-ҙәрем дә бар.Хәйбулла тыңлаулы бала һымаҡ башын баҫып әсәһе эргәһенә һаҡты.Бибиәсмә эргәһенә ҡуйылған ҡалай көрөшкәнән һыу уртлап тамағын сылатты, өҙ­л­ө­кһөҙ ятыуҙан туҙған сәстәрен ипкә килтерҙе.- Төнө буйы йоҡлай алмай ятҡас ни башҡа төрлө уйҙар килә. Һалыҡ булдым инде һиңә, йә Хоҙай йәнемде генә алып ҡуймай, этләндергәнсе. - Әсә һыҡтап илап ебәрҙе. Ләкин күҙҙәрҙән йәш сыҡманы, улар аға-аға ҡороғандарҙыр инде.- Бушты һөйләмә, әсәй. Аяғыңа баҫырһың әле бер килеп.- Баҫырлыҡтан үткәнмендер инде, сыҡмаған йәнем генә ҡалды. - Ул карауат башына эленгән таҫтамалды алып битен, балауыҙ төҫөнә ингән маңлайын һөрттө, көрөшкәне йәнә ирененә тейгеҙҙе. Берауыҡтан, тынысланғандай иткәс, дауам итте. -Киленде алып ҡайт, Саҡ менән Суҡ һымаҡ улайтып йөрөмәгеҙ. Мин ҡамасауламам, аласыҡты ағартып бирегеҙ ҙә шунда ят-ырмын, тынысыраҡ та булыр…«Ҡурҡ… Ҡурҡ… Ҡу-у-у-у-ррҡҡ…»Хәйбулла һиҫкәнеп китте. Һөмһөҙ ҡарт ҡоҙғон аласыҡтың түбәһенә үк осоп ки-леп ҡунған, имеш. Ыҫмала һымаҡ шоморт ҡара, тырпайған ҡауырһындарын туп-аҫ ҡыу томшоғо менән аралап ҡабартты ла былтыҡ тумалаҡ күҙҙәрен зәһәр йылтыра-тып уға төбәлде.- Көш… Көш… Йөрөйһөң мәйет аңдып… Тамағыңа таш тығылғыры нәмәкәй. Мә, һиңә! - Хәйбулла тупһа эргәһендә ятҡан йоҙроҡ ҙурлыҡ туң балсыҡты эләктереп ҡошҡа атты. Яйһыҙ ырғытылған балсыҡ сәпкә түгел, аласыҡтың ишегенә барып те­й­еп сәсрәп ыуалды. Ҡоҙғон ирҙе мыҫҡыллағандай тағы ла иләмһеҙерәк ҡур­ҡы­лда­ны ла ҡабаланмай ғына осоп китте.Аласыҡ эсенән ыңғырашыуға тартым өн ишетелгәндәй булды. Хәйбулла ҡабала­нып шул яҡҡа ҡарай атланы. Ингәс ҡараң-ғылыҡтан күҙе бәйләнеп бер нимә лә күрмәй ҡулдарын йәйеп туҡтап ҡалды. Ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрә аяҡҡа эләгеп иҙән буйлап тәгәрәне.- Ипләп ин, балам, ҡараңғыға тиҙ генә өйрәнеп булмай шул. Тороп тор, эргәм-дәге май шәмде ҡабыҙам. Ҡараңғыла ятма, тип Фәриғә әхирәтем килтергән булғ-ан. Оҙаҡ яғ­ыр инең, еҫе яман.Хәйбулла һәрмәнеп тиерлек килеп урындыҡ ситенә ултырҙы, үҙе аҡланғандай һөйләнгән булды:- Рауилгә электр үткәрәйек, тип күпме инәлдем. Алдан араҡы һорап тик йөр-өй, хө­р­әсән.- Маҙаһыҙланма, миңә китап-гәзит уҡырға түгел.- Барыбер елкәһенән һөйрәп килтерәм мин уны!- Кисә көнө буйы инеп тә сыҡманың, исмаһам, - тип әсә улының яуабын да йөпләп тормаҫтан үпкәһен белдерергә ашыҡты, - ә мин көтөп ятам, көтөп ятам…- Эш инде, эш, шул ферманан ҡайтып инеп булмай.- Килен ураҡ осоронда мине ашатлап тиерлек йөрөп стенаны ағартып сыҡ-ҡайны, шунан бирле башын да тыҡмай. Әлдә көндөҙ ваҡыт табып Фәриғә әхирәт инеп-сығып йөрөй. Төн оҙон үткәреп кенә булһасы. Йә быҙауҙы, һарыҡ бәрәстәрен ошон-да яп­ма­й­һығыҙ, ни тиһәң дә йән эйәләре.- Эйе шул, бында мал өйө тиһеңме әллә, әйҙә тыныс ҡына ят.- Тыныс ҡына ятам, ятмай ни хәл итәйем. - Бибиәсмәнең тауышы дерелдәп сыҡты.Ул тағы ла илай ине шикелле. - Балам, бәпесем, донъя хәлен белеп булмай, йышыраҡ хәлемде белеп тор инде. Кәфенлек-те, ерләү өсөн башҡа кәрәк-яраҡты алдан хәстәрләгәнмен. Улар өйҙәге ағас һандыҡта… Бер-бер хәл була ҡалһа атайыңдың янына ҡуйырһығыҙ…- Булмаҫтайҙы хәтергә төшөрөп күңелгә шом һалма әле, әсәй!- Ә һин шомланма, Хоҙай Тәғәләнең ҡушҡандарының һәммәһен тейешенсә ҡабул итеп өйрән. Ерҙә тыуым булғас үлем дә бар бит инде ул. Әҙәм балаһы фанилыҡта мәңге йәшәмәй, теләйме быны әллә юҡмы, бер килеп әхирәткә күсә.- Йәшәйек әле, әсәй, йәшәйек! Хәҙер ҡайтып мейес тоҡандырам да ит бешерергә ҡуям. Рауилгә барып әйтәм, электр үткәрһен. Шунан һурпа алып инермен, рәхәтләнеп эсеп ал…Хәйбулла башлағанын ослап өлгөрмәне тышта ҡарлыҡҡан, йәнә әсе сәрелдәк йыр тауышы ишетелде:…Күгәрсен ояла, оялары быяла,Күгәрсендәр кеүек гөрләпЙәшәйек был д-о-о-онъя-л-а-а-а…Зөфәр менән Гөлзифа йырлай ине.(Аҙағы бар)
Таң һыҙылыуға ҡайтып ингән Хәйбулла утты ла тоҡандырып тормай сисенә башланы.- Утты яҡ, балам, мин барыбер йоҡламайым, билем тынғылыҡ бирмәй. Килендә булдыңмы, нисек йәшәп яталар?- Һәйбәт кенә, сәләм әйтеп ҡалдылар.- Былай килендең сәләмен еткереп торалар… Хәйбулла, эргәмә ултыр әле, һөйләшеп тә ултырғаныбыҙ юҡ, әйтәһе һүҙ-ҙәрем дә бар. Хәйбулла тыңлаулы бала һымаҡ башын баҫып әсәһе эргәһенә һаҡты. Бибиәсмә эргәһенә ҡуйылған ҡалай көрөшкәнән һыу уртлап тамағын сылатты, өҙлөкһөҙ ятыуҙан туҙған сәстәрен ипкә килтерҙе.- Төнө буйы йоҡлай алмай ятҡас ни башҡа төрлө уйҙар килә. Һалыҡ булдым инде һиңә, йә Хоҙай йәнемде генә алып ҡуймай, этләндергәнсе. - Әсә һыҡтап илап ебәрҙе. Ләкин күҙҙәрҙән йәш сыҡманы, улар аға-аға ҡороғандарҙыр инде.- Бушты һөйләмә, әсәй. Аяғыңа баҫырһың әле бер килеп.- Баҫырлыҡтан үткәнмендер инде, сыҡмаған йәнем генә ҡалды. - Ул карауат башына эленгән таҫтамалды алып битен, балауыҙ төҫөнә ингән маңлайын һөрттө, көрөшкәне йәнә ирененә тейгеҙҙе. Берауыҡтан, тынысланғандай иткәс, дауам итте. -Киленде алып ҡайт, Саҡ менән Суҡ һымаҡ улайтып йөрөмәгеҙ. Мин ҡамасауламам, аласыҡты ағартып бирегеҙ ҙә шунда ят-ырмын, тынысыраҡ та булыр…«Ҡурҡ… Ҡурҡ… Ҡу-у-у-у-ррҡҡ…»Хәйбулла һиҫкәнеп китте. Һөмһөҙ ҡарт ҡоҙғон аласыҡтың түбәһенә үк осоп ки-леп ҡунған, имеш. Ыҫмала һымаҡ шоморт ҡара, тырпайған ҡауырһындарын туп-аҫ ҡыу томшоғо менән аралап ҡабартты ла былтыҡ тумалаҡ күҙҙәрен зәһәр йылтыра-тып уға төбәлде.- Көш… Көш… Йөрөйһөң мәйет аңдып… Тамағыңа таш тығылғыры нәмәкәй. Мә, һиңә! - Хәйбулла тупһа эргәһендә ятҡан йоҙроҡ ҙурлыҡ туң балсыҡты эләктереп ҡошҡа атты. Яйһыҙ ырғытылған балсыҡ сәпкә түгел, аласыҡтың ишегенә барып тейеп сәсрәп ыуалды. Ҡоҙғон ирҙе мыҫҡыллағандай тағы ла иләмһеҙерәк ҡурҡылданы ла ҡабаланмай ғына осоп китте. Аласыҡ эсенән ыңғырашыуға тартым өн ишетелгәндәй булды. Хәйбулла ҡабаланып шул яҡҡа ҡарай атланы. Ингәс ҡараң-ғылыҡтан күҙе бәйләнеп бер нимә лә күрмәй ҡулдарын йәйеп туҡтап ҡалды. Ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрә аяҡҡа эләгеп иҙән буйлап тәгәрәне.- Ипләп ин, балам, ҡараңғыға тиҙ генә өйрәнеп булмай шул. Тороп тор, эргәм-дәге май шәмде ҡабыҙам. Ҡараңғыла ятма, тип Фәриғә әхирәтем килтергән булғ-ан. Оҙаҡ яғыр инең, еҫе яман. Хәйбулла һәрмәнеп тиерлек килеп урындыҡ ситенә ултырҙы, үҙе аҡланғандай һөйләнгән булды:- Рауилгә электр үткәрәйек, тип күпме инәлдем. Алдан араҡы һорап тик йөр-өй, хөрәсән.- Маҙаһыҙланма, миңә китап-гәзит уҡырға түгел.- Барыбер елкәһенән һөйрәп килтерәм мин уны!- Кисә көнө буйы инеп тә сыҡманың, исмаһам, - тип әсә улының яуабын да йөпләп тормаҫтан үпкәһен белдерергә ашыҡты, - ә мин көтөп ятам, көтөп ятам…- Эш инде, эш, шул ферманан ҡайтып инеп булмай.- Килен ураҡ осоронда мине ашатлап тиерлек йөрөп стенаны ағартып сыҡ-ҡайны, шунан бирле башын да тыҡмай. Әлдә көндөҙ ваҡыт табып Фәриғә әхирәт инеп-сығып йөрөй. Төн оҙон үткәреп кенә булһасы. Йә быҙауҙы, һарыҡ бәрәстәрен ошон-да япмайһығыҙ, ни тиһәң дә йән эйәләре.- Эйе шул, бында мал өйө тиһеңме әллә, әйҙә тыныс ҡына ят.- Тыныс ҡына ятам, ятмай ни хәл итәйем. - Бибиәсмәнең тауышы дерелдәп сыҡты. Ул тағы ла илай ине шикелле. - Балам, бәпесем, донъя хәлен белеп булмай, йышыраҡ хәлемде белеп тор инде. Кәфенлек-те, ерләү өсөн башҡа кәрәк-яраҡты алдан хәстәрләгәнмен. Улар өйҙәге ағас һандыҡта… Бер-бер хәл була ҡалһа атайыңдың янына ҡуйырһығыҙ…- Булмаҫтайҙы хәтергә төшөрөп күңелгә шом һалма әле, әсәй!- Ә һин шомланма, Хоҙай Тәғәләнең ҡушҡандарының һәммәһен тейешенсә ҡабул итеп өйрән. Ерҙә тыуым булғас үлем дә бар бит инде ул. Әҙәм балаһы фанилыҡта мәңге йәшәмәй, теләйме быны әллә юҡмы, бер килеп әхирәткә күсә.- Йәшәйек әле, әсәй, йәшәйек! Хәҙер ҡайтып мейес тоҡандырам да ит бешерергә ҡуям. Рауилгә барып әйтәм, электр үткәрһен.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-10/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-tu-y-ynsy-ki-k-2404663
10 Июль 2021, 16:41
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (һигеҙенсе киҫәк)
- Абайлаңҡырап йөрөһәң ни була?! - Хәйбулла асыуланғандай итте.- Ә һин байрам менән, тиген.- Байрам ҡайғыһы юҡ әле.Һүҙ ялғарға иҫәбе барлығын белдереп Гөлзифа магазин ишеген тыш яҡтан ныҡлап этте лә күтәрмә рәшәткәһенә һөйәлде.- Яҡшымы-яманмы нисәмә йылдар арҡа йылытыштыҡ бер түшәктә, инеп сығыр инең, унда-бында булһа ла, хәлде бел-еп…- Минән башҡа ла байрам менән ҡотлаусылар, хәл белешеүселәр етерлектер.- Теләһәң табырға була, бер яҡ ауыл осонда ирең була тороп, икенсе оста өҫтө-нән йөрөүе генә оят.- Биғәйбә, тәүфиҡләнгәнһең.- Һин минең гел насар яғымды ғына күрҙең. Әйткәндәй, Кәрим һине таптыра, ҡасан ҡайтабыҙ, ти.Һүҙ өҙөлдө. Гөлзифа шулай ҡыйпаңлай биреңкерәп тороуында булды. Хәйбулла кеҫәһе төбөнән таушалып бөткән һуңғы папиросын сығарып тоҡандырҙы. Һурҙы. Бы­уылып йүтәлләргә тотондо.- Ҡараусы булмағас, ана, һалҡын да тигеҙгәнһең.Был юлы ир һүҙҙе әрепләшеүгә борғоһо килмәне. Атлыҡҡан йәштәрен фуфайка еңенә һөрттө лә ҡатынына асыла бирең-керәп ҡараны:- Һин теге, ни, әллә тағы тулыланып киткәнһең инде?- Йонсотоусы булмағас… Килеп сыҡ исмаһам, байрам хөрмәтенә. Беҙҙекеләр бөгөн Кәримде алып Байғужалағы апайым-дарға китә. Аулаҡ… - Гөлзифа мыймылда­та баҫып тупһанан төшөп китте.- Әсәй, байрам менән! Бына бәләкәй генә булһа ла, бүләк алдым әле. - Хәйбулла ингәндән лауылдап хәбәрен һөйләргә тотондо. Түш кеҫәһенә һалынған ике яулыҡтың береһен алып түшәккә һалды.- Рәхмәт улым, урынлы-урынһыҙға сарыфланмаһаңсы. - Шулай ҙа әсәнең һар-ғылт йөҙөнән ҡәнәғәтлек, йылмайыу сат-ҡылары йүгерҙе.Хәйбулла, мал-тыуарын ҡараштырып ингәс, ашығып кейенә башланы.- Егеттәр менән әҙерәк кәрт һуғып алырға һөйләшкәйнек. - Хәйбулланың һүҙ-ҙәре ышанысһыҙ, аҡланырға теләгән һы-мағыраҡ килеп сыҡты.- Бар улым, һиңә лә әҙерәк ял кәрәк, миңә генә текәлеп ултырырға тимәгән бит. Тик донъяңды онотоп йөрөмә. - Әсәһе-нең тауышы хәстәрлекле лә, яғымлы ла. Әйте­р­һең дә быуынға ултырған иргә түгел, уйнарға атлығып торған шуҡ малайға өндәшә.- Рәхмәт әсәй, оҙаҡламам… - Хәйбулла үҙ яуабына уңайһыҙланып ҡыҙарынып китте һәм сығыу яғына ашыҡты.Гөлзифа көтөп, әҙерләнеп торған. Өйҙән аш еҫе килә, үҙе кейенеп-яһанған. Хәйбулла инеүгә кәстрүлдәге итен һоҫто, са-мауырын шаулатып ебәрҙе, өҫтәлгә «аҡбаш» сығ­а­рып ултыртты. Ҡунаҡ уңайһыҙланған ҡиәфәттә алып килгән бүләген сы-ғарып өҫтәл си­тенә һалды. Хужабикә яулыҡты яурынына һала һалды, көҙгө алдында әйләнгеләгәс килеп иренең битенән «әп» итеп алды. Урынһыҙыраҡ килеп сыҡты шикелле, көс­ө­р­г­ә­н­ешлек кәмемәне.Телдәр сиселмәһә лә, табын аҙағында инде икеһенең дә йөҙҙәре алһыуланды, ҡар­а­ш­тар сафланды, ултырған аралары ла һиҙелерлек яҡынайҙы. Оҙаҡ итеп сәй һе­ме­р­ҙеләр. Хәйбулла ябыуын асып мейес ауыҙына тәмәке төтәтергә сүгәләне, ҡый-ыула­нған ҡара­шын ҡатынына ҡаҙаны. Уныһы ла беше кәүҙәһен уйнаҡлатып ҡабаланмай ғына ҡашығаяҡ йыуырға керешеп китте. Эшен бөтөргәс мендәрҙәрҙе гөпөлдәтеп ҡабартып урын йәйҙе, ҡабарынҡы ерҙәрен ымһындырғыс тирбәлдереп өҫтөн-дәге атлас халатын тартыныуһыҙ һалды ла түш­әк­кә сумды.- Йә, утты һүндер ҙә ят, нишләп ултыраһың? - Аҡҡош ҡанатылай аҡ, нәфис, ту­лы ҡулын һоноп эргәһендәге буш урынды һыйпаны, шунан юрған эсен тирбәлтеп эске кейемдәренән ҡотолдо. Түшәк эргәһендә ятҡан шул нәмәләрҙән тәнде зым­быр­ла­т­­ҡан, кәрҙе ҡуҙғытҡан таныш еҫ килә. Ҡатын-ҡыҙ танһыҡлаған ирҙең башҡаса сыҙап ул­ты­рыр әмәле ҡалманы. Арзанлы пи-нжәгенән, күлдәгенән, һырма салбарынан нисек етте шулай ҡот­олғандан һуң арыҡ, кәлберләк кәүҙәһен Гөлзифаға һыйын-дырҙы.Ярты төн ауғас ҡатын ләззәтләнеп арыған дымлы яланғас кәүҙәһен иренә һылаш­ты­рып йыбанып ҡына өндәште:-Хәйбулла, бер кем дә ҡамасауламағанда ҡайһылай һәйбәт, рәхәт, ә?Ир өндәшмәне.- Ҡәйнәм менән килешә алманыҡ шул, бөтә талаштың сәбәпсеһе ул ғына. Ус ая­һылай ғына өйҙә аҙым һайын күҙгә төшкән сүп һымаҡ ҡаҙалды ла торҙо.Яуап юҡ.- Әйҙә әбейҙе аласыҡҡа күсереп һалайыҡ, ә? Унда мейес тә бар, урындыҡ та. Ни­г­е­ҙ­ен нығытып стеналарын һылап ағар-тып ебәрһәң, үҙе бер торлаҡ булыр­лыҡ. Ҡәй­нәм­де ситкә типмәйбеҙ ҙә инде, үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Шул турала урамда һеҙҙең эр­гәлә­ге күрше Фәриғә әбейгә лә әйтеп торҙом әле.Хәйбулла арҡаһын биреп боролоп ятты.- Хәйбулла, ә, Хәйбулла… - Гөлзифа көсләп тиерлек иренең йөҙөн үҙенә борҙо, шырт биттәрҙе иркәләне, эҫе тыны мен-ән тәнен бешерҙе. Әле шауҡымы ла сығып бөт­мәгән араҡы ҡеүәте, ҡайнар тын, ҡуҙғытҡыс еҫле, йомшаҡ, яланғас тән бөтәһе бе­р­гә буталды…(Дауамы бар)
- Абайлаңҡырап йөрөһәң ни була?! - Хәйбулла асыуланғандай итте.- Ә һин байрам менән, тиген.- Байрам ҡайғыһы юҡ әле.Һүҙ ялғарға иҫәбе барлығын белдереп Гөлзифа магазин ишеген тыш яҡтан ныҡлап этте лә күтәрмә рәшәткәһенә һөйәлде.- Яҡшымы-яманмы нисәмә йылдар арҡа йылытыштыҡ бер түшәктә, инеп сығыр инең, унда-бында булһа ла, хәлде бел-еп…- Минән башҡа ла байрам менән ҡотлаусылар, хәл белешеүселәр етерлектер.- Теләһәң табырға була, бер яҡ ауыл осонда ирең була тороп, икенсе оста өҫтө-нән йөрөүе генә оят.- Биғәйбә, тәүфиҡләнгәнһең.- Һин минең гел насар яғымды ғына күрҙең. Әйткәндәй, Кәрим һине таптыра, ҡасан ҡайтабыҙ, ти.Һүҙ өҙөлдө. Гөлзифа шулай ҡыйпаңлай биреңкерәп тороуында булды. Хәйбулла кеҫәһе төбөнән таушалып бөткән һуңғы папиросын сығарып тоҡандырҙы. Һурҙы. Быуылып йүтәлләргә тотондо.- Ҡараусы булмағас, ана, һалҡын да тигеҙгәнһең. Был юлы ир һүҙҙе әрепләшеүгә борғоһо килмәне. Атлыҡҡан йәштәрен фуфайка еңенә һөрттө лә ҡатынына асыла бирең-керәп ҡараны:- Һин теге, ни, әллә тағы тулыланып киткәнһең инде?- Йонсотоусы булмағас… Килеп сыҡ исмаһам, байрам хөрмәтенә. Беҙҙекеләр бөгөн Кәримде алып Байғужалағы апайым-дарға китә. Аулаҡ… - Гөлзифа мыймылдата баҫып тупһанан төшөп китте.- Әсәй, байрам менән! Бына бәләкәй генә булһа ла, бүләк алдым әле. - Хәйбулла ингәндән лауылдап хәбәрен һөйләргә тотондо. Түш кеҫәһенә һалынған ике яулыҡтың береһен алып түшәккә һалды.- Рәхмәт улым, урынлы-урынһыҙға сарыфланмаһаңсы. - Шулай ҙа әсәнең һар-ғылт йөҙөнән ҡәнәғәтлек, йылмайыу сат-ҡылары йүгерҙе. Хәйбулла, мал-тыуарын ҡараштырып ингәс, ашығып кейенә башланы.- Егеттәр менән әҙерәк кәрт һуғып алырға һөйләшкәйнек. - Хәйбулланың һүҙ-ҙәре ышанысһыҙ, аҡланырға теләгән һы-мағыраҡ килеп сыҡты.- Бар улым, һиңә лә әҙерәк ял кәрәк, миңә генә текәлеп ултырырға тимәгән бит. Тик донъяңды онотоп йөрөмә. - Әсәһе-нең тауышы хәстәрлекле лә, яғымлы ла. Әйтерһең дә быуынға ултырған иргә түгел, уйнарға атлығып торған шуҡ малайға өндәшә.- Рәхмәт әсәй, оҙаҡламам… - Хәйбулла үҙ яуабына уңайһыҙланып ҡыҙарынып китте һәм сығыу яғына ашыҡты. Гөлзифа көтөп, әҙерләнеп торған. Өйҙән аш еҫе килә, үҙе кейенеп-яһанған. Хәйбулла инеүгә кәстрүлдәге итен һоҫто, са-мауырын шаулатып ебәрҙе, өҫтәлгә «аҡбаш» сығарып ултыртты. Ҡунаҡ уңайһыҙланған ҡиәфәттә алып килгән бүләген сы-ғарып өҫтәл ситенә һалды. Хужабикә яулыҡты яурынына һала һалды, көҙгө алдында әйләнгеләгәс килеп иренең битенән «әп» итеп алды. Урынһыҙыраҡ килеп сыҡты шикелле, көсөргәнешлек кәмемәне. Телдәр сиселмәһә лә, табын аҙағында инде икеһенең дә йөҙҙәре алһыуланды, ҡараштар сафланды, ултырған аралары ла һиҙелерлек яҡынайҙы. Оҙаҡ итеп сәй һемерҙеләр. Хәйбулла ябыуын асып мейес ауыҙына тәмәке төтәтергә сүгәләне, ҡый-ыуланған ҡарашын ҡатынына ҡаҙаны. Уныһы ла беше кәүҙәһен уйнаҡлатып ҡабаланмай ғына ҡашығаяҡ йыуырға керешеп китте. Эшен бөтөргәс мендәрҙәрҙе гөпөлдәтеп ҡабартып урын йәйҙе, ҡабарынҡы ерҙәрен ымһындырғыс тирбәлдереп өҫтөн-дәге атлас халатын тартыныуһыҙ һалды ла түшәккә сумды.- Йә, утты һүндер ҙә ят, нишләп ултыраһың? - Аҡҡош ҡанатылай аҡ, нәфис, тулы ҡулын һоноп эргәһендәге буш урынды һыйпаны, шунан юрған эсен тирбәлтеп эске кейемдәренән ҡотолдо. Түшәк эргәһендә ятҡан шул нәмәләрҙән тәнде зымбырлатҡан, кәрҙе ҡуҙғытҡан таныш еҫ килә. Ҡатын-ҡыҙ танһыҡлаған ирҙең башҡаса сыҙап ултырыр әмәле ҡалманы. Арзанлы пи-нжәгенән, күлдәгенән, һырма салбарынан нисек етте шулай ҡотолғандан һуң арыҡ, кәлберләк кәүҙәһен Гөлзифаға һыйын-дырҙы. Ярты төн ауғас ҡатын ләззәтләнеп арыған дымлы яланғас кәүҙәһен иренә һылаштырып йыбанып ҡына өндәште:-Хәйбулла, бер кем дә ҡамасауламағанда ҡайһылай һәйбәт, рәхәт, ә?Ир өндәшмәне.- Ҡәйнәм менән килешә алманыҡ шул, бөтә талаштың сәбәпсеһе ул ғына. Ус аяһылай ғына өйҙә аҙым һайын күҙгә төшкән сүп һымаҡ ҡаҙалды ла торҙо. Яуап юҡ.- Әйҙә әбейҙе аласыҡҡа күсереп һалайыҡ, ә? Унда мейес тә бар, урындыҡ та. Нигеҙен нығытып стеналарын һылап ағар-тып ебәрһәң, үҙе бер торлаҡ булырлыҡ. Ҡәйнәмде ситкә типмәйбеҙ ҙә инде, үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Шул турала урамда һеҙҙең эргәләге күрше Фәриғә әбейгә лә әйтеп торҙом әле. Хәйбулла арҡаһын биреп боролоп ятты.- Хәйбулла, ә, Хәйбулла… - Гөлзифа көсләп тиерлек иренең йөҙөн үҙенә борҙо, шырт биттәрҙе иркәләне, эҫе тыны мен-ән тәнен бешерҙе.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-09/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-ige-ense-ki-k-2404909
9 Июль 2021, 17:20
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (етенсе киҫәк)
Өйҙәге ике ҡатын араһындағы һалҡын мөнәсәбәт тора-бара дошманлыҡҡа әүер­ел­де. Бибиәсмәгә лә ауыр. Булған йорт мә-шәҡәттәре уның өҫтөндә. Ҡышын -йәйен шиш­мә­нән бөксөңләп һыу ташыған да, кер йыуған да, тамаҡ бешергән дә ул. Кил-ен кеше эшенән ҡайта ла йәш ҡыҙҙар һымаҡ көҙгө ҡаршыһына баҫып бит-йөҙөн һыйпаш­ты­рып кейенеп яһана ла урам ҡыҙ-ырырға сығып китә. Өйҙә сағында ла ҡырын ятып көнбағыш сиртә-сиртә ки­т­ап уҡый. Ҡәйнә үпкәләңкерәп өндәштеме - оло ғауға!Донъя тотҡаһы булып йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә әсәһе ҡазаланды, Үткән көҙ ҡарлы-ямғыр өҙлөкһөҙ һибәләп оҙаҡ ма-ҙаһыҙланы. Шунан шыҡырлатып туңдырып та ҡуйҙы.Тирә-яҡ әҙәм йөрөй аламаҫлыҡ һырғалаҡҡа әүерелде. Ҡабаланып аяғына һыр-һыҙ кәлүш кенә ҡатып утынлыҡтан тап-топ күтәреп килгән Бибиәсмә, тайып кит-еп, тупһа ауыҙына һалынған яҫы таш өҫтөнә йәнтислимгә ултыра төштө. Район дауа-ханаһына алып барһалар, умыртҡа һөйәгенең бил бүлеге һынған, тип әйттеләр. Кендектән тү­б­ән ағзалары кәүҙәгә буйһон-маҫ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Ауырыуҙы урын юҡлыҡҡа һы­лтанып кире алырға ҡуштылар. Бибиәсмәне өйгә алып ҡайтҡас оло ғауға ҡупты - килен кеше шуны ғына көтөп йөрөгән, тиерһең. Ҡәйнәһен төпкө бүлмәләге диванға индереп һалғас, уратып-суратып тормай тураһын ярҙы:- Тимәк, һинең әсәйең төпкө яҡты ҫаҫытып ятырға тейеш, беҙ өсәүбеҙ был яҡта!- Әсәйҙе ял итергә генә ҡайтарҙылар, кире больницаға бара ул.- Дауалай алғандарҙы унан ҡайтармайҙар!Әсәнең күҙҙәрендә ҡайнар йәш эркелде лә йонсоу йөҙө буйлап түбәнгә һар-ыҡты. Ул башын ситкә борҙо.Ҡатын әйберҙәрен йыйып иҙән уртаһына өйөргә кереште.- Ҡайҙа төйнәлә башланың, һантыйланма әле!- Етте, түлһеҙ ир менән йәшәү ялҡытты! Эшкинмәгәнлеген йәшереп төнө буйы һү­р­әт төшөрөп маташҡан була, худож-ник! Ә миңә ир кәрәк, төнө буйына кәрәк! - Гөлзифа тирмәндәй осаһын, мул түштәрен һелкетте.- Гөлзифа!!!- Ҡысҡырма, барыбер ҡурҡмайым. Иң тәүҙә һүрәтемде эшләй, шунан рәхәтләнеп- кинәнеп битемә ҡара һибә. Ир булһаң, улайтҡансы тураһын әйт!Ошо ерҙә Хәйбулланың түҙеме бөттө, йән асыуына туңҡайып әйберҙәрен төйнәп маташҡан бисәһенең артына типте. Уны-һы аш бүлмә яғына һөрлөгөп барып ятты ла әсе сәрелдәп ебәрҙе. Ғүмерҙә ҡул күтәрмәгән иренән быныһын көтмәгәйне. Ул кейенде лә илай-илай сығып йүгерҙе.Был юлы әйберҙәрен тейәргә техника бирмәгәндәрҙер, егеүле ат алып килде. Ҡатыны күсенгән арала Хәйбулла башын ба-ҫып утынлыҡта өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡытты.Хәйбулла өсөн ҡара көндәр башланды. Бөтә ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре, ир хәстәре өҫ­тө­­нә ауҙы: фермаһына ла йүгерә, өй-ҙәге малын да ҡарай, икмәген дә былсымлатып йә ҡа­ра көйҙөрөп бешереп алған була, ҡаҡашып киткән күлдәктәрен дә сай-ыштырып элә. Иң ауыры әсәһенең хәжәттәренә булышыу. Больницанан алып ҡайтҡан махсус та­­сты әсәһенең осаһы аҫтына тығыу ҡыйын түгел уға, тартыныуҙан, зәғифлегенән ғәрләнеп илаған әсәһен күреүе ауыр.Хәҙер һүрәт төшөрмәй Хәйбулла. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баш баҫып эшләй-эшләй ҙә ҡайтыу яғына тәнтерәкләй. Малсылар йортон да онотто, әшнәләренә лә бе­р­е­­к­мәй. Гөлзифа ла эшләп йөрөй, һауымға китешләй йә ҡайтышлай осрашт-ырғылай, тик бушлыҡҡа ҡарағандай бер-береһен шәйләмәй үтәләр. Гөлзифаның әхирәттәренә эйәреп кәйеф-сафа ҡорорға яратыуы тураһында ла хәбәрҙе еткерҙеләр еткереүен. Хәйбулланың ни иҫе лә китмәне, хәҙерге ҡатындар ирҙәрҙән былай-ыраҡ ебәрә. Ул ғынамы, бөгөн ауыл ерендә эсмәгән кеше бармы икән? Тәрбиәле, аңлы халыҡ булып иҫәпләнгән уҡытыусы-ларҙан башлап тештәре төшөп бөткән ҡарттарына тиклем ур­амда һөйрәлеп йөрөй.Хәйбуллаға ла эсергә табыуы күпкә еңелләште. Эш хаҡы бирмәгәстәр совхоз мага­зинынан кейем-һалым, сәй-шәкәр өләшкән булалар. Нимәгә ул Хәйбуллаға сепрәк-сапраҡ?! Араҡылата ала. Ҡайтып инә лә мейеһен игәгән ауыр уйҙарҙан арынырға тел­әгәндәй сираттағы араҡыны өҫтәлгә тыпылдата.Оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте. Ҡояш аҡ юрғанын ябынып иҙерәп йоҡлаған ер өҫтөнә иркә нурҙарын йәлләмәйерәк һибә баш-ланы. Яҙ яҙ инде. Март баштары булыуға ҡа­р­амай ҡыйыҡтарҙан тамған тәүге тамсылар иртә ярмалана башлаған ҡарҙы кө-м­өш суҡыштары менән сут та сут суҡырға тотондо. Йылы ел урман-ҡырҙарҙы урап яңы тиртә башлаған бөрөләрҙең әскелтем, ҡарағай тубырсыҡтарындағы имшегән сайыр еҫтәрен ауыл урамдарына килтереп тултырған. Ала-солаланып урыны менән асылған ерҙәрҙә ирәүәнләп йөрөп ҡара ҡарғалар тибенә. “Ҡарға килһә ҡар китә”, ти халыҡ мәҡәле, тиҙҙән бар тирә-яҡ ҡыш-ҡы юрғанын һалыр һәм миҙгел тулыһы менән үҙ хаҡимлығына күсер.Иҫерткес, ярһытҡыс яҙ еҫе. Шуғалырмы бер кем дә өйҙә бикләнеп ултырырға те-лә­мәй, һәммәһе тышта. Өлкәндәр ирегән ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы өйөштөрә, кә­р­тә ҡураға йүнәлгән бәләкәй йырғанаҡтарҙы ситкә бора, ҡыш оҙоно келәт-аҙбар ур­а­та­ларына тыңҡыслап тултырылған көрттө ситкә ырғыта.Ҡатын-ҡыҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәкәттәренән әҙ-гә генә булһа ла арынып ик-ешәре-өсәре бергә йыйылып ауылдың һуңғы яңылыҡтарын бүлешә. Көн йылытҡан һайын яйлап уларҙың һаны ла ар­тасаҡ, малдың ҡырға сығыу, көтөү ҡыуыу мәле етеүгә уларҙың өйкөлөшөүе үҙе бер баҙарға әүереләсәк. Бала-сағаның ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Ҡағыҙ елкәнле кәмәләрен йөҙҙөрөргә теләп яңы күренә башлаған йырғанаҡтарҙан быуа бы­у­ып ҡарайҙар ҙа, ат тояғы ҡәҙәре генә күләүектәргә риза булмайынса, сыр-сыу ки­л­еп еүеш ҡарҙы әүәләп Ҡыш бабай яһарға керешеп китәләр, йә бер-береһенә ҡар бә­р­е­шеп уйнай башлайҙар.Яҙ байрамы яҡынлашты. Яҡындарына бүләк эҙләп ир-ат магазин юлын тапаған бу­ла. Ауыл ерендә, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ-ҙарға бирерлек сәскә, гөлләмә-маҙар табып булмай, шулай ҙа кеҫәләренә яулыҡ йә хушбуй тығып сығалар.Хәйбулла ла тәмәке алырға тип шунда боролдо һәм магазин ишегенең төбөндә Гө­л­з­ифа менән саҡ бәрелешмәне.(Дауамы бар)
Өйҙәге ике ҡатын араһындағы һалҡын мөнәсәбәт тора-бара дошманлыҡҡа әүерелде. Бибиәсмәгә лә ауыр. Булған йорт мә-шәҡәттәре уның өҫтөндә. Ҡышын -йәйен шишмәнән бөксөңләп һыу ташыған да, кер йыуған да, тамаҡ бешергән дә ул. Кил-ен кеше эшенән ҡайта ла йәш ҡыҙҙар һымаҡ көҙгө ҡаршыһына баҫып бит-йөҙөн һыйпаштырып кейенеп яһана ла урам ҡыҙ-ырырға сығып китә. Өйҙә сағында ла ҡырын ятып көнбағыш сиртә-сиртә китап уҡый. Ҡәйнә үпкәләңкерәп өндәштеме - оло ғауға!Донъя тотҡаһы булып йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә әсәһе ҡазаланды, Үткән көҙ ҡарлы-ямғыр өҙлөкһөҙ һибәләп оҙаҡ ма-ҙаһыҙланы. Шунан шыҡырлатып туңдырып та ҡуйҙы. Тирә-яҡ әҙәм йөрөй аламаҫлыҡ һырғалаҡҡа әүерелде. Ҡабаланып аяғына һыр-һыҙ кәлүш кенә ҡатып утынлыҡтан тап-топ күтәреп килгән Бибиәсмә, тайып кит-еп, тупһа ауыҙына һалынған яҫы таш өҫтөнә йәнтислимгә ултыра төштө. Район дауа-ханаһына алып барһалар, умыртҡа һөйәгенең бил бүлеге һынған, тип әйттеләр. Кендектән түбән ағзалары кәүҙәгә буйһон-маҫ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Ауырыуҙы урын юҡлыҡҡа һылтанып кире алырға ҡуштылар. Бибиәсмәне өйгә алып ҡайтҡас оло ғауға ҡупты - килен кеше шуны ғына көтөп йөрөгән, тиерһең. Ҡәйнәһен төпкө бүлмәләге диванға индереп һалғас, уратып-суратып тормай тураһын ярҙы:- Тимәк, һинең әсәйең төпкө яҡты ҫаҫытып ятырға тейеш, беҙ өсәүбеҙ был яҡта!- Әсәйҙе ял итергә генә ҡайтарҙылар, кире больницаға бара ул.- Дауалай алғандарҙы унан ҡайтармайҙар!Әсәнең күҙҙәрендә ҡайнар йәш эркелде лә йонсоу йөҙө буйлап түбәнгә һар-ыҡты. Ул башын ситкә борҙо.Ҡатын әйберҙәрен йыйып иҙән уртаһына өйөргә кереште.- Ҡайҙа төйнәлә башланың, һантыйланма әле!- Етте, түлһеҙ ир менән йәшәү ялҡытты! Эшкинмәгәнлеген йәшереп төнө буйы һүрәт төшөрөп маташҡан була, худож-ник! Ә миңә ир кәрәк, төнө буйына кәрәк! - Гөлзифа тирмәндәй осаһын, мул түштәрен һелкетте.- Гөлзифа!!!- Ҡысҡырма, барыбер ҡурҡмайым. Иң тәүҙә һүрәтемде эшләй, шунан рәхәтләнеп- кинәнеп битемә ҡара һибә. Ир булһаң, улайтҡансы тураһын әйт!Ошо ерҙә Хәйбулланың түҙеме бөттө, йән асыуына туңҡайып әйберҙәрен төйнәп маташҡан бисәһенең артына типте. Уны-һы аш бүлмә яғына һөрлөгөп барып ятты ла әсе сәрелдәп ебәрҙе. Ғүмерҙә ҡул күтәрмәгән иренән быныһын көтмәгәйне. Ул кейенде лә илай-илай сығып йүгерҙе. Был юлы әйберҙәрен тейәргә техника бирмәгәндәрҙер, егеүле ат алып килде. Ҡатыны күсенгән арала Хәйбулла башын ба-ҫып утынлыҡта өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡытты. Хәйбулла өсөн ҡара көндәр башланды. Бөтә ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре, ир хәстәре өҫтөнә ауҙы: фермаһына ла йүгерә, өй-ҙәге малын да ҡарай, икмәген дә былсымлатып йә ҡара көйҙөрөп бешереп алған була, ҡаҡашып киткән күлдәктәрен дә сай-ыштырып элә. Иң ауыры әсәһенең хәжәттәренә булышыу. Больницанан алып ҡайтҡан махсус тасты әсәһенең осаһы аҫтына тығыу ҡыйын түгел уға, тартыныуҙан, зәғифлегенән ғәрләнеп илаған әсәһен күреүе ауыр. Хәҙер һүрәт төшөрмәй Хәйбулла. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баш баҫып эшләй-эшләй ҙә ҡайтыу яғына тәнтерәкләй. Малсылар йортон да онотто, әшнәләренә лә берекмәй. Гөлзифа ла эшләп йөрөй, һауымға китешләй йә ҡайтышлай осрашт-ырғылай, тик бушлыҡҡа ҡарағандай бер-береһен шәйләмәй үтәләр. Гөлзифаның әхирәттәренә эйәреп кәйеф-сафа ҡорорға яратыуы тураһында ла хәбәрҙе еткерҙеләр еткереүен. Хәйбулланың ни иҫе лә китмәне, хәҙерге ҡатындар ирҙәрҙән былай-ыраҡ ебәрә. Ул ғынамы, бөгөн ауыл ерендә эсмәгән кеше бармы икән? Тәрбиәле, аңлы халыҡ булып иҫәпләнгән уҡытыусы-ларҙан башлап тештәре төшөп бөткән ҡарттарына тиклем урамда һөйрәлеп йөрөй. Хәйбуллаға ла эсергә табыуы күпкә еңелләште. Эш хаҡы бирмәгәстәр совхоз магазинынан кейем-һалым, сәй-шәкәр өләшкән булалар. Нимәгә ул Хәйбуллаға сепрәк-сапраҡ?! Араҡылата ала. Ҡайтып инә лә мейеһен игәгән ауыр уйҙарҙан арынырға теләгәндәй сираттағы араҡыны өҫтәлгә тыпылдата. Оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте. Ҡояш аҡ юрғанын ябынып иҙерәп йоҡлаған ер өҫтөнә иркә нурҙарын йәлләмәйерәк һибә баш-ланы. Яҙ яҙ инде. Март баштары булыуға ҡарамай ҡыйыҡтарҙан тамған тәүге тамсылар иртә ярмалана башлаған ҡарҙы кө-мөш суҡыштары менән сут та сут суҡырға тотондо. Йылы ел урман-ҡырҙарҙы урап яңы тиртә башлаған бөрөләрҙең әскелтем, ҡарағай тубырсыҡтарындағы имшегән сайыр еҫтәрен ауыл урамдарына килтереп тултырған. Ала-солаланып урыны менән асылған ерҙәрҙә ирәүәнләп йөрөп ҡара ҡарғалар тибенә. “Ҡарға килһә ҡар китә”, ти халыҡ мәҡәле, тиҙҙән бар тирә-яҡ ҡыш-ҡы юрғанын һалыр һәм миҙгел тулыһы менән үҙ хаҡимлығына күсер. Иҫерткес, ярһытҡыс яҙ еҫе. Шуғалырмы бер кем дә өйҙә бикләнеп ултырырға те-ләмәй, һәммәһе тышта. Өлкәндәр ирегән ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы өйөштөрә, кәртә ҡураға йүнәлгән бәләкәй йырғанаҡтарҙы ситкә бора, ҡыш оҙоно келәт-аҙбар ураталарына тыңҡыслап тултырылған көрттө ситкә ырғыта.Ҡатын-ҡыҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәкәттәренән әҙ-гә генә булһа ла арынып ик-ешәре-өсәре бергә йыйылып ауылдың һуңғы яңылыҡтарын бүлешә. Көн йылытҡан һайын яйлап уларҙың һаны ла артасаҡ, малдың ҡырға сығыу, көтөү ҡыуыу мәле етеүгә уларҙың өйкөлөшөүе үҙе бер баҙарға әүереләсәк. Бала-сағаның ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Ҡағыҙ елкәнле кәмәләрен йөҙҙөрөргә теләп яңы күренә башлаған йырғанаҡтарҙан быуа быуып ҡарайҙар ҙа, ат тояғы ҡәҙәре генә күләүектәргә риза булмайынса, сыр-сыу килеп еүеш ҡарҙы әүәләп Ҡыш бабай яһарға керешеп китәләр, йә бер-береһенә ҡар бәрешеп уйнай башлайҙар. Яҙ байрамы яҡынлашты. Яҡындарына бүләк эҙләп ир-ат магазин юлын тапаған була. Ауыл ерендә, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ-ҙарға бирерлек сәскә, гөлләмә-маҙар табып булмай, шулай ҙа кеҫәләренә яулыҡ йә хушбуй тығып сығалар.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-08/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-etense-ki-k-2405743
8 Июль 2021, 13:02
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (алтынсы киҫәк)
Хыялында йөрөткән, тик уның ҡайһылайыраҡ булырын күҙ алдына ла килтер-мәгән беренсе төнө ҡара мунсала үтте. Төн түгел, тәжрибәле сарсаулау ҡатын-кәнтәйҙең нәфсе һыуһынын ҡандырыусы ярым төш, ярым өнгә тартым һаташыулы мәл генә. Гөлзифа баҙнатһыҙ ҡыланған Хәйбулланың ҡулдарын үҙе тотоп кәрәкле урындарға йүнәлтте, тегеһе ары ла килбәтһеҙ маташҡас ҡыйыу ҡыланып үҙе тотондо; аҫта ҡалды, әйләнеп өҫкә ҡалҡты, ағасҡа уралған быуар йыландай бо­рғаланды-һыр-ғаланды, ыңғыраш­ты, наҙлы иңрәне, һыуһынын ҡанд­ырып ярһып, ҡойондай бәүелеп буш­анған мәлдә буҫлығып иларға тот-ондо. Мунсанан Хә­й­булла ир булыуын тойоп ҡанатланып сыҡ­ма­ны, бите-ҡулы ҡоромға буялып килеп сыҡты.Хәйбулланың артабанғы яҙмышы еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Ҡайнар ҡосаҡ уны тотошлайға үҙенә тартып алды. Гөл-зифа ла оҙаҡҡа һуҙманы, бер нисә тапҡыр шул мунсала ҡунып сыҡҡандан һуң бүлексәнән арбалы «Белорусь» һорап алып, кейем-һалымын, һыйырын тейәп ҡайтып төштө һәм… йөктө тура Хәйбуллаларға буш­ат­ты. Үҙенең был ҡылығын ябай ғына аңлатты:- Ҡабат-ҡабат тейәнеп йөрөгәнсе… Теге әрпештән яйлап, судлашып айырылышам әле. - Алдында тәүге ире торғандай итеп янап та алды. - Минән еңел генә ҡотолормон тиһеңме, килеп сыҡмаҫ, алиментыңды ҡайыртып алырмын!Яҙылмаған ҡанундарҙы, йолаларҙы һанлаған, шуларҙы еренә еткереп атҡарып, ша­р­тына килтереп йәшәргә күнеккән ауыл халҡы аптырашты. Ғәйбәтләргә әүәҫ ауыл ҡа­т­ындары телдән яҙҙы. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа арттырып, ҡа­б­а­ртып бышылдарлығы ҡалманы, бөтәһе лә асыҡ, күренеп тора. Хәбәр сурытырға оҫтараҡтары ғына бот сапты:- Китсе, яусылау, кәләш әйттереү, туйлап алыу заманалары һағынып һөйләргә генә ҡалды микән ни инде! Ахрызаман бисәләре, ҡарыулы үгеҙ танһыҡлаған күпҡасар тана ише, ирҙән иргә күсенеп йөрөй ҙә ҡуялар.Хәйбулла Гөлзифаларҙан сығышмай башлағас әсәһе үпкәләп әйтеп тә алғайны:- Улым, һиңә балалы ҡатындан башҡа ҡыҙҙар бөткәнме? Ҡылый булһа ла, ҡыҙ яҡ­шы, тигәндәр боронғолар. Алам тигәнең дә иренән закунлы айырылмаған, уныһы килеп тауыш ҡуптарып йөрөр тағы. Һылыулыҡты бит баҙарға сығарып һатып бул­май. Һиңә йәшәргә…Өгөтләүҙән уҙғайны шул Хәйбулла, күҙҙәре тонғайны.Гөлзифа көпә-көндөҙ күсенеп килеп төшкәс, Бибиәсмә бөтөнләй эсенә йомолдо.Килен төшкән көндө үк ҡазаланып та ҡуйҙылар: күсенеп килгән мал кәртәгә инеүгә тарбыҡ мөгөҙҙәре менән хужа һыйыр-ҙың эсенән үтә алды.Ә йәштәр арыу ғына йәшәп китте һымаҡ башта. Гөлзифа фермаға кире һау-ынсы булып урынлашты. Бәләкәй Кәрим ике өй араһында йөрөй шунда. Бибиә-смәнең шо­м­ланыуы ла бушҡа булды. Күрше ауылдағы ир килеп даулашып, тауыш сыға-рып йөрөмәне, Гөлзифа вәғәҙәләгәненсә, шартына килтереп айырыл-ышты, ә бына Хәй­бул­ла менән законлы нихаҡҡа инер-гә ашыҡманы. « Ҡағыҙҙа яҙылышмаһаҡ та йәшәрбеҙ әле, буштан килгән аҡсанан, алименттан, баш тартайыммы инде?», - тине лә ҡуйҙы.Ҡәйнә менән килен араһы бер ҡыйыҡ аҫтына ингәндә үк һалҡын ҡалғайны, ар­т­а­бан да шул килеш үҙгәрешһеҙ дауам итте. Ирәбеләнеп көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ул­т­ы­р­ған саҡтары ла булманы.Тағы Гөлзифа нишләптер башҡаса ауырға ҡалманы. Көндәлек мәшәҡәттәргә күм­е­леп ике-өс йыл йәшәп тә ташланылар, ул ни ҡылъяймай ҙа, төйөрөм кәүҙә-һен ымһындырғыс уйнаҡлатып йөрөй бирә. Хәйбулла һүҙ ҡуҙғатырға самала-ғайны ла ҡатынының яуабы ҡыҫҡа булды:- Күреп йөрөйһөң, мин бит үтә лә дәртлемен, сәләмәтмен дә. Ғәйеп, бәлки, һиндәлер…Ир тертләп китте. Ошо көндән ҡатынының түбәнһетеп, кинәйәләп әйткән иҫкәр-мәһе күңе­ле төбөнә юшҡын булып ул­т­ы­р­ҙы, үҙенә ышанмау тойғоһон, шикләнеүен көсәйт­те. Былай ҙа ҡайнарлығы кәмей барған араларынан һалҡынлыҡ йүгереп үтте. Ир кеше көн дә эштә һин дә мин йөрөй, әммә кис етһә быуындарын хәлһеҙлек ҡоршай, булмышын икеләнеү биләй. «Гөлзифа теләп тә риза итә алмаһам?.. Түбәнһетеп берәй һүҙ ысҡындыра ғына күрмәһен инде…» Ана шул эстән һыҙыу дәр-тен һүндерә, кәрен то­танаҡһыҙлай. Хәй­булла үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән шул шом­ла­н­ы­уын йыуып ташларға теләгәндәй, ныҡлап эс­еп ҡай­т­ҡан осраҡтары йы­ш­айҙы. Ҡатыны уны тый­ыр­ға уйламаны ла, хатта иҫерек ир­ен, ҡәйнәһенән ҡур­са­лап, яҡ-лашты. Яҡ­ла­ш­ы­у­ы­ның сәбәбе - ире төшөрөп алһа ҡыйыулана, йәненә шайтан инеп оялаймы ни, түшәктә таң һыҙылғансы ыҙалатырға әҙер. Ҡушарлап эйәртенешеп йөрөп эстеләр. Ныҡ­лап бай­рам итһәләр, Биб­и­әсмәнең артыҡ һүҙенән ҡасып түбән-ге оста ҡунып ҡалалар. Ир­т­ә­гә­һен ҡатын ире­н­ең башын төҙәртеү сараһын таба, үҙе лә ҡоро ҡал­май. Араҡы ға­ил­ә­лә булған ҡытыр­шы­лыҡтарҙы яйға һалыу сараһына әүерелде.Башлаған портретын барыбер бөтөрә, ослай алманы Хәйбулла. Бер нисә тапҡыр өйҙәгеләр йоҡлап киткәндән һуң, ут ҡа-быҙып өҫтәл артында уйланып һүрәткә текәлеп ултырҙы. Портрет тамамланған тиерлек, тик әлеге шул уны йәнләндерер һы-ҙат таб­ы­л­май ҙа ҡуя. Ҡағыҙҙан һылыу йөҙөн йылмайтып йәш ҡатын ҡарай. Ҡара сәс бөҙрә­лә­ре аҡ маңлайға шәлкемләнеп һи-белгән, нимәлер һорарға йыйынғандай ҡыйғас ҡаш­тар юғары сөйөлгән, бәләкәй, ослайыңҡыраған танау, тумалап уймаҡла-нған бит ал­ма­лары, ҡабарынҡы ирендәр бергә ҡушылып шың-ғырҙатып көлөп ебәрерҙәр төҫлө. Күҙҙәр… Уларҙа аңлата алм-аҫлыҡ бушлыҡ, ула-рҙан һалҡынлыҡ һибелә. Тимәк, ул, күҙҙәрҙе килештерә алмаған. Әллә уның оҫталығы ла шул кимәлдә генәме? Күҙҙәрҙе еренә еткереп ҡағыҙға төшөрөү ябай эш түгел. Портретты портрет иткән төп нәмә бит ул күҙҙәр. Килеште-рҙеңме, ярты уңышҡа өлгәштең тигән һүҙ. Гөлзифаға һиҙҙермәҫкә тырышып уның күҙҙәренә төбәлеңкерәп ултырғаны ла бар. Тегеһе һиҙеп ҡалһа, «нимә үгеҙҙәй тексәйҙең, мине күргәнең юҡмы әллә?» тиһә, ҡа­б­а­ланып ҡарашын ситкә бора. Бәй, ҡатынының күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә түгел, ҡара­ғус­ҡыл һоро ла баһа! Төнгө ижад эшендә кәрәкле төҫтө ҡулына алғайны ғы-на… Ах, харап итте - буяу һауыты төшөп китеп тиҫтәләгән ваҡ тамсылыр ҡағыҙға һибелде. Уны юйып ҡына бөтөрөрләк түгел, бөтә йөҙгә сәсрәгән. Хәйбулла ватманды йом­арлап йәшерҙе лә утты һүндерҙе…(Дауамы бар)
Хыялында йөрөткән, тик уның ҡайһылайыраҡ булырын күҙ алдына ла килтер-мәгән беренсе төнө ҡара мунсала үтте. Төн түгел, тәжрибәле сарсаулау ҡатын-кәнтәйҙең нәфсе һыуһынын ҡандырыусы ярым төш, ярым өнгә тартым һаташыулы мәл генә. Гөлзифа баҙнатһыҙ ҡыланған Хәйбулланың ҡулдарын үҙе тотоп кәрәкле урындарға йүнәлтте, тегеһе ары ла килбәтһеҙ маташҡас ҡыйыу ҡыланып үҙе тотондо; аҫта ҡалды, әйләнеп өҫкә ҡалҡты, ағасҡа уралған быуар йыландай борғаланды-һыр-ғаланды, ыңғырашты, наҙлы иңрәне, һыуһынын ҡандырып ярһып, ҡойондай бәүелеп бушанған мәлдә буҫлығып иларға тот-ондо. Мунсанан Хәйбулла ир булыуын тойоп ҡанатланып сыҡманы, бите-ҡулы ҡоромға буялып килеп сыҡты. Хәйбулланың артабанғы яҙмышы еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Ҡайнар ҡосаҡ уны тотошлайға үҙенә тартып алды. Гөл-зифа ла оҙаҡҡа һуҙманы, бер нисә тапҡыр шул мунсала ҡунып сыҡҡандан һуң бүлексәнән арбалы «Белорусь» һорап алып, кейем-һалымын, һыйырын тейәп ҡайтып төштө һәм… йөктө тура Хәйбуллаларға бушатты. Үҙенең был ҡылығын ябай ғына аңлатты:- Ҡабат-ҡабат тейәнеп йөрөгәнсе… Теге әрпештән яйлап, судлашып айырылышам әле. - Алдында тәүге ире торғандай итеп янап та алды. - Минән еңел генә ҡотолормон тиһеңме, килеп сыҡмаҫ, алиментыңды ҡайыртып алырмын!Яҙылмаған ҡанундарҙы, йолаларҙы һанлаған, шуларҙы еренә еткереп атҡарып, шартына килтереп йәшәргә күнеккән ауыл халҡы аптырашты. Ғәйбәтләргә әүәҫ ауыл ҡатындары телдән яҙҙы. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа арттырып, ҡабартып бышылдарлығы ҡалманы, бөтәһе лә асыҡ, күренеп тора. Хәбәр сурытырға оҫтараҡтары ғына бот сапты:- Китсе, яусылау, кәләш әйттереү, туйлап алыу заманалары һағынып һөйләргә генә ҡалды микән ни инде! Ахрызаман бисәләре, ҡарыулы үгеҙ танһыҡлаған күпҡасар тана ише, ирҙән иргә күсенеп йөрөй ҙә ҡуялар. Хәйбулла Гөлзифаларҙан сығышмай башлағас әсәһе үпкәләп әйтеп тә алғайны:- Улым, һиңә балалы ҡатындан башҡа ҡыҙҙар бөткәнме? Ҡылый булһа ла, ҡыҙ яҡшы, тигәндәр боронғолар. Алам тигәнең дә иренән закунлы айырылмаған, уныһы килеп тауыш ҡуптарып йөрөр тағы. Һылыулыҡты бит баҙарға сығарып һатып булмай. Һиңә йәшәргә…Өгөтләүҙән уҙғайны шул Хәйбулла, күҙҙәре тонғайны. Гөлзифа көпә-көндөҙ күсенеп килеп төшкәс, Бибиәсмә бөтөнләй эсенә йомолдо. Килен төшкән көндө үк ҡазаланып та ҡуйҙылар: күсенеп килгән мал кәртәгә инеүгә тарбыҡ мөгөҙҙәре менән хужа һыйыр-ҙың эсенән үтә алды. Ә йәштәр арыу ғына йәшәп китте һымаҡ башта. Гөлзифа фермаға кире һау-ынсы булып урынлашты. Бәләкәй Кәрим ике өй араһында йөрөй шунда. Бибиә-смәнең шомланыуы ла бушҡа булды. Күрше ауылдағы ир килеп даулашып, тауыш сыға-рып йөрөмәне, Гөлзифа вәғәҙәләгәненсә, шартына килтереп айырыл-ышты, ә бына Хәйбулла менән законлы нихаҡҡа инер-гә ашыҡманы. « Ҡағыҙҙа яҙылышмаһаҡ та йәшәрбеҙ әле, буштан килгән аҡсанан, алименттан, баш тартайыммы инде?», - тине лә ҡуйҙы.Ҡәйнә менән килен араһы бер ҡыйыҡ аҫтына ингәндә үк һалҡын ҡалғайны, артабан да шул килеш үҙгәрешһеҙ дауам итте. Ирәбеләнеп көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ултырған саҡтары ла булманы. Тағы Гөлзифа нишләптер башҡаса ауырға ҡалманы. Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп ике-өс йыл йәшәп тә ташланылар, ул ни ҡылъяймай ҙа, төйөрөм кәүҙә-һен ымһындырғыс уйнаҡлатып йөрөй бирә. Хәйбулла һүҙ ҡуҙғатырға самала-ғайны ла ҡатынының яуабы ҡыҫҡа булды:- Күреп йөрөйһөң, мин бит үтә лә дәртлемен, сәләмәтмен дә. Ғәйеп, бәлки, һиндәлер…Ир тертләп китте. Ошо көндән ҡатынының түбәнһетеп, кинәйәләп әйткән иҫкәр-мәһе күңеле төбөнә юшҡын булып ултырҙы, үҙенә ышанмау тойғоһон, шикләнеүен көсәйтте. Былай ҙа ҡайнарлығы кәмей барған араларынан һалҡынлыҡ йүгереп үтте. Ир кеше көн дә эштә һин дә мин йөрөй, әммә кис етһә быуындарын хәлһеҙлек ҡоршай, булмышын икеләнеү биләй. «Гөлзифа теләп тә риза итә алмаһам?.. Түбәнһетеп берәй һүҙ ысҡындыра ғына күрмәһен инде…» Ана шул эстән һыҙыу дәр-тен һүндерә, кәрен тотанаҡһыҙлай. Хәйбулла үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән шул шомланыуын йыуып ташларға теләгәндәй, ныҡлап эсеп ҡайтҡан осраҡтары йышайҙы. Ҡатыны уны тыйырға уйламаны ла, хатта иҫерек ирен, ҡәйнәһенән ҡурсалап, яҡ-лашты. Яҡлашыуының сәбәбе - ире төшөрөп алһа ҡыйыулана, йәненә шайтан инеп оялаймы ни, түшәктә таң һыҙылғансы ыҙалатырға әҙер. Ҡушарлап эйәртенешеп йөрөп эстеләр. Ныҡлап байрам итһәләр, Бибиәсмәнең артыҡ һүҙенән ҡасып түбән-ге оста ҡунып ҡалалар. Иртәгәһен ҡатын иренең башын төҙәртеү сараһын таба, үҙе лә ҡоро ҡалмай. Араҡы ғаиләлә булған ҡытыршылыҡтарҙы яйға һалыу сараһына әүерелде. Башлаған портретын барыбер бөтөрә, ослай алманы Хәйбулла. Бер нисә тапҡыр өйҙәгеләр йоҡлап киткәндән һуң, ут ҡа-быҙып өҫтәл артында уйланып һүрәткә текәлеп ултырҙы. Портрет тамамланған тиерлек, тик әлеге шул уны йәнләндерер һы-ҙат табылмай ҙа ҡуя. Ҡағыҙҙан һылыу йөҙөн йылмайтып йәш ҡатын ҡарай. Ҡара сәс бөҙрәләре аҡ маңлайға шәлкемләнеп һи-белгән, нимәлер һорарға йыйынғандай ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлгән, бәләкәй, ослайыңҡыраған танау, тумалап уймаҡла-нған бит алмалары, ҡабарынҡы ирендәр бергә ҡушылып шың-ғырҙатып көлөп ебәрерҙәр төҫлө. Күҙҙәр… Уларҙа аңлата алм-аҫлыҡ бушлыҡ, ула-рҙан һалҡынлыҡ һибелә. Тимәк, ул, күҙҙәрҙе килештерә алмаған. Әллә уның оҫталығы ла шул кимәлдә генәме? Күҙҙәрҙе еренә еткереп ҡағыҙға төшөрөү ябай эш түгел. Портретты портрет иткән төп нәмә бит ул күҙҙәр. Килеште-рҙеңме, ярты уңышҡа өлгәштең тигән һүҙ. Гөлзифаға һиҙҙермәҫкә тырышып уның күҙҙәренә төбәлеңкерәп ултырғаны ла бар. Тегеһе һиҙеп ҡалһа, «нимә үгеҙҙәй тексәйҙең, мине күргәнең юҡмы әллә?» тиһә, ҡабаланып ҡарашын ситкә бора. Бәй, ҡатынының күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә түгел, ҡарағусҡыл һоро ла баһа! Төнгө ижад эшендә кәрәкле төҫтө ҡулына алғайны ғы-на… Ах, харап итте - буяу һауыты төшөп китеп тиҫтәләгән ваҡ тамсылыр ҡағыҙға һибелде. Уны юйып ҡына бөтөрөрләк түгел, бөтә йөҙгә сәсрәгән.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-07/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-altynsy-ki-k-2406012
7 Июль 2021, 18:09
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (бишенсе киҫәк)
Унда гәзит ҡайғыһы түгел ине. Алдашты. Ватман сығарып бөтөнләй икенсе шөғ-өлгә тотоноп китте. Таң әтәстәре ҡысҡырыу-ға унда һылыу ҡатындың асыҡ йөҙө һын­ла­н­ды. Тик портрет томанлы һәм тамамланмаған ине әле.Иртәгеһен дә дәртләнеп осоп-ҡунып йөрөнө. Бесән-һаламын да иң беренсе булып алып килде, фуражсыны мыжытып сана-һына саманан тыш силос тейәп ташланы. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып Тәтәй Мәрфуғаға тиҙәктәрҙе транспортерға этеп төшөрөргә ярҙамлаша башланы.Уныһы ғәжәпләнеүенән аңҡы-тиңке килде:- Күпме генә тырышһаң да араҡым да, көмөшкәм дә, ҡойған балым да юҡ.- Араҡыңды үҙең эс! - Хәйбулла баш бармағы менән эргәһендәрәк йөрөгән һау­ын­сының бөйөрөнә төрттө лә тегеһенең кинәнеп сырылдауынан ҡыҙыҡ табып ша-ң­ҡы­л­д­ата көлөп сығып йүгерҙе.Ҡайтҡас әсәһен яңынан аптырауға һалып ҡуҫтарланырға тотондо. Булған күр-мәлекле кейемен кейҙе, оҙаҡ итеп ҡырынды, битен мул ғына итеп «Тройной» одеколон менән сылатырға ла онотманы. Сығыр саҡта көҙгөгә күҙ атты. «Кәләш алһаң ни була, бил­ем тота ла ҡуя. Йорт тирәһенә шыпа ярамайым». Күптән шул-айтып мыжыған Биб­и­ә­с­мәнең йөҙөнә серле өмөт ҡун-ды.Гөлзифалар тәңгәлендә оҙаҡ тапанды егет. Үткә-һүткәндәрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырыша үҙе. Тәҙрәләрендә ут күренһә лә мөгөҙһөҙ һыйырҙай барып инеп булмай ҙа.«Һирәкләп булһа ла килгеләп йөрө, тине бит», - тип үҙен-үҙе дәртләндергәс ҡыйыуланып ишек тот­ҡ­а­­һын тартты.- Шаҡып инһәң ни була, һөмһөҙ, төн ҡарағы һымаҡ йөрөп ята тағы! - Ҡурҡып киткән булды Гөлзифа. Үҙе өҫтөндәге ҡыҫҡа халатының итәктәрен тартыштырҙы, иҙеүен ҡулдары менән бөрҙө. Шулай ҙа йөҙөндә шелтә, асыу күренмәне.Аш өйҙөң урындығында уйынсыҡтарын йәйеп ташлап уйнап ултырған өс-дүрт йәштәр самаһындағы ир бала инеүсегә сәйерһенеп текәлеп ултырҙы ла, ҡулына эл­әк­кән уйынсығын тотоп төпкө бүлмәгә атланы.Ишек төбөндә торған Хәйбулла ла, ниһайәт, телгә килеп, инеү сәбәбен аңлатты:- Ней, ярма кәрәкмәйме, тип боролғайным да.- Шул тиклем ярмаң мулмы ни?- Табырға була.- Ни хаҡ?- Һиңә тигәндә бушлай.- Рәхмәт инде, ирһеҙ бисә тураһында улайтып ҡайғыртып йөрөгәс. Заманалар үҙ­гә­рә, совхоз мөлкәтен дә кейенеп-яһанып ҡына йөрөп һаталар. - Гөлзифа хәйләнең нигеҙһеҙ икәнлегенә ишараланы. - Әйҙә үт, атайымдар күршеләргә һуғым итенә сыҡ­ты­­лар.Инеүсе, кәпәсен сатына йомарлап, ишек төбөнәрәк ултырҙы. Гөлзифа сәй әҙерләргә тотондо: электр сәйнүген тоҡандырҙы, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп булған һыйын теҙ­ҙе. Шул арала хәбәрен һөйләп йөрөй:- Күршеләр миңә лә өндәшкәйне, барманым. Яңғыҙ үҙем күҙгә төшкән сүп һымаҡ ултырғым килмәне. Тағы ҡарт-ҡороноң килделе-киттеле хәбәрен тыңлап ултырайыммы?Хәйбулла Гөлзифанан күҙен ала алманы. Уның сәләмәт, таушалмаған һылыу йө-ҙө, һо­м­ғол буй-һыны албырғатты. Ымһын-дырғыс тығыҙ балтырҙарҙы, тумалаҡ янбашы халатҡа саҡ һыйып бытлығып тора, эйелгәндә мул түштәре иҙеүҙән тот-ошлайы менән тейер­лек күренеп ҡала. Әллә халатты шыр яланғас тәненә кейгән инде?..Ашарҙай булып таһырайған ҡарашты ла һиҙә йәш ҡатын, ләкин ниғмәттәрен ҡабат­тан боҫормалап йәшерергә ынтылмай, киреһенсә йә халат итәктәрен ялпылдатып асып ебәрә, унан ҡалһа килешле генә итеп янбашын мыймылдата, күк-рәксәһеҙ түштәрен бәүелтә…Егеттең танауына ҡуҙғытҡыс та танһыҡ та ир көҫәгән ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелгәс башы әйләнеп китте, тотош тәненән аң-лайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтте, теҙ-быуындары ҡалтыраны, мейеһен иләҫ-миләҫ хыялый уй йыбырлатты: “Их, бисәң ошоноң ише булһа ине…”Сәй янында ла ҡунаҡ һүҙҙе ялғап ҡыйыуланып китә алманы. Гөлзифа һаман да үҙе генә һөйләнеүендә булды:- Иремдән айырылам мин. Йәшәрлек рәт ҡалманы, ҡанһыҙ кеше булып сыҡты. Ауылдағы бөтә ирҙәрҙән көнләй бына. Көнө буйы совхоз йомоштарына йөрөй-йөр­өй ҙә төнө буйы, араҡыға алданып, кем етте шуға тракторы менән кәбән тарттыра. Таңға ҡарай ғына лаяҡыл ҡайтып инә, дау ҡуптарып талашырға, туҡмарға тотона. Ул юҡта уйнаш итеп ятам, йәнәһе.Оҙаҡ итеп тәфсилләп ирен яманлай. Әйтерһең дә алдында ауылдашы түгел, уның ялыуын тыңлаусы прокурор ултыра.- Ҡайтайым инде. Баяғы әйткәнде иртәгә ҡараңғы төшөүгә килтереп китермен. -Ҡунаҡ урынынан ҡалҡынды.Ҡатын соланға оҙата сыҡты. Өҫтөнә кейеп тә торманы. Хәйбулла солан ауыҙында, үҙенең хис-тойғоларын белдерергә теләгәндәй, йомшаҡ йылы ҡулдарҙы ҡатҡан уста­р­ы­на йомарланы:- Ярай хушығыҙ…- Уй, ҡалай һалҡынайтҡан, өтөп алып бара! Килгеләп йөрө, һыуыҡтан булһа ла йылытып… - Гөлзифа түштәре менән егеттең иңбашына яңылыш ҡағылғандай итте. Уларҙың ҡуҙғыулы тығыҙлығы фуфайка аша ла тойолдо. Егет башҡаса тый-ылып ҡала алмай ҡатынды һығып ҡосаҡланы, ирендәренә үрелде. Оҙаҡ үбешеүҙән тотош кәүҙәһе йомшарған Гөлзифа тыны бы­у­ы­лып бышылданы:- Иртәгә кил… Мунса яғабыҙ… Кискеһен һуңғыһына инермен…Әҫәрләнеп ярһып ҡайтҡан Хәйбулла илһамланып кисәге башлаған эшенә ултырҙы. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡатындың йөҙө, яңы буяу-ҙар өҫтәлгәс, тағы асыҡлана, баҙыҡлана тө­ш­тө. Хәҙер портретҡа эске «йән» өрөүсе, үҙенә саҡырып тороусы һыҙат өҫтәйһе генә ҡалды. Ниндәй һыҙат, уны Хәйбулла әлегә белмәй, әммә тойомлай, мотлаҡ уны та­ба­са­ғына ышана.(Дауамы бар)
Унда гәзит ҡайғыһы түгел ине. Алдашты. Ватман сығарып бөтөнләй икенсе шөғ-өлгә тотоноп китте. Таң әтәстәре ҡысҡырыу-ға унда һылыу ҡатындың асыҡ йөҙө һынланды. Тик портрет томанлы һәм тамамланмаған ине әле. Иртәгеһен дә дәртләнеп осоп-ҡунып йөрөнө. Бесән-һаламын да иң беренсе булып алып килде, фуражсыны мыжытып сана-һына саманан тыш силос тейәп ташланы. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып Тәтәй Мәрфуғаға тиҙәктәрҙе транспортерға этеп төшөрөргә ярҙамлаша башланы. Уныһы ғәжәпләнеүенән аңҡы-тиңке килде:- Күпме генә тырышһаң да араҡым да, көмөшкәм дә, ҡойған балым да юҡ.- Араҡыңды үҙең эс! - Хәйбулла баш бармағы менән эргәһендәрәк йөрөгән һауынсының бөйөрөнә төрттө лә тегеһенең кинәнеп сырылдауынан ҡыҙыҡ табып ша-ңҡылдата көлөп сығып йүгерҙе.Ҡайтҡас әсәһен яңынан аптырауға һалып ҡуҫтарланырға тотондо. Булған күр-мәлекле кейемен кейҙе, оҙаҡ итеп ҡырынды, битен мул ғына итеп «Тройной» одеколон менән сылатырға ла онотманы. Сығыр саҡта көҙгөгә күҙ атты. «Кәләш алһаң ни була, билем тота ла ҡуя. Йорт тирәһенә шыпа ярамайым». Күптән шул-айтып мыжыған Бибиәсмәнең йөҙөнә серле өмөт ҡун-ды. Гөлзифалар тәңгәлендә оҙаҡ тапанды егет. Үткә-һүткәндәрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырыша үҙе. Тәҙрәләрендә ут күренһә лә мөгөҙһөҙ һыйырҙай барып инеп булмай ҙа.«Һирәкләп булһа ла килгеләп йөрө, тине бит», - тип үҙен-үҙе дәртләндергәс ҡыйыуланып ишек тотҡаһын тартты.- Шаҡып инһәң ни була, һөмһөҙ, төн ҡарағы һымаҡ йөрөп ята тағы! - Ҡурҡып киткән булды Гөлзифа. Үҙе өҫтөндәге ҡыҫҡа халатының итәктәрен тартыштырҙы, иҙеүен ҡулдары менән бөрҙө. Шулай ҙа йөҙөндә шелтә, асыу күренмәне. Аш өйҙөң урындығында уйынсыҡтарын йәйеп ташлап уйнап ултырған өс-дүрт йәштәр самаһындағы ир бала инеүсегә сәйерһенеп текәлеп ултырҙы ла, ҡулына эләккән уйынсығын тотоп төпкө бүлмәгә атланы. Ишек төбөндә торған Хәйбулла ла, ниһайәт, телгә килеп, инеү сәбәбен аңлатты:- Ней, ярма кәрәкмәйме, тип боролғайным да.- Шул тиклем ярмаң мулмы ни?- Табырға була.- Ни хаҡ?- Һиңә тигәндә бушлай.- Рәхмәт инде, ирһеҙ бисә тураһында улайтып ҡайғыртып йөрөгәс. Заманалар үҙгәрә, совхоз мөлкәтен дә кейенеп-яһанып ҡына йөрөп һаталар. - Гөлзифа хәйләнең нигеҙһеҙ икәнлегенә ишараланы. - Әйҙә үт, атайымдар күршеләргә һуғым итенә сыҡтылар. Инеүсе, кәпәсен сатына йомарлап, ишек төбөнәрәк ултырҙы. Гөлзифа сәй әҙерләргә тотондо: электр сәйнүген тоҡандырҙы, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп булған һыйын теҙҙе. Шул арала хәбәрен һөйләп йөрөй:- Күршеләр миңә лә өндәшкәйне, барманым. Яңғыҙ үҙем күҙгә төшкән сүп һымаҡ ултырғым килмәне. Тағы ҡарт-ҡороноң килделе-киттеле хәбәрен тыңлап ултырайыммы?Хәйбулла Гөлзифанан күҙен ала алманы. Уның сәләмәт, таушалмаған һылыу йө-ҙө, һомғол буй-һыны албырғатты. Ымһын-дырғыс тығыҙ балтырҙарҙы, тумалаҡ янбашы халатҡа саҡ һыйып бытлығып тора, эйелгәндә мул түштәре иҙеүҙән тот-ошлайы менән тейерлек күренеп ҡала. Әллә халатты шыр яланғас тәненә кейгән инде?..Ашарҙай булып таһырайған ҡарашты ла һиҙә йәш ҡатын, ләкин ниғмәттәрен ҡабаттан боҫормалап йәшерергә ынтылмай, киреһенсә йә халат итәктәрен ялпылдатып асып ебәрә, унан ҡалһа килешле генә итеп янбашын мыймылдата, күк-рәксәһеҙ түштәрен бәүелтә…Егеттең танауына ҡуҙғытҡыс та танһыҡ та ир көҫәгән ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелгәс башы әйләнеп китте, тотош тәненән аң-лайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтте, теҙ-быуындары ҡалтыраны, мейеһен иләҫ-миләҫ хыялый уй йыбырлатты: “Их, бисәң ошоноң ише булһа ине…”Сәй янында ла ҡунаҡ һүҙҙе ялғап ҡыйыуланып китә алманы. Гөлзифа һаман да үҙе генә һөйләнеүендә булды:- Иремдән айырылам мин. Йәшәрлек рәт ҡалманы, ҡанһыҙ кеше булып сыҡты. Ауылдағы бөтә ирҙәрҙән көнләй бына. Көнө буйы совхоз йомоштарына йөрөй-йөрөй ҙә төнө буйы, араҡыға алданып, кем етте шуға тракторы менән кәбән тарттыра. Таңға ҡарай ғына лаяҡыл ҡайтып инә, дау ҡуптарып талашырға, туҡмарға тотона. Ул юҡта уйнаш итеп ятам, йәнәһе. Оҙаҡ итеп тәфсилләп ирен яманлай. Әйтерһең дә алдында ауылдашы түгел, уның ялыуын тыңлаусы прокурор ултыра.- Ҡайтайым инде. Баяғы әйткәнде иртәгә ҡараңғы төшөүгә килтереп китермен. -Ҡунаҡ урынынан ҡалҡынды.Ҡатын соланға оҙата сыҡты. Өҫтөнә кейеп тә торманы. Хәйбулла солан ауыҙында, үҙенең хис-тойғоларын белдерергә теләгәндәй, йомшаҡ йылы ҡулдарҙы ҡатҡан устарына йомарланы:- Ярай хушығыҙ…- Уй, ҡалай һалҡынайтҡан, өтөп алып бара! Килгеләп йөрө, һыуыҡтан булһа ла йылытып… - Гөлзифа түштәре менән егеттең иңбашына яңылыш ҡағылғандай итте. Уларҙың ҡуҙғыулы тығыҙлығы фуфайка аша ла тойолдо. Егет башҡаса тый-ылып ҡала алмай ҡатынды һығып ҡосаҡланы, ирендәренә үрелде. Оҙаҡ үбешеүҙән тотош кәүҙәһе йомшарған Гөлзифа тыны быуылып бышылданы:- Иртәгә кил… Мунса яғабыҙ… Кискеһен һуңғыһына инермен…Әҫәрләнеп ярһып ҡайтҡан Хәйбулла илһамланып кисәге башлаған эшенә ултырҙы. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡатындың йөҙө, яңы буяу-ҙар өҫтәлгәс, тағы асыҡлана, баҙыҡлана төштө. Хәҙер портретҡа эске «йән» өрөүсе, үҙенә саҡырып тороусы һыҙат өҫтәйһе генә ҡалды.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-06/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-bishense-ki-k-2406627
6 Июль 2021, 17:38
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (дүртенсе киҫәк)
Һиҙҙермәй ваҡыт үтә торҙо, Хәйбулла ла йәшәүенә әкренләп күнекте. Һәр хәлдә, эл­екке һымаҡ сәбәләнеп бармай. Ферма тәртиптәренә лә өйрәнде, үҙ әшнәләре, үҙ ҡоро бар. Ауыр хеҙмәткә лә үңәсе өҙөлә яҙып ихлас йәбешмәй, үҙе һиҙмәһә лә оһоллана төштөмө, әллә илке-һалҡыраҡ тотонғанғамы, ҡара тир түкмәй һәр хәлдә. Йәй көн­дә­ре йәйләүҙән ҡайтып инмәйҙәр тиерлек, сиратлап һауым һыйырҙарын көтәләр. Тән ге­нә түгел йән дә ял итер илаһи мәл. Онотолоп хозур тәбиғәт ҡосағына сумаһың: те­лә­йһең икән сәғәттәр буйы ҡайҙалыр ағылған болоттарға текәлеп хыялланып ят­ы­р­ға мөмкин, йә булмаһа тал-сыҡҡансы китап уҡы, бер кем ҡамасауламай. Эргәлә генә уфылдап һыйырҙар утлап йөрөй. Һауа аңлата алмаҫлыҡ ҡуйы үлән, сәскәләр еҫенә ту­л­ған. Үләндән үләнгә һикергеләп сиңерткәләр йырлай, кемуҙарҙан ҡоштар сир­ҡылдаша. Һырғый аҡ ҡай-ындар һылашып үҫкән бейек тауҙың түбәһе күк сат­ы­р­ына бар­ып ялғанған һымаҡ күренә. Өҫтә, бик бейектә, зәңгәр яулығын болғай-болғай һағым бейей. Рәхәт! Ҡайһы ваҡыт Хәйбулла илһамланып китеп кеҫәһенән ҡә­л­әм киҫәге килтереп сығара ла тәмәке ҡабына күргәнен төшөрөргә тотона. Тик был ҡап тәмәкеһе бө­ткәс тә ситкә ырғытыла…Һауым көтөүе ҡураларға индеме, игеҙәктәр һымаҡ бер-береһенә оҡшаған ял­ҡ­ытҡыс көндәр башлана. Эштән һуң өшөгән тараҡандар ише малсылар өйөнә йый­ы­л­а­л­ар. Бында буйҙаҡтар урыны. Ғаиләлеләр, ҡатын-ҡыҙ ҡайтырға ашыға, улар бында етәкселәр йыйғанда ғына инеп күренә. Малсыларҙы әүәлгеләй йыш йыймайҙар, ур­ы­ндағы түрәләр ҙә, килгәндәре лә зар-ураттан ғына баш тығалар был мөйөшкә. Бил­дә­ле­лек, үҙаллылыҡ ғә­л­әмәтелер. Үткәндә китапханасы килеп эскелеккә ҡар-шы көрәш те­маһына әңгәмә үткәрергә маташып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Яһил берәү, ур­ы­нһыҙыраҡ булһа ла, араҡы дауайлай башлағайны, нотоҡсо үҙе лә ҡушылып юғ­а­р­ыла ултырған башһыҙ етәкселәрҙе тиргәргә кереш-еп китмәһенме! Араҡыһыҙ ар­ҡыры ят­ҡан бү­р­ә­н­ә­не буйға һалып буламы, ҡунаҡ саҡырып туй үткәреп ҡара, улар юғ­а­ры­ла ултырып ауыл халҡының хәлен ҡайҙан ғына аңлаһын, фәлән дә фәс­мәтән. Осра­шыу Мәскәүҙәге хөкүмәтте отставкаға еб-әреүҙе талап итеү хәленә барып етте.Ҡалған көндәрҙә йыйылыу ошонан сығышмағандар ғәҙәте буйынса үтә. Тәүҙә бөтә­һе лә йыйылғансы оҙаҡ итеп тоҙһоҙ көләмәстәр һөйләнелә. Көлкөләре кил-мәһә лә һаһыл­да­шалар. Сөнки улар ҡабат-ҡабат һөйләнелгән, теңкәләренә тейеп бөткән. Тел сарлау те­йешле йүнәлеш алғансы шулай дауам итә. Фәлсәфә кәрәкле урынға килеп терәлгәс ке­м­еһелер саҡ ҡына «туғарылып» алырға тәҡдим итә. Ризалашалар. Сөнки сиратсы күптән билдәле, һый табыу уның эше. Был бихисап атҡарылған йола бөтә нескә­л­е­кт­әренә еткереп яйға һалынған. Уны бөтөрөү, үҙгәртеү, ҡаҡшатыу мөмкин түгел.Шулай кисҡырын «туғарылып» алған Хәйбулла, аяғын санаға кирә баҫып, атын йән фарманға саптырып ҡайтып килә ине:- Ай, тапатаһың! - тигән сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы.Егет бөтә көсөнә дилбегәне үҙенә тартты. Ат үрәпсеп шып туҡтаны. Алда ауыҙ­лыҡ­ты шаҡара тотоп торған ҡатын-ҡыҙ төҫмөрләнде.- Гөлзифа?!- Мин. Ҡурҡыттың. Рөхсәт тә һорап тормай өҫкә менеп киләһең… - Ләкин һал­ҡындан биттәре алһыуланған, сәс шәлкеме маңлайына туҙышып төшкән һылыу ҡа­т­ын­дың йөҙөндә еңелсә ярһыуҙан башҡа ҡурҡыу әҫәре күренмәне.Хәйбулла сәбәпһеҙгә ҡыҙарынып китте:- Әйҙә ултыр, өйөңә апарып ҡуям. Ул килбәтһеҙ сүгәләне, аяҡ аҫтындағы һаламды са­наның ҡанат яғына ҡайырҙы.- Утырам инде, утырмай тағы, ҡурҡыуҙан тубыҡтар дерелдәй, атлай алмайым, - тине лә Гөлзифа егеттең ҡабырғаһына һыйынып тиерлек ултырҙы.Ат керт-керт баҫып әкрен генә атлай. Был илаһи минуттарҙы оҙайтырға теләгән Хә­й­булла ла уны ашыҡтырмай. Осрашыу көтөлмәгәнерәк булғанғамы аҙаны ла ҡалды, телгә йүнле хәбәре лә килмәй.- Нисек йөрөп ятыш?Гөлзифа билдәһеҙ ишаралап яурындарын йыйырып ҡына ҡуйҙы:- Өйләндеңме?- Һинең һымаҡ күңелгә ятҡаны осрамай.- Дәртле сағыңда өйләнергә кәрәк.- Мин һәр ваҡыт дәртле.-Әллә?.. - Гөлзифаның ҡаштары юғары сөйөлдө. Ул күсерҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуйҙы.- Ҡарттарыңдың хәлен белергә ҡайттыңмы?- Ниңә уларҙың хәлен белергә, яталар шунда дәүләт елкәһендә пенсияларын ашап.- Т-р-р-ррр. Һүҙгә әүрәп өйөгөҙҙө үтеп тә барабыҙ.- Рәхмәт изгелегеңә. Бында кистәрен эс бошоуҙан үлерһең, биллаһи. Ҡайтҡаныма аҙ­на тулып үтте, инеп хәлде белеүсе лә юҡ. Ҡунаҡ итеп саҡырмайым, килгеләп йө­рө… Гөлзифа торҙо, ултырғанда тығыҙ балтырҙары буйлап өҫкәрәк шыуған күлдәк ит­әктәрен килешле итеп тубығына тартты ла ярһыулы йылмайыуын атып боролоп та ҡа­рамай өйөнә инеп китте.-Э-э-э-эх! - Хәйбулла йөрәгенә ҡайнар ҡан бәреүгә сыҙаша алмай кирелеп сыб­ырт­ҡы осон атының һыртына тамыҙҙы. Са-наның артынан ҡар бураны ғына уйнап ҡалды.- Әсәй! Әсәй! Ҡайҙа минең буяуҙар?! - Дөбөр-шатыр килеп инеп өҫтөн һалыр-һалмаҫтан егеттең әйткән һүҙҙәре шул бул-ды.-Һалған урыныңда яталыр, мәктәп балаларына Яңы йылға гәзит сығарып булаша инең түгелме? Ашап ал башта, картуф та ҡурғанмын, сәйем дә күптән ҡайнаған. - Ул­ы­ның шарҙауай ҡылығына өйрәнмәгән әсәһе аптырабыраҡ ҡарап ултыра.- Мин туҡ, шул гәзитте ослай һалырға кәрәк, иртәгә үк һүрәтле гәзит таптырып килеп етерҙәр еүеш танауҙар. - Хәйбулла сәбәпһеҙгә киң итеп йылмайып ебәрҙе.(Дауамы бар)
Һиҙҙермәй ваҡыт үтә торҙо, Хәйбулла ла йәшәүенә әкренләп күнекте. Һәр хәлдә, элекке һымаҡ сәбәләнеп бармай. Ферма тәртиптәренә лә өйрәнде, үҙ әшнәләре, үҙ ҡоро бар. Ауыр хеҙмәткә лә үңәсе өҙөлә яҙып ихлас йәбешмәй, үҙе һиҙмәһә лә оһоллана төштөмө, әллә илке-һалҡыраҡ тотонғанғамы, ҡара тир түкмәй һәр хәлдә. Йәй көндәре йәйләүҙән ҡайтып инмәйҙәр тиерлек, сиратлап һауым һыйырҙарын көтәләр. Тән генә түгел йән дә ял итер илаһи мәл. Онотолоп хозур тәбиғәт ҡосағына сумаһың: теләйһең икән сәғәттәр буйы ҡайҙалыр ағылған болоттарға текәлеп хыялланып ятырға мөмкин, йә булмаһа тал-сыҡҡансы китап уҡы, бер кем ҡамасауламай. Эргәлә генә уфылдап һыйырҙар утлап йөрөй. Һауа аңлата алмаҫлыҡ ҡуйы үлән, сәскәләр еҫенә тулған. Үләндән үләнгә һикергеләп сиңерткәләр йырлай, кемуҙарҙан ҡоштар сирҡылдаша. Һырғый аҡ ҡай-ындар һылашып үҫкән бейек тауҙың түбәһе күк сатырына барып ялғанған һымаҡ күренә. Өҫтә, бик бейектә, зәңгәр яулығын болғай-болғай һағым бейей. Рәхәт! Ҡайһы ваҡыт Хәйбулла илһамланып китеп кеҫәһенән ҡәләм киҫәге килтереп сығара ла тәмәке ҡабына күргәнен төшөрөргә тотона. Тик был ҡап тәмәкеһе бөткәс тә ситкә ырғытыла…Һауым көтөүе ҡураларға индеме, игеҙәктәр һымаҡ бер-береһенә оҡшаған ялҡытҡыс көндәр башлана. Эштән һуң өшөгән тараҡандар ише малсылар өйөнә йыйылалар. Бында буйҙаҡтар урыны. Ғаиләлеләр, ҡатын-ҡыҙ ҡайтырға ашыға, улар бында етәкселәр йыйғанда ғына инеп күренә. Малсыларҙы әүәлгеләй йыш йыймайҙар, урындағы түрәләр ҙә, килгәндәре лә зар-ураттан ғына баш тығалар был мөйөшкә. Билдәлелек, үҙаллылыҡ ғәләмәтелер. Үткәндә китапханасы килеп эскелеккә ҡар-шы көрәш темаһына әңгәмә үткәрергә маташып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Яһил берәү, урынһыҙыраҡ булһа ла, араҡы дауайлай башлағайны, нотоҡсо үҙе лә ҡушылып юғарыла ултырған башһыҙ етәкселәрҙе тиргәргә кереш-еп китмәһенме! Араҡыһыҙ арҡыры ятҡан бүрәнәне буйға һалып буламы, ҡунаҡ саҡырып туй үткәреп ҡара, улар юғарыла ултырып ауыл халҡының хәлен ҡайҙан ғына аңлаһын, фәлән дә фәсмәтән. Осрашыу Мәскәүҙәге хөкүмәтте отставкаға еб-әреүҙе талап итеү хәленә барып етте.Ҡалған көндәрҙә йыйылыу ошонан сығышмағандар ғәҙәте буйынса үтә. Тәүҙә бөтәһе лә йыйылғансы оҙаҡ итеп тоҙһоҙ көләмәстәр һөйләнелә. Көлкөләре кил-мәһә лә һаһылдашалар. Сөнки улар ҡабат-ҡабат һөйләнелгән, теңкәләренә тейеп бөткән. Тел сарлау тейешле йүнәлеш алғансы шулай дауам итә. Фәлсәфә кәрәкле урынға килеп терәлгәс кемеһелер саҡ ҡына «туғарылып» алырға тәҡдим итә. Ризалашалар. Сөнки сиратсы күптән билдәле, һый табыу уның эше. Был бихисап атҡарылған йола бөтә нескәлектәренә еткереп яйға һалынған. Уны бөтөрөү, үҙгәртеү, ҡаҡшатыу мөмкин түгел. Шулай кисҡырын «туғарылып» алған Хәйбулла, аяғын санаға кирә баҫып, атын йән фарманға саптырып ҡайтып килә ине:- Ай, тапатаһың! - тигән сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы. Егет бөтә көсөнә дилбегәне үҙенә тартты. Ат үрәпсеп шып туҡтаны. Алда ауыҙлыҡты шаҡара тотоп торған ҡатын-ҡыҙ төҫмөрләнде.- Гөлзифа?!- Мин. Ҡурҡыттың. Рөхсәт тә һорап тормай өҫкә менеп киләһең… - Ләкин һалҡындан биттәре алһыуланған, сәс шәлкеме маңлайына туҙышып төшкән һылыу ҡатындың йөҙөндә еңелсә ярһыуҙан башҡа ҡурҡыу әҫәре күренмәне. Хәйбулла сәбәпһеҙгә ҡыҙарынып китте:- Әйҙә ултыр, өйөңә апарып ҡуям. Ул килбәтһеҙ сүгәләне, аяҡ аҫтындағы һаламды сананың ҡанат яғына ҡайырҙы.- Утырам инде, утырмай тағы, ҡурҡыуҙан тубыҡтар дерелдәй, атлай алмайым, - тине лә Гөлзифа егеттең ҡабырғаһына һыйынып тиерлек ултырҙы. Ат керт-керт баҫып әкрен генә атлай. Был илаһи минуттарҙы оҙайтырға теләгән Хәйбулла ла уны ашыҡтырмай. Осрашыу көтөлмәгәнерәк булғанғамы аҙаны ла ҡалды, телгә йүнле хәбәре лә килмәй.- Нисек йөрөп ятыш?Гөлзифа билдәһеҙ ишаралап яурындарын йыйырып ҡына ҡуйҙы:- Өйләндеңме?- Һинең һымаҡ күңелгә ятҡаны осрамай.- Дәртле сағыңда өйләнергә кәрәк.- Мин һәр ваҡыт дәртле.-Әллә?.. - Гөлзифаның ҡаштары юғары сөйөлдө. Ул күсерҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуйҙы.- Ҡарттарыңдың хәлен белергә ҡайттыңмы?- Ниңә уларҙың хәлен белергә, яталар шунда дәүләт елкәһендә пенсияларын ашап.- Т-р-р-ррр. Һүҙгә әүрәп өйөгөҙҙө үтеп тә барабыҙ.- Рәхмәт изгелегеңә. Бында кистәрен эс бошоуҙан үлерһең, биллаһи. Ҡайтҡаныма аҙна тулып үтте, инеп хәлде белеүсе лә юҡ. Ҡунаҡ итеп саҡырмайым, килгеләп йөрө… Гөлзифа торҙо, ултырғанда тығыҙ балтырҙары буйлап өҫкәрәк шыуған күлдәк итәктәрен килешле итеп тубығына тартты ла ярһыулы йылмайыуын атып боролоп та ҡарамай өйөнә инеп китте.-Э-э-э-эх! - Хәйбулла йөрәгенә ҡайнар ҡан бәреүгә сыҙаша алмай кирелеп сыбыртҡы осон атының һыртына тамыҙҙы. Са-наның артынан ҡар бураны ғына уйнап ҡалды.- Әсәй! Әсәй! Ҡайҙа минең буяуҙар?! - Дөбөр-шатыр килеп инеп өҫтөн һалыр-һалмаҫтан егеттең әйткән һүҙҙәре шул бул-ды.-Һалған урыныңда яталыр, мәктәп балаларына Яңы йылға гәзит сығарып булаша инең түгелме? Ашап ал башта, картуф та ҡурғанмын, сәйем дә күптән ҡайнаған. - Улының шарҙауай ҡылығына өйрәнмәгән әсәһе аптырабыраҡ ҡарап ултыра.- Мин туҡ, шул гәзитте ослай һалырға кәрәк, иртәгә үк һүрәтле гәзит таптырып килеп етерҙәр еүеш танауҙар.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-05/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-d-rtense-ki-k-2407227
5 Июль 2021, 17:20
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (өсөнсө киҫәк)
Ҡалды. Управляющий үҫмерҙең сибек кәүҙәһенә ышанмайыраҡ ҡарап алһа ла ғар­и­заһының мөйөшөнә ризалығын белде-реп сыймаҡланы.Яңы урынға ауыр күнекте Хәйбулла. Тәүге мәлдә эш уның өсөн ысын мәғәнәһендә көн дә ҡабатланып торған тамуҡҡа әүерелде. Көҙ көндәре ферманан саҡрым самаһы ситтә урынлашҡан сеновалдан атҡа тейәп бесән, һалам ташыуға биреш-мәһә лә, ҡыш күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ауыр ҡырҡҡыс менән силос соҡоуҙары йонсотто, үҙәгенә үтте.Бер көн уның мөсһөҙ һелтәнеүен ситтән күҙәтеп торған Яңыбай аушаңлата баҫып янына килде лә ҡулдарын уның иңбаш-ына һалды:- Ыҙалама, әҙерәк хәл эсеп ал, - һыйыр башындай туң силосты аяғы менән типкеләп тартып шунда ултырҙы, янынан ур-ын күрһәтте. Армияла хеҙмәтен тултырып ҡайтып бында хәтһеҙ генә эшләргә лә өлгөргән егет үҙен һауалыраҡ, өҫтөнөрәк тота. Әле ул һөйәлләнеп ҡатҡан бармаҡтарын йәпһеҙ хәрәкәтләндереп фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә эсе тәңгәленән гранатаһына йәбеш-кән яһил яугирҙәй ҡағыҙ тығынлы шешә килтереп сығарҙы. Костюмының түш кеҫәһенән ҡаҡашып ҡатҡан ҡырлы стакан алғас бармағын тығып бер килке һауыт эсен таҙартып аҙапланды, шунан тегенең ярты­һ­ы­на тиклем буҙ шыйыҡса ҡойҙо. Шыйылдатҡансы ситкә өргәс ҡулындағыһын тотошлайы менән күккә өңрәйгән ауыҙына түңкәр-ҙе. Йотоп та аҙапланманы хатта, бары ҡурылдайы ғына хәтәр һикереп ҡуйҙы.Шундай уҡ өлөш Хәйбулланың ҡулына күсте. Уның һауытты ҡулында әйлән­де­ргеләп, еҫкәп ҡарап маташҡанын күргән Яңыбай асыулы ыҫылданы:- Йә, нимә унда ҡыҙлығы алынмаған кәнтәй һымаҡ ҡыланаһың? Йот! Закуска һо­ра­ма, уныһын ҡайтҡас ҡабырһың.Резина, көйөк, тағы әллә ниндәй еҫтәр аңҡыған көмөшкә бигерәк зәһәр икән.- Нисек?Тегеһе аңламағандай яурынын йыйырҙы.- Нисауа, өйрәнерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Тура килһә, яҙа ебәрмә, беҙ­ҙә унһыҙ булмай. Был дауа ары-ғанлыҡты шунда уҡ һыпырып төшөрә. - Иркенләп фәлсәфә һатырға керешкән Яңыбай малсыларҙың аттарын келәттәр яғына ыңғай­ла­т­ыуҙарын күреп ҡалды шикелле, һырыған салбарының төбөн ҡаҡҡылап урынынанторҙо. – Ярай, уҙғалайым, булма-һа, минең дә ярма алынмаған әле. Һинең өлөштән бер тоҡ алам, буштың атаһы үлгән… - Хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Ул был мәлдә һабаҡ биреүсе уҡытыусыны хәтерләтә ине.Хәйбулла көн дә эңер төшкәс эштән ҡайтып арлы-бирле ҡапҡылай ҙа үҙенең буяу­ҙарына йәбешә. Тик илһамланып йәйғор буяуҙарҙың мөғжизәле, тылсымлы донъяһы­на сума алмай. Теләкһеҙ башҡарылған ауыр эш уның көндәлек дәртен, дарманын һу­рып алған. Көрәк, һәнәк, ауыр лом тотоп ҡатҡан бармаҡтары уға буйһоноуҙан баш тарта, ҡағыҙға яғылған юлдар дерелд-әй, тарала, күҙҙәр йомола…Ваҡытлы ғына ҡалырға уйлаған Хәйбулла оҙаҡланы эшендә. Хәрби хеҙмәткә лә алманылар уны. Комиссияла ултырған хирург бик оҙаҡ итеп ентекләп тикшергәндән һуң, ҡустым, военкоматта ултырғандарға әйт, һине ҡабат-ҡабат саҡыртып йөҙәт­мә­һендәр, тип төңөлдөрөп ҡайтарҙы. Оялды, түбәнһенде, үҙен башҡаларҙан кәм итеп, зәғиф итеп тойҙо. Шулай эстән һыҙып, көйәләнеп йөрөгәндә йөрәген тағы бер ваҡиға көйҙөрөп үтте - Гөлзифа ҡапыл ғына күрше ауылдағы тракторист егеткә кейәүгә сығып китте.Шул хәбәрҙе ишетеп иҫәңгерәгән, һеңгәҙәгән егет малдарға һалам таратты ла күрше аҙбарға ыңғайланы. Ҡайтырға йый-ынып атын туғарып аҙапланған Яңыбайҙы күргәс, вайымһыҙ күренергә тырышып, янына барҙы, тартҡыһы килмәһә лә, тәм-әке һорап алып тоҡандырҙы, эргәһендәге һыйырҙар ышҡынғанға йылтырап ҡатҡан бағанаға һөйәлде:- Әйҙә, эсәбеҙ.- Нимә?! - Яңыбай аптырауҙан ауыҙын асып ҡатты ла ҡалды. Иҫен йыйғас һыҙ­ғырып ебәрҙе. - Бына был исмаһам номер!- Миндә ярма бар, һинекен ҡушайыҡ та…- Һе! Тормош шулай өйрәтә шул, бер ниндәй ҙә мәктәп дәреслеге кәрәкмәй, - Яңыбай эшлекле ҡуҙғалып яңынан атын егә башланы.Улар иң тәүҙә еңдәрен еҫкәй-еҫкәй аҙбар мөйөшөндә эстеләр. Етеңкерәмәгәс, Яң­ы­б­ай «ҡара көнгә» ҡалдырған запасын сығарҙы. Шунан клубҡа киттеләр. Унда кү­т­әр­мәлә тороп ауыл егеттәренә ҡушылып тағы бер яртыны бушаттылар. Хәйбулла эскә инеп йыйылған йәштәрҙе аптыратып көйгә тап килтермәй баҫып оҙаҡ итеп бейене, күҙҙәре алдынан таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәр өҙлөкһөҙ йүгерәшә ба­ш­ланы, стена зырлап әйләнде, клубтың түшәме ишелеп төшкәндәй булды. Башы ҡаты сат­науҙан, ауыҙы кибеүҙән уянып китте. Өйҙәрендә ята икән. Әсәһе маңлайына һал­ынса устарын баҫҡан да хәсрәтле ҡарап ултыра.Баҫылды Хәйбулла. Элекке һымаҡ эшенән ашығып ҡайтып буяуҙарға йәбешмәй хәҙер. Кистәрен салҡан төшөп түбә таҡ-таһына текәлеп онотолоп ята, йә булмаһа яңғыҙы урам гиҙергә тотона. Йәштәргә лә ылыҡҡыһы килмәй. Башҡаларға оҡшарға тыр­ы­шып тәмәке төтәтергә өйрәнеп алды. Элек малсылар арт-ыҡ һүҙ ысҡындырғанда бурҙаттай ҡыҙарған егеттең теле туп-аҫланды, уҫалланды. Хатта бәғзе берәүҙәрҙе уҙҙырып та ебәрә. Шу­л­ай бысраҡ, шөкәтһеҙ урынға килеп юлыҡтымы икән ни?! Юҡтыр. Ғәҙәти ауыл фе­рма­һы, төрлө кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп үҙ хәстәрҙәренә күмдереп ҡабаланмай ғына йәшәй бирә. Күптәр бында көлөп-йылмайып килә, дәртләнеп эшләй, кисен ға­и­л­ә­ләренә ашыға. Ана бит, ҡайһы һауынсылар һыйырҙар-ын йырлай-йырлай һауа, һөн­әр­ҙәрен ау­ырһынмайҙар ҙа, мыжымайҙар ҙа. Ә Хәйбулла?! Үҙ хәлен үҙе лә аң­ла­м­ай. Ҡайһыл­а­й­тып ҡына дәртләнһен, яратмай ул был эште, яратмай, күңеле тарт­май. Башҡа бар­ыр урын булмағанға ғына ошонда йөрөргә мәжбүр. Рәссам булыр кеше бит ул! Был ҡәһәр-ле шөғөл бармаҡтарын ҡатырып шырауландырып бөтөрҙө. Аҡса йыйыу уйы ла барып сыҡманы. Эш хаҡы ла бында кеҫә ҡалынайтырлыҡ ҙур түгел. Дөрөҫ, тор­моштары көйләнде бер аҙ. Әсәһе ҡыуана-ҡыуана уның беренсе эш аҡына йоҡа пальто алып кейгән булды, ә өй эсенә район үҙәгендәге мебель цехында әтмәләнгән комод менән шифоньерҙы алып ултырттылар. Барыбер осто осҡа ялғай алмайҙар.(Дауамы бар)
Ҡалды. Управляющий үҫмерҙең сибек кәүҙәһенә ышанмайыраҡ ҡарап алһа ла ғаризаһының мөйөшөнә ризалығын белде-реп сыймаҡланы. Яңы урынға ауыр күнекте Хәйбулла. Тәүге мәлдә эш уның өсөн ысын мәғәнәһендә көн дә ҡабатланып торған тамуҡҡа әүерелде. Көҙ көндәре ферманан саҡрым самаһы ситтә урынлашҡан сеновалдан атҡа тейәп бесән, һалам ташыуға биреш-мәһә лә, ҡыш күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ауыр ҡырҡҡыс менән силос соҡоуҙары йонсотто, үҙәгенә үтте. Бер көн уның мөсһөҙ һелтәнеүен ситтән күҙәтеп торған Яңыбай аушаңлата баҫып янына килде лә ҡулдарын уның иңбаш-ына һалды:- Ыҙалама, әҙерәк хәл эсеп ал, - һыйыр башындай туң силосты аяғы менән типкеләп тартып шунда ултырҙы, янынан ур-ын күрһәтте. Армияла хеҙмәтен тултырып ҡайтып бында хәтһеҙ генә эшләргә лә өлгөргән егет үҙен һауалыраҡ, өҫтөнөрәк тота. Әле ул һөйәлләнеп ҡатҡан бармаҡтарын йәпһеҙ хәрәкәтләндереп фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә эсе тәңгәленән гранатаһына йәбеш-кән яһил яугирҙәй ҡағыҙ тығынлы шешә килтереп сығарҙы. Костюмының түш кеҫәһенән ҡаҡашып ҡатҡан ҡырлы стакан алғас бармағын тығып бер килке һауыт эсен таҙартып аҙапланды, шунан тегенең яртыһына тиклем буҙ шыйыҡса ҡойҙо. Шыйылдатҡансы ситкә өргәс ҡулындағыһын тотошлайы менән күккә өңрәйгән ауыҙына түңкәр-ҙе. Йотоп та аҙапланманы хатта, бары ҡурылдайы ғына хәтәр һикереп ҡуйҙы. Шундай уҡ өлөш Хәйбулланың ҡулына күсте. Уның һауытты ҡулында әйләндергеләп, еҫкәп ҡарап маташҡанын күргән Яңыбай асыулы ыҫылданы:- Йә, нимә унда ҡыҙлығы алынмаған кәнтәй һымаҡ ҡыланаһың? Йот! Закуска һорама, уныһын ҡайтҡас ҡабырһың. Резина, көйөк, тағы әллә ниндәй еҫтәр аңҡыған көмөшкә бигерәк зәһәр икән.- Нисек?Тегеһе аңламағандай яурынын йыйырҙы.- Нисауа, өйрәнерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Тура килһә, яҙа ебәрмә, беҙҙә унһыҙ булмай. Был дауа ары-ғанлыҡты шунда уҡ һыпырып төшөрә. - Иркенләп фәлсәфә һатырға керешкән Яңыбай малсыларҙың аттарын келәттәр яғына ыңғайлатыуҙарын күреп ҡалды шикелле, һырыған салбарының төбөн ҡаҡҡылап урынынанторҙо. – Ярай, уҙғалайым, булма-һа, минең дә ярма алынмаған әле. Һинең өлөштән бер тоҡ алам, буштың атаһы үлгән… - Хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Ул был мәлдә һабаҡ биреүсе уҡытыусыны хәтерләтә ине. Хәйбулла көн дә эңер төшкәс эштән ҡайтып арлы-бирле ҡапҡылай ҙа үҙенең буяуҙарына йәбешә. Тик илһамланып йәйғор буяуҙарҙың мөғжизәле, тылсымлы донъяһына сума алмай. Теләкһеҙ башҡарылған ауыр эш уның көндәлек дәртен, дарманын һурып алған. Көрәк, һәнәк, ауыр лом тотоп ҡатҡан бармаҡтары уға буйһоноуҙан баш тарта, ҡағыҙға яғылған юлдар дерелд-әй, тарала, күҙҙәр йомола…Ваҡытлы ғына ҡалырға уйлаған Хәйбулла оҙаҡланы эшендә. Хәрби хеҙмәткә лә алманылар уны. Комиссияла ултырған хирург бик оҙаҡ итеп ентекләп тикшергәндән һуң, ҡустым, военкоматта ултырғандарға әйт, һине ҡабат-ҡабат саҡыртып йөҙәтмәһендәр, тип төңөлдөрөп ҡайтарҙы. Оялды, түбәнһенде, үҙен башҡаларҙан кәм итеп, зәғиф итеп тойҙо. Шулай эстән һыҙып, көйәләнеп йөрөгәндә йөрәген тағы бер ваҡиға көйҙөрөп үтте - Гөлзифа ҡапыл ғына күрше ауылдағы тракторист егеткә кейәүгә сығып китте. Шул хәбәрҙе ишетеп иҫәңгерәгән, һеңгәҙәгән егет малдарға һалам таратты ла күрше аҙбарға ыңғайланы. Ҡайтырға йый-ынып атын туғарып аҙапланған Яңыбайҙы күргәс, вайымһыҙ күренергә тырышып, янына барҙы, тартҡыһы килмәһә лә, тәм-әке һорап алып тоҡандырҙы, эргәһендәге һыйырҙар ышҡынғанға йылтырап ҡатҡан бағанаға һөйәлде:- Әйҙә, эсәбеҙ.- Нимә?! - Яңыбай аптырауҙан ауыҙын асып ҡатты ла ҡалды. Иҫен йыйғас һыҙғырып ебәрҙе. - Бына был исмаһам номер!- Миндә ярма бар, һинекен ҡушайыҡ та…- Һе! Тормош шулай өйрәтә шул, бер ниндәй ҙә мәктәп дәреслеге кәрәкмәй, - Яңыбай эшлекле ҡуҙғалып яңынан атын егә башланы. Улар иң тәүҙә еңдәрен еҫкәй-еҫкәй аҙбар мөйөшөндә эстеләр. Етеңкерәмәгәс, Яңыбай «ҡара көнгә» ҡалдырған запасын сығарҙы. Шунан клубҡа киттеләр. Унда күтәрмәлә тороп ауыл егеттәренә ҡушылып тағы бер яртыны бушаттылар. Хәйбулла эскә инеп йыйылған йәштәрҙе аптыратып көйгә тап килтермәй баҫып оҙаҡ итеп бейене, күҙҙәре алдынан таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәр өҙлөкһөҙ йүгерәшә башланы, стена зырлап әйләнде, клубтың түшәме ишелеп төшкәндәй булды. Башы ҡаты сатнауҙан, ауыҙы кибеүҙән уянып китте. Өйҙәрендә ята икән. Әсәһе маңлайына һалынса устарын баҫҡан да хәсрәтле ҡарап ултыра. Баҫылды Хәйбулла. Элекке һымаҡ эшенән ашығып ҡайтып буяуҙарға йәбешмәй хәҙер. Кистәрен салҡан төшөп түбә таҡ-таһына текәлеп онотолоп ята, йә булмаһа яңғыҙы урам гиҙергә тотона. Йәштәргә лә ылыҡҡыһы килмәй. Башҡаларға оҡшарға тырышып тәмәке төтәтергә өйрәнеп алды. Элек малсылар арт-ыҡ һүҙ ысҡындырғанда бурҙаттай ҡыҙарған егеттең теле туп-аҫланды, уҫалланды. Хатта бәғзе берәүҙәрҙе уҙҙырып та ебәрә. Шулай бысраҡ, шөкәтһеҙ урынға килеп юлыҡтымы икән ни?! Юҡтыр. Ғәҙәти ауыл фермаһы, төрлө кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп үҙ хәстәрҙәренә күмдереп ҡабаланмай ғына йәшәй бирә. Күптәр бында көлөп-йылмайып килә, дәртләнеп эшләй, кисен ғаиләләренә ашыға. Ана бит, ҡайһы һауынсылар һыйырҙар-ын йырлай-йырлай һауа, һөнәрҙәрен ауырһынмайҙар ҙа, мыжымайҙар ҙа. Ә Хәйбулла?! Үҙ хәлен үҙе лә аңламай. Ҡайһылайтып ҡына дәртләнһен, яратмай ул был эште, яратмай, күңеле тартмай. Башҡа барыр урын булмағанға ғына ошонда йөрөргә мәжбүр. Рәссам булыр кеше бит ул! Был ҡәһәр-ле шөғөл бармаҡтарын ҡатырып шырауландырып бөтөрҙө. Аҡса йыйыу уйы ла барып сыҡманы. Эш хаҡы ла бында кеҫә ҡалынайтырлыҡ ҙур түгел. Дөрөҫ, тормоштары көйләнде бер аҙ. Әсәһе ҡыуана-ҡыуана уның беренсе эш аҡына йоҡа пальто алып кейгән булды, ә өй эсенә район үҙәгендәге мебель цехында әтмәләнгән комод менән шифоньерҙы алып ултырттылар.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-04/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-s-ns-ki-k-2407762
4 Июль 2021, 15:46
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет (икенсе киҫәк)
Хәйбулла янтая биреберәк кеҫәһенән бөкләнгән ҡағыҙ киҫәге килтереп сығарҙы, икенсе яғынан ярты ус самаһы тәмәке төпсөктәре алды, шуларҙы бик тырышып ҡағыҙ киҫәгенә ҡағып ҙур ғына «кәзә тояғы» яһап ҡапты. Тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурҙы. Тө­ргәне бик әсе булып сыҡты, тын юлдарын ҡороштороп үпкәһенә барып тулды. Ҡулындағыһын төтәтә-төтәтә бер аҙ урынында ыуаланып торҙо ла болдор тупһаһына ултырып ар­ҡа­һын солан стенаһына терәне. Ҡайҙа ҡабаланырға, бөгәсә эш-кә бараһы түгел, Зөфәр ал­дағы йома балдыҙымдың туйына барам, әлегә ял итеп тор ҙа урынымда ҡалырһың, тип хәбәр һал-ғайны. Ул да ныҡ ҡына «тейәне» шул. Тағы эшкә сыҡмай ҡуймаһын, ба­хмурҙан ята ла ҡуя торған. Кәрәкһә, бригадир килеп етер әле. Күргеһе килмәй шул ферманы, көрәк, һәнәк, тиҙәктән биҙрәп бөткән.Уңманы тормоштан Хәйбулла, шыпа ла уңманы. Ҡырҡ яғына ыңғайланы, йәштән ауыр эш­тә йөрөгәнгәме, кәүҙәһе быу-ынға ултырып нығынаһы урынға бәлйерәй генә төштө, ә үҙе һаман да булһа йәшәй башламаған төҫлө. Әйтерһең дә, был бысраҡ, мәрхәмәтһеҙ, һоро донъяла ваҡытлы ғына кеше. Бына көсөргәнеп ынтылыр ҙа йәнәшәлә генә ҡайнаған йылыраҡ, яҡтыраҡ тормошҡа юлығыр төҫлө. Юҡ. Шул ике тарафты айы­рып тотҡан, күҙгә күренмәҫ сикте, шаршауҙы йыртып сыға ал-май ыҙалана. Күрә бит, көнитмеш ни тиклем генә ауыр булһа ла, бәғзеләр һәүетемсә генә йәшәп ята, сөнки баштан уҡ ик-енсе һуҡмаҡтан киткәндәр. Һуңғы осорҙа тотош ил кирегә тәгәрәй башлағас, Хәйбулла әҙәмсә йәшәү хыялынан бөтөнләй төңөлдө.Йәшләй етем ҡалды. Мәктәпкә уҡырға төшөргә йыйынып ҡына йөрөгәндә, тырыш­ып, дәртләнеп донъя ҡыуалаған, килә-сәккә өмөт менән ҡарап йәшәгән атаһы үлеп китте. Алып һуғып ат өркөтөп йөрө­гән ир бер заман һарғайып кибә, һүнә баш-ланы. Медпункттан әллә ниндәй дауалар ҙа алып ҡайтып эсеп йөрөгән булды, шифаһы теймәне, бик димләгәстәр, Өфөгә лә барып әйләнде, ярҙам итә алманылар. Ауырыуҙың сәбәбен күрше Гәүһәр ҡарсыҡ үҙенсә юр­аны «Өҙлөктөң, һин Ғималетдин, өҙлөктөң. Бүрәнә башын шылдырышырлыҡ та туғаның булмағас ни, яңғыҙың хитланып өҙлөктөң…» Нисек кенә булмаһын, атаһы төҙөгән йорт-ҡаралты шауҙырлап торҙо ла ҡалды.Иренең тапҡанын аш итеп, ҡатын-ҡыҙ хәстәренә генә күмелеп йәшәргә күнеккән әсәһе юғалып ҡалды башта, шунан ҡай-ғыһынан арынғас, аптырағандың көнөнән бүлексәгә төрлө эшкә сыҡты. Төрлө тигәне бри­гадир ҡушҡан йомоштар инде: йә-йен ырҙын табағында әүеш-тәүеш итеү, ҡышын бу­р­аларға һалынған орлоҡто таҙартыу, ағыулау кеүегерәк мәшәҡәттәр. Унан килгән килем ике кешенең тамағын туйҙырырлыҡ ҡына. Әлдә аҙбар тулы малдар ҡалды атаһынан. Тик улары ла, әсәһенең бесән әҙерләргә әүәҫлеге булмағас, туҡал һыйыр, ярты тиҫтә бәрәс-бәрәндәргә тороп ҡалды, ауыл хисабына һалғанда - күп түгел.Әсәһе башҡаса кейәүгә сыҡманы, иренең төҫө булған малайының етемгә терәлеп ҡағы­л­ып- һуғылыуын теләмәгәндер.Уҡыуға бик тырыш булды Хәйбулла. Уҡытыусының аңлатҡанын, һыу һеңдергән ҡомдай, йотоп ҡына ултыра. Яратҡан шөғө-лө - һүрәт төшөрөү. Ҡулына төҫлө ҡәл­әм­дәр алдымы, бар донъяһын онота. Эшләгәне лә ыҡсым, күрмәлекле килеп сыға. Һә-ләтен шәйләгән уҡытыусы өйҙәрендә булып уны дәртләндереп, әсәһен ҡыуандырып китте. «Ҡәләмен ташламаһа, Хәйбулла-нан бынамын тигән рәссам сығасаҡ», - тине. Малай та­ғы ла тырыша төштө. Буш ваҡыты булдымы, акварель буяуҙарын, аль-бомын ҡул­тыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла урман-ҡырҙарға сығып йүгерә, илһамланып тәбиғәт күр­е­н­еш­тәрен ҡағыҙға күсерә. Һүрәт-тәре лә мәктәптәге тиҫтерҙәре ижадынан ай­ырылып торҙо, балалар өсөн сығарылған гәзит-журналдарҙа баҫылғыланы. Был шөғөл Хәй­булла өсөн ябай мауығыу түгел, ә хыялына илтеүсе, бейеклектәргә аштырыусы өмөт баҫҡыстары.Мәктәпте тамамлағас та, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән уй борсоманы. Әллә ҡасан хәл итеп ҡуйған - тәүҙә училище, һуңынан күҙ күрер.Китергә документтарын әҙерләп кенә бөткәйне, әсәһе тыйнаҡ ҡына ҡаршы төштө:- Улым, әллә саҡ ҡына кәсепләнеп алаһыңмы, аҡса төйнәштереп?Хәйбулла ирендәрен турһайтты:- Училищела уҡырлыҡ ҡына табылыр әле.- Һуң бит, бында мәктәп һине яртылаш кейендереп аҫырашты, тегендә ҡалайт­ырһың? Ҡайҙан табайым һиңә ул ҡәҙәре мөлкәтте?!- Бөйрәкәйҙе һатайыҡ.- Ай Аллам, еленләгән бит һыйырыбыҙ, бөгөнме-иртәнме быҙауларға тора, аҡһыҙ ҙа булмай. - Әсәһе ултырғысҡа бөгөлөп төштө, тубыҡтарына терһәкләнеп саллана баш­ла­ған сәстәрен ҡуш усланы. Хәйбулла ишекте ҡаты ябып сығып китте.Күпме генә үрһәләнһә лә, тиҙ һыуынды Хәйбулла. Ысынлап та яңғыҙ әсәһен та-ш­лап, күҙ терәп торған һыйырҙарын һат-ып яндырайланып ҡайҙа осорға ынтыла тағы? Малайын сит тарафтарҙа тибәретеү өсөн үҫтерҙеме ни әсәһе? Тормошобоҙ ең-еләй­мәҫме, баламдан игелек күрмәмме тип үҫтерҙе. Әсәһенең дә кире һаплауы һыйырын ҡыҙғаныуҙан түгел, айырылыуҙан ҡурҡыуылыр. Ярай, һыйырҙарын һаттылар ҙа ик­ән ти, ярҙам итерҙәй туғаның булмаһа, ул ғына нәмәгә уҡырһың уҡымай ҙа! Шулай ҙа үҙенең күптәнге хыялынан кире һүрелмәне. Фермала малсы булып эшләп әҙерәк өҫ-башты бөтәйтеп алырға ла уҡырға китергә кәрәк. Йәнә ул белгән рәссамдарҙың күбеһе уҡыу йорттарын бөтөрмәһәләр ҙә киң танылыу яулағандар, шө-һрәт ҡаҙан­ғандар.Мотлаҡ фермаға ынтылыуының йәшерен сәбәбе - унда Гөлзифа эшләй. Һигеҙенсе класты тамамлаған ҡыҙ осҡалаҡланып ситкә ынтылманы ла. Һауынсы булып фе­рмаға килде лә нисәмә йыл шунда тик йөрөй. Хәйбулланан ике-өс йәшкә оло Гөл-зифа хә­ҙер бөтөнләй еткән ҡыҙ булып күренә. Кисен клубта егеттәр уның тирәһендә урала. Һылыу ҙа шул. Ирҙәүәйерәк бу-лғанғамы, үҙе лә ҡыҙ-ҡырҡын сөсөләшеүен түгел, ир-егеттәр араһын хуп күрә. Ҡыҙ үрелеп буй етмәҫлек бейеклектәге аҡ-ҡошҡа тиң, ә ул Хәйбулла - килбәтһеҙ, әрпеш өйрәк бәпкәһе генә. Барыбер рәхәт, Гөлзифаның эргә­һ­е­н­дә булыуы, ташып барған сәләмәт һылыулығын күреүе рәхәт. Юғарынан осраҡлы һирпелеп ҡарауына ла йәне яҙғы боҙҙай иреп китә.(Дауамы бар)
Хәйбулла янтая биреберәк кеҫәһенән бөкләнгән ҡағыҙ киҫәге килтереп сығарҙы, икенсе яғынан ярты ус самаһы тәмәке төпсөктәре алды, шуларҙы бик тырышып ҡағыҙ киҫәгенә ҡағып ҙур ғына «кәзә тояғы» яһап ҡапты. Тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурҙы. Төргәне бик әсе булып сыҡты, тын юлдарын ҡороштороп үпкәһенә барып тулды. Ҡулындағыһын төтәтә-төтәтә бер аҙ урынында ыуаланып торҙо ла болдор тупһаһына ултырып арҡаһын солан стенаһына терәне. Ҡайҙа ҡабаланырға, бөгәсә эш-кә бараһы түгел, Зөфәр алдағы йома балдыҙымдың туйына барам, әлегә ял итеп тор ҙа урынымда ҡалырһың, тип хәбәр һал-ғайны. Ул да ныҡ ҡына «тейәне» шул. Тағы эшкә сыҡмай ҡуймаһын, бахмурҙан ята ла ҡуя торған. Кәрәкһә, бригадир килеп етер әле. Күргеһе килмәй шул ферманы, көрәк, һәнәк, тиҙәктән биҙрәп бөткән. Уңманы тормоштан Хәйбулла, шыпа ла уңманы. Ҡырҡ яғына ыңғайланы, йәштән ауыр эштә йөрөгәнгәме, кәүҙәһе быу-ынға ултырып нығынаһы урынға бәлйерәй генә төштө, ә үҙе һаман да булһа йәшәй башламаған төҫлө. Әйтерһең дә, был бысраҡ, мәрхәмәтһеҙ, һоро донъяла ваҡытлы ғына кеше. Бына көсөргәнеп ынтылыр ҙа йәнәшәлә генә ҡайнаған йылыраҡ, яҡтыраҡ тормошҡа юлығыр төҫлө. Юҡ. Шул ике тарафты айырып тотҡан, күҙгә күренмәҫ сикте, шаршауҙы йыртып сыға ал-май ыҙалана. Күрә бит, көнитмеш ни тиклем генә ауыр булһа ла, бәғзеләр һәүетемсә генә йәшәп ята, сөнки баштан уҡ ик-енсе һуҡмаҡтан киткәндәр. Һуңғы осорҙа тотош ил кирегә тәгәрәй башлағас, Хәйбулла әҙәмсә йәшәү хыялынан бөтөнләй төңөлдө. Йәшләй етем ҡалды. Мәктәпкә уҡырға төшөргә йыйынып ҡына йөрөгәндә, тырышып, дәртләнеп донъя ҡыуалаған, килә-сәккә өмөт менән ҡарап йәшәгән атаһы үлеп китте. Алып һуғып ат өркөтөп йөрөгән ир бер заман һарғайып кибә, һүнә баш-ланы. Медпункттан әллә ниндәй дауалар ҙа алып ҡайтып эсеп йөрөгән булды, шифаһы теймәне, бик димләгәстәр, Өфөгә лә барып әйләнде, ярҙам итә алманылар. Ауырыуҙың сәбәбен күрше Гәүһәр ҡарсыҡ үҙенсә юраны «Өҙлөктөң, һин Ғималетдин, өҙлөктөң. Бүрәнә башын шылдырышырлыҡ та туғаның булмағас ни, яңғыҙың хитланып өҙлөктөң…» Нисек кенә булмаһын, атаһы төҙөгән йорт-ҡаралты шауҙырлап торҙо ла ҡалды. Иренең тапҡанын аш итеп, ҡатын-ҡыҙ хәстәренә генә күмелеп йәшәргә күнеккән әсәһе юғалып ҡалды башта, шунан ҡай-ғыһынан арынғас, аптырағандың көнөнән бүлексәгә төрлө эшкә сыҡты. Төрлө тигәне бригадир ҡушҡан йомоштар инде: йә-йен ырҙын табағында әүеш-тәүеш итеү, ҡышын бураларға һалынған орлоҡто таҙартыу, ағыулау кеүегерәк мәшәҡәттәр. Унан килгән килем ике кешенең тамағын туйҙырырлыҡ ҡына. Әлдә аҙбар тулы малдар ҡалды атаһынан. Тик улары ла, әсәһенең бесән әҙерләргә әүәҫлеге булмағас, туҡал һыйыр, ярты тиҫтә бәрәс-бәрәндәргә тороп ҡалды, ауыл хисабына һалғанда - күп түгел. Әсәһе башҡаса кейәүгә сыҡманы, иренең төҫө булған малайының етемгә терәлеп ҡағылып- һуғылыуын теләмәгәндер. Уҡыуға бик тырыш булды Хәйбулла. Уҡытыусының аңлатҡанын, һыу һеңдергән ҡомдай, йотоп ҡына ултыра. Яратҡан шөғө-лө - һүрәт төшөрөү. Ҡулына төҫлө ҡәләмдәр алдымы, бар донъяһын онота. Эшләгәне лә ыҡсым, күрмәлекле килеп сыға. Һә-ләтен шәйләгән уҡытыусы өйҙәрендә булып уны дәртләндереп, әсәһен ҡыуандырып китте. «Ҡәләмен ташламаһа, Хәйбулла-нан бынамын тигән рәссам сығасаҡ», - тине. Малай тағы ла тырыша төштө. Буш ваҡыты булдымы, акварель буяуҙарын, аль-бомын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла урман-ҡырҙарға сығып йүгерә, илһамланып тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙға күсерә. Һүрәт-тәре лә мәктәптәге тиҫтерҙәре ижадынан айырылып торҙо, балалар өсөн сығарылған гәзит-журналдарҙа баҫылғыланы. Был шөғөл Хәйбулла өсөн ябай мауығыу түгел, ә хыялына илтеүсе, бейеклектәргә аштырыусы өмөт баҫҡыстары. Мәктәпте тамамлағас та, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән уй борсоманы. Әллә ҡасан хәл итеп ҡуйған - тәүҙә училище, һуңынан күҙ күрер. Китергә документтарын әҙерләп кенә бөткәйне, әсәһе тыйнаҡ ҡына ҡаршы төштө:- Улым, әллә саҡ ҡына кәсепләнеп алаһыңмы, аҡса төйнәштереп?Хәйбулла ирендәрен турһайтты:- Училищела уҡырлыҡ ҡына табылыр әле.- Һуң бит, бында мәктәп һине яртылаш кейендереп аҫырашты, тегендә ҡалайтырһың? Ҡайҙан табайым һиңә ул ҡәҙәре мөлкәтте?!- Бөйрәкәйҙе һатайыҡ.- Ай Аллам, еленләгән бит һыйырыбыҙ, бөгөнме-иртәнме быҙауларға тора, аҡһыҙ ҙа булмай. - Әсәһе ултырғысҡа бөгөлөп төштө, тубыҡтарына терһәкләнеп саллана башлаған сәстәрен ҡуш усланы. Хәйбулла ишекте ҡаты ябып сығып китте. Күпме генә үрһәләнһә лә, тиҙ һыуынды Хәйбулла. Ысынлап та яңғыҙ әсәһен та-шлап, күҙ терәп торған һыйырҙарын һат-ып яндырайланып ҡайҙа осорға ынтыла тағы? Малайын сит тарафтарҙа тибәретеү өсөн үҫтерҙеме ни әсәһе? Тормошобоҙ ең-еләймәҫме, баламдан игелек күрмәмме тип үҫтерҙе. Әсәһенең дә кире һаплауы һыйырын ҡыҙғаныуҙан түгел, айырылыуҙан ҡурҡыуылыр. Ярай, һыйырҙарын һаттылар ҙа икән ти, ярҙам итерҙәй туғаның булмаһа, ул ғына нәмәгә уҡырһың уҡымай ҙа! Шулай ҙа үҙенең күптәнге хыялынан кире һүрелмәне. Фермала малсы булып эшләп әҙерәк өҫ-башты бөтәйтеп алырға ла уҡырға китергә кәрәк. Йәнә ул белгән рәссамдарҙың күбеһе уҡыу йорттарын бөтөрмәһәләр ҙә киң танылыу яулағандар, шө-һрәт ҡаҙанғандар. Мотлаҡ фермаға ынтылыуының йәшерен сәбәбе - унда Гөлзифа эшләй. Һигеҙенсе класты тамамлаған ҡыҙ осҡалаҡланып ситкә ынтылманы ла. Һауынсы булып фермаға килде лә нисәмә йыл шунда тик йөрөй. Хәйбулланан ике-өс йәшкә оло Гөл-зифа хәҙер бөтөнләй еткән ҡыҙ булып күренә. Кисен клубта егеттәр уның тирәһендә урала. Һылыу ҙа шул. Ирҙәүәйерәк бу-лғанғамы, үҙе лә ҡыҙ-ҡырҡын сөсөләшеүен түгел, ир-егеттәр араһын хуп күрә. Ҡыҙ үрелеп буй етмәҫлек бейеклектәге аҡ-ҡошҡа тиң, ә ул Хәйбулла - килбәтһеҙ, әрпеш өйрәк бәпкәһе генә. Барыбер рәхәт, Гөлзифаның эргәһендә булыуы, ташып барған сәләмәт һылыулығын күреүе рәхәт.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-03/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-ikense-ki-k-2407934
3 Июль 2021, 15:28
ba
Яҙылып бөтмәгән портрет
- Гөлзифа! Гөлзифа тим! Һыу килтер, ауыҙ кипте! - Эскелектән һуң теле аңҡау­ы­на йәбешкән Хәйбулла ҡатҡан ирен-дәрен саҡ ҡыбырлатып башын ҡалҡытмай ғына ишек яҡ мөйөштә торған карауат яғына ҡарап ҡысҡырҙы. - Нимә унда өндәш-мәй­һең, телеңде йоттоңмо әллә?! Йоҡлап ятмайһыңдыр моғайын? - Яуап ишетелмәне. Тотонолоуы етеп, әҙ генә ҡуҙғал­һаң да тауышланырға әҙер иҫке тимер карауат шығырламағас, мыштырҙап тороп ул­т­ырҙы, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен бысраҡ йоҙроҡтары менән тызығас, сипыҡ ҡарашы өй эсен һөҙҙө.Урын буш. Ундағы оҙаҡ ябыныуҙан төҫөн юғалтып өлбөрәгән, аша-төшә эс мам­ы­ғы күренгән юрған яртылаш иҙәнгә һал-ынған, ҡолаҡсындай ғына яҫтыҡ та шунда ята. Ишек яғындағы мөйөштө ҡамап иҫке-моҫҡо таҡтанан арлы-бирле әтмәләнгән өкәлтәктәге быҙау, өйҙәге хәрәкәтте тойоп ҡойроғон шешкәйтеп тороп баҫты ла сөбөрләтеп иҙәнгә һар­ҡ­ы­та башланы.- Инәңде орайым!.. Тыума! - Ир ҡаты һүгенеп юрғанды өҫкә ҡайырҙы, яҫтыҡты мө­й­өшкә быраҡтырҙы.Өй эсендәге ауыр һыҡра еҫе тағы ла ҡуйыра төштө. Күнегелгән еҫ булһа ла, Хәй­булла нишләптер уҡшыны, ауыҙына эрк-елгән ҡара һыуҙы иҙәнгә ласҡылдата төкөрҙө.Кисә башҡа үткәрер әйбере булмағанға, келәттән сығарып, умраһынан ит сабып алып өйбөрөнсә тиерлек йөрөнө, һуғым осоро булғанға үткәрә алманы. Аптырағас, яңғыҙы ғына көн иткән Баныу ҡарсыҡҡа боролдо. Унан да артығын һыға ал­ма­ны, сей ҡомалаҡ бал сығарҙы һаран. Шуны ферма аҙбарының аулаҡ ерендә әшнәһе Зөфәр менән төпләгәйнеләр ҙә, бөгөн башы сатнап ярыла, түҙеп кенә тор. Уф!..Шунда ғына Хәйбулла урындыҡ төбөндә йоҡлап ятҡан малайҙы шәйләне.- Кәрим, тор, нишләп бығаса йоҡо һимертеп ятаһың? Марш мәктәпкә! Һине әл­лә ҡасан киткәнгә һанап ултырам тағы.Башта түшәктәге ҡорамыш юрған һелкенде, шунан юрған аҫтынан өлтөклө йоморо баш күренде.Унан-бынан кейемен эҙләп табып кейенә башлаған малайына атай кеше йомошон ҡуша ла башланы:- Мәктәпкә сумкаңды илтеп ырғытырһың да иң тәүлә миңә тәмәке әп-килерһең, тар­т­ы­р­ға бөттө.- Бармайым!- Нисек бармайһың?- Һатыусы инде лә ҡоро ҡул килһәң, бирмәйем, тине.- Аҡсаны мин ҡайҙан табырға тейеш? Бында шапылдатып ултырырға станогы бар тип беләме икән ул тәтәйбикә? Йылдан ашты бит эш хаҡы бирмәгәндәренә. Ярай, әйт, бурыстарым өсөн әҙерәк тауыҡ еме апарырмын, шуны көҫәйҙер.- Әсәй, бөгөнгө көн аҡса булыр, тигәйне лә.- Ҡасан әйтте, бер ҙә хәтерләмәйемсе, кем тотторор икән уны уға?! - Хәйбулла миң­р­ә­үләнгән зиһенен төйнәп иҫен йыйырға маташты. Хәлбүки килеп сыҡманы. Шулай ҙа һиҙенеүен белдереп һуҡ бармағын юғарыға сәнсте. - Әһә, тимәк ир-енең алиментын ала, шуға темеҫкенеп сығып киткән. Аңлашыла…Үҙ алдына һөйләнә башлаған атаһын тыңлап тормаған малай сығыу яғына йү­н­әлде.- Туҡта, ҡайҙа тайырға самалайһың, ишетһен ҡолағың, иң элек минең йом­о­ш­то йомошлайһың, шунан уҡырға! Үткәндә класс етәксең урамда тотоп алып бәйлән­де, дәресте күп ҡалдыра Кәрим, ти, йәнә итек башындай ғына булып тәмәке ҡап­ҡ­ыл­а­йһың икән, малай аҡтығы! Сыбыртҡыны хәтереңә төшөрөрмөн, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөһәң…Ишек шартлап ябылды. Яман-хәтәр һөйләшһә лә, сыбыртыҡлау түгел, бармағы ме­н­ән дә сирткәне булманы Кәримгә, сиртәсәк тә түгел. Уғата шашынып ки-тмәһен, тип кенә ҡыланыуы. Ни тиһәң дә, яҡшымы-яманмы, бәләкәй генә сағынан уға атай хөкөмөндә йөрөй. Дөрөҫ, ата тәрбиәһе, әсә наҙы күреп үҫмәй малай. Уның тураһында өйҙәгеләр бөтөнләй оноттолар ҙа шикелле. Шуғалыр, ахыры, Кәрим көндәрен түбәнге оста йәшәгән ҡартаталарында үткәрә, бында онотҡанда бер ҡайтып, дө-рөҫөрәге килеп урай. Кисәге көн ниш­лә­птер ҡунырға ҡалған да баһа.Хәйбулла үҙе лә кейенә башланы: силос еҫе һеңгән һырма салбарын, көпөһөн, ҡыр­ҙары ҡырылып йөнө кейеҙләнә баш-лаған төлкө кәпәсен кейҙе, яланаяҡ йөрөүен иҫенә төшөрөп ойоҡбаштарын эҙләп бимазаланды - соҡалтайға киптерергә ҡуя торғайны ла баһа. Эҙләгәнен таба алмағас, быймаһын ҡуңалтаҡ килеш эләктереп тышҡа атла­ны.Аңламаҫһың тәбиғәтте, бола замана ише зерә буталып бөттө. Элек һәр миҙгелдең ис­еме есеменә тап килеп, Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән шарт һис тайпылышһыҙ үтәлер булды. Күр, декабрь уртаһы яҡынлашҡан, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө буҙар-ып бул­һа ла ятһасы. Аҡ ҡарҙан донъя яҡтыраҡ та, сафыраҡ та күренә. Ҡара ҡыш. Ҡар­ғыш һүҙе ошондай мәлгә төбәп әйтел-гәнме икән әллә? Тирә-йүндә ҡап-ҡаҡ туҙанлы туң ер ята. Ер өҫтө урын-урыны менән әсе һалҡындарҙан сатнап ярғыланған.Саҡ ҡына ел иҫһә лә ишелеп ятҡан тотанаҡһыҙ өҫкө ҡатлам туҙғып ала томан ала саңға әүерелеп дауыл ҡуба, юлында ос-раған бөтә нәмәне бысраҡҡа болғай. Көҙ көнө ағартылған өйҙәр шул туҙан даръяһында йөҙөп төҫһөҙләнеп, шыҡһыҙланып ҡа-лған. Ана, Гөлзифаның илке-һалҡы ғына аҡбалсыҡланған аласығы бөтә ишек алдын йәмһеҙләп ҡа­расҡы һымаҡ ҡалҡҡан - те-ре көйөк. Шул эшен дә бисәһе оло хәбәргә олғаштырып һөйләп йөрөгән булды: «Үҙебеҙҙең өйҙө аҡларға ҡул теймәһә лә, бе-йемдең ятҡан аласағын эсле-тышлы ағарттым бына, иҙәненә тиклем ҡырып йыуып сығарҙым…»(Дауамы бар)
- Гөлзифа! Гөлзифа тим! Һыу килтер, ауыҙ кипте! - Эскелектән һуң теле аңҡауына йәбешкән Хәйбулла ҡатҡан ирен-дәрен саҡ ҡыбырлатып башын ҡалҡытмай ғына ишек яҡ мөйөштә торған карауат яғына ҡарап ҡысҡырҙы. - Нимә унда өндәш-мәйһең, телеңде йоттоңмо әллә?! Йоҡлап ятмайһыңдыр моғайын? - Яуап ишетелмәне. Тотонолоуы етеп, әҙ генә ҡуҙғалһаң да тауышланырға әҙер иҫке тимер карауат шығырламағас, мыштырҙап тороп ултырҙы, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен бысраҡ йоҙроҡтары менән тызығас, сипыҡ ҡарашы өй эсен һөҙҙө. Урын буш. Ундағы оҙаҡ ябыныуҙан төҫөн юғалтып өлбөрәгән, аша-төшә эс мамығы күренгән юрған яртылаш иҙәнгә һал-ынған, ҡолаҡсындай ғына яҫтыҡ та шунда ята. Ишек яғындағы мөйөштө ҡамап иҫке-моҫҡо таҡтанан арлы-бирле әтмәләнгән өкәлтәктәге быҙау, өйҙәге хәрәкәтте тойоп ҡойроғон шешкәйтеп тороп баҫты ла сөбөрләтеп иҙәнгә һарҡыта башланы.- Инәңде орайым!.. Тыума! - Ир ҡаты һүгенеп юрғанды өҫкә ҡайырҙы, яҫтыҡты мөйөшкә быраҡтырҙы. Өй эсендәге ауыр һыҡра еҫе тағы ла ҡуйыра төштө. Күнегелгән еҫ булһа ла, Хәйбулла нишләптер уҡшыны, ауыҙына эрк-елгән ҡара һыуҙы иҙәнгә ласҡылдата төкөрҙө. Кисә башҡа үткәрер әйбере булмағанға, келәттән сығарып, умраһынан ит сабып алып өйбөрөнсә тиерлек йөрөнө, һуғым осоро булғанға үткәрә алманы. Аптырағас, яңғыҙы ғына көн иткән Баныу ҡарсыҡҡа боролдо. Унан да артығын һыға алманы, сей ҡомалаҡ бал сығарҙы һаран. Шуны ферма аҙбарының аулаҡ ерендә әшнәһе Зөфәр менән төпләгәйнеләр ҙә, бөгөн башы сатнап ярыла, түҙеп кенә тор. Уф!..Шунда ғына Хәйбулла урындыҡ төбөндә йоҡлап ятҡан малайҙы шәйләне.- Кәрим, тор, нишләп бығаса йоҡо һимертеп ятаһың? Марш мәктәпкә! Һине әллә ҡасан киткәнгә һанап ултырам тағы. Башта түшәктәге ҡорамыш юрған һелкенде, шунан юрған аҫтынан өлтөклө йоморо баш күренде. Унан-бынан кейемен эҙләп табып кейенә башлаған малайына атай кеше йомошон ҡуша ла башланы:- Мәктәпкә сумкаңды илтеп ырғытырһың да иң тәүлә миңә тәмәке әп-килерһең, тартырға бөттө.- Бармайым!- Нисек бармайһың?- Һатыусы инде лә ҡоро ҡул килһәң, бирмәйем, тине.- Аҡсаны мин ҡайҙан табырға тейеш? Бында шапылдатып ултырырға станогы бар тип беләме икән ул тәтәйбикә? Йылдан ашты бит эш хаҡы бирмәгәндәренә. Ярай, әйт, бурыстарым өсөн әҙерәк тауыҡ еме апарырмын, шуны көҫәйҙер.- Әсәй, бөгөнгө көн аҡса булыр, тигәйне лә.- Ҡасан әйтте, бер ҙә хәтерләмәйемсе, кем тотторор икән уны уға?! - Хәйбулла миңрәүләнгән зиһенен төйнәп иҫен йыйырға маташты. Хәлбүки килеп сыҡманы. Шулай ҙа һиҙенеүен белдереп һуҡ бармағын юғарыға сәнсте. - Әһә, тимәк ир-енең алиментын ала, шуға темеҫкенеп сығып киткән. Аңлашыла…Үҙ алдына һөйләнә башлаған атаһын тыңлап тормаған малай сығыу яғына йүнәлде.- Туҡта, ҡайҙа тайырға самалайһың, ишетһен ҡолағың, иң элек минең йомошто йомошлайһың, шунан уҡырға! Үткәндә класс етәксең урамда тотоп алып бәйләнде, дәресте күп ҡалдыра Кәрим, ти, йәнә итек башындай ғына булып тәмәке ҡапҡылайһың икән, малай аҡтығы! Сыбыртҡыны хәтереңә төшөрөрмөн, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөһәң…Ишек шартлап ябылды. Яман-хәтәр һөйләшһә лә, сыбыртыҡлау түгел, бармағы менән дә сирткәне булманы Кәримгә, сиртәсәк тә түгел. Уғата шашынып ки-тмәһен, тип кенә ҡыланыуы. Ни тиһәң дә, яҡшымы-яманмы, бәләкәй генә сағынан уға атай хөкөмөндә йөрөй. Дөрөҫ, ата тәрбиәһе, әсә наҙы күреп үҫмәй малай. Уның тураһында өйҙәгеләр бөтөнләй оноттолар ҙа шикелле. Шуғалыр, ахыры, Кәрим көндәрен түбәнге оста йәшәгән ҡартаталарында үткәрә, бында онотҡанда бер ҡайтып, дө-рөҫөрәге килеп урай. Кисәге көн нишләптер ҡунырға ҡалған да баһа. Хәйбулла үҙе лә кейенә башланы: силос еҫе һеңгән һырма салбарын, көпөһөн, ҡырҙары ҡырылып йөнө кейеҙләнә баш-лаған төлкө кәпәсен кейҙе, яланаяҡ йөрөүен иҫенә төшөрөп ойоҡбаштарын эҙләп бимазаланды - соҡалтайға киптерергә ҡуя торғайны ла баһа. Эҙләгәнен таба алмағас, быймаһын ҡуңалтаҡ килеш эләктереп тышҡа атланы. Аңламаҫһың тәбиғәтте, бола замана ише зерә буталып бөттө. Элек һәр миҙгелдең исеме есеменә тап килеп, Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән шарт һис тайпылышһыҙ үтәлер булды. Күр, декабрь уртаһы яҡынлашҡан, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө буҙар-ып булһа ла ятһасы. Аҡ ҡарҙан донъя яҡтыраҡ та, сафыраҡ та күренә. Ҡара ҡыш. Ҡарғыш һүҙе ошондай мәлгә төбәп әйтел-гәнме икән әллә? Тирә-йүндә ҡап-ҡаҡ туҙанлы туң ер ята. Ер өҫтө урын-урыны менән әсе һалҡындарҙан сатнап ярғыланған. Саҡ ҡына ел иҫһә лә ишелеп ятҡан тотанаҡһыҙ өҫкө ҡатлам туҙғып ала томан ала саңға әүерелеп дауыл ҡуба, юлында ос-раған бөтә нәмәне бысраҡҡа болғай. Көҙ көнө ағартылған өйҙәр шул туҙан даръяһында йөҙөп төҫһөҙләнеп, шыҡһыҙланып ҡа-лған. Ана, Гөлзифаның илке-һалҡы ғына аҡбалсыҡланған аласығы бөтә ишек алдын йәмһеҙләп ҡарасҡы һымаҡ ҡалҡҡан - те-ре көйөк.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-02/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-2408099
2 Июль 2021, 18:07
ba
Майлы ҡулдар
Ауылыбыҙ эргәһендәге йылға аръяғында һауын һыйырҙарының фермаһы була торғайны. Бүрәнәнән һалынған тиҫтәгә яҡын оҙон һарайҙар. Йәйләү осоро там-амланһа мал шуларға инеп тула. Лыҡа тула. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән, белмәйем, көҙ етеп һыйырҙар һарайҙарына ҡайтһа ҡыш һалҡынлығына йылы өҫ-тәлгәндәй итә. Бер рәхәттең, бер биҙаһы, тигәндәй, яҙ етеп Һаҡмарҙан боҙ ҡуҙғалһа – бәлә, һауылған һөттө илткән Ивановка тарафына юл өҙөлә лә ҡуя. Халыҡтан сепараторҙар килтереп һөттө урында эшкәртергә мәжбүрҙәр. Был мәшәҡәтле эш тә һауынсылар иңенә төшә. Улар айыртылған аҡты ҙур һауыттарға бушаталар ҙа ең-дәрен төрөп ебәреп ҡаймаҡты ҡул менән бешәләр. Зиннурҙың әсәһе Фатима апай һауынсы. Беҙ бәләкәйбеҙ әле, яңы беренсе класҡа уҡырға төшкәнбеҙ. Дуҫым дәрес-тәрҙән һуң миңә килә лә тупһанан уҡ яр һала, бөгөн май бешәләр, киттек ҡул яларға, ти.Ысынлап та барып инеүебеҙгә эш яңы осланып ҡына торған була. Беҙҙе шәйләгән һауынсылар мәрәкәләп ҡаршылай:- Фатима, ана бесәйҙәрең ҡаймаҡ яларға килде!Ә ул терһәккә ҡәҙәр майланып, айранланып бөткән ҡулдарын алға һона:– Бөгөн уң ҡулым Хәйҙәргә, һулаҡайы Зиннурға! Иртәгә киреһенсә булыр!Әскелтем майлы ҡулдарҙы ентекләп яларға керешеп китәбеҙ, ә Фатима апай ҡытығы килеүҙән, эске кинәнестән рәхәтләнеп көлә…Ҡайтҡан һайын ирекһеҙҙән йылға аръяғына күҙ атам, ферма һарайҙары урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Балаларға ошо урында ҡасандыр һыйыр аҙбарҙары теҙелеп киткән ине, тиһәң моғайын да ышанмаҫтар. Һыйырҙар юҡҡа сыҡты. Мал булмағас май ҙа юҡ.Әгәр бөгөн, ағай, аҙашып йөрөгән теге һыйырҙар ҡайтты бит, ферма ла урынында, майлы ҡулдарҙы яларға ҡунаҡҡа кил әле, тип саҡырһалар, ҡайтыр инем, билләһи ҡайтыр инем!
Ауылыбыҙ эргәһендәге йылға аръяғында һауын һыйырҙарының фермаһы була торғайны. Бүрәнәнән һалынған тиҫтәгә яҡын оҙон һарайҙар. Йәйләү осоро там-амланһа мал шуларға инеп тула. Лыҡа тула. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән, белмәйем, көҙ етеп һыйырҙар һарайҙарына ҡайтһа ҡыш һалҡынлығына йылы өҫ-тәлгәндәй итә. Бер рәхәттең, бер биҙаһы, тигәндәй, яҙ етеп Һаҡмарҙан боҙ ҡуҙғалһа – бәлә, һауылған һөттө илткән Ивановка тарафына юл өҙөлә лә ҡуя. Халыҡтан сепараторҙар килтереп һөттө урында эшкәртергә мәжбүрҙәр. Был мәшәҡәтле эш тә һауынсылар иңенә төшә. Улар айыртылған аҡты ҙур һауыттарға бушаталар ҙа ең-дәрен төрөп ебәреп ҡаймаҡты ҡул менән бешәләр. Зиннурҙың әсәһе Фатима апай һауынсы. Беҙ бәләкәйбеҙ әле, яңы беренсе класҡа уҡырға төшкәнбеҙ. Дуҫым дәрес-тәрҙән һуң миңә килә лә тупһанан уҡ яр һала, бөгөн май бешәләр, киттек ҡул яларға, ти. Ысынлап та барып инеүебеҙгә эш яңы осланып ҡына торған була. Беҙҙе шәйләгән һауынсылар мәрәкәләп ҡаршылай:- Фатима, ана бесәйҙәрең ҡаймаҡ яларға килде!Ә ул терһәккә ҡәҙәр майланып, айранланып бөткән ҡулдарын алға һона:– Бөгөн уң ҡулым Хәйҙәргә, һулаҡайы Зиннурға! Иртәгә киреһенсә булыр!Әскелтем майлы ҡулдарҙы ентекләп яларға керешеп китәбеҙ, ә Фатима апай ҡытығы килеүҙән, эске кинәнестән рәхәтләнеп көлә…Ҡайтҡан һайын ирекһеҙҙән йылға аръяғына күҙ атам, ферма һарайҙары урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Балаларға ошо урында ҡасандыр һыйыр аҙбарҙары теҙелеп киткән ине, тиһәң моғайын да ышанмаҫтар. Һыйырҙар юҡҡа сыҡты. Мал булмағас май ҙа юҡ.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-02/mayly-uldar-2402684
2 Июль 2021, 08:16
ba
Бысранмау
Класташым Зөфәр мәктәпте тамамланы ла ситкә китеүҙе хуп күрмәй тура фермаға эшкә төштө һәм ғүмере буйы шунда, малсылыҡта йөрөнө. Һабаҡташым, бергә уйнап үҫкән тиңдәшем ҡуҫтарланырға яратманы, тышҡы ҡиәфәтенә артыҡлап иғтибар бирмәне, ҡырынһа ҡырына, ҡырынмаһа юҡ, бит-йөҙөнә лә ер ҡаҙһа тупраҡ, май-яғыулыҡ тирәһенә яҡынлаһа мазут яғылып бара, өҫ-башы ла әрпеш, холҡо ла орҙо-бәрҙе, башҡарғаны ла шаптыр. Мәгәр ярҙамсыл, йомарт, асыҡ-ярыҡ, эсендәге тышында. Шул кеше урамдан үткәндә кәүҙәһен тура тотоп, башын ғорур сөйөп атлай, парад ҡабул иткән ҙур дәрәжәле хәрби тиерһең. Өҫтәүенә Зөфәрҙең йәнә лә бер күркәм холҡо булды: юҡ-барға ваҡланманы, насарлыҡ, хаслыҡ ҡылғандарға ла яуапһыҙ ҡала белде.- Нишләп килде-китте әтрәгәләмгә бирешәһең, ҡурҡаһыңмы әллә? – тип сәмләндерһәләр бысрап, ҡаҡашып бөткән пинжәгенең салғыйын, торбаланған салба-рының тубыҡтарын һыпырып ҡуя ла дәрәжәле генә яуаплай был:- Юҡ инде, егеттәр, мин үҙемдең тотҡан кимәлемдең самаһын, баҫҡан еремдең бейеклеген беләм, шуға ниңә түбәндәр менән этләшергә, бәҫте төшөрөргә, ҡәҙерҙе ебәрергә? Кейемем арзанлы, бысраҡ, әммә күңелем таҙа минең, уйҙарым яҡты! Һеҙгә лә кәңәшем бар - матур йәшәйем тиһәгеҙ ҡыҫҡа ғүмерегеҙҙе һеҙгә лайыҡ булма-ғандар менән һис ҡасан бысратмағыҙ, тапламағыҙ!
Класташым Зөфәр мәктәпте тамамланы ла ситкә китеүҙе хуп күрмәй тура фермаға эшкә төштө һәм ғүмере буйы шунда, малсылыҡта йөрөнө. Һабаҡташым, бергә уйнап үҫкән тиңдәшем ҡуҫтарланырға яратманы, тышҡы ҡиәфәтенә артыҡлап иғтибар бирмәне, ҡырынһа ҡырына, ҡырынмаһа юҡ, бит-йөҙөнә лә ер ҡаҙһа тупраҡ, май-яғыулыҡ тирәһенә яҡынлаһа мазут яғылып бара, өҫ-башы ла әрпеш, холҡо ла орҙо-бәрҙе, башҡарғаны ла шаптыр. Мәгәр ярҙамсыл, йомарт, асыҡ-ярыҡ, эсендәге тышында. Шул кеше урамдан үткәндә кәүҙәһен тура тотоп, башын ғорур сөйөп атлай, парад ҡабул иткән ҙур дәрәжәле хәрби тиерһең. Өҫтәүенә Зөфәрҙең йәнә лә бер күркәм холҡо булды: юҡ-барға ваҡланманы, насарлыҡ, хаслыҡ ҡылғандарға ла яуапһыҙ ҡала белде.- Нишләп килде-китте әтрәгәләмгә бирешәһең, ҡурҡаһыңмы әллә? – тип сәмләндерһәләр бысрап, ҡаҡашып бөткән пинжәгенең салғыйын, торбаланған салба-рының тубыҡтарын һыпырып ҡуя ла дәрәжәле генә яуаплай был:- Юҡ инде, егеттәр, мин үҙемдең тотҡан кимәлемдең самаһын, баҫҡан еремдең бейеклеген беләм, шуға ниңә түбәндәр менән этләшергә, бәҫте төшөрөргә, ҡәҙерҙе ебәрергә? Кейемем арзанлы, бысраҡ, әммә күңелем таҙа минең, уйҙарым яҡты!
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-07-01/bysranmau-2402811
1 Июль 2021, 15:25
ba
Бесән өҫтө
Миңә туғыҙ-ун йәштәр самаһы ине шикелле, әсәйемә эйәреп бесәнгә йөрөйөм. Иртәнән алып ҡара кискә саҡлы урмандабыҙ, тәбиғәт ҡосағындабыҙ. Сабынлығыбыҙ ауылдан ике-өс саҡрым йыраҡтағы Аҡташ буйының өҫкө һыртындағы ҡайындар сауҡалығында. Алыҫ ара түгел, тәғәмләнер ризығыбыҙҙы төйөнсәккә төйнәп, баҡырсаға инеш һыуын тултырып алабыҙ ҙа китәбеҙ йәйәүләп. Хәҙер, йылдар үтеү менән йәйәүләп йөрөүҙе хуп күрәм, машинаға ултырһаң кәнсиргә тыңҡысланған балыҡ ише тар ергә таяуҙай тығылып бараһың да ҡайтаһың, ә ирәүәнләп йәйәүләһәң бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, аҙ-ым һайын таныш-тонош, дуҫ-иш осрай, шулары ҡыуаныс. Ауыл кешеһе өсөн бесән әҙерләү үҙе бер үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йәмле һәм йәнле осор бит инде ул, ултырыштан шыуғаны, эте лә бете лә ҡырҙа, йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡҡа бәҫтән ҡалған, эшлектән сыҡҡан ҡарт-ҡоро ғына ҡала. Яңылышыраҡ ысҡындырҙым ошо ерҙә, ауылда эшлектән сыҡҡан, кәрәктән ҡалған кеше булмай ул һис ҡасан - картуф күмергә, тауыҡтарға ем һибергә, ҡаҙ-өйрәктәрҙе байҡап торорға, текә тау аҫтындағы таш аҫтынан сығып аҡҡан ҡоҙоҡтан һыу килтерергә, көтөүҙе ҡаршыларға, бесәндән ҡайтыусыларҙы самауыр ҡайнатып, мунсаны бөтөрөп көтөп торорға ла ҙурҙан бер кеше кәрәк. Яңыраҡ сулала тыуған ауылға шылтыратып алдым: “Ни хәлдә ятаһығыҙ, именлекме, йәйге көн йылды туйҙыра, тиҙәр, бесәнгә төшкәнһегеҙҙер?” “Ул ни, ике ятып бер төшкә ингәне юҡ, күпселек халыҡ бесән сапмай бит бөгөнгө көндә, шуға ла сабынлыҡтарҙы ағастар баҫып ҡарауһыҙға ҡалды...”, тине ҡусты тейеш кешем. Үтә лә ҡыҙғаныс күренеш, күркәм хеҙмәт йолаһы онотола бара, мал-тыуар булмағас бесән дә кәрәкмәй, эш тә юҡ, елендән тамған аҡ та юҡ, алға ҡуйыр аш та, тигәндәре шулдыр, күрәһең.Шулай итеп эйәртенешеп, сабынлыҡҡа китеп барабыҙ. Өс ыҙан булып ярылып ятҡан арба юлы Тиләк йылғаһы буйлатып һуҙылған, уң яҡта ерек ағастары, муйыл, бөҙрә тал, ҡурай еләге, ҡарағат ҡыуаҡтары теҙелгән, һулаҡай яҡта яңы ғына баш ҡоҫҡан ҡыйһыҙ-ниһеҙ арыш баҫыуы. Унан мейестә яңы бешеп килгән йылы күмәс еҫе килә, бәрәкәтле, ту-ҡлыҡлы һауаны күкрәк тултырып һулаһаң ашамайынса ла туйырға мөмкин. Ҡояш офоҡтан минең үлсәм менән үлсәгәндә бер ҡарыш самаһы күтәрелгән. Башҡа ваҡытта егәрле ҡымғырлаған ҡояш бесәнгә төшһәң ығыштың ығышына, ялҡауҙың иренсәгенә әүерелә лә ҡуя; һәлкәү, теләр-теләмәҫ йыбырлап юғарыға, баш осона күтәрелә лә шунда онотолоп иҙерәп ойой, әүелйей ҙә китә, йөҙ иллеле ҡаҙау менән ҡаҙаҡлағандай баш осонда оҙаҡҡа ҡата, ҡубартып алырмын, урынынан шылдырырмын тимә, хәйерһеҙҙе. Шунан ҡыҙҙырып, бешереп, хәлдән тайҙырып, быуынды алғандан һуң күңелемдән, эсемдән урғылған ялбар-ыуымды ишеткәндәй, теләр-теләмәҫ кенә, ялындырып ҡына байыу яғына ҡарай ауыша, шунда ла әле башта биниһая ваҡыт ҡайындар осонда эленеп тора, ары килеп ул да арығ-андай, талсыҡҡандай алыҫтағы күкһел офоҡҡа тәгәрәй, мәгәр йәйҙең асылы шунда, ул аҙға ғына күҙ бәйләнеп алған сонтор эңерҙән тора, ә ҡалғаны икһеҙ-сикһеҙ көн, мәңгелеккә табан аҡҡан һыуҙай оҙон көн. Шул байырға теләмәгән тиҫкәре ҡояшты башыңдағы дүрт мөйөшө төйнәлгән ҡулъяулыҡ менән бәреп төшөрөрҙәй булаһың ҡайһы саҡ! Бесән сабыу беҙҙең өсөн, бала-саға өсөн йонсотҡос, сей елкәгә тейгес бер осор инде - килеп тороп себен-серәкәй, күгәүен талай, өҫтәүенә сарсатып, ауыҙ кибеп аптырата, хатта ки һыуланған ҡатыҡ та һыуһынды ҡандырмай. Һыу һыйырылай туҡтауһыҙ һыу һемерәһең, файҙаһы ғына самалы, йөрөйһөң инде ҡымыҙ тултырылған турһыҡтай мөлкөп, ҡымғырлаған һайын ҡорһағың шыуҡылдап. Шул ыҙалатҡыс мәлгә арнап яңыраҡ шиғыр ҙа яҙып ташланым әле:Салғы, салғы,Салғыны яныуҙары!Үҙәгемә үтте инде,Ҡасан ҡыш була инде?!Әсәйем станға барып еткәс урман эсенә инеп, ҡаҙаяҡтар араһына йәшереп ҡалдырған кәрәк-ярағын сығара ла түште ҡайын тамырына ҡаҙаҡлап нығытҡандан һуң салғыһын тапарға ултыра. Шундай уҡ тимергә бәрелеп зыңҡыған тауыштар Ҡарт Күле, Ситлек, Серек Баһыу, Өкө Буйы, Һары Тай яғынан да ишетелә. Тимәк, һәммә егәрле халыҡ бына ошола-йтып бесән сабыу эштәрен башлай. Болондар буйындағы сүкеү тауыштары ноталарға һы-ймаҫ үҙенсәлекле бер көй һымаҡ яңғырай. Хәҙер, бесән бешһә, өлгөрһә төштәремә шул сүкеү тауыштары инә, шул сыңраулы көй тынғы бирмәй сабынлыҡҡа әйҙәй, саҡыра ла тора. Бер көн шулай иләҫ-миләҫ килеп уяндым да фатирға һыйып ултыра алмай таң менән урамға сыҡтым, һәм күрәм, бына бит күктән төшкән бәхет, бирәм тигән ҡолона, сығар-ып ҡуйыр юлына, йәш кенә бер ҡыҙый уҡыу йорто майҙансығында ҡул салғыһы тотоп, бында ни сәбәптән сығарғандарын аҙағынаса үҙе лә төшөнөп етмәй, ни ҡылырға белмәй, әйләнсек бәрәндәй унда-бында һуғылып, бәрелеп йөрөп ята. Суртандың күҙенә ҡара ла һурпаһынан төңөл, тиҙәр бит, был сибәрҙе лә аптыраған көндән, кеше юҡлыҡтан майҙансыҡтағы үләнде сабырға сығарғандарҙыр, күрәһең. Бөгөнгө көндә эштең рәт-яйын, самаһын белгәнде табыуы үҙе бер ауыр мәсьәләгә әүерелде, шуға ла ябай шөғөлгә лә, етәксе урынына ла урамдан индереп осраҡлы кешене ҡушалар, ултырталар. Тегенең төҫ-башы мосолман балаһыныҡы, башҡортлоғона килгәндә арауыҡ аша һиҙемләнем, һөйләшеү-аралашыу кимәле арлы-бирле панелдән ҡоршалған йорттоң беренсе ҡатынан да юғары түгелдер. Билләһи шулай. Янына барҙым:- Ҡана бир әле, һеңлем, ҡоралыңды! - Ҡараһам, салғыһының башы былҡылдап төшөргә тора, тотҡаһы бушаҡ, үҙе аңҡау, тапалмаған. Ҡорамалды рәт-яйға һалғас ҡулымды һондом. - Бир әле яныуысыңды!- Что за яндыус? Брусок что ли?- Әйҙә, һеҙҙеңсә булһын, брусок, кусок камня в конце концов! - Аяҡтарымды кирә баҫып, һаптың осон ергә терәп, салғының үҙен беләккә һалып янырға тотондом, шул ыңғайы хәбәремде лә һөйләп торам. - Ә янды усҡа килгәндә, хаҡ әйттең, эшләгәндә йөрәгең елкенеп, устарың уттай янып торһон ул! Тағы ла бер аҡыллының кәңәше, бер ваҡытта ла ҡулыңдан килмәгән, белмәгән, аңламаған эшкә тотонма!- Тот умный человек, о котором вы говорите, когда жил?- Во второй полвине 20 века, в маленькой глухой деревушке.- Конфуций?- Нет не он, но намного умнее, мудрее его.- Вы так красиво и увлекательно говорите! Вообще-то я понимаю башкирский язык, у меня отец башкир, мать русская, а бабушка армянка...- Вижу, ваша родословная очень своеобразна!Болғанған аштың тәме-таты китә, донъялар ғына түгел милләттәр, тел, мәҙәниәт буталды.Тәтәйбикә уттай ҡыҙыл төҫкә буяған тырнаҡлы бармаҡтары менән хәтфә йәшел сәстәренә, уҡтай тырпайған яһалма керпектәренә ҡағылып алды. Бындай тырнаҡтар һәм бындай бешмәгән, йәшел, сей баш менән бесән сабып буламы икән ул, ай-һай!Рәхәтләнеп, ҡолас киреп сабырға төштөм, күңелемә теге саҡтағы, әле һаман да булһа яҙылып бөтмәгән шиғыр юлдары килде: “Салғы, салғы, салғыны яныуҙары...”Биғәйбә, ситләшеп, хәбәргә әүрәп, онотола ла китәм, беҙ сабынлыҡта бит әле. Әсәйем әҙер салғыһын йырлатып янып алғас сабырға төшөп китте. Болон үләне ҡотороп уңған, үҙе ҡуйы, үҙе бил быуарҙан. Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде, сапҡанының шыпа ла ғына рәте юҡ; алымһыҙ алдыра, йәнә артынан яртылаш сабылған һәрпенделәр ҙә һәрпәйеп күренгеләй. Бакуй артынан төшөп балтырған һабаҡтарын йыйып бер ситкә өйөп барам - минең көнө буйы башҡарған шөғөлөм шунан ғибәрәт. Бер аҙҙан әсәйем бышлыға төштө, биттәре буйлап тир һырғаланы, күлдәгенең арҡа тапҡыры еүешләнде, мәгәр туҡтарға уйламай ҙа, сабыуын дауам итте. Шулай булмай тағы, ир-атһыҙ йорттоң китек көнитмеше билдәле, беҙгә кем генә ярҙам итһен дә, кем генә сабынлығыбыҙҙы сабып бирһен?! Этләнеүебеҙҙе бер кем күрмәй ҙә, белмәй ҙә, белергә лә теләмәй, хатта анау, баш осондағы ҡояш та беҙгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ, битараф. Бер көн сыҙаманым, әйтә ҡуйҙым:- Әсәй, әйҙә мин сабам бесәнде!- Юҡ, балам, быуының шыйыҡ әле, билең нығынһын башта, шунан күҙ күрер...- Быуыным да ҡуйырған, билем дә кем етте шуға биргеһеҙ, өйрәт мине сабырға?!Ышанмайыраҡ ҡарай, шулай ҙа теләкһеҙ генә ризалашты:- Әйҙә һуң самалап ҡара, ҡулыңдан килһә. - Болон башына барып баҫтыҡ, әсәйем миңә салғыны тоттороп арттан ҡосаҡлағандай итеп баҫты. Башланыҡ. Кемдер саба, ә мин тотҡаға йәбешеп кенә барам төҫлө. Бына апаруҡ ер киткәс һиҙемләп ҡалдым, арттан тотҡаға йәбешкән ҡулдар күренмәй ҙә баһа! Ҡайырылһам әсәйем апаруҡ йыраҡта йылмайып баҫып тора:- Балам, булдыраһың да баһа!- Булдырғас быйыл бесәнде мин сабам!- Ә мин?- Һин балтырған һабаҡтарын йыйырһың, шунан урманға инеп бөрлөгән сүпләрһең дә самолет үтһә сәй ҡайнатырһың!Самолетҡа килгәндә, теп-теүәл сәғәт берҙә беҙҙең сабынлыҡ өҫтөнән Аҡъярҙан Йылай-ырға “кукурузник” осоп үтә. Шул тауыш ишетелеүе була урман яңғыратып һөрәнләйем гел генә:- Урра! Әсәй тиҙ генә эшеңде ташла, әбит!- Туҡта әләйһә, бынау башлағанымдың осона ғына сығайым да...- Юҡ, кисекмәҫтән ташла, нимесләр һымаҡ теүәл булырға өйрәнәйек беҙ ҙә!- Нимесләр хаҡында ҡайҙан беләһең?- Уларҙа әсирлектә йөрөгән Ғималетдин олатайым әйтте!- Ҡуй инде, нисә йыл дауамында йонсоттолар олатайың бахырҙы, бер ғәйепһеҙ төрмәгә лә ултыртып ҡуйҙылар. Таҙ бөтһә лә табыты ҡала, тиҙәр бит, әлеге көндә лә ситнә-тәләр... - Әсәйем дә һандырағандай әйткәндәремде ҡеүәтләне.Ни тиклем шәп күренергә тырышһам да бесән сабырға тулыһы менән әҙер түгел инем әле. Тәүге йылы Нуретдин еҙнәм эшләп биргән бәләкәй, ыҡсым салғы менән сауҡа арала-рын, бәләкәй асыҡлыҡтарҙы ғына соҡошторҙом. Уныһы ла әсәйем өсөн оло ярҙам ине. Икенсе йылы алдымды алымлы алып өйрөлтә һелтәй инем инде, артымда ла тап-таҡыр. Шулай итеп апаруҡ оҫта салғысы булып киттем. Шулай итеп бесән сабыу, сабылғанды күбәгә ултыртыу, ат табып күбәләрҙе тарттырыу, ҡойоу, ҡойолған кәбәнде кәртәләү минең өҫкә күсте. Әсәйемдең ҡулынан эш төшөрә алыуға риза инем, ҡыуана инем.Өсөнсө йылына бүлексә өмәһенә сыҡтым. Беҙҙең яҡта шулай, иң тәүҙә йәмәғәт малдар-ына бесән хәстәрләйҙәр, шунан һуң ғына ауыл халҡына рөхсәт бирелә. Өмәгә минең ише малай-ҡыҙҙар һәнәк тотоп сыҡҡан, ә мин яурыныма эре, һауалы ҡиәфәттә салғы һалып алғанмын. Фартауай эшем эйәһен абайлап өлгөргән Фәтхелислам еҙнә йөҙөн ризаһыҙ йыйырҙы:- Һин ни ҡыланаһың әле, ҡәйнеш?- Бесән сабырға сыҡтым!- Беҙҙең менән йәнәшәләпме?- Һеҙҙең менән типә-тиң!- Танауың аҫтын ҡороттоңмо башта?- Еүеш танауҙар салғы алып йөрөмәй бит инде ул!- Шулай уҡмы?! Бөгөн көнө буйы минең алдан юл ярырһың, шунан һуң ҡарап ҡарарбыҙ.Сабыуҙа ир-егеттәр сафҡа баҫҡандай теҙелешеп, бер-бер артлы баралар. Ә бүлексә болондары ҙур һәм киң, бер башынан икенсе башы күҙ күреме ерҙә. Төштөк. Минең арттан еҙнә килә. Бер ни тиклем ара киткәс ҡулдарымдың талыуын тойҙом да туҡтарға иттем, шуны ғына көткәндәй артта бойороулы екереү ишетелде:- Туҡтама! Үксәңде сабам!- Саҡ ҡына тын алайыҡ?!.- Күтеңдән килмәгәс йөрөмә аяҡ аҫтында буталып, сыҡ ыҙандан!- Юҡ инде! - Көсөргәнеп, тештәремде ҡыҫып сабыуҙы дауам итәм, ирекһеҙҙән тамаҡҡа әсе төйөр, күҙҙәрҙе әсеттереп йәш килеп тығыла, мейемде салғы тапаған ише бер үк һүҙҙәр сүкей: “Сыҡмайым ыҙандан!.. Барыбер сыҡмайым... Башлағанымды осламай ҡуймайым!..”Саж да сож, саж да сож... Маңлайымдан йылға булып аҡҡан тир күҙҙәремде әсеттерә, аяҡтарым мамыҡҡа әүерелгәндәр, тотҡаға һәм һапҡа йәбешкән ҡулдарымдың ҡаны ҡас-ып тумбыҡҡандар. Бер яҡҡа бакуйға ауған үлән, сауҡалыҡтар, хатта баш осомдағы өрпәк болот, батмустай ҡояш та һелкенеп ҡайҙалыр ауып бара төҫлө. Өҫтөм манма тир, ә бына тамағым сатнап кипкән, их, бер йотом ғына һыу уртларға ине. Юҡ, арттан өҙлөкһөҙ янау ҡабатлана: ”Туҡтап ҡына ҡара, үксәңде сабам хәҙер!” Сыҡтым болондоң осона, ни тиклем ҡыуаныс, барыбер бирешмәнем!Иркенләп тын алырға ла өлгөрмәнем еҙнәм яңынан ҡабаландырҙы:- Өйҙә ял итерһең! Давай төштөк!Көнө буйы шулай алдан йөрөнөм. Хәл ҡалманы, бил ҡатты, быуындар дерелдәй. Ҡасан ғына байыр был ҡояш?! Ә ул эргәләге ағас башына һаҡҡан да ҡатҡан да ҡалған. Бына ни-һайәт, арт яҡтан йомшарған тауыш ишетелде: “Арытты һымаҡ әле, ҡәйнеш, әйҙә бер аҙ ял итеп алайыҡ...” Бакуй өҫтөндә ултырабыҙ. Еҙнә миңә тағы ла бер тапҡыр һынап баҡты:- Йә, нисек, күтән һурпаһын һемерҙеңме ғарҡ буғансы? Нисауа, бирешмәнең, һиҙәм, һин еңмештән арыу салғысы сығыр! Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, тиҙәр бит, ҡатма ғына булһаң да йүкә арҡан һымаҡһың. Ә йүкә арҡан еүешләнгән һайын нығый һәм бешеләнә генә. Бер аҡыллының бер эшлекһеҙҙе күҙәткәндән һуң әйтеп ҡалдырғаны бар: “Ошо кеше бесәндең мул үҫкән еренә төшә, әммә белмәҫ ҡулы менән сабынлыҡты боҙа. Унан һуң ул тапҡырҙы сабып та булмай, аҫты ҡырҡылмаған бакуйҙы йыйып алыу ҙа мө-мкин түгел!” Хәтереңә һеңдереп, маңлайыңа киртеп ҡуй, ҡулыңдан килмәгән шөғөлгә әҙәмде ымһындырып, ышандырып һис ҡасан тотонма, әгәр йөрьәт итеп, тәүәккәлләп башлағанһың икән - ерҙе боҙма! Бында мин бесән сабыу хаҡында ғына һүҙ алып бармайым.Тамамланған, урын-еренә еткерелгән хеҙмәт хаҡында һүҙ сыҡһа гел генә кәбән ҡойоу хәстәрен хәтергә төшөрәм. Ат менән тарттырып өс күбәне бергә терәп төп һуҡтыраһың, ҡалғандарын тигеҙ аралыҡта ҡалдырып түңәрәккә ултыртаһың. Шунан һуң ғына төп шө-ғөлгә тотонаһың, бесәнде әйләндереп алып кәрәк урынға зыңҡылдатҡансы һылай һуғып нигеҙ ҡораһың, ары иркен, киң итеп күкрәкләйһең. Бесән һала белмәгән әрпештәрҙең, булдыҡһыҙ-оһолһоҙҙарҙың кәрәкмәгән ергә яйһыҙ килтереп терәгәндәрен алмайҙар ғәҙ-әттә, шауҙырлатып кире ҡойолдоралар ҙа асыу менән ҡысҡыралар: “Килтер, йүнһеҙ, һән-әгеңде, хәҙер һабын ҡырҡып ырғытам!” Кәбәнде йомро йомортҡалай итеп түбәләй белеү ҙә үҙенә күрә бер сәнғәт, сөнки насар осланған кәбәнгә һыу үтә һалып бара. Әгәр кәбән матур, килешле осланған икән беҙҙең яҡта, башына хатта турғай ҡунырлыҡ урыны ҡалмаған, тигән юғары баһа бирәләр. Кәбән ҡойолғас, башта торған кешегә арҡанға тағып осҡа дүрт яҡҡа артмаҡлап һалырлыҡ баштары ишелгән сәүелдәрҙе мендерәһең дә һуңын-ан үҙен төшөрөп алаһың. Тамам. Инде килеп яланғас, тирләгән тәнеңдәге бесән онтаҡтар-ын һыпырып төшөрөп майҙанда еңгән батырҙай бөйөргә таянып кәбәнде уратып сығырға ла мөмкин. Тирә-йүнгә ҡот-байманлыҡ таратып, бушап ҡалған сабынлыҡҡа йәм өҫтәп ҡалҡҡан дейеүҙәй кәбән! Бына ошо була инде әсе тиргә туҡылған хеҙмәт емеше, ҡабатланмаҫ тантана!Салғы тотмағаныма бик күп ваҡыт үтте инде. Ҡулыма ҡәләм алһам ҡолағымда бойоро-улы тауыш яңғырай: “Туҡтама, хәҙер үксәңде сабам!” Туҡтамайым, тик күңелемде өҙлөк-һөҙ бер уй борсой: “Ерҙе генә боҙоп ҡуймаһам ярай ҙа, тағы сапҡан бакуйымды ауырлыҡһыҙ тәгәрләтеп, күтәрем итеп өйөп күбәләй алһалар ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине...”
Миңә туғыҙ-ун йәштәр самаһы ине шикелле, әсәйемә эйәреп бесәнгә йөрөйөм. Иртәнән алып ҡара кискә саҡлы урмандабыҙ, тәбиғәт ҡосағындабыҙ. Сабынлығыбыҙ ауылдан ике-өс саҡрым йыраҡтағы Аҡташ буйының өҫкө һыртындағы ҡайындар сауҡалығында. Алыҫ ара түгел, тәғәмләнер ризығыбыҙҙы төйөнсәккә төйнәп, баҡырсаға инеш һыуын тултырып алабыҙ ҙа китәбеҙ йәйәүләп. Хәҙер, йылдар үтеү менән йәйәүләп йөрөүҙе хуп күрәм, машинаға ултырһаң кәнсиргә тыңҡысланған балыҡ ише тар ергә таяуҙай тығылып бараһың да ҡайтаһың, ә ирәүәнләп йәйәүләһәң бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, аҙ-ым һайын таныш-тонош, дуҫ-иш осрай, шулары ҡыуаныс. Ауыл кешеһе өсөн бесән әҙерләү үҙе бер үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йәмле һәм йәнле осор бит инде ул, ултырыштан шыуғаны, эте лә бете лә ҡырҙа, йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡҡа бәҫтән ҡалған, эшлектән сыҡҡан ҡарт-ҡоро ғына ҡала. Яңылышыраҡ ысҡындырҙым ошо ерҙә, ауылда эшлектән сыҡҡан, кәрәктән ҡалған кеше булмай ул һис ҡасан - картуф күмергә, тауыҡтарға ем һибергә, ҡаҙ-өйрәктәрҙе байҡап торорға, текә тау аҫтындағы таш аҫтынан сығып аҡҡан ҡоҙоҡтан һыу килтерергә, көтөүҙе ҡаршыларға, бесәндән ҡайтыусыларҙы самауыр ҡайнатып, мунсаны бөтөрөп көтөп торорға ла ҙурҙан бер кеше кәрәк. Яңыраҡ сулала тыуған ауылға шылтыратып алдым: “Ни хәлдә ятаһығыҙ, именлекме, йәйге көн йылды туйҙыра, тиҙәр, бесәнгә төшкәнһегеҙҙер?” “Ул ни, ике ятып бер төшкә ингәне юҡ, күпселек халыҡ бесән сапмай бит бөгөнгө көндә, шуға ла сабынлыҡтарҙы ағастар баҫып ҡарауһыҙға ҡалды...”, тине ҡусты тейеш кешем. Үтә лә ҡыҙғаныс күренеш, күркәм хеҙмәт йолаһы онотола бара, мал-тыуар булмағас бесән дә кәрәкмәй, эш тә юҡ, елендән тамған аҡ та юҡ, алға ҡуйыр аш та, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Шулай итеп эйәртенешеп, сабынлыҡҡа китеп барабыҙ. Өс ыҙан булып ярылып ятҡан арба юлы Тиләк йылғаһы буйлатып һуҙылған, уң яҡта ерек ағастары, муйыл, бөҙрә тал, ҡурай еләге, ҡарағат ҡыуаҡтары теҙелгән, һулаҡай яҡта яңы ғына баш ҡоҫҡан ҡыйһыҙ-ниһеҙ арыш баҫыуы. Унан мейестә яңы бешеп килгән йылы күмәс еҫе килә, бәрәкәтле, ту-ҡлыҡлы һауаны күкрәк тултырып һулаһаң ашамайынса ла туйырға мөмкин. Ҡояш офоҡтан минең үлсәм менән үлсәгәндә бер ҡарыш самаһы күтәрелгән. Башҡа ваҡытта егәрле ҡымғырлаған ҡояш бесәнгә төшһәң ығыштың ығышына, ялҡауҙың иренсәгенә әүерелә лә ҡуя; һәлкәү, теләр-теләмәҫ йыбырлап юғарыға, баш осона күтәрелә лә шунда онотолоп иҙерәп ойой, әүелйей ҙә китә, йөҙ иллеле ҡаҙау менән ҡаҙаҡлағандай баш осонда оҙаҡҡа ҡата, ҡубартып алырмын, урынынан шылдырырмын тимә, хәйерһеҙҙе. Шунан ҡыҙҙырып, бешереп, хәлдән тайҙырып, быуынды алғандан һуң күңелемдән, эсемдән урғылған ялбар-ыуымды ишеткәндәй, теләр-теләмәҫ кенә, ялындырып ҡына байыу яғына ҡарай ауыша, шунда ла әле башта биниһая ваҡыт ҡайындар осонда эленеп тора, ары килеп ул да арығ-андай, талсыҡҡандай алыҫтағы күкһел офоҡҡа тәгәрәй, мәгәр йәйҙең асылы шунда, ул аҙға ғына күҙ бәйләнеп алған сонтор эңерҙән тора, ә ҡалғаны икһеҙ-сикһеҙ көн, мәңгелеккә табан аҡҡан һыуҙай оҙон көн. Шул байырға теләмәгән тиҫкәре ҡояшты башыңдағы дүрт мөйөшө төйнәлгән ҡулъяулыҡ менән бәреп төшөрөрҙәй булаһың ҡайһы саҡ! Бесән сабыу беҙҙең өсөн, бала-саға өсөн йонсотҡос, сей елкәгә тейгес бер осор инде - килеп тороп себен-серәкәй, күгәүен талай, өҫтәүенә сарсатып, ауыҙ кибеп аптырата, хатта ки һыуланған ҡатыҡ та һыуһынды ҡандырмай. Һыу һыйырылай туҡтауһыҙ һыу һемерәһең, файҙаһы ғына самалы, йөрөйһөң инде ҡымыҙ тултырылған турһыҡтай мөлкөп, ҡымғырлаған һайын ҡорһағың шыуҡылдап. Шул ыҙалатҡыс мәлгә арнап яңыраҡ шиғыр ҙа яҙып ташланым әле:Салғы, салғы,Салғыны яныуҙары!Үҙәгемә үтте инде,Ҡасан ҡыш була инде?!Әсәйем станға барып еткәс урман эсенә инеп, ҡаҙаяҡтар араһына йәшереп ҡалдырған кәрәк-ярағын сығара ла түште ҡайын тамырына ҡаҙаҡлап нығытҡандан һуң салғыһын тапарға ултыра. Шундай уҡ тимергә бәрелеп зыңҡыған тауыштар Ҡарт Күле, Ситлек, Серек Баһыу, Өкө Буйы, Һары Тай яғынан да ишетелә. Тимәк, һәммә егәрле халыҡ бына ошола-йтып бесән сабыу эштәрен башлай. Болондар буйындағы сүкеү тауыштары ноталарға һы-ймаҫ үҙенсәлекле бер көй һымаҡ яңғырай. Хәҙер, бесән бешһә, өлгөрһә төштәремә шул сүкеү тауыштары инә, шул сыңраулы көй тынғы бирмәй сабынлыҡҡа әйҙәй, саҡыра ла тора. Бер көн шулай иләҫ-миләҫ килеп уяндым да фатирға һыйып ултыра алмай таң менән урамға сыҡтым, һәм күрәм, бына бит күктән төшкән бәхет, бирәм тигән ҡолона, сығар-ып ҡуйыр юлына, йәш кенә бер ҡыҙый уҡыу йорто майҙансығында ҡул салғыһы тотоп, бында ни сәбәптән сығарғандарын аҙағынаса үҙе лә төшөнөп етмәй, ни ҡылырға белмәй, әйләнсек бәрәндәй унда-бында һуғылып, бәрелеп йөрөп ята. Суртандың күҙенә ҡара ла һурпаһынан төңөл, тиҙәр бит, был сибәрҙе лә аптыраған көндән, кеше юҡлыҡтан майҙансыҡтағы үләнде сабырға сығарғандарҙыр, күрәһең. Бөгөнгө көндә эштең рәт-яйын, самаһын белгәнде табыуы үҙе бер ауыр мәсьәләгә әүерелде, шуға ла ябай шөғөлгә лә, етәксе урынына ла урамдан индереп осраҡлы кешене ҡушалар, ултырталар. Тегенең төҫ-башы мосолман балаһыныҡы, башҡортлоғона килгәндә арауыҡ аша һиҙемләнем, һөйләшеү-аралашыу кимәле арлы-бирле панелдән ҡоршалған йорттоң беренсе ҡатынан да юғары түгелдер. Билләһи шулай. Янына барҙым:- Ҡана бир әле, һеңлем, ҡоралыңды! - Ҡараһам, салғыһының башы былҡылдап төшөргә тора, тотҡаһы бушаҡ, үҙе аңҡау, тапалмаған. Ҡорамалды рәт-яйға һалғас ҡулымды һондом. - Бир әле яныуысыңды!- Что за яндыус? Брусок что ли?- Әйҙә, һеҙҙеңсә булһын, брусок, кусок камня в конце концов! - Аяҡтарымды кирә баҫып, һаптың осон ергә терәп, салғының үҙен беләккә һалып янырға тотондом, шул ыңғайы хәбәремде лә һөйләп торам. - Ә янды усҡа килгәндә, хаҡ әйттең, эшләгәндә йөрәгең елкенеп, устарың уттай янып торһон ул! Тағы ла бер аҡыллының кәңәше, бер ваҡытта ла ҡулыңдан килмәгән, белмәгән, аңламаған эшкә тотонма!- Тот умный человек, о котором вы говорите, когда жил?- Во второй полвине 20 века, в маленькой глухой деревушке.- Конфуций?- Нет не он, но намного умнее, мудрее его.- Вы так красиво и увлекательно говорите! Вообще-то я понимаю башкирский язык, у меня отец башкир, мать русская, а бабушка армянка...- Вижу, ваша родословная очень своеобразна!Болғанған аштың тәме-таты китә, донъялар ғына түгел милләттәр, тел, мәҙәниәт буталды. Тәтәйбикә уттай ҡыҙыл төҫкә буяған тырнаҡлы бармаҡтары менән хәтфә йәшел сәстәренә, уҡтай тырпайған яһалма керпектәренә ҡағылып алды. Бындай тырнаҡтар һәм бындай бешмәгән, йәшел, сей баш менән бесән сабып буламы икән ул, ай-һай!Рәхәтләнеп, ҡолас киреп сабырға төштөм, күңелемә теге саҡтағы, әле һаман да булһа яҙылып бөтмәгән шиғыр юлдары килде: “Салғы, салғы, салғыны яныуҙары...”Биғәйбә, ситләшеп, хәбәргә әүрәп, онотола ла китәм, беҙ сабынлыҡта бит әле. Әсәйем әҙер салғыһын йырлатып янып алғас сабырға төшөп китте. Болон үләне ҡотороп уңған, үҙе ҡуйы, үҙе бил быуарҙан. Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде, сапҡанының шыпа ла ғына рәте юҡ; алымһыҙ алдыра, йәнә артынан яртылаш сабылған һәрпенделәр ҙә һәрпәйеп күренгеләй. Бакуй артынан төшөп балтырған һабаҡтарын йыйып бер ситкә өйөп барам - минең көнө буйы башҡарған шөғөлөм шунан ғибәрәт. Бер аҙҙан әсәйем бышлыға төштө, биттәре буйлап тир һырғаланы, күлдәгенең арҡа тапҡыры еүешләнде, мәгәр туҡтарға уйламай ҙа, сабыуын дауам итте. Шулай булмай тағы, ир-атһыҙ йорттоң китек көнитмеше билдәле, беҙгә кем генә ярҙам итһен дә, кем генә сабынлығыбыҙҙы сабып бирһен?! Этләнеүебеҙҙе бер кем күрмәй ҙә, белмәй ҙә, белергә лә теләмәй, хатта анау, баш осондағы ҡояш та беҙгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ, битараф. Бер көн сыҙаманым, әйтә ҡуйҙым:- Әсәй, әйҙә мин сабам бесәнде!- Юҡ, балам, быуының шыйыҡ әле, билең нығынһын башта, шунан күҙ күрер...- Быуыным да ҡуйырған, билем дә кем етте шуға биргеһеҙ, өйрәт мине сабырға?!Ышанмайыраҡ ҡарай, шулай ҙа теләкһеҙ генә ризалашты:- Әйҙә һуң самалап ҡара, ҡулыңдан килһә. - Болон башына барып баҫтыҡ, әсәйем миңә салғыны тоттороп арттан ҡосаҡлағандай итеп баҫты. Башланыҡ. Кемдер саба, ә мин тотҡаға йәбешеп кенә барам төҫлө. Бына апаруҡ ер киткәс һиҙемләп ҡалдым, арттан тотҡаға йәбешкән ҡулдар күренмәй ҙә баһа! Ҡайырылһам әсәйем апаруҡ йыраҡта йылмайып баҫып тора:- Балам, булдыраһың да баһа!- Булдырғас быйыл бесәнде мин сабам!- Ә мин?- Һин балтырған һабаҡтарын йыйырһың, шунан урманға инеп бөрлөгән сүпләрһең дә самолет үтһә сәй ҡайнатырһың!Самолетҡа килгәндә, теп-теүәл сәғәт берҙә беҙҙең сабынлыҡ өҫтөнән Аҡъярҙан Йылай-ырға “кукурузник” осоп үтә. Шул тауыш ишетелеүе була урман яңғыратып һөрәнләйем гел генә:- Урра! Әсәй тиҙ генә эшеңде ташла, әбит!- Туҡта әләйһә, бынау башлағанымдың осона ғына сығайым да...- Юҡ, кисекмәҫтән ташла, нимесләр һымаҡ теүәл булырға өйрәнәйек беҙ ҙә!- Нимесләр хаҡында ҡайҙан беләһең?- Уларҙа әсирлектә йөрөгән Ғималетдин олатайым әйтте!- Ҡуй инде, нисә йыл дауамында йонсоттолар олатайың бахырҙы, бер ғәйепһеҙ төрмәгә лә ултыртып ҡуйҙылар. Таҙ бөтһә лә табыты ҡала, тиҙәр бит, әлеге көндә лә ситнә-тәләр... - Әсәйем дә һандырағандай әйткәндәремде ҡеүәтләне. Ни тиклем шәп күренергә тырышһам да бесән сабырға тулыһы менән әҙер түгел инем әле. Тәүге йылы Нуретдин еҙнәм эшләп биргән бәләкәй, ыҡсым салғы менән сауҡа арала-рын, бәләкәй асыҡлыҡтарҙы ғына соҡошторҙом. Уныһы ла әсәйем өсөн оло ярҙам ине. Икенсе йылы алдымды алымлы алып өйрөлтә һелтәй инем инде, артымда ла тап-таҡыр. Шулай итеп апаруҡ оҫта салғысы булып киттем. Шулай итеп бесән сабыу, сабылғанды күбәгә ултыртыу, ат табып күбәләрҙе тарттырыу, ҡойоу, ҡойолған кәбәнде кәртәләү минең өҫкә күсте. Әсәйемдең ҡулынан эш төшөрә алыуға риза инем, ҡыуана инем. Өсөнсө йылына бүлексә өмәһенә сыҡтым. Беҙҙең яҡта шулай, иң тәүҙә йәмәғәт малдар-ына бесән хәстәрләйҙәр, шунан һуң ғына ауыл халҡына рөхсәт бирелә. Өмәгә минең ише малай-ҡыҙҙар һәнәк тотоп сыҡҡан, ә мин яурыныма эре, һауалы ҡиәфәттә салғы һалып алғанмын. Фартауай эшем эйәһен абайлап өлгөргән Фәтхелислам еҙнә йөҙөн ризаһыҙ йыйырҙы:- Һин ни ҡыланаһың әле, ҡәйнеш?- Бесән сабырға сыҡтым!- Беҙҙең менән йәнәшәләпме?- Һеҙҙең менән типә-тиң!- Танауың аҫтын ҡороттоңмо башта?- Еүеш танауҙар салғы алып йөрөмәй бит инде ул!- Шулай уҡмы?! Бөгөн көнө буйы минең алдан юл ярырһың, шунан һуң ҡарап ҡарарбыҙ. Сабыуҙа ир-егеттәр сафҡа баҫҡандай теҙелешеп, бер-бер артлы баралар. Ә бүлексә болондары ҙур һәм киң, бер башынан икенсе башы күҙ күреме ерҙә. Төштөк. Минең арттан еҙнә килә. Бер ни тиклем ара киткәс ҡулдарымдың талыуын тойҙом да туҡтарға иттем, шуны ғына көткәндәй артта бойороулы екереү ишетелде:- Туҡтама! Үксәңде сабам!- Саҡ ҡына тын алайыҡ?!.- Күтеңдән килмәгәс йөрөмә аяҡ аҫтында буталып, сыҡ ыҙандан!- Юҡ инде! - Көсөргәнеп, тештәремде ҡыҫып сабыуҙы дауам итәм, ирекһеҙҙән тамаҡҡа әсе төйөр, күҙҙәрҙе әсеттереп йәш килеп тығыла, мейемде салғы тапаған ише бер үк һүҙҙәр сүкей: “Сыҡмайым ыҙандан!.. Барыбер сыҡмайым... Башлағанымды осламай ҡуймайым!..”Саж да сож, саж да сож... Маңлайымдан йылға булып аҡҡан тир күҙҙәремде әсеттерә, аяҡтарым мамыҡҡа әүерелгәндәр, тотҡаға һәм һапҡа йәбешкән ҡулдарымдың ҡаны ҡас-ып тумбыҡҡандар. Бер яҡҡа бакуйға ауған үлән, сауҡалыҡтар, хатта баш осомдағы өрпәк болот, батмустай ҡояш та һелкенеп ҡайҙалыр ауып бара төҫлө. Өҫтөм манма тир, ә бына тамағым сатнап кипкән, их, бер йотом ғына һыу уртларға ине. Юҡ, арттан өҙлөкһөҙ янау ҡабатлана: ”Туҡтап ҡына ҡара, үксәңде сабам хәҙер!” Сыҡтым болондоң осона, ни тиклем ҡыуаныс, барыбер бирешмәнем!Иркенләп тын алырға ла өлгөрмәнем еҙнәм яңынан ҡабаландырҙы:- Өйҙә ял итерһең! Давай төштөк!Көнө буйы шулай алдан йөрөнөм. Хәл ҡалманы, бил ҡатты, быуындар дерелдәй. Ҡасан ғына байыр был ҡояш?! Ә ул эргәләге ағас башына һаҡҡан да ҡатҡан да ҡалған. Бына ни-һайәт, арт яҡтан йомшарған тауыш ишетелде: “Арытты һымаҡ әле, ҡәйнеш, әйҙә бер аҙ ял итеп алайыҡ...” Бакуй өҫтөндә ултырабыҙ. Еҙнә миңә тағы ла бер тапҡыр һынап баҡты:- Йә, нисек, күтән һурпаһын һемерҙеңме ғарҡ буғансы? Нисауа, бирешмәнең, һиҙәм, һин еңмештән арыу салғысы сығыр! Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, тиҙәр бит, ҡатма ғына булһаң да йүкә арҡан һымаҡһың. Ә йүкә арҡан еүешләнгән һайын нығый һәм бешеләнә генә. Бер аҡыллының бер эшлекһеҙҙе күҙәткәндән һуң әйтеп ҡалдырғаны бар: “Ошо кеше бесәндең мул үҫкән еренә төшә, әммә белмәҫ ҡулы менән сабынлыҡты боҙа. Унан һуң ул тапҡырҙы сабып та булмай, аҫты ҡырҡылмаған бакуйҙы йыйып алыу ҙа мө-мкин түгел!” Хәтереңә һеңдереп, маңлайыңа киртеп ҡуй, ҡулыңдан килмәгән шөғөлгә әҙәмде ымһындырып, ышандырып һис ҡасан тотонма, әгәр йөрьәт итеп, тәүәккәлләп башлағанһың икән - ерҙе боҙма! Бында мин бесән сабыу хаҡында ғына һүҙ алып бармайым. Тамамланған, урын-еренә еткерелгән хеҙмәт хаҡында һүҙ сыҡһа гел генә кәбән ҡойоу хәстәрен хәтергә төшөрәм. Ат менән тарттырып өс күбәне бергә терәп төп һуҡтыраһың, ҡалғандарын тигеҙ аралыҡта ҡалдырып түңәрәккә ултыртаһың. Шунан һуң ғына төп шө-ғөлгә тотонаһың, бесәнде әйләндереп алып кәрәк урынға зыңҡылдатҡансы һылай һуғып нигеҙ ҡораһың, ары иркен, киң итеп күкрәкләйһең. Бесән һала белмәгән әрпештәрҙең, булдыҡһыҙ-оһолһоҙҙарҙың кәрәкмәгән ергә яйһыҙ килтереп терәгәндәрен алмайҙар ғәҙ-әттә, шауҙырлатып кире ҡойолдоралар ҙа асыу менән ҡысҡыралар: “Килтер, йүнһеҙ, һән-әгеңде, хәҙер һабын ҡырҡып ырғытам!” Кәбәнде йомро йомортҡалай итеп түбәләй белеү ҙә үҙенә күрә бер сәнғәт, сөнки насар осланған кәбәнгә һыу үтә һалып бара. Әгәр кәбән матур, килешле осланған икән беҙҙең яҡта, башына хатта турғай ҡунырлыҡ урыны ҡалмаған, тигән юғары баһа бирәләр. Кәбән ҡойолғас, башта торған кешегә арҡанға тағып осҡа дүрт яҡҡа артмаҡлап һалырлыҡ баштары ишелгән сәүелдәрҙе мендерәһең дә һуңын-ан үҙен төшөрөп алаһың. Тамам. Инде килеп яланғас, тирләгән тәнеңдәге бесән онтаҡтар-ын һыпырып төшөрөп майҙанда еңгән батырҙай бөйөргә таянып кәбәнде уратып сығырға ла мөмкин. Тирә-йүнгә ҡот-байманлыҡ таратып, бушап ҡалған сабынлыҡҡа йәм өҫтәп ҡалҡҡан дейеүҙәй кәбән! Бына ошо була инде әсе тиргә туҡылған хеҙмәт емеше, ҡабатланмаҫ тантана!Салғы тотмағаныма бик күп ваҡыт үтте инде. Ҡулыма ҡәләм алһам ҡолағымда бойоро-улы тауыш яңғырай: “Туҡтама, хәҙер үксәңде сабам!”
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-06-30/bes-n-t-2403916
30 Июнь 2021, 08:35
ba
Көтөүсе
Ғәҙел ағай ғүмере буйы ҡышын фермала мал ҡараны, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ҡырҙан ҡайтып инмәйенсә көтөү көттө. Уның тик кенә ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәнем булманы: гелән эштә, гелән ниндәйҙер хәстәр артынан саба. Саба, тип әйтеүем шунан, ылғый ҡабаланып йәшәне, атлағанда ла салт юртаҡтай юрғалап ҡына бара. Йоҡонан да бик иртә уяна ине ул, уяна ла башҡаларҙы ашыҡтырырға тотона. Бер тапҡыр уның иртәселлегенә кинәйәләп мәрәкәләнем: “Ағай, нишләптер бөгөн таң әтәстәре ҡысҡырманысы, нишләп икән?” “Хата миндә, - тине ағайым шаяртыуҙы элә һалып алып, - йоҡлап ҡалғанмын, хәйерһеҙ. Иртә таң менән кетәктәгеләрҙе уята торғайным, уятһам әтәсем башҡаларына һөрәнләй. Ауылды ваҡытында уятмауҙа мин ғәйепле, йәнә йоҡосо әтәсем!” Беҙ бит гелән кемдеңдер ҡушыуын көтөп өйрәнгәнбеҙ. Ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Колхоз-совхоздар заманында һәммәһен иртә таңдан эшкә ҡыуалар ине бит. Ҡыуыусы булмаһа кемгәлер ғәйеп япһарып өйҙә ултырабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә йәшәү рәүешебеҙ оло көтөүҙе хәтерләтте. Ә Ғәҙел ағай ана шул көтөүҙе уята ине, уята ла ҡайҙалыр йүнәлтә, әйҙәр, кәрәк саҡта өйөрөп тота.Яңыраҡ ауылға ҡайттым. Иртә менән торҙом. Ғәжәп хәл - әтәстәр тауышын ишетмәнем, һыйыр көтөүе лә юҡ икән, мал тырым-тырағай таралды. Әтәстәрҙе уятыусы көтөүсе Ғәҙел ағай юҡ шул яҡты донъяла. Ул булмағас тәртип китте, йәшәү ҙә күнегелгән ағышынан яймылды.
Ғәҙел ағай ғүмере буйы ҡышын фермала мал ҡараны, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ҡырҙан ҡайтып инмәйенсә көтөү көттө. Уның тик кенә ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәнем булманы: гелән эштә, гелән ниндәйҙер хәстәр артынан саба. Саба, тип әйтеүем шунан, ылғый ҡабаланып йәшәне, атлағанда ла салт юртаҡтай юрғалап ҡына бара. Йоҡонан да бик иртә уяна ине ул, уяна ла башҡаларҙы ашыҡтырырға тотона. Бер тапҡыр уның иртәселлегенә кинәйәләп мәрәкәләнем: “Ағай, нишләптер бөгөн таң әтәстәре ҡысҡырманысы, нишләп икән?” “Хата миндә, - тине ағайым шаяртыуҙы элә һалып алып, - йоҡлап ҡалғанмын, хәйерһеҙ. Иртә таң менән кетәктәгеләрҙе уята торғайным, уятһам әтәсем башҡаларына һөрәнләй. Ауылды ваҡытында уятмауҙа мин ғәйепле, йәнә йоҡосо әтәсем!” Беҙ бит гелән кемдеңдер ҡушыуын көтөп өйрәнгәнбеҙ. Ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Колхоз-совхоздар заманында һәммәһен иртә таңдан эшкә ҡыуалар ине бит. Ҡыуыусы булмаһа кемгәлер ғәйеп япһарып өйҙә ултырабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә йәшәү рәүешебеҙ оло көтөүҙе хәтерләтте. Ә Ғәҙел ағай ана шул көтөүҙе уята ине, уята ла ҡайҙалыр йүнәлтә, әйҙәр, кәрәк саҡта өйөрөп тота. Яңыраҡ ауылға ҡайттым. Иртә менән торҙом. Ғәжәп хәл - әтәстәр тауышын ишетмәнем, һыйыр көтөүе лә юҡ икән, мал тырым-тырағай таралды. Әтәстәрҙе уятыусы көтөүсе Ғәҙел ағай юҡ шул яҡты донъяла.
Мөхәррир һүҙе
false
https://ataisal.com/articles/m-kh-rrir-e/2021-06-29/k-t-se-2405576
29 Июнь 2021, 09:25
ba
Ирәндек итәге—уның төйәге
Шулай булмаһа ауылдаштыры уны ике тапҡыр рәттән Билал ауыл Советына депутат итеп һайлар инеме? Зөбәйер Харисов 9-10-сы класты Түбә ҡасабаһында уҡып, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Йылайыр районының Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель, тракторсы һөнәрен үҙләштергән. Әсәйе Һәҙиә Һиҙиәт ҡыҙы йәшләй генә ауырып китеп, гүр эйәһе булғас, атаһы Мөхтәр Шәрифулла улы 5 бала менән тол ҡала. Унан инде ҡатынының бер туған апайын ҡатынлыҡҡа ала. Улар ҡауышып, йәшәп китә, бөтәһе 10 баланы тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә һөнәр биреп оло тормош юлына сығара. Әлеге көндә күптәре Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, бер нисәүһе тыуған ауылында төпләнә. Шул иҫәптән Зөбәйер Мөхтәр улы ла. Бәхет тыуған ерҙә булыуын йәштән аңлап үҫкәнгә лә, ул ситкә сығып китергә теләмәй. -Совет Армияһы сафына саҡырылғас, Грузия, Әрмәнстан тарафтарында хәрби бурысымды үтәнем. Һүҙ юҡ матур яҡтар: мәғрүр тауҙар, Ҡара диңгеҙ буйы, тәбиғәте беҙҙең яҡтыҡы кеүек ҡырыҫ түгел. Әммә тыуған яҡҡа еткән ер юҡ. Беҙҙең ауыл бит ул ожмахтың үҙе. Оло юлға сығып алһаң, теләһәк Баймаҡҡа елдәрәбеҙ, теләһәң Әбйәлил тарафтарына юл тотабыҙ. Үҙебеҙҙең хужалыҡта үҫтереп алған йәшелсә-емеште, урман-ҡырҙарҙан йыйған еләк, бәшмәкте һатабыҙ тиһәк, Магниторгорскиға юл тотабыҙ,--ти Зөбәйер Мөхтәр улы.-Йәшәйем тип тырышҡан кеше ҡайҙа ла көн итә. Беҙҙең ауыл халҡы инде тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра. Береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтә. Ололар йәштәргә үрнәк күрһәтә. Ауылыбыҙҙа хатта Йәштәр урамы ла бар. Ауыл старостаһы Марат Дауытбаев менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Юбилярҙарҙы, көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәрҙе даими ҡотланыҡ. Мәсетте ремотлауға тос өлөш индерҙек. Йәмәғәт эше лә етерлек бит ул. Күңелеңде биреп башҡарһаң ғына эшеңдең һөҙөмтәһе күренә. Ауылда бит кеше депутатҡа күҙ төбәп килә, ярҙам итеренә ышана. Шуға ла статусыма тап төшөрмәҫкә тырыштым. Ле был вазифаны йәштәргә тапшырҙым, эшләһендәр, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итһендәр. “Һәүәнәк” совхозында тракторсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмай: шәхси хужалығын нығыта, баҡса үҫтерә, мал-тыуарын ишәйтә. Депутат булараҡ, күмәк өмәләр ойоштора, ауыл халҡын тәртип-таҙалыҡ булдырыуға өндәй. Ҡыш көндәре иһә шәхси тракторына ултырып, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта, Күгиҙелгә илткән төп юлды ялт иттереп таҙартып ҡуя. Матур күңелле кешенең ғаиләһе лә өлгөлө. Ҡатыны Лилиә Әмир ҡыҙы Харисова оҙаҡ йылдар Күгиҙел мәктәбендә уҡыусыларға математика фәненән һабаҡ бирә. Мәғариф ветераны әлеге көндә пенсияла. Харисовтар ике балаға ғүмер бүләк иткән: ҡыҙҙары Лидия үҙе хәҙер 4 бала әсәһе. Улдары Илдар ҙа килендәре менән ике бала үҫтерә. Балалары икеһе лә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Лидия Зөбәйер ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улдары иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған. Ялдарҙа, байрамдарҙа ата-әсәһе янына ҡайтып, ярҙам итеп, ял итеп китәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре инде каникул булһа ауылға ҡартатай-өләсәһе янына ашыға. Зөбәйер Мөхтәр улы ауыл клубы, китапханаһы урынлашҡан бинаны һалҡын мәлдәрҙә йылытыу менән дә булыша, йәғни кочегар булып та эшләй. Мәҙәниәт усағы әлеге көнгә ҡәҙәр утын менән яғып йылытыла. Утынды иһә йәй көндәр эҫе һәм ҡоро торғанда кочегар үҙе әҙерләй, урмандан алып ҡайта, яра һәм өйөп ҡуя. Ҡыш көнө шуны яға, мейестең көлөн ала. Ауылдаштары мәҙәни сараларҙа йылы клубта ултырһын, бала-саға йылы китапханала шөғөлләнһен өсөн тырыша. Күгиҙелдәр күмәк көс менән ауылдарына илткән юлды рәтләттереп алған. Үрҙә ҡыш көнө Зөбәйер Мөхтәр улы ауылдаштарын ҡамауҙа ҡалдырмауын яҙып үттек. Яҡын арала йортарын газға тоташтырыу мәсьәләһен хәл итеп алһалар, уларҙың йәшәйеше ҡала халҡыныҡынан бер ҙә ҡалышмаясаҡ.
Шулай булмаһа ауылдаштыры уны ике тапҡыр рәттән Билал ауыл Советына депутат итеп һайлар инеме?Зөбәйер Харисов 9-10-сы класты Түбә ҡасабаһында уҡып, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Йылайыр районының Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель, тракторсы һөнәрен үҙләштергән. Әсәйе Һәҙиә Һиҙиәт ҡыҙы йәшләй генә ауырып китеп, гүр эйәһе булғас, атаһы Мөхтәр Шәрифулла улы 5 бала менән тол ҡала. Унан инде ҡатынының бер туған апайын ҡатынлыҡҡа ала. Улар ҡауышып, йәшәп китә, бөтәһе 10 баланы тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә һөнәр биреп оло тормош юлына сығара. Әлеге көндә күптәре Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, бер нисәүһе тыуған ауылында төпләнә. Шул иҫәптән Зөбәйер Мөхтәр улы ла. Бәхет тыуған ерҙә булыуын йәштән аңлап үҫкәнгә лә, ул ситкә сығып китергә теләмәй.-Совет Армияһы сафына саҡырылғас, Грузия, Әрмәнстан тарафтарында хәрби бурысымды үтәнем. Һүҙ юҡ матур яҡтар: мәғрүр тауҙар, Ҡара диңгеҙ буйы, тәбиғәте беҙҙең яҡтыҡы кеүек ҡырыҫ түгел. Әммә тыуған яҡҡа еткән ер юҡ. Беҙҙең ауыл бит ул ожмахтың үҙе. Оло юлға сығып алһаң, теләһәк Баймаҡҡа елдәрәбеҙ, теләһәң Әбйәлил тарафтарына юл тотабыҙ. Үҙебеҙҙең хужалыҡта үҫтереп алған йәшелсә-емеште, урман-ҡырҙарҙан йыйған еләк, бәшмәкте һатабыҙ тиһәк, Магниторгорскиға юл тотабыҙ,--ти Зөбәйер Мөхтәр улы.-Йәшәйем тип тырышҡан кеше ҡайҙа ла көн итә. Беҙҙең ауыл халҡы инде тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра. Береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтә. Ололар йәштәргә үрнәк күрһәтә. Ауылыбыҙҙа хатта Йәштәр урамы ла бар. Ауыл старостаһы Марат Дауытбаев менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Юбилярҙарҙы, көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәрҙе даими ҡотланыҡ. Мәсетте ремотлауға тос өлөш индерҙек. Йәмәғәт эше лә етерлек бит ул. Күңелеңде биреп башҡарһаң ғына эшеңдең һөҙөмтәһе күренә. Ауылда бит кеше депутатҡа күҙ төбәп килә, ярҙам итеренә ышана. Шуға ла статусыма тап төшөрмәҫкә тырыштым. Ле был вазифаны йәштәргә тапшырҙым, эшләһендәр, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итһендәр.“Һәүәнәк” совхозында тракторсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмай: шәхси хужалығын нығыта, баҡса үҫтерә, мал-тыуарын ишәйтә. Депутат булараҡ, күмәк өмәләр ойоштора, ауыл халҡын тәртип-таҙалыҡ булдырыуға өндәй. Ҡыш көндәре иһә шәхси тракторына ултырып, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта, Күгиҙелгә илткән төп юлды ялт иттереп таҙартып ҡуя. Матур күңелле кешенең ғаиләһе лә өлгөлө. Ҡатыны Лилиә Әмир ҡыҙы Харисова оҙаҡ йылдар Күгиҙел мәктәбендә уҡыусыларға математика фәненән һабаҡ бирә. Мәғариф ветераны әлеге көндә пенсияла. Харисовтар ике балаға ғүмер бүләк иткән: ҡыҙҙары Лидия үҙе хәҙер 4 бала әсәһе. Улдары Илдар ҙа килендәре менән ике бала үҫтерә. Балалары икеһе лә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Лидия Зөбәйер ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улдары иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған. Ялдарҙа, байрамдарҙа ата-әсәһе янына ҡайтып, ярҙам итеп, ял итеп китәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре инде каникул булһа ауылға ҡартатай-өләсәһе янына ашыға. Зөбәйер Мөхтәр улы ауыл клубы, китапханаһы урынлашҡан бинаны һалҡын мәлдәрҙә йылытыу менән дә булыша, йәғни кочегар булып та эшләй. Мәҙәниәт усағы әлеге көнгә ҡәҙәр утын менән яғып йылытыла. Утынды иһә йәй көндәр эҫе һәм ҡоро торғанда кочегар үҙе әҙерләй, урмандан алып ҡайта, яра һәм өйөп ҡуя. Ҡыш көнө шуны яға, мейестең көлөн ала. Ауылдаштары мәҙәни сараларҙа йылы клубта ултырһын, бала-саға йылы китапханала шөғөлләнһен өсөн тырыша. Күгиҙелдәр күмәк көс менән ауылдарына илткән юлды рәтләттереп алған. Үрҙә ҡыш көнө Зөбәйер Мөхтәр улы ауылдаштарын ҡамауҙа ҡалдырмауын яҙып үттек.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2023-10-16/ir-ndek-it-ge-uny-t-y-ge-3479856
16 Октябрь , 13:55
ba
АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА
Йүнсел, тырыш егеттәрҙең береһе Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәй. Ул—Ғәзиз Әхнәф улы Фәттәхов, 29 йәштә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, шәхси хужалығын үҫтереү өҫтөндә ныҡышмал эш алып бара. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында ла, Себер тарафтарында ла эшләп ҡараған. Сит яҡтың үҙен дә, климатын да үҙ итә алмаған. Шулайҙыр... Ирәндек тауына һыйынып ҡына ултырған, күркәм тәбиғәтле ауылды ташлап нисек сығып китмәк кәрәк?! Ысынлап та, Күгиҙел бик ныҡ матур ерҙә урынлашҡан: һәр яҡлап тау уратҡан, йығалар аға, шишмәләре күп, һауаһы саф. Йәннәт баҡсаһын, әлбиттә, күргәнебеҙ юҡ, әммә тәбиғәтенең хозурлығы менән был ауыл ожмахтан әллә ни ҡалышмайҙыр… Ҡасан да килеп ошо ауыл юҡҡа сығасаҡ тиһәләр йән әсер ине. Эйе, мәлендә бында “Һәүәнәк” совхозы гөрләп эшләп торған. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, башҡа тарафтарҙағы кеүек үк халыҡ баҙап ҡала, шәхси малына таянып йәшәр булып китә, ә йәштәр ситкә китә башлай. Балалар һаны аҙайғас, мәктәп тә башланғысҡа ҡалып, бер нисә ауыл балалары күрше ауылда уҡый. Ауыл киләсәгенә өмөт һүрелә барғанда, үҙ ауылын яратҡан, унда төпләнгән, эш асҡан егеттәрҙең булыуы ҡыуандыра, һоҡландыра, ниндәйҙер ышаныс бирә. Нәҡ Ғәзиз кеүек егеттәр ауылды тотоп килә, уның киләсәгенә өмөт уята, тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Ул 2019 йылда үҙ эшен асырға ниәт итә һәм документтар йүнләп, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы асып, Һәмән ауылындағы фермер Ишморатовтан герефорд тоҡомло 20 баш мал һатып ала.   МӘҠӘЛӘНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫ ГӘЗИТЕБЕҘҘЕҢ 23-СӨ ҺАНЫНДА. 9 июнь 2023 йыл.
Йүнсел, тырыш егеттәрҙең береһе Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәй. Ул—Ғәзиз Әхнәф улы Фәттәхов, 29 йәштә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, шәхси хужалығын үҫтереү өҫтөндә ныҡышмал эш алып бара. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында ла, Себер тарафтарында ла эшләп ҡараған. Сит яҡтың үҙен дә, климатын да үҙ итә алмаған. Шулайҙыр... Ирәндек тауына һыйынып ҡына ултырған, күркәм тәбиғәтле ауылды ташлап нисек сығып китмәк кәрәк?! Ысынлап та, Күгиҙел бик ныҡ матур ерҙә урынлашҡан: һәр яҡлап тау уратҡан, йығалар аға, шишмәләре күп, һауаһы саф. Йәннәт баҡсаһын, әлбиттә, күргәнебеҙ юҡ, әммә тәбиғәтенең хозурлығы менән был ауыл ожмахтан әллә ни ҡалышмайҙыр… Ҡасан да килеп ошо ауыл юҡҡа сығасаҡ тиһәләр йән әсер ине. Эйе, мәлендә бында “Һәүәнәк” совхозы гөрләп эшләп торған. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, башҡа тарафтарҙағы кеүек үк халыҡ баҙап ҡала, шәхси малына таянып йәшәр булып китә, ә йәштәр ситкә китә башлай. Балалар һаны аҙайғас, мәктәп тә башланғысҡа ҡалып, бер нисә ауыл балалары күрше ауылда уҡый. Ауыл киләсәгенә өмөт һүрелә барғанда, үҙ ауылын яратҡан, унда төпләнгән, эш асҡан егеттәрҙең булыуы ҡыуандыра, һоҡландыра, ниндәйҙер ышаныс бирә. Нәҡ Ғәзиз кеүек егеттәр ауылды тотоп килә, уның киләсәгенә өмөт уята, тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Ул 2019 йылда үҙ эшен асырға ниәт итә һәм документтар йүнләп, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы асып, Һәмән ауылындағы фермер Ишморатовтан герефорд тоҡомло 20 баш мал һатып ала. МӘҠӘЛӘНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫ ГӘЗИТЕБЕҘҘЕҢ 23-СӨ ҺАНЫНДА.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2023-06-13/auyl-kil-s-ge-y-nseld-r-ulynda-3298392
13 Июнь , 17:05
ba
ЭШҺӨЙӘР ИГЕҘӘКТӘР
Игеҙәктәр Илшат һәм Иршат Үлйәбаевтарҙы Хәйбулла районы халҡы яҡшы белә. Улар Баймаҡ районы Сосновка ауылында тыуған. 1987 йылда ата-әсәләре Хәйбулла районының Уфимка ауылына күсә. 2007 йылдан Үлйәбаевтар ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бөгөн улар “Үлйәбаев И.Г” крәҫтин-фермер хужалығы булараҡ дан алған. Малсылыҡ буйынса ла эш алып баралар, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнәләр. Сәсеүлектәре 3,5 мең гектар. Пландарында - 2,4 мең гектар ер өҫтәү. Арпа, һоло, бойҙай сәсәләр. Хужалыҡта 12 кеше эшләй. Игеҙәк Үлйәбаевтар баҫыуҙа ашау, ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырған, хатта тәгәрмәстә мунса ла бар. Шарттар тыуҙырырға тырышып торалар. --Хужалыҡтарын үҫтереүгә пландары ҙур. Улар бар мәсьәләләрен бергә хәл итәләр, шунан ғына ныҡлы ҡарарға киләләр. Киҫкен проблеманан да сыҡыу юлын табалар. Тыныстар, аҡыллылар, татыуҙар. Ғаиләләре менән дә өлгө булып торалар. Иршат Ғәзиз улы өс ҡыҙ үҫтерә, Илшат Ғәзиз улы өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй,--тип яҙа социаль селтәрҙә Рәмил Туҡаев.
Игеҙәктәр Илшат һәм Иршат Үлйәбаевтарҙы Хәйбулла районы халҡы яҡшы белә. Улар Баймаҡ районы Сосновка ауылында тыуған. 1987 йылда ата-әсәләре Хәйбулла районының Уфимка ауылына күсә. 2007 йылдан Үлйәбаевтар ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бөгөн улар “Үлйәбаев И.Г” крәҫтин-фермер хужалығы булараҡ дан алған. Малсылыҡ буйынса ла эш алып баралар, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнәләр. Сәсеүлектәре 3,5 мең гектар. Пландарында - 2,4 мең гектар ер өҫтәү. Арпа, һоло, бойҙай сәсәләр. Хужалыҡта 12 кеше эшләй. Игеҙәк Үлйәбаевтар баҫыуҙа ашау, ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырған, хатта тәгәрмәстә мунса ла бар. Шарттар тыуҙырырға тырышып торалар.--Хужалыҡтарын үҫтереүгә пландары ҙур. Улар бар мәсьәләләрен бергә хәл итәләр, шунан ғына ныҡлы ҡарарға киләләр. Киҫкен проблеманан да сыҡыу юлын табалар. Тыныстар, аҡыллылар, татыуҙар. Ғаиләләре менән дә өлгө булып торалар.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2023-05-24/esh-y-r-ige-kt-r-3271509
24 Май , 22:40
ba
Хәйбуллалар башлаған "Айыҡ ҡатын" проектын Урал аръяғы райондары эләктереп алды
Ниндәйҙер ҡатмарлы программалар, сығыштар ҡаралмаған был осрашыуҙар барышында. Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе хаҡындағыҡыҫҡа метражлы тетрәндергес «Быйма» фильмын ҡарау, асыҡтан- асыҡ һөйләшеү һәм проблеманы медицина, дин, йәмғиәт күҙлегенән сығып хәл итеү юлдарын барлау.Проект сиктәрендәге осрашыуҙың һуңғыһы бөгөн Әбүбәкер ауылында уҙҙы. Сараның тап Бәләкәй Арыҫланғолда башланып, Әбүбәкерҙә тамаланыуы осраҡлы түгел, айыклык, именлек территориялары был ауылдар. Бөгөнгө осрашыуҙа Баймаҡ, Йылайыр һәм Бөрйән райондарының "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре лә ҡатнашып, хәйбуллаларҙың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәнде. Тимәк, хәйбуллаларҙың башланғысы туҡтап ҡалмай, ҡатын - ҡыҙ эскелеген бөтөрөү, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә ниәтләнгән изге эш артабан да дауам итәсәк. Район хакимиәте, хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге, "Ғаилә" хеҙмәте белгестәре һәм ирекмәндәрҙән торған ойоштороусыларҙың теләге бер - айырым ауылдар ғына түгел, тотош райондар әйләнһен ине айыҡлыҡ биләмәһенә...#АйыҡАуыл2022
Ниндәйҙер ҡатмарлы программалар, сығыштар ҡаралмаған был осрашыуҙар барышында. Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе хаҡындағыҡыҫҡа метражлы тетрәндергес «Быйма» фильмын ҡарау, асыҡтан- асыҡ һөйләшеү һәм проблеманы медицина, дин, йәмғиәт күҙлегенән сығып хәл итеү юлдарын барлау. Проект сиктәрендәге осрашыуҙың һуңғыһы бөгөн Әбүбәкер ауылында уҙҙы. Сараның тап Бәләкәй Арыҫланғолда башланып, Әбүбәкерҙә тамаланыуы осраҡлы түгел, айыклык, именлек территориялары был ауылдар. Бөгөнгө осрашыуҙа Баймаҡ, Йылайыр һәм Бөрйән райондарының "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре лә ҡатнашып, хәйбуллаларҙың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәнде. Тимәк, хәйбуллаларҙың башланғысы туҡтап ҡалмай, ҡатын - ҡыҙ эскелеген бөтөрөү, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә ниәтләнгән изге эш артабан да дауам итәсәк.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2023-02-27/h-ybullalar-bashla-an-ayy-atyn-proektyn-ural-ar-ya-y-rayondary-el-kterep-aldy-3158897
27 Февраль , 19:00
ba
ЭХ, МИНЕҢ ТОЛПАР АТЫМ...
Йылайыр районы Юлдыбай ауылында күптәр йылҡы тота. Аттар февраль урталарына тиклем ҡырҙа тибендә йөрөй. Унан хужалары уларҙы өйгә алып ҡайта. —Өй тирәһенә унлап машина, унан күмәгерәк ир-егет йыйылып киткән. Белмәгәндәр аптырап та ҡуйғандыр әле. Йыл да ошо ваҡытта ауылда ошондай хәл, ул хатта байрам төҫө ала. Йылҡыларыбыҙ тибендән ҡайта.  Ҡар ҙа тәрәнәйеп бара, оҙаҡламай буранлы көндәр ҙә башлана торған. Шуға ла Юлдыбайҙың ат тотҡан ир-егеттәре үҙ йылҡыларын кемеһе тейәп, кемеһе ҡыуып үҙ ҡураларына алып ҡайтып ҡуйҙы.Ауылыбыҙҙа йылҡы тотҡан ғаиләләр арыуыҡ ҡына. Тағы ла малсылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар, йылҡы алып үрсетергә теләк белдереүселәр ҙә бар.Йорт-ҡурала шатлыҡ арттырып, оҙаҡламай бейәләр ҡолонлар... Аттарҙы "уртынлаштырып" бөткәс, егеттәр бер өйгә йыйылып шешлек бешерҙе, ҡымыҙ эсте,—тип яҙа юлдыбайҙар.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылында күптәр йылҡы тота. Аттар февраль урталарына тиклем ҡырҙа тибендә йөрөй. Унан хужалары уларҙы өйгә алып ҡайта.—Өй тирәһенә унлап машина, унан күмәгерәк ир-егет йыйылып киткән. Белмәгәндәр аптырап та ҡуйғандыр әле. Йыл да ошо ваҡытта ауылда ошондай хәл, ул хатта байрам төҫө ала. Йылҡыларыбыҙ тибендән ҡайта. Ҡар ҙа тәрәнәйеп бара, оҙаҡламай буранлы көндәр ҙә башлана торған. Шуға ла Юлдыбайҙың ат тотҡан ир-егеттәре үҙ йылҡыларын кемеһе тейәп, кемеһе ҡыуып үҙ ҡураларына алып ҡайтып ҡуйҙы. Ауылыбыҙҙа йылҡы тотҡан ғаиләләр арыуыҡ ҡына. Тағы ла малсылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар, йылҡы алып үрсетергә теләк белдереүселәр ҙә бар. Йорт-ҡурала шатлыҡ арттырып, оҙаҡламай бейәләр ҡолонлар...
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2023-02-21/eh-mine-tolpar-atym-3151167
21 Февраль , 11:05
ba
Садовыйҙар ҙа өлөш индергән
“Берҙәмлектә-беҙҙең көсөбеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш булды был. Ағинәйҙәрҙең башланғысын ихлас күңелдән хуплап, күтәреп алған ауылыбыҙҙың депутаты Самохин Владимир Борисовичҡа, ауылыбыҙ старостаһы Баҡтыбаев Рәшит Тимербулат улына, шәхси эшҡыуар, фермер Сабитов Илнур Ҡотдөс улына, барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаш йәштәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!”- ти ауыл халҡы.Афарин, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
“Берҙәмлектә-беҙҙең көсөбеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш булды был. Ағинәйҙәрҙең башланғысын ихлас күңелдән хуплап, күтәреп алған ауылыбыҙҙың депутаты Самохин Владимир Борисовичҡа, ауылыбыҙ старостаһы Баҡтыбаев Рәшит Тимербулат улына, шәхси эшҡыуар, фермер Сабитов Илнур Ҡотдөс улына, барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаш йәштәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!”- ти ауыл халҡы.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2023-02-06/sadovyy-ar-a-l-sh-inderg-n-3132432
6 Февраль , 16:35
ba
Ир-егеттең күңелендә эйәрле, йүгәнле ат ята
-Балаларҙың ат тураһында бик аҙ белеүҙәре, атҡа ябай бер хайуан, тип ҡарауҙары асыҡланды, - ти ойоштороусылар. Вилә Шәйхетдин ҡыҙы балаларға йылҡы малы тураһында мәғлүмәт бирҙе , мәҡәлдәр менән таныштырҙы.Ат тураһында иң күп мәғлүмәтте әлбиттә, ир-егеттәр белә. Илгиз Ғәле улы Ишбулдин атты эйәрләргә өйрәтте, йүгәндең ниндәй роль уйнауын аңлатты, балаларҙы эйәргә ултырырға өйрәтте. Ҡыйыуыраҡ балалар хатта һыбай йөрөп ҡараны.Салауат Хәтим улы Ҡунаҡасов аттарҙың төҫтәре, йәштәре буйынса атамаларын аңлатты.Даян Ғилман улы Ҡоломбәтов атты санаға егеп күрһәтте, аттың сбруйҙары менән таныштырҙы. Сара аҙағында Даян ағайҙары балаларҙы санала елдереп йөрөтөп килде.Балаларға сара оҡшаны.
-Балаларҙың ат тураһында бик аҙ белеүҙәре, атҡа ябай бер хайуан, тип ҡарауҙары асыҡланды, - ти ойоштороусылар. Вилә Шәйхетдин ҡыҙы балаларға йылҡы малы тураһында мәғлүмәт бирҙе , мәҡәлдәр менән таныштырҙы. Ат тураһында иң күп мәғлүмәтте әлбиттә, ир-егеттәр белә. Илгиз Ғәле улы Ишбулдин атты эйәрләргә өйрәтте, йүгәндең ниндәй роль уйнауын аңлатты, балаларҙы эйәргә ултырырға өйрәтте. Ҡыйыуыраҡ балалар хатта һыбай йөрөп ҡараны. Салауат Хәтим улы Ҡунаҡасов аттарҙың төҫтәре, йәштәре буйынса атамаларын аңлатты. Даян Ғилман улы Ҡоломбәтов атты санаға егеп күрһәтте, аттың сбруйҙары менән таныштырҙы. Сара аҙағында Даян ағайҙары балаларҙы санала елдереп йөрөтөп килде.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2022-12-17/ir-egette-k-elend-ey-rle-y-g-nle-at-yata-3077098
17 Декабрь 2022, 21:45
ba
Урал аръяғы райондары араһында ашлыҡтың тулайым йыйымы, ауыл хужалығы тауары етештереү күләме буйынса 1-се урынға сыҡты!
Урал аръяғы райондары араһында ашлыҡтың тулайым йыйымы, ауыл хужалығы тауары етештереү күләме буйынса 1-се урынға сыҡты.Әфләтунова Мәүлихә - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.Аҡбулатов Разаҡҡа -ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән почетлы исем бирелде.Республика етәкселегенә, Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәт белдерәм. Уларҙың даими иғтибары, райондың проблемалы мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамы беҙҙең эштәргә ышаныс өҫтәй һәм тармаҡты үҫтереүгә, Баймаҡ халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бөтә пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, - тип яңылыҡтар менән уртаҡлашты.Афарин, яҡташтар! Афарин, баймаҡтар!
Урал аръяғы райондары араһында ашлыҡтың тулайым йыйымы, ауыл хужалығы тауары етештереү күләме буйынса 1-се урынға сыҡты. Әфләтунова Мәүлихә - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Аҡбулатов Разаҡҡа -ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән почетлы исем бирелде. Республика етәкселегенә, Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәт белдерәм. Уларҙың даими иғтибары, райондың проблемалы мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамы беҙҙең эштәргә ышаныс өҫтәй һәм тармаҡты үҫтереүгә, Баймаҡ халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бөтә пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, - тип яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Афарин, яҡташтар!
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2022-11-03/ural-ar-ya-y-rayondary-ara-ynda-ashly-ty-tulayym-yyyymy-auyl-huzhaly-y-tauary-eteshtere-k-l-me-buyynsa-1-se-uryn-a-sy-ty-3014691
3 Ноябрь 2022, 11:05
ba
Ҡаҙ өмәләре башланды
-Күршеләремә рәхмәт! Ҡаҙ өмәһе гөрләттек. Имен-һау ашарға яҙһын! Һау булайыҡ, бергә булайыҡ, донъялар тыныс торһон! - тип яҙа Миңза апай.Ә һеҙҙең яҡта хәлдәр нисек?Ялда нимә менән булышаһығыҙ?Комментарийҙар яҙығыҙ, фотолар ҡуйығыҙ!
-Күршеләремә рәхмәт! Ҡаҙ өмәһе гөрләттек. Имен-һау ашарға яҙһын! Һау булайыҡ, бергә булайыҡ, донъялар тыныс торһон! - тип яҙа Миңза апай.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2022-10-24/a-m-l-re-bashlandy-3000747
24 Октябрь 2022, 11:58
ba
Йәрминкәлә кеше күп
Сибай ҡалаһында октябрь айы буйы ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолоуын хәбәр иткәйнек. Үткән шәмбелә лә ул гөрләп үтте. Унда Урал аръяғы райондары һәм күрше өлкәләр хужалыҡтары ҡатнашты.Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары сибайҙарға башлыса йәшелсә-емеш, ит, бал тәҡдим итте. Ейәнсура, Күгәрсен райондары һәр ваҡыттағыса татлы ризыҡтары менән ҡыандырҙы. Ырымбур, Силәбе һатыусылары картуф, һуған, кишер күпләп алып килгән.Был көндә ҡала халҡының ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә кәрәкле йәшелсә һәм башҡа төр ризыҡтар алыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та көҙгө йәрминкәләрҙең ҡала халҡы өсөн дә, һатыусыларға ла отошло, табышлы һәм файҙалы икәнлеген аңлатыу кәрәкмәй. "Сыуаҡ көн кәйефтәрҙе күтәрҙе,көҙгө йәрминкә муллығы менән таң ҡалдырҙы,"- тип таралышты сибайҙар.Дөйөм алғанда ауыл хужалығы йәрминкәһенә фермерҙар, шәхси хужалыҡтар 44,5 тонна продукция: 5,1 тонна бал, 34,7 тонна йәшелсә һәм емеш-еләк, 3,9 тонна ит, 180,6 килограмм ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк килтерҙе. Әйткәндәй,  22, 29 октябрҙә лә Сибайҙа ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе үтәсәк.
Сибай ҡалаһында октябрь айы буйы ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолоуын хәбәр иткәйнек. Үткән шәмбелә лә ул гөрләп үтте. Унда Урал аръяғы райондары һәм күрше өлкәләр хужалыҡтары ҡатнашты. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары сибайҙарға башлыса йәшелсә-емеш, ит, бал тәҡдим итте. Ейәнсура, Күгәрсен райондары һәр ваҡыттағыса татлы ризыҡтары менән ҡыандырҙы. Ырымбур, Силәбе һатыусылары картуф, һуған, кишер күпләп алып килгән. Был көндә ҡала халҡының ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә кәрәкле йәшелсә һәм башҡа төр ризыҡтар алыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та көҙгө йәрминкәләрҙең ҡала халҡы өсөн дә, һатыусыларға ла отошло, табышлы һәм файҙалы икәнлеген аңлатыу кәрәкмәй. "Сыуаҡ көн кәйефтәрҙе күтәрҙе,көҙгө йәрминкә муллығы менән таң ҡалдырҙы,"- тип таралышты сибайҙар. Дөйөм алғанда ауыл хужалығы йәрминкәһенә фермерҙар, шәхси хужалыҡтар 44,5 тонна продукция: 5,1 тонна бал, 34,7 тонна йәшелсә һәм емеш-еләк, 3,9 тонна ит, 180,6 килограмм ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк килтерҙе.
Ауыл хужалығы
false
https://ataisal.com/articles/auyl-khuzhaly-y/2022-10-16/y-rmink-l-keshe-k-p-2990726
16 Октябрь 2022, 11:00
ba
Ҡанифа юлы
Ҡанифа юлыЭлек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер яуыз урыҫ байы булған. Уның һалдаттары ла булған. Тегене гел һаҡлап ҡына йөрөйҙәр икән.Брагин аҡ таш ҡаҙҙыртҡан . Халыкты бушлай эшләтеп йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән.Бер көн ауылдың уҙамандары:- Был Брагиндың осона сығайыҡ, - тип кәңәш итәләр.Унда Әмин, Сураш батырҙар була. Сураш - Әминдең ағаһы. Сураштың яурыны алты сирек була.- Брагин йәкшәмбе һайын Талҡаҫҡа балык аулай бара. Шунда беҙ уны ҡаплайыҡ, - ти Сураш.Былар йыйылышып баралар. Сураш әйтә:- Һеҙ күренмәгеҙ, мин эргәһенә барайым, - ти. Үҙе Брагин эргәһенә килә.- Сураш, ни өсөн килдең? - тип һорай Брагин.- Бына, балыҡ ашай килдем, - тип әйтә Сураш.- Балыҡ ашай килгәс, төш, - ти Брагин быға, - Һин бик үҙгәреп килгәнһең, - ти.Сураш балыҡ ашарға ултырҙы ла усы менән маңлайын һыпырҙы, ти. Шул саҡ эргәһенән генә шыйылдап уҡ үтеп китте, теймәне, ти.- Ай, Сураш, һин мине үлтерергә килгәнһең икән, - тип, Брагин һыҙмаһына йәбешә. Сураш һыҙманы һыпыра тартып алып өлгөрә. Брагин кәмәгә ултырып, күлгә төшөп китә. Шул саҡ Сураш янын алып Брагинға ата . Уҡ яурыны үтә сығып кәмәнең башын ярып ебәрә.Һалдаттар шул тирәлә икешәрләп, өсәрләп таралышҡан була. Берәм-берәм уларҙы ла үлтереп бөткәндәр. Ғауға ҡупкан арала, Брагиндың кухаркаһы һыуға төшөп, танауын өҫкә күтәргән дә, ҡамыш араһына ингән дә ятҡан, ти. Ыҙғышҡан арала форсат табып, бер ҡара бейә менән көрән бейәгә менгән дә ҡасҡан. Артынан ҡыуғандар. Етеп барғанда, ярышлап торган атты менде лә тағы сапты, ти, был. Етә алмай кире ҡайтып киткәндәр ҙә кәңәш ҡорғандар: «Йә, былай булмай. Беҙ бынан шыуып ултырайыҡ», - тип уйлашалар. Шунан ун ике өй ҡалҡынып, Троицкий аръяғына, Ҡустанай яғына сығып китәләр.Аҙаҡ тикшереү килеп, соҡсоноп ҡараһалар , Брагинды үлтереүселәрҙең эҙенә төшә алмайҙар. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ҡасҡындарҙы ярлыҡау тураһында ҡағыҙ килеп төшә.Темәс, Әмин, Сура батыр бер йылдан һуң тыуған төйәктәренә кире ҡайтырға булалар. Тик ҡаҙаҡ байҙары Сура батырҙың ун өс йәшлек Ҡәнифә исемле ҡыҙын ебәрмәйҙәр икән. Сура батыр Ҡәнифәне ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән бер башҡорт әбейенә ун һигеҙ йәшкә еткәнсе тәрбиәләргә ҡушып, шунан ғына кейәүгә биреү шарты менән ҡалдырып китергә була. Шуның өсөн ҡаҙаҡтар Сура батырға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бүләктәр биреп оҙаталар. Ә Темәс менән Әминдең аҡтыҡ малын да тартып алып, икеһен дә йәйәү сығарып ебәрәләр.Бер заман Ҡәнифәгә ун һигеҙ йәш тә тула. Тик бағып-ҡарап үҫтергән теге әбейҙең уны ҡаҙаҡҡа биргеһе килмәй. Ҡәнифәне ул үҙ иленә ҡайтарып ебәрергә юлға әҙерләй башлай. Бер төндә бетәһе лә йоҡоға киткәс, ҡыҙҙы алыҫ юлға сығарып ебәрә. Оҙатҡан саҡта:- Бар, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдараҡ булһын, - тип кәңәш биреп ҡала.Иртән торһалар, ҡыҙ юҡ. Ҡазаҡтар, атҡа атланып, ҡыҙ артынан ҡыуа төшмәксе булалар. Тояҡ тауыштарын ишетеп, ҡыҙ ҡыуаҡ араһына боҫоп ҡала. Тегеләр бының эргәһенән сабып үтеп китәләр ҙә, аҙаҡ, бер кемде осратмағас, кире әйләнеп ҡайталар. Ә Ҡәнифә көн кисләгәнен көтөп ята ла, кеше аяғы һил булғас, юлын дауам итә.Бер саҡ шулай уны бүреләр уратып ала. Ҡәнифә шунда, түшлегенән энәһен алып, бармағын энә менән ныҡ итеп сәнсә лә бөркөлөп сыҡҡан ҡанын бүреләрҙең береһенә һиптерә. Ҡалған бүреләр, кеше ҡанына буялған бүрегә ташланып, өҙгөләргә тотонғас, Ҡәнифә тағы хәлдән тайғансы ары йүгерә.Ул шулай бик оҙаҡ килә торғас, аҙашып, юлдан яҙа ла Тамъян-Ҡатай иленә барып сыға. Бер йылға буйына туҡтап, еләк йыйып ашай ҙа, яратҡан бер йырын йырлап ебәрә. Уның моңло тауышын ишетеп, яҡындағы йэйәйләү кешеләре килеп етәләр, ҡайҙан, кем булыуын һораша башлайҙар. Ҡыҙ бер ни тип тә яуап бирмәгәс, уны Верхнеуралға илтеп ҡуялар.Бындағы түрәләр тирә-яҡҡа, бер ҡыҙ табылды, тип хәбәр ебәрә. Сура батыр был хәбәрҙе ишетеп, Верхнеуралға килә, үҙ ҡыҙы икәнен таный ҙа Ҡәнифәне алып ҡайтып китә.Бына шул замандан бирле Сура батыр ҡыҙы ҡайтып килгән юлды Ҡәнифә юлы тип йөрөтә башлайҙар. (Был юл ҡаҙаҡ далаларынан Ырымбур яғынан инеп Башҡортостан территорияһынан Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондары аша төньяҡҡа Верхнеуральск, Троицк ҡалаларына үтә. – автор иҫк.)Күсеп киткән халыҡ кире ҡайта. Бер аҙы Әминдә ҡала. Сураш ҡарҙың иртә төшкән еренә күсә. Әлеге Иҫән ауылына нигеҙ һала. (Бәлки ҡыҙының иҫән-имен ҡайтыуы хөрмәтенә ауылына Иҫән исемен ҡушҡандыр. –автор иҫк.)Борон ҡаҙаҡтар башҡорт халҡын күп урлаған. Ҡаса алмаһын өсөн ир тотҡондарҙың аяҡ табандарын ярып ҡыл һалып теккәндәр, баштарына еүеш тире кейҙереп киптергәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күп урлағандар, кәләш итеп алғандар.Шул эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡмайынса, япа-яңғыҙы далалар-урмандар буйлап йәйәүләп оҙон юлға сығыусы йәш кенә башҡорт ҡыҙы Ҡәнифә бик ҡыйыу һәм тәүәккәл булған инде! Халҡыбыҙ ҙур юлға ул батыр ҡыҙҙың исемен ҡушып, уның батырлығына һоҡланыуын, ундай ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланыуын быуындарҙан-быуындарға тапшырған.Хәйбулла районы Ивановка (Иҫәнбәт) ауылы янындараҡ Ҡәнифә юлынан Түңгәүер юлы айырылып китә, ул Һабыр, Ҡаҙырша, Ырыҫбай ауылы аша үтә, ти Ҡараһыу ауылында йәшәүсе һикһән биш йәшлек Ғәлиаслан Иҙелбаев.Атайым: «Ҡанифа – ул һыуайырғыс», - ти торғайны. Яйыҡ (яй, ығып ҡына аға), Таналыҡ, Һаҡмар йылғалары араһынан үткән тау һырттары буйлап һалынған юл инде ул.Был риүәйәттәрҙе өйрәнеп, нимә әйтергә теләйем?Рус халҡы Илья Муромец, Добрыня Никитыч кеүек батырҙарын онотмай, шуның кеүек беҙ ҙә халҡыбыҙ именлеге өсөн көрәшкән батырҙарҙы онотмаһаҡ ине. Был батырҙар тураһында яҙма материалдар бик юҡ, әммә халыҡ хәтере уларҙы һаман онотмай. Әмин ауылы, Таш ауылы (Ташауыл-Түшауыл), Ҡәнифә юлы, Сурай, Иҫән ауылдары юҡтан бушҡа ғына бар булмағандар бит инде! Беҙ ҙә был риүәйәттәрҙе мәктәп программаларына кертеп, балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләргә тейешбеҙҙер, тием. Мин был мәҡәләмдә бер генә һүҙҙе лә үҙем өҫтәмәнем. Материалдарҙы күрһәтелгән әҙәбиәттәрҙән алдым.Кужагильдина Вәғиҙә Рауил ҡыҙы, Хәйбулла районы Ивановка ауылы
Ҡанифа юлыЭлек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер яуыз урыҫ байы булған. Уның һалдаттары ла булған. Тегене гел һаҡлап ҡына йөрөйҙәр икән. Брагин аҡ таш ҡаҙҙыртҡан . Халыкты бушлай эшләтеп йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән. Бер көн ауылдың уҙамандары:- Был Брагиндың осона сығайыҡ, - тип кәңәш итәләр. Унда Әмин, Сураш батырҙар була. Сураш - Әминдең ағаһы. Сураштың яурыны алты сирек була.- Брагин йәкшәмбе һайын Талҡаҫҡа балык аулай бара. Шунда беҙ уны ҡаплайыҡ, - ти Сураш. Былар йыйылышып баралар. Сураш әйтә:- Һеҙ күренмәгеҙ, мин эргәһенә барайым, - ти. Үҙе Брагин эргәһенә килә.- Сураш, ни өсөн килдең? - тип һорай Брагин.- Бына, балыҡ ашай килдем, - тип әйтә Сураш.- Балыҡ ашай килгәс, төш, - ти Брагин быға, - Һин бик үҙгәреп килгәнһең, - ти. Сураш балыҡ ашарға ултырҙы ла усы менән маңлайын һыпырҙы, ти. Шул саҡ эргәһенән генә шыйылдап уҡ үтеп китте, теймәне, ти.- Ай, Сураш, һин мине үлтерергә килгәнһең икән, - тип, Брагин һыҙмаһына йәбешә. Сураш һыҙманы һыпыра тартып алып өлгөрә. Брагин кәмәгә ултырып, күлгә төшөп китә. Шул саҡ Сураш янын алып Брагинға ата . Уҡ яурыны үтә сығып кәмәнең башын ярып ебәрә.Һалдаттар шул тирәлә икешәрләп, өсәрләп таралышҡан була. Берәм-берәм уларҙы ла үлтереп бөткәндәр. Ғауға ҡупкан арала, Брагиндың кухаркаһы һыуға төшөп, танауын өҫкә күтәргән дә, ҡамыш араһына ингән дә ятҡан, ти. Ыҙғышҡан арала форсат табып, бер ҡара бейә менән көрән бейәгә менгән дә ҡасҡан. Артынан ҡыуғандар. Етеп барғанда, ярышлап торган атты менде лә тағы сапты, ти, был. Етә алмай кире ҡайтып киткәндәр ҙә кәңәш ҡорғандар: «Йә, былай булмай. Беҙ бынан шыуып ултырайыҡ», - тип уйлашалар. Шунан ун ике өй ҡалҡынып, Троицкий аръяғына, Ҡустанай яғына сығып китәләр. Аҙаҡ тикшереү килеп, соҡсоноп ҡараһалар , Брагинды үлтереүселәрҙең эҙенә төшә алмайҙар. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ҡасҡындарҙы ярлыҡау тураһында ҡағыҙ килеп төшә. Темәс, Әмин, Сура батыр бер йылдан һуң тыуған төйәктәренә кире ҡайтырға булалар. Тик ҡаҙаҡ байҙары Сура батырҙың ун өс йәшлек Ҡәнифә исемле ҡыҙын ебәрмәйҙәр икән. Сура батыр Ҡәнифәне ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән бер башҡорт әбейенә ун һигеҙ йәшкә еткәнсе тәрбиәләргә ҡушып, шунан ғына кейәүгә биреү шарты менән ҡалдырып китергә була. Шуның өсөн ҡаҙаҡтар Сура батырға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бүләктәр биреп оҙаталар. Ә Темәс менән Әминдең аҡтыҡ малын да тартып алып, икеһен дә йәйәү сығарып ебәрәләр. Бер заман Ҡәнифәгә ун һигеҙ йәш тә тула. Тик бағып-ҡарап үҫтергән теге әбейҙең уны ҡаҙаҡҡа биргеһе килмәй. Ҡәнифәне ул үҙ иленә ҡайтарып ебәрергә юлға әҙерләй башлай. Бер төндә бетәһе лә йоҡоға киткәс, ҡыҙҙы алыҫ юлға сығарып ебәрә. Оҙатҡан саҡта:- Бар, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдараҡ булһын, - тип кәңәш биреп ҡала. Иртән торһалар, ҡыҙ юҡ. Ҡазаҡтар, атҡа атланып, ҡыҙ артынан ҡыуа төшмәксе булалар. Тояҡ тауыштарын ишетеп, ҡыҙ ҡыуаҡ араһына боҫоп ҡала. Тегеләр бының эргәһенән сабып үтеп китәләр ҙә, аҙаҡ, бер кемде осратмағас, кире әйләнеп ҡайталар. Ә Ҡәнифә көн кисләгәнен көтөп ята ла, кеше аяғы һил булғас, юлын дауам итә. Бер саҡ шулай уны бүреләр уратып ала. Ҡәнифә шунда, түшлегенән энәһен алып, бармағын энә менән ныҡ итеп сәнсә лә бөркөлөп сыҡҡан ҡанын бүреләрҙең береһенә һиптерә. Ҡалған бүреләр, кеше ҡанына буялған бүрегә ташланып, өҙгөләргә тотонғас, Ҡәнифә тағы хәлдән тайғансы ары йүгерә. Ул шулай бик оҙаҡ килә торғас, аҙашып, юлдан яҙа ла Тамъян-Ҡатай иленә барып сыға. Бер йылға буйына туҡтап, еләк йыйып ашай ҙа, яратҡан бер йырын йырлап ебәрә. Уның моңло тауышын ишетеп, яҡындағы йэйәйләү кешеләре килеп етәләр, ҡайҙан, кем булыуын һораша башлайҙар. Ҡыҙ бер ни тип тә яуап бирмәгәс, уны Верхнеуралға илтеп ҡуялар. Бындағы түрәләр тирә-яҡҡа, бер ҡыҙ табылды, тип хәбәр ебәрә. Сура батыр был хәбәрҙе ишетеп, Верхнеуралға килә, үҙ ҡыҙы икәнен таный ҙа Ҡәнифәне алып ҡайтып китә. Бына шул замандан бирле Сура батыр ҡыҙы ҡайтып килгән юлды Ҡәнифә юлы тип йөрөтә башлайҙар. (Был юл ҡаҙаҡ далаларынан Ырымбур яғынан инеп Башҡортостан территорияһынан Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондары аша төньяҡҡа Верхнеуральск, Троицк ҡалаларына үтә. – автор иҫк.)Күсеп киткән халыҡ кире ҡайта. Бер аҙы Әминдә ҡала. Сураш ҡарҙың иртә төшкән еренә күсә. Әлеге Иҫән ауылына нигеҙ һала. (Бәлки ҡыҙының иҫән-имен ҡайтыуы хөрмәтенә ауылына Иҫән исемен ҡушҡандыр. –автор иҫк.)Борон ҡаҙаҡтар башҡорт халҡын күп урлаған. Ҡаса алмаһын өсөн ир тотҡондарҙың аяҡ табандарын ярып ҡыл һалып теккәндәр, баштарына еүеш тире кейҙереп киптергәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күп урлағандар, кәләш итеп алғандар. Шул эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡмайынса, япа-яңғыҙы далалар-урмандар буйлап йәйәүләп оҙон юлға сығыусы йәш кенә башҡорт ҡыҙы Ҡәнифә бик ҡыйыу һәм тәүәккәл булған инде! Халҡыбыҙ ҙур юлға ул батыр ҡыҙҙың исемен ҡушып, уның батырлығына һоҡланыуын, ундай ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланыуын быуындарҙан-быуындарға тапшырған. Хәйбулла районы Ивановка (Иҫәнбәт) ауылы янындараҡ Ҡәнифә юлынан Түңгәүер юлы айырылып китә, ул Һабыр, Ҡаҙырша, Ырыҫбай ауылы аша үтә, ти Ҡараһыу ауылында йәшәүсе һикһән биш йәшлек Ғәлиаслан Иҙелбаев. Атайым: «Ҡанифа – ул һыуайырғыс», - ти торғайны. Яйыҡ (яй, ығып ҡына аға), Таналыҡ, Һаҡмар йылғалары араһынан үткән тау һырттары буйлап һалынған юл инде ул. Был риүәйәттәрҙе өйрәнеп, нимә әйтергә теләйем?Рус халҡы Илья Муромец, Добрыня Никитыч кеүек батырҙарын онотмай, шуның кеүек беҙ ҙә халҡыбыҙ именлеге өсөн көрәшкән батырҙарҙы онотмаһаҡ ине. Был батырҙар тураһында яҙма материалдар бик юҡ, әммә халыҡ хәтере уларҙы һаман онотмай. Әмин ауылы, Таш ауылы (Ташауыл-Түшауыл), Ҡәнифә юлы, Сурай, Иҫән ауылдары юҡтан бушҡа ғына бар булмағандар бит инде! Беҙ ҙә был риүәйәттәрҙе мәктәп программаларына кертеп, балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләргә тейешбеҙҙер, тием. Мин был мәҡәләмдә бер генә һүҙҙе лә үҙем өҫтәмәнем. Материалдарҙы күрһәтелгән әҙәбиәттәрҙән алдым.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-10-12/anifa-yuly-3474741
12 Октябрь , 20:50
ba
Йәшәгән еребеҙ йәшел, таҙа, төҙөк булһын!
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектына ярашлы, республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды. 23 сентябрҙә берҙәм экологик саралар көнө булды. Акцияның төп маҡсаты--республиканың ауыл-ҡалалары биләмәләрен таҙартыу, ипкә килтереү, йәшелләндереү. Быйыл Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә өмәләр объекттарына “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре лә индерелгән. Акцияла студенттар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, власть органдары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары, дөйөм алғанда, йәшәгән урындарының торошона битараф булмаған һәр кем ҡатнашты. Сараға Урал аръяғында йәшәүселәр ҙә дәррәү ҡушылды. Сибай Сибай ҡалаһының ойошма, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре экологик акцияға баштан етди әҙерләнде. Был көндө ҡалабыҙ урамдарына 50 төп миләш ағасы ултыртылды. Күмәк өмәләрҙә шулай уҡ тирә-яҡ тәртипкә килтерелде, сүп-сар сығарып түгелде. -Йәшәгән урыныбыҙҙың тышҡы йөҙөн матурлауға, йәшелләндереүгә, төҙөкләндереүгә өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм! Ә кем был сарала ҡатнаша алмаған, уларға ла эш бар: Матросов, Чайковский урамдарына, Интернациональ тыҡрығына ултыртылған үҫентеләргә һыу ҡойоп тора ала. Был үҙе ҙур яуаплылыҡ,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев. Баймаҡ районы Акция барышында Баймаҡ районының барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә ағастар ултыртылды. Әммә иң ҙур өмә Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә үтте. Бында булдырылған “Геройҙар аллея”һына 130 төп ҡарағас өҫтәлде. -Бындай сара экологик мәҙәниәтте үҫтерә һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Матурлыҡты, таҙалыҡты, йәшеллекте булдыра ла, уны һаҡлай ҙа белергә тейешбеҙ. Бөгөн күмәкләп бик ҙур эш башҡарҙыҡ. Беҙ ултыртҡан ылыҫлы ағастар тәрән тамыр йәйеп, ныҡлып үҫеп китеп, киләсәктә Баймағыбыҙға йәшел ҡалҡан булып торһон. Экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт!—тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.  Йылайыр районы Йылайыр районы урман биләмәһендә урынлашҡан. Был төбәк башлыса ҡатнаш урманы менән дан тота. Тәбиғәт шарттары башҡа ергә ҡарағанда ҡырыҫыраҡ булғанлыҡтан, был тарафтарҙа емеш ағастары насарыраҡ үҫә. Ошонан сығып экологик сара барышында район үҙәге Йылайырҙа груша, алма үҫентеләре, шулай уҡ ылыҫлы ағастар ултыртылды. -Емешле ағас башта шаулап сәскә атып, унан инде алмалары, грушалары ҡыҙарып-һарғайып бешеп, кеше иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ә мәңге йәшел шыршы, ҡарағастар инде улар күҙҙе ял иттерә, һауаны яҡшырта. Шуға ла ошо үҫентеләргә был юлы айырым иғтибар бүлдек һәм улар район үҙәге урамдарын оҙаҡ йылдар йәмләп ултырһын тип тырыштыҡ,--тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов. Башлыҡ шулай уҡ райондың барлыҡ ауылдары ла экологик өмәнән ситтә ҡалмауын әйтеп китте. Хәйбулла районы Хәйбулла районы халҡы экологик өмәне 22 сентябрҙә үк башлап, 23 көнө лә эшләүен дауам итте. Ике көн эсендә район биләмәһендә йәмғеһе 700-ҙән ашыу ағыс ултыртылған. Хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре тирә-йүнгә йәм биреп ултырырҙай күк шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм сирен ағастары сәскән. -Ултыртҡан үҫентеләр шаулап үҫеп китһен! Был ағастарҙы беҙ ултыртҡайныҡ тип, оҙаҡ йылдар ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Таҙалыҡ, тәртип, йәшеллек үҙебеҙ өсөн. Йәшәгән еребеҙ гөл-сәскәгә, йәшеллеккә күмелһен, донъялар тыныс булһын!—тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, экологик акцияға үҙ өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт әйтеп. 7 октябргә ҡәҙәр дауам иткән “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы һәр шәмбе уҙғарыла. Атайсал өсөн изге эштәр йылында һәр кем тыуған ере өсөн файҙалы эш башҡара ала—ағас ултыртып уны ҡарап үҫтереү иһә үҙе иң ҙур ғәмәл.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектына ярашлы, республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды. 23 сентябрҙә берҙәм экологик саралар көнө булды. Акцияның төп маҡсаты--республиканың ауыл-ҡалалары биләмәләрен таҙартыу, ипкә килтереү, йәшелләндереү. Быйыл Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә өмәләр объекттарына “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре лә индерелгән. Акцияла студенттар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, власть органдары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары, дөйөм алғанда, йәшәгән урындарының торошона битараф булмаған һәр кем ҡатнашты. Сараға Урал аръяғында йәшәүселәр ҙә дәррәү ҡушылды. СибайСибай ҡалаһының ойошма, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре экологик акцияға баштан етди әҙерләнде. Был көндө ҡалабыҙ урамдарына 50 төп миләш ағасы ултыртылды. Күмәк өмәләрҙә шулай уҡ тирә-яҡ тәртипкә килтерелде, сүп-сар сығарып түгелде. -Йәшәгән урыныбыҙҙың тышҡы йөҙөн матурлауға, йәшелләндереүгә, төҙөкләндереүгә өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм! Ә кем был сарала ҡатнаша алмаған, уларға ла эш бар: Матросов, Чайковский урамдарына, Интернациональ тыҡрығына ултыртылған үҫентеләргә һыу ҡойоп тора ала. Был үҙе ҙур яуаплылыҡ,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев. Баймаҡ районы Акция барышында Баймаҡ районының барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә ағастар ултыртылды. Әммә иң ҙур өмә Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә үтте. Бында булдырылған “Геройҙар аллея”һына 130 төп ҡарағас өҫтәлде.-Бындай сара экологик мәҙәниәтте үҫтерә һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Матурлыҡты, таҙалыҡты, йәшеллекте булдыра ла, уны һаҡлай ҙа белергә тейешбеҙ. Бөгөн күмәкләп бик ҙур эш башҡарҙыҡ. Беҙ ултыртҡан ылыҫлы ағастар тәрән тамыр йәйеп, ныҡлып үҫеп китеп, киләсәктә Баймағыбыҙға йәшел ҡалҡан булып торһон. Экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт!—тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. Йылайыр районыЙылайыр районы урман биләмәһендә урынлашҡан. Был төбәк башлыса ҡатнаш урманы менән дан тота. Тәбиғәт шарттары башҡа ергә ҡарағанда ҡырыҫыраҡ булғанлыҡтан, был тарафтарҙа емеш ағастары насарыраҡ үҫә. Ошонан сығып экологик сара барышында район үҙәге Йылайырҙа груша, алма үҫентеләре, шулай уҡ ылыҫлы ағастар ултыртылды.-Емешле ағас башта шаулап сәскә атып, унан инде алмалары, грушалары ҡыҙарып-һарғайып бешеп, кеше иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ә мәңге йәшел шыршы, ҡарағастар инде улар күҙҙе ял иттерә, һауаны яҡшырта. Шуға ла ошо үҫентеләргә был юлы айырым иғтибар бүлдек һәм улар район үҙәге урамдарын оҙаҡ йылдар йәмләп ултырһын тип тырыштыҡ,--тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов. Башлыҡ шулай уҡ райондың барлыҡ ауылдары ла экологик өмәнән ситтә ҡалмауын әйтеп китте. Хәйбулла районыХәйбулла районы халҡы экологик өмәне 22 сентябрҙә үк башлап, 23 көнө лә эшләүен дауам итте. Ике көн эсендә район биләмәһендә йәмғеһе 700-ҙән ашыу ағыс ултыртылған. Хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре тирә-йүнгә йәм биреп ултырырҙай күк шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм сирен ағастары сәскән.-Ултыртҡан үҫентеләр шаулап үҫеп китһен! Был ағастарҙы беҙ ултыртҡайныҡ тип, оҙаҡ йылдар ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Таҙалыҡ, тәртип, йәшеллек үҙебеҙ өсөн. Йәшәгән еребеҙ гөл-сәскәгә, йәшеллеккә күмелһен, донъялар тыныс булһын!—тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, экологик акцияға үҙ өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт әйтеп. 7 октябргә ҡәҙәр дауам иткән “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы һәр шәмбе уҙғарыла.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-09-28/y-sh-g-n-erebe-y-shel-ta-a-t-k-bul-yn-3458099
28 Сентябрь , 15:45
ba
Таңдан тороп ҡаланы таҙалайҙар
Көндәр йылыныу менән ҡалала төҙөкләндереү эштәре башлана. Иң беренсе сиратта юлдар рәткә килтерелә. Быйыл Сибайҙа юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре 20 мартта уҡ башланды. Йәй иһә идаралыҡ эшселәре ҡаланы төҙөкләндереү менән булыша.   Сибайҙар йыл һайын "Экология" милли проектына ярашлы уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Идаралыҡтың йәшелләндереүселәр бригадаһы эшселәре яңы ултыртылған үҫентеләргә һыу һибә, улар ергә ерегеп китһен өсөн тырыша. Кәрәк саҡта махсус транспорт менән һыу ташып ҡоя. Һыу ҡойолғас, ул урындарҙа үлән дә шәп үҫә. Янғын һағы хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы. Йәшел биләмәләрҙә һәр ваҡыт үлән сабылып тороға тейеш. Сөнки ҡоро үләнгә осҡон эләкһә, ут сығыуы ихтимал.   Сибай ҡалаһының юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы эшселәре иртәнге сәғәт 4-тә үк сменаға сыға һәм башҡалар эшкә барғанда ҡала бөхтә булһын өсөн тырыша. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға 6 эшсе йәлеп ителгән. 9 кеше үлән саба һәм 3 эшсе юлдарға билдә һала. Бынан тыш ҡала урамдарын махсус техника һеперә һәм йыуа. Дөйөм алғанда Сибайҙың тышҡы йөҙөн матурлауға һәи төҙөкләндереүгә көндә 30 кеше тырышлыҡ һала. Урында 60 мең кеше йәшәүҙе иҫәпкә алһаҡ, был һан бик аҙ. Әммә уларҙың эше ҙур һәм кәрәкле. Булғандың ҡәҙерен беләйек һәм эшселәр булдырған матурлыҡты, таҙалыҡты, уңайлыҡтарҙы һаҡлайыҡ. *
Көндәр йылыныу менән ҡалала төҙөкләндереү эштәре башлана. Иң беренсе сиратта юлдар рәткә килтерелә. Быйыл Сибайҙа юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре 20 мартта уҡ башланды. Йәй иһә идаралыҡ эшселәре ҡаланы төҙөкләндереү менән булыша. Сибайҙар йыл һайын "Экология" милли проектына ярашлы уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Идаралыҡтың йәшелләндереүселәр бригадаһы эшселәре яңы ултыртылған үҫентеләргә һыу һибә, улар ергә ерегеп китһен өсөн тырыша. Кәрәк саҡта махсус транспорт менән һыу ташып ҡоя. Һыу ҡойолғас, ул урындарҙа үлән дә шәп үҫә. Янғын һағы хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы. Йәшел биләмәләрҙә һәр ваҡыт үлән сабылып тороға тейеш. Сөнки ҡоро үләнгә осҡон эләкһә, ут сығыуы ихтимал. Сибай ҡалаһының юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы эшселәре иртәнге сәғәт 4-тә үк сменаға сыға һәм башҡалар эшкә барғанда ҡала бөхтә булһын өсөн тырыша. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға 6 эшсе йәлеп ителгән. 9 кеше үлән саба һәм 3 эшсе юлдарға билдә һала. Бынан тыш ҡала урамдарын махсус техника һеперә һәм йыуа. Дөйөм алғанда Сибайҙың тышҡы йөҙөн матурлауға һәи төҙөкләндереүгә көндә 30 кеше тырышлыҡ һала. Урында 60 мең кеше йәшәүҙе иҫәпкә алһаҡ, был һан бик аҙ. Әммә уларҙың эше ҙур һәм кәрәкле.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-06-17/ta-dan-torop-alany-ta-alay-ar-3303052
17 Июнь , 16:40
ba
Сибайҙар ағас ултыртты
Ҡала халҡы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әүҙем ҡушылып, 40 йәш ҡарағай ултыртты. Сара шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ла арналды. Дүрт тиҫтәнән ашыу ҡарағай үҫентеһе Сармат ҡасабаһындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә барлыҡҡа килгән аллеяға ултыртылды. Шулай уҡ бер нисә ылыҫлы ағас Урал аръяғы шифаханаһы биләмәһен биҙәй. Былтыр был урындарға ҙур ағастар ултыртылһа ла уларҙың күбеһе тамыр йәймәгән. Быйыл ҡороғандарҙы алып ташлап урынына яңылары ергә ҡаҙалды. Йәшел Башҡортостан акцияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Урал аръяғы шифаханаһы вәкилдәре, шулай уҡ ҡала Советы депутаттары ҡатнашты. Йәүҙәт Усман улы әйтеүенсә, ағас ултырыртыу изге эш. Депутат ҡалалаштарҙы дөйөм көс менән ултыртылған ағастарҙы даими бағырға, ваҡытында һыу ҡойоп торорға саҡырҙы.
Ҡала халҡы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әүҙем ҡушылып, 40 йәш ҡарағай ултыртты. Сара шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ла арналды. Дүрт тиҫтәнән ашыу ҡарағай үҫентеһе Сармат ҡасабаһындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә барлыҡҡа килгән аллеяға ултыртылды. Шулай уҡ бер нисә ылыҫлы ағас Урал аръяғы шифаханаһы биләмәһен биҙәй. Былтыр был урындарға ҙур ағастар ултыртылһа ла уларҙың күбеһе тамыр йәймәгән. Быйыл ҡороғандарҙы алып ташлап урынына яңылары ергә ҡаҙалды. Йәшел Башҡортостан акцияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Урал аръяғы шифаханаһы вәкилдәре, шулай уҡ ҡала Советы депутаттары ҡатнашты. Йәүҙәт Усман улы әйтеүенсә, ағас ултырыртыу изге эш.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-05-19/sibay-ar-a-as-ultyrtty-3264467
19 Май , 11:00
ba
МАТУРЛЫҠ ҮҘЕБЕҘ ӨСӨН!
--Республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы иғлан ителгән ине, уның сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылы активистары кисә спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни майҙансыҡта булып, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты, клумбаларына ағастар, үҫентеләр ултыртты. Комплексты тәртипкә килтереү, уны йәшелләндереү, ағастар ултыртыу алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Берҙән-бер теләк: һәр кемебеҙгә ултыртҡан сәскәләрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға, ҡарап торорға кәрәк буласаҡ. Сөнки матурлыҡты, йәшеллекте хужалар, ситтән килгән кешеләр өсөн түгел, ә үҙебеҙ өсөн булдырабыҙ,--тип яҙа социаль селтәрҙә Рәүилә ХӘСӘНОВА.
--Республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы иғлан ителгән ине, уның сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылы активистары кисә спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни майҙансыҡта булып, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты, клумбаларына ағастар, үҫентеләр ултыртты. Комплексты тәртипкә килтереү, уны йәшелләндереү, ағастар ултыртыу алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Берҙән-бер теләк: һәр кемебеҙгә ултыртҡан сәскәләрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға, ҡарап торорға кәрәк буласаҡ.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-05-18/maturly-ebe-s-n-3262307
18 Май , 08:15
ba
АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕНДӘ ТӘРТИП БУЛДЫРЫРҒА!
Был хаҡта БАШИНФОРМ яҙа:   Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет башлыҡтарын үҙ биләмәләрендә тәртип урынлаштырырға ҡушты. «Миңә халыҡты борсоған проблемалар хаҡында даими рәүештә еткереп торалар. Шуныһы ғәжәп: мөрәжәғәттәрҙең күбеһе биләмәләрҙе таҙартыуға бәйле, ҡайҙалыр һынып төшкән ботаҡтар ята, ҡайҙалыр сүп-сарҙы йыймайҙар. Быны күҙәтеп барыуығыҙҙы һорайым. Башҡортостан — таҙа республика, беҙҙең мәҙәнилек юғары, беҙ шуның өҫтөндә эшләйбеҙ. Һеҙҙең бурыс — биләмәләрҙе тәртиптә тотоу», — тине ул, ҡала һәм район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, киләһе аҙнанан контроль төркөм биләмәләргә тикшереү менән сыға. «Күсмә төркөмдөң эше йомғаҡтары буйынса иң сағыу һүрәттәрҙе ВКС-та күрһәтербеҙ», — тип иҫкәртте республика етәксеһе. https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-15/radiy-habirov-prizval-glav-munitsipalitetov-podderzhivat-poryadok-na-vverennyh-territoriyah-3258296
Был хаҡта БАШИНФОРМ яҙа:Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет башлыҡтарын үҙ биләмәләрендә тәртип урынлаштырырға ҡушты.«Миңә халыҡты борсоған проблемалар хаҡында даими рәүештә еткереп торалар. Шуныһы ғәжәп: мөрәжәғәттәрҙең күбеһе биләмәләрҙе таҙартыуға бәйле, ҡайҙалыр һынып төшкән ботаҡтар ята, ҡайҙалыр сүп-сарҙы йыймайҙар. Быны күҙәтеп барыуығыҙҙы һорайым. Башҡортостан — таҙа республика, беҙҙең мәҙәнилек юғары, беҙ шуның өҫтөндә эшләйбеҙ. Һеҙҙең бурыс — биләмәләрҙе тәртиптә тотоу», — тине ул, ҡала һәм район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, киләһе аҙнанан контроль төркөм биләмәләргә тикшереү менән сыға.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-05-15/auyl-bil-m-l-rend-t-rtip-buldyryr-a-3258743
15 Май , 15:30
ba
ӘБЕШТӘР АҒАС УЛТЫРТТЫ. Ә ҺЕҘ?
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы дауам итә.--Бөгөн көндҽң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, рҽспублика ла иғлан итҽлгән "Йәшҽл Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, Ватаныбыҙҙың батырҙары иҫтәлҽгҽнә шыршы үҫҽнтҽләрҽ ултырттыҡ. Унда Хәйбулла районы хакимиәтҽ башлығының бҽрҽнсҽ урынбаҫары Илмир Мәжит улы Ҡотоҽв, Әбҽш ауыл биләмәһҽ хакимиәтҽ һәм урман хужалығы хҽҙмәткәрҙәрҽ, Бәләкәй Арыҫланғол, Әбҽш ауылы ирҽкмәндәрҽ ҡатнашты. Матур булып, шаулап үҫҽп китһҽн, тип тҽләйҽк ултыртҡан ағастарыбыҙ,--тип хәбәр итәләр Әбеш хакимиәтенән.   Афарин! Ағастарығыҙ үҫеп китһен, ямғырҙар яуып торһон.
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы дауам итә.--Бөгөн көндҽң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, рҽспублика ла иғлан итҽлгән "Йәшҽл Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, Ватаныбыҙҙың батырҙары иҫтәлҽгҽнә шыршы үҫҽнтҽләрҽ ултырттыҡ. Унда Хәйбулла районы хакимиәтҽ башлығының бҽрҽнсҽ урынбаҫары Илмир Мәжит улы Ҡотоҽв, Әбҽш ауыл биләмәһҽ хакимиәтҽ һәм урман хужалығы хҽҙмәткәрҙәрҽ, Бәләкәй Арыҫланғол, Әбҽш ауылы ирҽкмәндәрҽ ҡатнашты. Матур булып, шаулап үҫҽп китһҽн, тип тҽләйҽк ултыртҡан ағастарыбыҙ,--тип хәбәр итәләр Әбеш хакимиәтенән. Афарин!
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-05-12/besht-r-a-as-ultyrtty-e-3255470
12 Май , 14:30
ba
ИШМЫРҘАЛАР ТАҘАЛЫҠ ЯҠЛЫ! Ә ҺЕҘ?
—Ишмырҙа ауылы халҡы ауылды төҙөк, тәртиптә тотоуға етди иғтибар бирә. Юл буйҙарын, ауыл эсҽн ҡыйҙан таҙартыу маҡсатында ла йыш ҡына өмәләр ойошторола.Ә бөгөн  сираттағы "Таҙа кесаҙна" өмәһе үтте. Был юлы ауыл хакимиәтҽ, клуб ҡыҙҙары юл буйын таҙарттылар. Был изге эштәрҙә ҡатнашыусыларға “Афарин!” тип әйтәһҽ килә. Уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Ә ауылдаштарға, трассананан үтҽүсҽләргә юл буйын ҡыйламаҫҡа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын өндәр инҽм!—тип яҙа Ишмырҙа ауылы китапханасыһы.
—Ишмырҙа ауылы халҡы ауылды төҙөк, тәртиптә тотоуға етди иғтибар бирә. Юл буйҙарын, ауыл эсҽн ҡыйҙан таҙартыу маҡсатында ла йыш ҡына өмәләр ойошторола. Ә бөгөн сираттағы "Таҙа кесаҙна" өмәһе үтте. Был юлы ауыл хакимиәтҽ, клуб ҡыҙҙары юл буйын таҙарттылар. Был изге эштәрҙә ҡатнашыусыларға “Афарин!” тип әйтәһҽ килә. Уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-04-27/ishmyr-alar-ta-aly-ya-ly-e-3237202
27 Апрель , 16:05
ba
Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ
Мәктәпкә тиклемге балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү - бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки, еребеҙҙе киләсәк быуынға һәләкәт хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн, балаларҙа доньяға экологик ҡараш, экологик мәҙәниәт тәрбиәләү төп бурысыбыҙ. Баланың шәхси үҫеүенә тәбиғәт бар яҡлап та булышлыҡ итә һәм мөмкинселек бирә. Өлкәндәр менән бергә тәбиғәтте күҙәтеү, саф һауала йөрөү, баланы фекерләүгә, тәбиғәттең матурлығын күреүгә һәм һиҙеүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә уны яратырға, экологик яҡтан белемен арттырырға, йәнле тәбиғәтте бөтөрөргә түгел, ә байытырға өйрәнә. Экологик тәрбиә “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырыла. Балалар тәбиғәтте күҙәтеп кенә ҡалмай, ә ҡулдарынан килгәнсә һаҡларға, яҡларға тырыша. Яңыраҡ “Сыйырсыҡ ояһы” акцияһы ҡоштарҙы ҡаршы алыуға йүнәлтелгән булһа, “Изгелек ҡапҡасы” планетабыҙҙы сүп-сарҙан ҡурсалау торҙо. Әлбиттә, бындай ҙур саранан баҡсаның “Айыуҡай” һәм “Аҡ сәскә” төркөмө тәрбиәләнеүселәре ситтә ҡалманы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәстәр нисек итеп ҡулланылған әйберҙәргә икенсе һулыш бирергә белә. Ҡулланылған пластик ҡалаҡтар, кескәйҙәрҙең оҫта ҡулдарында “Тирмәкәй” рус халыҡ әкиәтенең геройҙарына әйләнде. Яңы йыл күстәнәстәре һалынған ҡумта әкиәт геройҙарының тылсымлы йортона әүерелде. Рәсем һәм йәбештереүгә тотонған ҡағыҙ һәм картондарҙы балалар ташламай, ә йыйып макулатураға тапшыра. Тотонолған ҡағыҙҙы эшкәртеп, артабанда ҡулланырға мөмкин икәнлеген улар бик яҡшы белә. Бөтә был эшкә ата – әсәләрҙә ихлас ҡушылды. Бергә ойошторған эштәр кескәйҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, киләсәктә уртаҡ йортобоҙ - Ерҙе яратырҙар һәм һаҡларҙар, тигән өмөттә ҡалабыҙ. А.Ковалева, Г.Дәүләтбирҙина, Р.Солтанова, Э.Йәнтүрина, Г.Бикбирҙина.Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайбыҙ
Мәктәпкә тиклемге балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү - бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки, еребеҙҙе киләсәк быуынға һәләкәт хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн, балаларҙа доньяға экологик ҡараш, экологик мәҙәниәт тәрбиәләү төп бурысыбыҙ. Баланың шәхси үҫеүенә тәбиғәт бар яҡлап та булышлыҡ итә һәм мөмкинселек бирә. Өлкәндәр менән бергә тәбиғәтте күҙәтеү, саф һауала йөрөү, баланы фекерләүгә, тәбиғәттең матурлығын күреүгә һәм һиҙеүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә уны яратырға, экологик яҡтан белемен арттырырға, йәнле тәбиғәтте бөтөрөргә түгел, ә байытырға өйрәнә. Экологик тәрбиә “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырыла. Балалар тәбиғәтте күҙәтеп кенә ҡалмай, ә ҡулдарынан килгәнсә һаҡларға, яҡларға тырыша. Яңыраҡ “Сыйырсыҡ ояһы” акцияһы ҡоштарҙы ҡаршы алыуға йүнәлтелгән булһа, “Изгелек ҡапҡасы” планетабыҙҙы сүп-сарҙан ҡурсалау торҙо. Әлбиттә, бындай ҙур саранан баҡсаның “Айыуҡай” һәм “Аҡ сәскә” төркөмө тәрбиәләнеүселәре ситтә ҡалманы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәстәр нисек итеп ҡулланылған әйберҙәргә икенсе һулыш бирергә белә.Ҡулланылған пластик ҡалаҡтар, кескәйҙәрҙең оҫта ҡулдарында “Тирмәкәй” рус халыҡ әкиәтенең геройҙарына әйләнде. Яңы йыл күстәнәстәре һалынған ҡумта әкиәт геройҙарының тылсымлы йортона әүерелде. Рәсем һәм йәбештереүгә тотонған ҡағыҙ һәм картондарҙы балалар ташламай, ә йыйып макулатураға тапшыра. Тотонолған ҡағыҙҙы эшкәртеп, артабанда ҡулланырға мөмкин икәнлеген улар бик яҡшы белә. Бөтә был эшкә ата – әсәләрҙә ихлас ҡушылды. Бергә ойошторған эштәр кескәйҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, киләсәктә уртаҡ йортобоҙ - Ерҙе яратырҙар һәм һаҡларҙар, тигән өмөттә ҡалабыҙ. А.Ковалева, Г.Дәүләтбирҙина, Р.Солтанова, Э.Йәнтүрина, Г.Бикбирҙина.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-04-25/t-bi-tte-berg-l-p-a-layby-3232865
25 Апрель , 08:45
ba
Март айына һынамыштар
8 мартта ҡар яуһа, һыуыҡ булыр. Әгәр был көн ҡоро икән, 8 апрелгә ямғыр көтөгөҙ.9 мартта кар яуса, апрель дә шундый ук булыр.11 мартта ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.14 март ниндәй – йәй шундай.17 мартта ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиз китер.21 мартта һабантурғайҙар килһә, яҙ етте тигән һүҙ.22 март йылы булһа, 40 көн җылы торыр, бу көн суык булса, 40 көнгә сузылган суыклар көтегез.23 март көнне ала карга томшыгын канат астына яшерсә, суыта.25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә, көндәрҙе йылыта.27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, ташҡын да оҙаҡ көттөрмәҫ.31 март кичендә йолдызлар гадәттәгедән ваграк күренсә – яңгырга.Ҡоштар ояларын көньяҡҡа таба үрһә – йәй һалҡын килер."Башҡортостан календары"нан
8 мартта ҡар яуһа, һыуыҡ булыр. Әгәр был көн ҡоро икән, 8 апрелгә ямғыр көтөгөҙ. 9 мартта кар яуса, апрель дә шундый ук булыр. 11 мартта ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта. 14 март ниндәй – йәй шундай. 17 мартта ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиз китер. 21 мартта һабантурғайҙар килһә, яҙ етте тигән һүҙ. 22 март йылы булһа, 40 көн җылы торыр, бу көн суык булса, 40 көнгә сузылган суыклар көтегез. 23 март көнне ала карга томшыгын канат астына яшерсә, суыта. 25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә, көндәрҙе йылыта. 27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ. 30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, ташҡын да оҙаҡ көттөрмәҫ.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2023-03-06/mart-ayyna-ynamyshtar-3167920
6 Март , 22:05
ba
Һары матур һайлаһаң
Башҡортостан Республикаһының экология министрлығы хәстәрләгән был ҡоролмаларҙың төбәккә икенсе партияһы ҡайтарылған. Әйткәндәй, сүп-сар йыйыу контейнерҙары урынлаштырыу “Экология” милли проектының “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Республиканың барлыҡ муниципаль райондарына һәм ҡала округтарына контейнерҙар ҡайтарыуға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 172 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға 11450 пластик һауыт һатып алынған һәм шуларҙың 300-ө Сибайға бүленде. Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү тәртибенә ярашлы һары төҫтәге контейнерҙар пластик ҡалдыҡтары ташлау өсөн тәғәйенләнгән. Был һауыттар ҡалала СанПиН талаптарына ярашлы төҙөкләндерелгән контейнер майҙансыҡтарына урынлаштырыласаҡ.Һары матур һайлаһаң
Башҡортостан Республикаһының экология министрлығы хәстәрләгән был ҡоролмаларҙың төбәккә икенсе партияһы ҡайтарылған. Әйткәндәй, сүп-сар йыйыу контейнерҙары урынлаштырыу “Экология” милли проектының “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Республиканың барлыҡ муниципаль райондарына һәм ҡала округтарына контейнерҙар ҡайтарыуға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 172 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға 11450 пластик һауыт һатып алынған һәм шуларҙың 300-ө Сибайға бүленде. Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү тәртибенә ярашлы һары төҫтәге контейнерҙар пластик ҡалдыҡтары ташлау өсөн тәғәйенләнгән.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2022-12-07/ary-matur-ayla-a-3060410
7 Декабрь 2022, 09:05
ba
Һынамыштар
Сейә япраҡтарын ҡоймай тороп, күпме ҡар яуһа ла, барыбер иреп бөтә.Ағас япраҡ ҡоймайынса ҡар ятмай.Көҙ көнө ҡоштар түбән осһа - ҡыш һалҡын, юғары осһа - ҡыш йылы килә.Ноябрь - сентябрҙең ейәне, октябрҙең улы, ҡыштың атаһы.8 ноябрҙә ҡар ятһа, яҙ һуң килә.24 ноябрҙә ағастарҙа бәҫ булып, 26 ноябрҙә ерҙе ҡар ҡаплаһа, ныҡлы сана юлы тиҙ генә булмай: епшек көндәр декабргә тиклем һуҙыла һәм көҙгө юл өҙөклөгө һаҡлана.27 ноябрҙә бәҫ булһа - һолоноң уңыуына.28 ноябрҙә яуған ҡар яҙһыҙ иремәй.
Сейә япраҡтарын ҡоймай тороп, күпме ҡар яуһа ла, барыбер иреп бөтә. Ағас япраҡ ҡоймайынса ҡар ятмай. Көҙ көнө ҡоштар түбән осһа - ҡыш һалҡын, юғары осһа - ҡыш йылы килә. Ноябрь - сентябрҙең ейәне, октябрҙең улы, ҡыштың атаһы. 8 ноябрҙә ҡар ятһа, яҙ һуң килә. 24 ноябрҙә ағастарҙа бәҫ булып, 26 ноябрҙә ерҙе ҡар ҡаплаһа, ныҡлы сана юлы тиҙ генә булмай: епшек көндәр декабргә тиклем һуҙыла һәм көҙгө юл өҙөклөгө һаҡлана. 27 ноябрҙә бәҫ булһа - һолоноң уңыуына.
Экология
false
https://ataisal.com/articles/ekologiya/2022-11-10/ynamyshtar-3024260
10 Ноябрь 2022, 15:20
ba
Әхмәтшиндарҙың игеҙәктәре тыуҙы!
Сибай ҡалаһынан Вадим Айҙар улы һәм Вероника Александровна Әхмәтшиндарҙың ғаиләһендә оло ваҡиға: игеҙәк ҡыҙҙары Элина һәм Алина донъяға килгән. Ҡыҙҙар 9 йәшлек Руслан һәм 3 йәшлек Роберт ағайҙарына иш булып тыуған. -Икенсе УЗИ үткәндә ике ҡыҙыбыҙ буласағын белдек,- ти Вадим Айҙар улы. –Шунда уҡ сабыйҙарыбыҙға исем уйлап та ҡуйҙыҡ. Әле бына ике ҡыҙыбыҙ ҡулда, малайҙарыбыҙ янда. Ошо үҙе иң ҙур бәхет!Әхмәтшиндарҙың игеҙәктәре тыуҙы!
Сибай ҡалаһынан Вадим Айҙар улы һәм Вероника Александровна Әхмәтшиндарҙың ғаиләһендә оло ваҡиға: игеҙәк ҡыҙҙары Элина һәм Алина донъяға килгән. Ҡыҙҙар 9 йәшлек Руслан һәм 3 йәшлек Роберт ағайҙарына иш булып тыуған.-Икенсе УЗИ үткәндә ике ҡыҙыбыҙ буласағын белдек,- ти Вадим Айҙар улы. –Шунда уҡ сабыйҙарыбыҙға исем уйлап та ҡуйҙыҡ. Әле бына ике ҡыҙыбыҙ ҡулда, малайҙарыбыҙ янда.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-09-30/hm-tshindar-y-ige-kt-re-tyu-y-3460504
30 Сентябрь , 19:00
ba
Белем усаҡтары яңыртыла
Капиталь ремонт барышында мәктәптәрҙең бинаһы эске яҡтан да, тыштан да тулыһынса яңыртылды. Һыу тәьминәте системаһы, канализация, йылылыҡ торбалары, электр үткәргестәр—барыһы ла тулыһынса алмаштырылған. Уҡыу кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, яңы парталар, мебель урынлаштырылған. Бынан тыш мәктәп яны биләмәһе лә төҙөкләндерелгән. Ниғәмәт, Беренсе Төркмән ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләр күптән ремонт күрмәгән белем усаҡтарының бөтөнләй икенсе төҫ алыуына һөйөнөп бөтә алмай. -Быйыл шулай уҡ «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» проектына ярашлы Ҡолсора мәктәбенең спорт залы ремонтланды. Һуңғы 5-6 йылда төбәктә ошо проект сиктәрендә 11 белем усағының спорт залы яңыртылды,--тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.    Белем усаҡтары яңыртыла
Капиталь ремонт барышында мәктәптәрҙең бинаһы эске яҡтан да, тыштан да тулыһынса яңыртылды. Һыу тәьминәте системаһы, канализация, йылылыҡ торбалары, электр үткәргестәр—барыһы ла тулыһынса алмаштырылған. Уҡыу кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, яңы парталар, мебель урынлаштырылған. Бынан тыш мәктәп яны биләмәһе лә төҙөкләндерелгән. Ниғәмәт, Беренсе Төркмән ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләр күптән ремонт күрмәгән белем усаҡтарының бөтөнләй икенсе төҫ алыуына һөйөнөп бөтә алмай.-Быйыл шулай уҡ «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» проектына ярашлы Ҡолсора мәктәбенең спорт залы ремонтланды. Һуңғы 5-6 йылда төбәктә ошо проект сиктәрендә 11 белем усағының спорт залы яңыртылды,--тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-09-11/belem-usa-tary-ya-yrtyla-3430266
11 Сентябрь , 12:00
ba
Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә 500 мең һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә
Конкурста ҡатнашыу өсөн эшҡыуарға социаль предприятиелар реестрында торорға (ғариза биреү датаһына), «Минең бизнесым» үҙәгендә уҡыу үтергә (ғариза тапшырғанға тиклем) һәм ғариза бирергә кәрәк.Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 2023 йылдың 18 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә:450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 342-се һәм 350-се кабинеттар. Ҡабул итеү графигы - эш көндәрендә сәғәт 9:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем, тәнәфес - 13:00-14:00. Бинаға инеү өсөн шәхесте раҫлаған документ күрһәтергә кәрәк. Үтеү өсөн 32-180 номеры буйынса шылтыратырға.Документтар әҙерләү мәсьәләһе буйынса «Минең бизнесым» үҙәге офистарында консультация алырға мөмкин: https://vk.cc/cqxzixБелешмәләр өсөн телефондар:+7 (347) 218-08-26, +7 (347) 224-99-99Ярҙам алыу өсөн үҙегеҙҙең муниципалитетығыҙҙың бизнес-шерифына ла мөрәжәғәт итергә була: https://vk.cc/akzyOdҒариза биреүселәргә талаптар, ғариза формаһы һәм конкурс тураһында башҡа кәрәкле мәғлүмәт – ошонда: https://vk.cc/cqm8jXБашҡортостанда «Социаль предприятие» статусын нисек алырға – ошонда ҡарағыҙ: https://vk.cc/cqxuUz#АңлатабыҙБашҡортостан     9   Оценили 9 человек   2
Конкурста ҡатнашыу өсөн эшҡыуарға социаль предприятиелар реестрында торорға (ғариза биреү датаһына), «Минең бизнесым» үҙәгендә уҡыу үтергә (ғариза тапшырғанға тиклем) һәм ғариза бирергә кәрәк. Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 2023 йылдың 18 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә:450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 342-се һәм 350-се кабинеттар. Ҡабул итеү графигы - эш көндәрендә сәғәт 9:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем, тәнәфес - 13:00-14:00. Бинаға инеү өсөн шәхесте раҫлаған документ күрһәтергә кәрәк. Үтеү өсөн 32-180 номеры буйынса шылтыратырға.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-09-04/bash-ortostandy-sotsial-esh-yuar-ary-b-l-k-y-m-urta-esh-yuarly-milli-proekty-sikt-rend-500-me-um-a-tiklem-grant-alyu-m-mkinlegen-ey-3417715
4 Сентябрь , 09:15
ba
Торлаҡлы булдылар
Сибайҙа 4 етемгә торлаҡ асҡыстары алып ҡыуанды. Оло тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәргә үҙ торлағың булыу ҙәр бәхет. Быға ҡәҙәр опекундар менән йәшәгән ҡыҙҙар-егеттәр хәҙер үҙ аллы тормош көтә башлаһа ла була. Әйткәндәй, бер нисәһенең үҙ ғаиләләре, балалары ла булыуы һөйөнөслө. Был көндә етем балаларҙы бағып үҫтереүсе опекундарға  Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар тырышлығы, көсө менән етемдәр тормошта юғалып ҡалмаған. -2023 йылға “Торлаҡ” милли пректына ярашлы ҡала ҡаҙнаһына етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға торлаҡ алыуға федераль һәм республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса күскән. Әлеге көндә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә 122 кеше иҫәптә тора, - ти опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Ирина Сидоренкова.Торлаҡлы булдылар
Сибайҙа 4 етемгә торлаҡ асҡыстары алып ҡыуанды. Оло тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәргә үҙ торлағың булыу ҙәр бәхет. Быға ҡәҙәр опекундар менән йәшәгән ҡыҙҙар-егеттәр хәҙер үҙ аллы тормош көтә башлаһа ла була. Әйткәндәй, бер нисәһенең үҙ ғаиләләре, балалары ла булыуы һөйөнөслө. Был көндә етем балаларҙы бағып үҫтереүсе опекундарға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар тырышлығы, көсө менән етемдәр тормошта юғалып ҡалмаған.-2023 йылға “Торлаҡ” милли пректына ярашлы ҡала ҡаҙнаһына етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға торлаҡ алыуға федераль һәм республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса күскән. Әлеге көндә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә 122 кеше иҫәптә тора, - ти опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Ирина Сидоренкова.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-07-06/torla-as-ysy-aldylar-3329372
6 Июль , 09:35
ba
Белем усағы яңы төҫ ала
-Белеүегеҙсә, бер бинала ике белем усағы--гимназия-интернат һәм 10-сы мәктәп урынлашҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: ремонт эштәре тулыһынса бөтә бинаға эшләнә: ҡыйыҡ рәтләнде, тышҡы йөҙө матурлана, иҫке ағас тәҙрәләр пластикка яңыртыла, йылытыу һәм вентиляция системалары өлөшләтә алмаштырыла,--ти гимназия-интернат директоры Роза Бикбова.-Әлбиттә, беҙ күптән айырым яңы бина хаҡында хыялланабыҙ. Киләсәктә ул буласаҡ. Әммә уны көтөп беҙ булғанды ремонтламай булдыра алмайбыҙ, етмәһә, федераль программаға эләгеүебеҙ ҙур ҡаҙаныш булды. Был бинанан күсеп китһәк тә, уны матур килеш ҡалдырып китергә тейешбеҙ. Әйтергә кәрәк, эштәр графикка ярашлы бара, 120-нән ашыу тәҙрәнең 91-е алмаштырылған. Бинаның тыш яғында 800 квадрат метрында эш башҡарылған. Әлеге көндә бында подрядсы ойошма--«Төҙөлөш корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 25 эшсеһе алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Улар 1 сентябргә белем усағына заманса төҫ биреп, тыштан да, эстән дә ялт иттереп ҡуйырға иҫәп тота. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһына ярашлы атҡарылған капиталь ремонт сиктәрендә белем усағына заманса уҡыу әсбаптары, оргтехника, мебель, дөйөм алғанда уҡыу кабинеттары өсөн кәрәкле заманса барлыҡ йыһаздар ҡайтарылған. Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ: яңы уҡыу йылы башынан гимназия-интернат яңы статуста--полилингваль мәктәп булараҡ эшләй башлаясаҡ. Гөлдәр Ҡадаева. Белем усағы яңы төҫ ала
-Белеүегеҙсә, бер бинала ике белем усағы--гимназия-интернат һәм 10-сы мәктәп урынлашҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: ремонт эштәре тулыһынса бөтә бинаға эшләнә: ҡыйыҡ рәтләнде, тышҡы йөҙө матурлана, иҫке ағас тәҙрәләр пластикка яңыртыла, йылытыу һәм вентиляция системалары өлөшләтә алмаштырыла,--ти гимназия-интернат директоры Роза Бикбова.-Әлбиттә, беҙ күптән айырым яңы бина хаҡында хыялланабыҙ. Киләсәктә ул буласаҡ. Әммә уны көтөп беҙ булғанды ремонтламай булдыра алмайбыҙ, етмәһә, федераль программаға эләгеүебеҙ ҙур ҡаҙаныш булды. Был бинанан күсеп китһәк тә, уны матур килеш ҡалдырып китергә тейешбеҙ. Әйтергә кәрәк, эштәр графикка ярашлы бара, 120-нән ашыу тәҙрәнең 91-е алмаштырылған. Бинаның тыш яғында 800 квадрат метрында эш башҡарылған. Әлеге көндә бында подрядсы ойошма--«Төҙөлөш корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 25 эшсеһе алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Улар 1 сентябргә белем усағына заманса төҫ биреп, тыштан да, эстән дә ялт иттереп ҡуйырға иҫәп тота. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһына ярашлы атҡарылған капиталь ремонт сиктәрендә белем усағына заманса уҡыу әсбаптары, оргтехника, мебель, дөйөм алғанда уҡыу кабинеттары өсөн кәрәкле заманса барлыҡ йыһаздар ҡайтарылған. Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ: яңы уҡыу йылы башынан гимназия-интернат яңы статуста--полилингваль мәктәп булараҡ эшләй башлаясаҡ. Гөлдәр Ҡадаева.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-06-30/belem-usa-y-ya-y-t-ala-3322340
30 Июнь , 08:45
ba
Сибай педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра
Беҙҙең әңгәмә Сибай ҡалаһының педагогия колледжына 1963 йылда нигеҙ һалынған. Быйыл ҡалаға ғына түгел, тотош Урал аръяғына, республикаға башланғыс кластар, музыка, физик культура, сит телдәр, технология уҡытыусылары, балалар баҡсалары өсөн тәрбиәселәр әҙерләгән уҡыу йорто быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Мөһим датаны колледж коллективы ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Яңы уҡыу йылына ниндәй бүлектәргә абитуриенттар ҡабул итә? Ошо һорауҙарға яуап алыр, белем усағының йәшәү һулышын тулыраҡ тойоу өсөн Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы директоры Илһам Илдар улы Рысбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ. -Тамамланыуға барған уҡыу йылына йомғаҡ яһағанда ниндәй сағыу сараларҙы айырып әйтеп үтер инегеҙ? -Быйылғы уҡыу йылы сараларға бик бай булды. Күптәргә ул оло еңеүҙәр килтерҙе, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн мөһим аҙымдар яһарға ярҙам итте, "Мәғариф" милли проектына ярашлы бик күп эштәр атҡарҙыҡ. Студентыбыҙ Камила Йәркәева “Профессионалдар” милли чемпионатының төбәк этабында “Балаларға һәм өлкәндәргә өҫтәмә белем биреү” компетенцияһында бронза миҙал яуланы. Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы Байрамғолова, Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Сушкова етәкләгән мәктәп бүлеге студенттары командаһы Стәрлетамаҡта һөнәри оҫталыҡ буйынса үткән IХ Республика студенттар конкурсында беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова әҙерләгән студенттар республика һәм ҡала конкурстарында бик күп еңеүҙәргә өлгәште. Физик культура бүлегенең тәжрибәле уҡытыусыларының эшмәкәрлеген айырып әйтеп үтер инем. Уларҙың спортҡа һөйөү тәрбиәләүе, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуы Маҡтау грамоталары һәм кубоктар һанын даими арттыра. Колледжыбыҙ студенттары ғына түгел, уҡытыусылары ла спорт ярыштарында бер кемгә лә ал бирмәй. Уҡыу йорто педагогтары грант эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 2022 йылда ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Миңза Латипова етәкселегендә “Яңы ваҡыт” проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Һөҙөмтәлә был эш президент гранты конкурсында еңде. Уны тормошҡа ашырыуға информатика бүлеге студенттары шөғөлләнгән “Яңы ваҡыт” ирекмәндәр клубы ҙур тырышлыҡ һалды. Былтыр шулай уҡ 3 программа—“Эш производствоһы”, “Физик культура, спорт һәм фитнес”, “Бәләкәс кластарҙа уҡытыу”ҙы берләштергән “Карьера оҙатыуы” федераль проекты өҫтөндө ентекле эшләнек. Уның сиктәрендә тәжрибәле уҡытыусылар ҡаланың һәм Урал аръяғы райондарының эшһеҙ граждандарына һөнәри әҙерлек курстары ойошторҙо. Яңы уҡыу йылында иһә был юҫыҡта эште дауам итеп “Профессионалитет”, “Мәшғүлеккә булышлыҡ итеү”, “Киләсәккә билет” федераль проектарында ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. -Быйыл абитуриенттарҙы ниндәй бүлектәргә уҡырға ҡабул итәһегеҙ? -Төбәктә даими уҙғарылып торған статистик тикшеренеүҙәр педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ булыуын күрһәтә. Хеҙмәт баҙарында мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү, башланғыс кластар, физик культура уҡытыусылары етешмәй. Информатика бүлеге ҙур популярлыҡ менән ҡуллана. Был бүлектә веб һәм мультимедиа ҡушымталары эшкәртеүселәрҙе әҙерләйҙәр. Быйыл беҙ беренсе тапҡыр “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға махсус белем һәм тәрбиә биреү” специальносына студенттар йыябыҙ. Был бүлекте тамамлаусылар үҫеше тотҡарланған, үҫеше һаҡланған мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү тәрбиәсеһе квалификацияһын аласаҡ. Уҡыу йортона 9-сы, 11-се класты тамамлаусы ҡыҙҙар-егеттәрҙе саҡырабыҙ. Колледжға уҡырға иенеү өсөн абитуриенттарға Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәдәрен күрһәтеү мотлаҡ түгел. 9-сы йәки 11-се класты тамамлау тураһында аттестат һәм ғариза яҙыу ҙа етә. Беренсе курсҡа һайлап алыу конкурсында аттестаттың уртаса балы иҫәпкә алына. Документтарҙы 15 июндән алып 15 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул итәбеҙ. 16 августа ҡабул итеү имтихандары—талап ителгән специальностәр буйынса ижади һәм спорт һынауҙары башлана. Шуны әйтеп үтеү зарур: колледжда белем алыу бюджет нигеҙендә атҡарыла. Уҡыу ваҡыты 3 йылда 10 ай. -Уҡыу йортонда студенттар ниндәй шарттар тыуҙырылған? Матди база ҡәнәғәтләнерлекме? -Матди-техник база–уҡыу йорто тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн иң кәрәкле шарт. Шуға күрә уны мөмкин тиклеү һаҡлау һәм яңыртыу белем биреү процесының төп шарттарының береһе. Әлеге ваҡытта был тәңгәлдә ныҡлы эшләйбеҙ. Компьютер кластары, спорт, тренажер һәм бейеү залдары, спорт майҙансыҡтары булдырылған. Колледж “Знаниум” китапханалар системаһына тоташҡан. Былтыр бәләкәй кластарҙы уҡытыу һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү компетенциялары буйынса демонстратив имтихан уҙғарыу өсөн майҙансыҡты аккредитация үткәрҙек. 150-нән ашыу сығарылыш студенттары экперттар алдында үҙ компетенцияларын һәм юғары һөнәри оҫталыҡтарын раҫланы. Һынауҙар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа уҙғарыла. -Ҡыҙҙар-егеттәр дәрестәрҙән тыш ваҡыттарын нисек уҙғара? -Студенттарҙың буш ваҡыттарын мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышабыҙ. Йәштәр “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр отрядында бик теләп шөғөлләнә. Улар уҡыу йорто тормошонда ғына түгел, ҡала сараларының уртаһында ҡайнай. Өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышлыҡ итәләр, окоп шәме акцияһында ҡатнашалар, маскировка селтәре үрәләр, һалдаттарға хат яҙалар. Спорт секциялары бик күп. Баскетбол, волейбол, атыу, саңғыла йөрөү, теннис, шахмат һәм башҡа секциялар барыһы ла бушлай һәм унда теләгән кеше шөғөлләнә ала. “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеү ансабле--уҡыу йортобоҙҙоң йөҙөк ҡашы. Республика бейеү конкурстары лауреаты булған бейеү коллективын Сибайҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Былтыр ансамбль халыҡ исемен раҫланы. Әле ижади коллективты Айһылыу Юныс Әминева етәкләй. Йәштәр тормошон төрлө байрам саралары биҙәй. Йыл да уҙғарылған “Таланттар алышы”, “Студентлыҡҡа бағышлау” кеүек конкурстарҙы ҡыҙҙар-егеттәр көтөп ала. Быйыл беренсе тапҡыр “Йыл студенты” ярышы ойошторҙоҡ. Унда информатика бүлегенең 3-сө курс студенты Даниил Осипов еңде. Даниил шулай уҡ Студент яҙы республика конкурсының “Медиа” йүнәлешендә беренсе урын яуланы. “Геройҙар уҙышы”нда икенсе урынға өлгәште. Патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленгән мәлдә хәрбиҙәр менән осрашыуҙар үтте. Яугир-интернационалистар Рәсүл Аманов, Булат Шәкиров, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең дини остазы Хәмзә Хафизов менән осрашыу һәр кемдә тыуған илгә һөйөүен арттырҙы. Мәҙәни сараларға иһә йәштәр Пушкин картаһы ҡулланып йөрөй. Әйткәндәй, Пушкин картаһы--бик уңайлы һәм шәп уйланылған проект. -Бөтә сығарылыш студенттары ла һөнәре буйынса эшкә урынлаша аламы? -Эшкә урынлашыу, әлбиттә, бик сетерекле мәсьәлә. Уҡыу йортонда сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге эшләп килә. Бында эшкә урынлашыуҙың бөтә нескәлектәре өйрәтелә: иң беренсе нәүбәттә резюме төҙөү, эш биреүселәргә күрһәтеү өсөн портфолио өҫтөндә эшләйҙәр. Шулай уҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында “Старт, карьера!” төбәк форумы уҙғарыла. Бөгөнгө көндә уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 60 проценты һөнәре буйынса эш таба. -Уҡыу йортоноң педагогик коллективы тураһында нимә әйтерһегеҙ? -Коллектив берҙәм һәм татыу. Араларында атҡаҙанған маҡтаулы исемдәрен йөрөткәндәр, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары бихисап. Улар остаз булараҡ, йәштәрҙе үҙҙәренең артынан эйәртә. Хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Беҙҙә белем алыуҙан тыш, уҡытыусылар практикаға айырым баҫым яһай. Студенттар 2-се курстан ҡаланың мәғариф учреждениеларына йөрөй башлай: баланың мәктәптәге тәүге көндәре, дәрес биреп ҡарау, инструктив лагерь кеүек практик саралар буласаҡ педагогтарҙы һөнәрҙәренең нескәлектәрен тойорға, уларҙы тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә.   -Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!   Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәште. 📚БЕСПЛАТНОЕ СРЕДНЕЕ ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ ОБРАЗОВАНИЕ — это реальность! 🏃🏼‍♀🏃🏼 🎓ГБПОУ Сибайский педагогический колледж имени Бадри Мужавировича Мамбеткулова проводит набор: 📖ОЧНАЯ ФОРМА   ☑Преподавание в начальных классах (учитель начальных классов) 50 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ ☑Дошкольное образование (воспитатель детей дошкольного возраста) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ ☑Специальное дошкольное образование (воспитатель детей дошкольного возраста с отклонениями в развитии и с сохранным развитием) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ ☑Информационные системы и программирование (разработчик веб и мультимедийных приложений) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ ☑Физическая культура (учитель физической культуры) 25 БЮДЖЕТНЫХ МЕСТ   ❗ВСТУПИТЕЛЬНЫЕ ИСПЫТАНИЯ: ✅собеседование ✅тестирование   ❗СРОКИ ОБУЧЕНИЯ: 3 года 10 месяцев   Почему именно мы?   - Аккредитованные специальности - Очная, заочная форма обучения - Практика во время учёбы и гарантированное трудоустройство - Коллектив опытных и высококвалифицированных преподавателей - Весёлая и дружная атмосфера!   Делай правильный выбор! 💻Пиши [email protected] 📱Звони! +7(347-75)5-93-70Сибай педагогия колледжы йәштәрҙе уҡырға саҡыра
Беҙҙең әңгәмәСибай ҡалаһының педагогия колледжына 1963 йылда нигеҙ һалынған. Быйыл ҡалаға ғына түгел, тотош Урал аръяғына, республикаға башланғыс кластар, музыка, физик культура, сит телдәр, технология уҡытыусылары, балалар баҡсалары өсөн тәрбиәселәр әҙерләгән уҡыу йорто быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Мөһим датаны колледж коллективы ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Яңы уҡыу йылына ниндәй бүлектәргә абитуриенттар ҡабул итә? Ошо һорауҙарға яуап алыр, белем усағының йәшәү һулышын тулыраҡ тойоу өсөн Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы директоры Илһам Илдар улы Рысбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.-Тамамланыуға барған уҡыу йылына йомғаҡ яһағанда ниндәй сағыу сараларҙы айырып әйтеп үтер инегеҙ?-Быйылғы уҡыу йылы сараларға бик бай булды. Күптәргә ул оло еңеүҙәр килтерҙе, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн мөһим аҙымдар яһарға ярҙам итте, "Мәғариф" милли проектына ярашлы бик күп эштәр атҡарҙыҡ. Студентыбыҙ Камила Йәркәева “Профессионалдар” милли чемпионатының төбәк этабында “Балаларға һәм өлкәндәргә өҫтәмә белем биреү” компетенцияһында бронза миҙал яуланы. Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы Байрамғолова, Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Сушкова етәкләгән мәктәп бүлеге студенттары командаһы Стәрлетамаҡта һөнәри оҫталыҡ буйынса үткән IХ Республика студенттар конкурсында беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова әҙерләгән студенттар республика һәм ҡала конкурстарында бик күп еңеүҙәргә өлгәште. Физик культура бүлегенең тәжрибәле уҡытыусыларының эшмәкәрлеген айырып әйтеп үтер инем. Уларҙың спортҡа һөйөү тәрбиәләүе, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуы Маҡтау грамоталары һәм кубоктар һанын даими арттыра. Колледжыбыҙ студенттары ғына түгел, уҡытыусылары ла спорт ярыштарында бер кемгә лә ал бирмәй. Уҡыу йорто педагогтары грант эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 2022 йылда ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Миңза Латипова етәкселегендә “Яңы ваҡыт” проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Һөҙөмтәлә был эш президент гранты конкурсында еңде. Уны тормошҡа ашырыуға информатика бүлеге студенттары шөғөлләнгән “Яңы ваҡыт” ирекмәндәр клубы ҙур тырышлыҡ һалды. Былтыр шулай уҡ 3 программа—“Эш производствоһы”, “Физик культура, спорт һәм фитнес”, “Бәләкәс кластарҙа уҡытыу”ҙы берләштергән “Карьера оҙатыуы” федераль проекты өҫтөндө ентекле эшләнек. Уның сиктәрендә тәжрибәле уҡытыусылар ҡаланың һәм Урал аръяғы райондарының эшһеҙ граждандарына һөнәри әҙерлек курстары ойошторҙо. Яңы уҡыу йылында иһә был юҫыҡта эште дауам итеп “Профессионалитет”, “Мәшғүлеккә булышлыҡ итеү”, “Киләсәккә билет” федераль проектарында ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.-Быйыл абитуриенттарҙы ниндәй бүлектәргә уҡырға ҡабул итәһегеҙ?-Төбәктә даими уҙғарылып торған статистик тикшеренеүҙәр педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ булыуын күрһәтә. Хеҙмәт баҙарында мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү, башланғыс кластар, физик культура уҡытыусылары етешмәй. Информатика бүлеге ҙур популярлыҡ менән ҡуллана. Был бүлектә веб һәм мультимедиа ҡушымталары эшкәртеүселәрҙе әҙерләйҙәр. Быйыл беҙ беренсе тапҡыр “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға махсус белем һәм тәрбиә биреү” специальносына студенттар йыябыҙ. Был бүлекте тамамлаусылар үҫеше тотҡарланған, үҫеше һаҡланған мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү тәрбиәсеһе квалификацияһын аласаҡ. Уҡыу йортона 9-сы, 11-се класты тамамлаусы ҡыҙҙар-егеттәрҙе саҡырабыҙ. Колледжға уҡырға иенеү өсөн абитуриенттарға Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәдәрен күрһәтеү мотлаҡ түгел. 9-сы йәки 11-се класты тамамлау тураһында аттестат һәм ғариза яҙыу ҙа етә. Беренсе курсҡа һайлап алыу конкурсында аттестаттың уртаса балы иҫәпкә алына. Документтарҙы 15 июндән алып 15 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул итәбеҙ. 16 августа ҡабул итеү имтихандары—талап ителгән специальностәр буйынса ижади һәм спорт һынауҙары башлана. Шуны әйтеп үтеү зарур: колледжда белем алыу бюджет нигеҙендә атҡарыла. Уҡыу ваҡыты 3 йылда 10 ай.-Уҡыу йортонда студенттар ниндәй шарттар тыуҙырылған? Матди база ҡәнәғәтләнерлекме?-Матди-техник база–уҡыу йорто тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн иң кәрәкле шарт. Шуға күрә уны мөмкин тиклеү һаҡлау һәм яңыртыу белем биреү процесының төп шарттарының береһе. Әлеге ваҡытта был тәңгәлдә ныҡлы эшләйбеҙ. Компьютер кластары, спорт, тренажер һәм бейеү залдары, спорт майҙансыҡтары булдырылған. Колледж “Знаниум” китапханалар системаһына тоташҡан. Былтыр бәләкәй кластарҙы уҡытыу һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү компетенциялары буйынса демонстратив имтихан уҙғарыу өсөн майҙансыҡты аккредитация үткәрҙек. 150-нән ашыу сығарылыш студенттары экперттар алдында үҙ компетенцияларын һәм юғары һөнәри оҫталыҡтарын раҫланы. Һынауҙар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа уҙғарыла.-Ҡыҙҙар-егеттәр дәрестәрҙән тыш ваҡыттарын нисек уҙғара?-Студенттарҙың буш ваҡыттарын мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышабыҙ. Йәштәр “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр отрядында бик теләп шөғөлләнә. Улар уҡыу йорто тормошонда ғына түгел, ҡала сараларының уртаһында ҡайнай. Өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышлыҡ итәләр, окоп шәме акцияһында ҡатнашалар, маскировка селтәре үрәләр, һалдаттарға хат яҙалар. Спорт секциялары бик күп. Баскетбол, волейбол, атыу, саңғыла йөрөү, теннис, шахмат һәм башҡа секциялар барыһы ла бушлай һәм унда теләгән кеше шөғөлләнә ала.“Аҡйондоҙ” халыҡ бейеү ансабле--уҡыу йортобоҙҙоң йөҙөк ҡашы. Республика бейеү конкурстары лауреаты булған бейеү коллективын Сибайҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Былтыр ансамбль халыҡ исемен раҫланы. Әле ижади коллективты Айһылыу Юныс Әминева етәкләй. Йәштәр тормошон төрлө байрам саралары биҙәй. Йыл да уҙғарылған “Таланттар алышы”, “Студентлыҡҡа бағышлау” кеүек конкурстарҙы ҡыҙҙар-егеттәр көтөп ала. Быйыл беренсе тапҡыр “Йыл студенты” ярышы ойошторҙоҡ. Унда информатика бүлегенең 3-сө курс студенты Даниил Осипов еңде. Даниил шулай уҡ Студент яҙы республика конкурсының “Медиа” йүнәлешендә беренсе урын яуланы. “Геройҙар уҙышы”нда икенсе урынға өлгәште. Патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленгән мәлдә хәрбиҙәр менән осрашыуҙар үтте. Яугир-интернационалистар Рәсүл Аманов, Булат Шәкиров, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең дини остазы Хәмзә Хафизов менән осрашыу һәр кемдә тыуған илгә һөйөүен арттырҙы. Мәҙәни сараларға иһә йәштәр Пушкин картаһы ҡулланып йөрөй. Әйткәндәй, Пушкин картаһы--бик уңайлы һәм шәп уйланылған проект.-Бөтә сығарылыш студенттары ла һөнәре буйынса эшкә урынлаша аламы?-Эшкә урынлашыу, әлбиттә, бик сетерекле мәсьәлә. Уҡыу йортонда сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге эшләп килә. Бында эшкә урынлашыуҙың бөтә нескәлектәре өйрәтелә: иң беренсе нәүбәттә резюме төҙөү, эш биреүселәргә күрһәтеү өсөн портфолио өҫтөндә эшләйҙәр. Шулай уҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында “Старт, карьера!” төбәк форумы уҙғарыла. Бөгөнгө көндә уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 60 проценты һөнәре буйынса эш таба.-Уҡыу йортоноң педагогик коллективы тураһында нимә әйтерһегеҙ?-Коллектив берҙәм һәм татыу. Араларында атҡаҙанған маҡтаулы исемдәрен йөрөткәндәр, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары бихисап. Улар остаз булараҡ, йәштәрҙе үҙҙәренең артынан эйәртә. Хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Беҙҙә белем алыуҙан тыш, уҡытыусылар практикаға айырым баҫым яһай. Студенттар 2-се курстан ҡаланың мәғариф учреждениеларына йөрөй башлай: баланың мәктәптәге тәүге көндәре, дәрес биреп ҡарау, инструктив лагерь кеүек практик саралар буласаҡ педагогтарҙы һөнәрҙәренең нескәлектәрен тойорға, уларҙы тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә. -Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәште.
Милли проекттар
true
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-06-19/sibay-pedagogiya-kolledzhy-y-sht-r-e-u-yr-a-sa-yra-3304701
19 Июнь , 10:35
ba
Китап һабантуйы
Фәһем алырлыҡ был ваҡиғаны күп тапҡырҙар яҙғаным да, һөйләгәнем дә булды, сүрәне ҡат-ҡат ҡабатлап уҡыуҙан иман кәмемәй, киреһенсә арта ғына тиҙәр бит, әгәр шулай икән, ошо хаҡта тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрөп үтеү, урынлы ла, кәрәк тә, минеңсә.    Билдәле прозаик, телдең һутын, ҡәҙерен һәм тәмен белгән әҙип, рәсми бирелмәһә лә ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев зиһенлегә ишара, тигәндәй, һәр һөйләр кәлимәһенә ниндәйҙер тәрән мәғәнә, фәлсәфәүи кинәйә һала торғайны. Әгәр шуларҙы мәлендә теркәп барһа, яҙыусылар хаҡында яҙған мәрәкәләре һымағыраҡ уймаҡ хикәйәләр йыйылмаһы барлыҡҡа килер ине, моғайын.        Шулай итеп, уның һөйләп ҡалдырғаны.    Ауыл балаһы, мәктәпте тамамлап урта белем алғас, башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Башҡаланы әлегә белмәй, урамдарҙы танып еткермәй тороп бер көн кис, минең ише ауыл еренән килгән курсташ ҡыҙымды лекцияларҙан һуң оҙатырға киттем. Ул ҡаланың бер яҡ ситендә, төпһәндең төбөндә таныштарында фатирҙа тора икән дә баһа. Барып етеп, подъезд ауыҙында оҙаҡ ҡына һүҙҙе-һүҙгә ялғап һөйләшеп торғансы һуңлап кителгән, трамвайҙар ҙа, траллейбустар ҙа йөрөүҙән туҡтаған. Ҡайһылайтып ҡайтырға, уңғамы-һулғамы, артҡамы-алғамы, белә алмай ҡаңғырам. Насар яҡтыртылған урам ҡараңғы, шомло, һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та. Һуңғы сиктә аптыранып, ете  юл сатында ҡалдым.      Шул мәл миңә терәлеп тиерлек, эргәмдән генә бер ир үтеп китте. Абайлап өлгөрҙөм, ҡулына һәлмәк кенә китап та тотоп алған. Туҡта, мәйтәм, был әҙәм һәйбәткә, игелеклегә оҡшаған, йән ҡыйыр юлбаҫарға ла тартмаған, сөнки ҡулында китап, билдәле булыуынса китаплылар насарҙан булмай, тигән уй төштө башыма, һәм ни булһа ла булыр, тип тегенең артынан эйәрә төштөм. Ҡараңғы тротуарҙар буйлап бик оҙаҡ барҙыҡ һәм ниһайәт, китаплы кеше, мине ҡаланың үҙәгенә, яҡты урынға алып сыҡты...      Тағы ла бер хәтирә. Беҙҙең ауылда һуғыш ветераны Салихйән олатай йәшәне, ғүмере буйы колхоз тимерлегендә тимер сүкене, белем бейеклеге лә ауырлыҡ менән әлепте таяҡтан айырыр башланғыстан ары китмәгәйне. Уның әйткәндәре бөгөнгөләй иҫтә: "Тәрән соҡор эсендә ултырам, улым, ынтылып, үрмәләп сығып китер яйым, баҫҡысым ғына юҡ. Ә ул баҫҡыс - китап һәм белем. Беҙҙең быуынға мәктәпкә йөрөү, һабаҡ алыу эләкмәне..." Аҡыллы кеше булған Салихйән олатай, сөнки ул үҙенә йоҡмаған  белемдең ҡәҙерен, ҡулына тотоп ҡарамаған китаптың юғарылығын, бәйәһен белгән һәм баһалаған.      Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үткәрелде. Ҙур байрам, оло йыйын, ба-шҡа шау-шыулы күңел асыуҙарға ҡарағанда әллә күпмегә мәғәнәлерәк, бәҫлерәк, һиммәтлерәк, абруйлыраҡ. Бик тә үкенесле, Сибайҙа инвестһабантуй үтеү сәбәпле башҡалаға бара һәм йыйында ҡатнаша алманым, юғиһә үҙем менән әллә күпме рухи байлыҡ, йән ҡыуанысы тейәп ҡайтып төшөр инем. Байрамда республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡатнашыуы ла уның рухи юғарылығы, көнүҙәк мөһимлеге һәм киләсәктә лә айырата кәрәклеге хаҡында һөйләй. Сараны туранан-тура ойоштороусы Мәҙәниәт министрлығына (Шафиҡова Ә. И.), матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығына (Ульчев М.В., Гәзизов М.Ә.), Яҙыусылар Союзына (Баймөхәмәтов А.Ғ.), Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә (Хәйретдинова Э.И., Ҡарабаева З.Ш.), республика гәзит-журналдар мөхәррир-иәттәренә, байрамды биҙәүсе, үҙҙәренең сәсән һүҙҙәрен әйтеп, китаптары менән күргәҙмәләрҙе йәмләүсе барлыҡ ҡәләмдәштәремә ябай китап уҡыусы булараҡ оло рәхмәтемде белдерәм. Әгәр исемлектән яңылыш ҡына берәйһен төшөрөп ҡалдырһам, йә, ситтән күҙәтеүсе булараҡ өҫтәмәһәм, берүк кисерегеҙ. Китапты ҙурларға, түребеҙгә ҡәҙерле, көтөп алған ҡунаҡтай әйҙүкләргә күптән ваҡыт. Байрам, бынан ун, юҡ тигәндә биш йыл элегер-әк ойошторолһа ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине. Булған һайын өҫтәп булдырғы килә бит, ярай, булғанына һәм барына ҡыуанайыҡ, шөкөр итәйек.    Ошо, йылда ойоштороласаҡ сараға республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ ғаиләләрҙе, бала-ларҙы, дөйөмләштереп әйткәндә алыҫын-яҡынын, олоһон-кесеһен йәлеп иткәндә ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр, уның тартыу көсө, ҡатнашлыҡ даирәһе әллә күпмегә киңәйер ине. Һәр балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, һәр уҡыусы ошо байрамға килеп йәненә ятҡан, күҙе төшкән китапты һатып алһын икән ти, бер нисә йылдан уның үҙенең шәхси китапханаһы барлыҡҡа киләсәк ул саҡта. Бәлки китапты һатып алған бала, исем өсөн генә, ата-әсәһенең ҡушыуы буйынса, илке-һалҡы ғына башҡарыр был йомошто, бәлки ул уны тәүге осор, шул, ҡулынан һис ҡасан төшөрмәгән кеҫә телефонынан, зиһенен, аңын томалаған интернеттан айырыла алмай уҡып ҡарарға ла теләмәҫ. Был бөгөнгө йәшәйеш шарттарында таныш һәм тәбиғи күренеш. Ваҡыт үтеү менән, иртәме-һуңмы китап барыбер уны үҙенә саҡырасаҡ, тартасаҡ бит. Бер көндә бер бит уҡылыр, икенсе көндә икенсе бит, шу-нан тотошлайы менән ул баланың иғтибарын үҙенә йүнәлдерер. Ошо ерҙә шуны өҫтәп әйтмәксемен, һыҙғыртып ҡарамаған ҡурай беҙҙең түребеҙгә ҡуйылған. Был тикмәгә түгел, сөнки ҡурай рух, моң, башҡортлоҡ сығанағы, ә китаптан һәр саҡ яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә.  Йәшерен-батырын түгел, бөгөн ваҡытлы баҫмаларҙы алдырыусы ғаиләләр йылдан-йыл кәмегәндән-кәмей бара, уҡыуҙы һанға һуҡмаған, китаптан айырылған бер быуын үҫеп етте, шуның өсөн дә һәр йортҡа китаптың үтеп инеүе мөһим һәм кәрәк. Бик кәрәк! Китап, Рәшит ағай һөйләгәнсе, һәр ваҡыт яҡты һәм үҙәк урынға алып сыға, ул белем, аҡыл һәм мәғлүмәт сығанағы, Салихйән олатай әйткәнсә - аңһыҙлыҡ, белемһеҙлек соҡоронан алып сығып асманға ашырыр баҫҡыс та.        Тәүге тапҡыр үткәрелгән китап байрамын олонан ҡубып, китап һабантуйы, тип атаным. Әгәр ул йыл һайын үткәрелә килеп, бар халыҡты үҙенә саҡырып торһа, ваҡыт үтеү менән ул ысын мәғәнәһендә китап һабантуйына әүереләсәк. Әүереләсәк, һәм һис һүҙһеҙ!
Фәһем алырлыҡ был ваҡиғаны күп тапҡырҙар яҙғаным да, һөйләгәнем дә булды, сүрәне ҡат-ҡат ҡабатлап уҡыуҙан иман кәмемәй, киреһенсә арта ғына тиҙәр бит, әгәр шулай икән, ошо хаҡта тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрөп үтеү, урынлы ла, кәрәк тә, минеңсә. Билдәле прозаик, телдең һутын, ҡәҙерен һәм тәмен белгән әҙип, рәсми бирелмәһә лә ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев зиһенлегә ишара, тигәндәй, һәр һөйләр кәлимәһенә ниндәйҙер тәрән мәғәнә, фәлсәфәүи кинәйә һала торғайны. Әгәр шуларҙы мәлендә теркәп барһа, яҙыусылар хаҡында яҙған мәрәкәләре һымағыраҡ уймаҡ хикәйәләр йыйылмаһы барлыҡҡа килер ине, моғайын. Шулай итеп, уның һөйләп ҡалдырғаны. Ауыл балаһы, мәктәпте тамамлап урта белем алғас, башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Башҡаланы әлегә белмәй, урамдарҙы танып еткермәй тороп бер көн кис, минең ише ауыл еренән килгән курсташ ҡыҙымды лекцияларҙан һуң оҙатырға киттем. Ул ҡаланың бер яҡ ситендә, төпһәндең төбөндә таныштарында фатирҙа тора икән дә баһа. Барып етеп, подъезд ауыҙында оҙаҡ ҡына һүҙҙе-һүҙгә ялғап һөйләшеп торғансы һуңлап кителгән, трамвайҙар ҙа, траллейбустар ҙа йөрөүҙән туҡтаған. Ҡайһылайтып ҡайтырға, уңғамы-һулғамы, артҡамы-алғамы, белә алмай ҡаңғырам. Насар яҡтыртылған урам ҡараңғы, шомло, һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та. Һуңғы сиктә аптыранып, ете юл сатында ҡалдым. Шул мәл миңә терәлеп тиерлек, эргәмдән генә бер ир үтеп китте. Абайлап өлгөрҙөм, ҡулына һәлмәк кенә китап та тотоп алған. Туҡта, мәйтәм, был әҙәм һәйбәткә, игелеклегә оҡшаған, йән ҡыйыр юлбаҫарға ла тартмаған, сөнки ҡулында китап, билдәле булыуынса китаплылар насарҙан булмай, тигән уй төштө башыма, һәм ни булһа ла булыр, тип тегенең артынан эйәрә төштөм. Ҡараңғы тротуарҙар буйлап бик оҙаҡ барҙыҡ һәм ниһайәт, китаплы кеше, мине ҡаланың үҙәгенә, яҡты урынға алып сыҡты... Тағы ла бер хәтирә. Беҙҙең ауылда һуғыш ветераны Салихйән олатай йәшәне, ғүмере буйы колхоз тимерлегендә тимер сүкене, белем бейеклеге лә ауырлыҡ менән әлепте таяҡтан айырыр башланғыстан ары китмәгәйне. Уның әйткәндәре бөгөнгөләй иҫтә: "Тәрән соҡор эсендә ултырам, улым, ынтылып, үрмәләп сығып китер яйым, баҫҡысым ғына юҡ. Ә ул баҫҡыс - китап һәм белем. Беҙҙең быуынға мәктәпкә йөрөү, һабаҡ алыу эләкмәне..." Аҡыллы кеше булған Салихйән олатай, сөнки ул үҙенә йоҡмаған белемдең ҡәҙерен, ҡулына тотоп ҡарамаған китаптың юғарылығын, бәйәһен белгән һәм баһалаған. Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үткәрелде. Ҙур байрам, оло йыйын, ба-шҡа шау-шыулы күңел асыуҙарға ҡарағанда әллә күпмегә мәғәнәлерәк, бәҫлерәк, һиммәтлерәк, абруйлыраҡ. Бик тә үкенесле, Сибайҙа инвестһабантуй үтеү сәбәпле башҡалаға бара һәм йыйында ҡатнаша алманым, юғиһә үҙем менән әллә күпме рухи байлыҡ, йән ҡыуанысы тейәп ҡайтып төшөр инем. Байрамда республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡатнашыуы ла уның рухи юғарылығы, көнүҙәк мөһимлеге һәм киләсәктә лә айырата кәрәклеге хаҡында һөйләй. Сараны туранан-тура ойоштороусы Мәҙәниәт министрлығына (Шафиҡова Ә. И.), матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығына (Ульчев М.В., Гәзизов М.Ә.), Яҙыусылар Союзына (Баймөхәмәтов А.Ғ.), Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә (Хәйретдинова Э.И., Ҡарабаева З.Ш.), республика гәзит-журналдар мөхәррир-иәттәренә, байрамды биҙәүсе, үҙҙәренең сәсән һүҙҙәрен әйтеп, китаптары менән күргәҙмәләрҙе йәмләүсе барлыҡ ҡәләмдәштәремә ябай китап уҡыусы булараҡ оло рәхмәтемде белдерәм. Әгәр исемлектән яңылыш ҡына берәйһен төшөрөп ҡалдырһам, йә, ситтән күҙәтеүсе булараҡ өҫтәмәһәм, берүк кисерегеҙ. Китапты ҙурларға, түребеҙгә ҡәҙерле, көтөп алған ҡунаҡтай әйҙүкләргә күптән ваҡыт. Байрам, бынан ун, юҡ тигәндә биш йыл элегер-әк ойошторолһа ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине. Булған һайын өҫтәп булдырғы килә бит, ярай, булғанына һәм барына ҡыуанайыҡ, шөкөр итәйек. Ошо, йылда ойоштороласаҡ сараға республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ ғаиләләрҙе, бала-ларҙы, дөйөмләштереп әйткәндә алыҫын-яҡынын, олоһон-кесеһен йәлеп иткәндә ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр, уның тартыу көсө, ҡатнашлыҡ даирәһе әллә күпмегә киңәйер ине. Һәр балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, һәр уҡыусы ошо байрамға килеп йәненә ятҡан, күҙе төшкән китапты һатып алһын икән ти, бер нисә йылдан уның үҙенең шәхси китапханаһы барлыҡҡа киләсәк ул саҡта. Бәлки китапты һатып алған бала, исем өсөн генә, ата-әсәһенең ҡушыуы буйынса, илке-һалҡы ғына башҡарыр был йомошто, бәлки ул уны тәүге осор, шул, ҡулынан һис ҡасан төшөрмәгән кеҫә телефонынан, зиһенен, аңын томалаған интернеттан айырыла алмай уҡып ҡарарға ла теләмәҫ. Был бөгөнгө йәшәйеш шарттарында таныш һәм тәбиғи күренеш. Ваҡыт үтеү менән, иртәме-һуңмы китап барыбер уны үҙенә саҡырасаҡ, тартасаҡ бит. Бер көндә бер бит уҡылыр, икенсе көндә икенсе бит, шу-нан тотошлайы менән ул баланың иғтибарын үҙенә йүнәлдерер. Ошо ерҙә шуны өҫтәп әйтмәксемен, һыҙғыртып ҡарамаған ҡурай беҙҙең түребеҙгә ҡуйылған. Был тикмәгә түгел, сөнки ҡурай рух, моң, башҡортлоҡ сығанағы, ә китаптан һәр саҡ яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә. Йәшерен-батырын түгел, бөгөн ваҡытлы баҫмаларҙы алдырыусы ғаиләләр йылдан-йыл кәмегәндән-кәмей бара, уҡыуҙы һанға һуҡмаған, китаптан айырылған бер быуын үҫеп етте, шуның өсөн дә һәр йортҡа китаптың үтеп инеүе мөһим һәм кәрәк. Бик кәрәк! Китап, Рәшит ағай һөйләгәнсе, һәр ваҡыт яҡты һәм үҙәк урынға алып сыға, ул белем, аҡыл һәм мәғлүмәт сығанағы, Салихйән олатай әйткәнсә - аңһыҙлыҡ, белемһеҙлек соҡоронан алып сығып асманға ашырыр баҫҡыс та. Тәүге тапҡыр үткәрелгән китап байрамын олонан ҡубып, китап һабантуйы, тип атаным. Әгәр ул йыл һайын үткәрелә килеп, бар халыҡты үҙенә саҡырып торһа, ваҡыт үтеү менән ул ысын мәғәнәһендә китап һабантуйына әүереләсәк.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-05-29/kitap-abantuyy-3277840
29 Май , 08:23
ba
Стадионды төҙөкләндереү яҡлыбыҙ!
-Стадионды этапҡа ярашлы төҙөкләндерәсәкбеҙ. Быйыл эште филармония биләмәһе яғынан башлайбыҙ. Иң башта тротуар, йәйәүлеләр өсөн юлдар яһаласаҡ, яҡтылыҡ, газон, эскәмйәләр, урналар ҡуйыласаҡ,--ти Сибай ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт, элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин. Тәүге йылда төҙөлөш эштәрен атҡарып сығыуға 20 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү проекты дауамлы булһын өсөн ҡалалаштарға онлайн-тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтеү зарур. 12400 тауыш йыйылһа, 2024 йылға финанс ярҙамына дәғүә итергә мөмкин. Тауыш биреүгә һылтанма ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында бирелгән.
-Стадионды этапҡа ярашлы төҙөкләндерәсәкбеҙ. Быйыл эште филармония биләмәһе яғынан башлайбыҙ. Иң башта тротуар, йәйәүлеләр өсөн юлдар яһаласаҡ, яҡтылыҡ, газон, эскәмйәләр, урналар ҡуйыласаҡ,--ти Сибай ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт, элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин. Тәүге йылда төҙөлөш эштәрен атҡарып сығыуға 20 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү проекты дауамлы булһын өсөн ҡалалаштарға онлайн-тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтеү зарур. 12400 тауыш йыйылһа, 2024 йылға финанс ярҙамына дәғүә итергә мөмкин.
Милли проекттар
false
https://ataisal.com/articles/milli-proekttar/2023-05-19/stadiondy-t-kl-ndere-ya-lyby-3264564
19 Май , 11:30
ba
Рөстәм Нәбиев ниндәй яңылығы менән уртаҡлаша?
Беҙ Рөстәм Нәбиевтең көслө рухлы булыуына күнегеп тә бөттөк, буғай. Уның әле бер, әле икенсе тауҙы яулауына өйрәндек тә инде. Ә был юлы ул ҡатыны Индира менән үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарамаҡсы. Улар магазин асырға ниәтләнә. "Беҙ магазинды WB-та асырға теләйбеҙ. Хәҙер был бик актуаль һәм беҙ үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Мин инде нисек тә ипотеканы ябып, һәр миҙгелдән ләззәтләнеп йәшәргә теләйем! Киләһе өс аҙна эсендә бөтә системаны тулыһынса өйрәнергә һәм тауарҙарҙы WB-ға сығарырға уйлайбыҙ. Бының өсөн беҙ айырым канал булдырҙыҡ һәм унда барыһын да һөйләйәсәкбеҙ. Хатта уңышһыҙлыҡтар һәм хаталар тураһында ла. Ләкин улар булмаҫ тип ышанам", - тип яҙған Рөстәм. Эштәрегеҙ уң булһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Беҙ Рөстәм Нәбиевтең көслө рухлы булыуына күнегеп тә бөттөк, буғай. Уның әле бер, әле икенсе тауҙы яулауына өйрәндек тә инде. Ә был юлы ул ҡатыны Индира менән үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарамаҡсы. Улар магазин асырға ниәтләнә."Беҙ магазиндыWB-та асырға теләйбеҙ. Хәҙер был бик актуаль һәм беҙ үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Мин инде нисек тә ипотеканы ябып, һәр миҙгелдән ләззәтләнеп йәшәргә теләйем! Киләһе өс аҙна эсендә бөтә системаны тулыһынса өйрәнергә һәм тауарҙарҙы WB-ға сығарырға уйлайбыҙ. Бының өсөн беҙ айырым канал булдырҙыҡ һәм унда барыһын да һөйләйәсәкбеҙ. Хатта уңышһыҙлыҡтар һәм хаталар тураһында ла. Ләкин улар булмаҫ тип ышанам", - тип яҙған Рөстәм.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-28/r-st-m-n-biev-nind-y-ya-yly-y-men-n-urta-lasha-3497245
28 Октябрь , 23:00
ba
Инвесторҙарҙы йәлеп итеү - һәр төбәк өсөн отошло
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов төбәктәр менән инвестициялар буйынса штаб ултырышын видеоконференция форматында үткәргән. Штаб ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты. Кәңәшмә барышында субъекттарҙа төбәк инвестиция стандартын үҫтереү буйынса саралар һәм был эштең һөҙөмтәһен баһалау тураһында фекер алыштылар. “Төбәктәрҙә региональ инвестиция стандартын алға табан үҫтереү иң яҡшы практикаларҙы анализлау һәм индереү, инвестиция командаларының квалификацияһын күтәреү, селтәрҙәргә тоташтырыу сроктарын ҡыҫҡартыу өсөн ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм “епһеҙ” клиент юлы булдырыу аша барырға тейеш, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры. Рөстәм Моратов, ултырыш һөҙөмтәһенә комментарийҙар биреп, регинвестстандарттың барлыҡ элементтары оператив рәүештә Башҡортостандың инвестициялар үткәреү системаһына индерелгәнен һәм федераль үҙәк тарафынан күп тапҡырҙар иң яҡшы практикалар булараҡ билдәләп үтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ Рөстәм Моратов бизнестың яңы инвестиция проекттарына ярҙам итеү системаһы тураһында хәбәр итеүгә йүнәлтелгән даими мәғлүмәти кампания үткәреү кәрәклеген билдәләне.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов төбәктәр менән инвестициялар буйынса штаб ултырышын видеоконференция форматында үткәргән. Штаб ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты. Кәңәшмә барышында субъекттарҙа төбәк инвестиция стандартын үҫтереү буйынса саралар һәм был эштең һөҙөмтәһен баһалау тураһында фекер алыштылар.“Төбәктәрҙә региональ инвестиция стандартын алға табан үҫтереү иң яҡшы практикаларҙы анализлау һәм индереү, инвестиция командаларының квалификацияһын күтәреү, селтәрҙәргә тоташтырыу сроктарын ҡыҫҡартыу өсөн ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм “епһеҙ” клиент юлы булдырыу аша барырға тейеш, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры. Рөстәм Моратов, ултырыш һөҙөмтәһенә комментарийҙар биреп, регинвестстандарттың барлыҡ элементтары оператив рәүештә Башҡортостандың инвестициялар үткәреү системаһына индерелгәнен һәм федераль үҙәк тарафынан күп тапҡырҙар иң яҡшы практикалар булараҡ билдәләп үтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-28/investor-ar-y-y-lep-ite-r-t-b-k-s-n-otoshlo-3497243
28 Октябрь , 21:30
ba
Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн, 28 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған стратегик сессия үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ведомство етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте идаралығы начальниктары ҡатнашты. –  Ҡайҙа барырға, ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреүҙе аңлау йәһәтенән беҙ республиканың киләсәкке үҫешенә аныҡ күҙаллауҙар индерергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.   – Республиканың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре бөгөн насар түгел. Беҙ бергә һәм ижади ҡарашта Башҡортостан-2030 стратегияһынын төҙөүҙе башларға тейешбеҙ. Һәм шуныһы мөһим: 2030 йылда республика халҡы ғорурланырлыҡ проекттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн, 28октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған стратегик сессияүткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ведомство етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте идаралығы начальниктары ҡатнашты.– Ҡайҙа барырға, ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреүҙе аңлау йәһәтенән беҙ республиканың киләсәкке үҫешенә аныҡ күҙаллауҙар индерергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Республиканың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре бөгөн насар түгел. Беҙ бергә һәм ижади ҡарашта Башҡортостан-2030 стратегияһынын төҙөүҙе башларға тейешбеҙ. Һәм шуныһы мөһим: 2030 йылда республика халҡы ғорурланырлыҡ проекттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-28/radiy-h-birov-strategik-sessiya-tk-r-e-3497240
28 Октябрь , 20:45
ba
Түбәнге Новгородта "Рәсәй лидерҙары" конкурсы башланды
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән “Рәсәй лидерҙары” конкурсында Башҡортостандан 44 кеше ҡатнашыуы хаҡында яҙған. Бында Волга буйы федераль округынан 14 төбәктән  дистацион этапты уңышлы үткән 400 конкурсант ҡатнаша. Конкурсанттар 200-ҙән ашыу “Лидерлыҡ дәрестәре” буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән, уларҙы 5,2 меңдән ашыу юғары  класс уҡыусыһы тыңлаған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар төрлө эш биреүселәр менән аралашҡан, улар араһында Росатом, РЖД, Ростех, Газпром нефть, Сбербанк, Роскосмос кеүек ҡеүәтле компаниялар бар. Бөгөн, 28 октябрҙә, конкурстың төп өлөшө  старт алды. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың идара итеү ролендә үҙҙәрен нисек күрһәтә алыуын баһалаясаҡ. Конкурс иртәгә, 29 октябрҙә, еңеүселәрҙе билдәләү һәм ҡотлау тантанаһы менән тамамлана. Башҡортостан конкурсанттарына уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ! Түбәнге Новгородта "Рәсәй лидерҙары" конкурсы башланды
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән “Рәсәй лидерҙары” конкурсында Башҡортостандан 44 кеше ҡатнашыуы хаҡында яҙған. Бында Волга буйы федераль округынан 14 төбәктән дистацион этапты уңышлы үткән 400 конкурсант ҡатнаша. Конкурсанттар 200-ҙән ашыу “Лидерлыҡ дәрестәре” буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән, уларҙы 5,2 меңдән ашыу юғары класс уҡыусыһы тыңлаған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар төрлө эш биреүселәр менән аралашҡан, улар араһында Росатом, РЖД, Ростех, Газпром нефть, Сбербанк, Роскосмос кеүек ҡеүәтле компаниялар бар. Бөгөн, 28 октябрҙә, конкурстың төп өлөшө старт алды. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың идара итеү ролендә үҙҙәрен нисек күрһәтә алыуын баһалаясаҡ. Конкурс иртәгә, 29 октябрҙә, еңеүселәрҙе билдәләү һәм ҡотлау тантанаһы менән тамамлана.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-28/t-b-nge-novgorodta-r-s-y-lider-ary-konkursy-bashlandy-3497125
28 Октябрь , 17:30
ba
Башҡортостанда бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙан баш тартырға мөмкин
Тейешле Бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһында һәм тағы 11 төбәктә 2022 йылда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙан федераль бюджетҡа килгән һалым килеме суммаһынан сығып бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙы ҡаплаясаҡтар. Кредитты түләмәү тураһындағы ҡарарҙан сығып төбәк бюджеттарына бурысты кәметеүгә һәм өҫтәмә аҡсаны башҡа өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр. - Башҡортостан Федераль үҙәк тарафынан яңы инвестиция проекттарын башлау өсөн кәрәкле инфраструктура булдырыу буйынса әүҙем позиция биләгән төбәк булараҡ билдәләнде. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса 1,8 миллион һум кредитты япҡандар. Бюджет кредиттарын үҙгәртеп ҡороуҙан азат ителгән был аҡсалар “Алға” производство-сәнәғәт тибындағы махсус иҡтисади зона инфраструктураһын булдырыуға йүнәлтелгән. Ошоноң арҡаһында 34,1 миллиард һумлыҡ һигеҙ проектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Рәсәй Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, кредитты түләүҙән баш тартыу тураһында ҡарар төбәк бюджеттарына бурыс йөкләмәһен кәметеүгә генә түгел, өҫтәмә аҡсаны өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереүгә лә йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бюджет кредиттары буйынса бурысты түләүҙән баш тартыу механизмы өҫтөнлөклө тармаҡтарҙа тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына һәм шул иҫәптән ауыл хужалығы, туризм, эшкәртеү производстволары, торлаҡ һәм юл төҙөлөшөнә ҡағыла.
Тейешле Бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһында һәм тағы 11 төбәктә 2022 йылда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙан федераль бюджетҡа килгән һалым килеме суммаһынан сығып бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙы ҡаплаясаҡтар. Кредитты түләмәү тураһындағы ҡарарҙан сығып төбәк бюджеттарына бурысты кәметеүгә һәм өҫтәмә аҡсаны башҡа өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр.- Башҡортостан Федераль үҙәк тарафынан яңы инвестиция проекттарын башлау өсөн кәрәкле инфраструктура булдырыу буйынса әүҙем позиция биләгән төбәк булараҡ билдәләнде. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса 1,8 миллион һум кредитты япҡандар. Бюджет кредиттарын үҙгәртеп ҡороуҙан азат ителгән был аҡсалар “Алға” производство-сәнәғәт тибындағы махсус иҡтисади зона инфраструктураһын булдырыуға йүнәлтелгән. Ошоноң арҡаһында 34,1 миллиард һумлыҡ һигеҙ проектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Рәсәй Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, кредитты түләүҙән баш тартыу тураһында ҡарар төбәк бюджеттарына бурыс йөкләмәһен кәметеүгә генә түгел, өҫтәмә аҡсаны өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереүгә лә йүнәлтелгән.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-25/bash-ortostanda-byudzhet-kredittary-buyynsa-burystar-an-bash-tartyr-a-m-mkin-3493417
25 Октябрь , 21:35
ba
Еңел сәнәғәткә еңел үҫеш теләнеләр
"Еңел сәнәғәт ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә республиканың дөйөм етештереү күләме буйынса еңел сәнәғәт элеккесә 1 проценттан кәмерәк өлөштө биләй. Шуға күрә тармаҡты үҫтереү Башҡортостан дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Һәм беҙ быны киң ярҙам саралары менән раҫлайбыҙ, — тине Радий Хәбиров. Төбәк башлығы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа етештереүселәргә сеймал, материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға бюджет субсидиялары 500 миллион һум самаһы тәшкил итә. Улар һөҙөмтәле эшләй, киләсәктә лә республикала бындай ярҙам һаҡланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта етәкселек коллективы дәүләт ярҙамының яңы сараларын әҙерләй. Атап әйткәндә, еңел сәнәғәт продукцияһын сертификатлауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге ҡарала. Бынан тыш, төбәктең Инвестиция комитеты ярҙамынан һуң яңы проекттар өҫтөнлөклө статус алыуы ихтимал. Был һалым ташламалары алырға һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирә. «Еңел сәнәғәт кластерын формалаштырыу яғына күсәбеҙ. Тармаҡ эшенең бындай форматы өҫтәмә федераль ярҙам алырға мөмкинлек бирә», — тине Радий Хәбиров. «Махсуслашҡан предприятиелар шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фондының ташламалы кредиттарына һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программалары сиктәрендә бирелгән преференцияларға иҫәп тота ала. Еңел сәнәғәт үҫешенең хәҙерге этабының мөһим өлөшө булып квалификациялы кадрҙар әҙерләү тора. Белгестәрҙе йәлеп итеү башлыса лайыҡлы хеҙмәт шарттарына, тәү сиратта эш хаҡына бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Атап әйткәндә, кейем етештереүҙә ул айына уртаса 27 мең һум тәшкил итә». "Башҡортостанда заманса производстволар, яңы компетенциялар барлыҡҡа килә. Ә бөгөн күп кенә компаниялар хеҙмәт ресурстары өсөн көрәштә ярышып, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров. - Был мәсьәләне лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, технологик процестарҙы автоматлаштырыу, шулай уҡ республика колледждарының уҡыу программаһын яңыртыу юлы менән хәл итергә мөмкин". Тармаҡ үҫешенең тағы бер йүнәлеше — һанлы сауҙа майҙансыҡтарында — баҙарҙарҙа эшләү. «Бында республиканың һеҙгә был йәһәттән нисек ярҙам итә алыуын асыҡлау өсөн хәлгә тәрән анализ яһаясаҡбыҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров. Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. «Һеҙ, сәнәғәттең бик ҡатмарлы өлкәһендә эшләйһегеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. — Һалдаттарыбыҙға ярҙам итеүселәргә — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт. Афарин!" «Рәсәй сифат системаһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов пленумда еңел сәнәғәт үҫешенең төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. «Беҙ республиканың ярҙам саралары реаль һөҙөмтәләр биреүен күрәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре лә был уңышлы тәжрибәне ҡабатларға тейеш тип уйлайым», — тине Максим Протасов. Ул шулай уҡ “Роскачество”ның еңел сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара эш итеү өсөн ҡулланған ҡоралдары тураһында ентекле һөйләне. Ойошма нигеҙендә продукцияны тикшереү һәм һынау үткәрелә, һөҙөмтәләр буйынса дәүләт сифаты билдәһе сығарыла. Был продукцияны төрлө баҙарҙа, шул иҫәптән һанлы баҙарҙа ла уңышлы таратырға мөмкинлек бирә. “Роскачество” шулай уҡ технологик һәм ойоштороу процестарын диагностикалау менән шөғөлләнә. Был хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм продукция сифатын арттырыу резервтарын билдәләргә мөмкинлек бирә. Йыл һайын 500-ҙән ашыу Рәсәй предприятиеһы ошондай ревизиялар үткәрә. "Был диагностиканы үтеүсе компаниялар араһында Башҡортостандан да етештереүселәр булыуы ҡыуаныслы. Ревизия үткәреүгә ғаризалар һаны буйынса республика быйыл Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй», — тине Максим Протасов. Роскачество етәксеһе еңел сәнәғәт вәкилдәрен ноябрь башында “Бөтә донъя сифат көнө 2023” халыҡ-ара форумында үтәсәк тематик сессияларға саҡырҙы.   Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.Еңел сәнәғәткә еңел үҫеш теләнеләр
"Еңел сәнәғәт ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә республиканың дөйөм етештереү күләме буйынса еңел сәнәғәт элеккесә 1 проценттан кәмерәк өлөштө биләй. Шуға күрә тармаҡты үҫтереү Башҡортостан дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Һәм беҙ быны киң ярҙам саралары менән раҫлайбыҙ, — тине Радий Хәбиров. Төбәк башлығы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа етештереүселәргә сеймал, материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға бюджет субсидиялары 500 миллион һум самаһы тәшкил итә. Улар һөҙөмтәле эшләй, киләсәктә лә республикала бындай ярҙам һаҡланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта етәкселек коллективы дәүләт ярҙамының яңы сараларын әҙерләй. Атап әйткәндә, еңел сәнәғәт продукцияһын сертификатлауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге ҡарала. Бынан тыш, төбәктең Инвестиция комитеты ярҙамынан һуң яңы проекттар өҫтөнлөклө статус алыуы ихтимал. Был һалым ташламалары алырға һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирә.«Еңел сәнәғәт кластерын формалаштырыу яғына күсәбеҙ. Тармаҡ эшенең бындай форматы өҫтәмә федераль ярҙам алырға мөмкинлек бирә», — тине Радий Хәбиров. «Махсуслашҡан предприятиелар шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фондының ташламалы кредиттарына һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программалары сиктәрендә бирелгән преференцияларға иҫәп тота ала. Еңел сәнәғәт үҫешенең хәҙерге этабының мөһим өлөшө булып квалификациялы кадрҙар әҙерләү тора. Белгестәрҙе йәлеп итеү башлыса лайыҡлы хеҙмәт шарттарына, тәү сиратта эш хаҡына бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Атап әйткәндә, кейем етештереүҙә ул айына уртаса 27 мең һум тәшкил итә»."Башҡортостанда заманса производстволар, яңы компетенциялар барлыҡҡа килә. Ә бөгөн күп кенә компаниялар хеҙмәт ресурстары өсөн көрәштә ярышып, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров. - Был мәсьәләне лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, технологик процестарҙы автоматлаштырыу, шулай уҡ республика колледждарының уҡыу программаһын яңыртыу юлы менән хәл итергә мөмкин".Тармаҡ үҫешенең тағы бер йүнәлеше — һанлы сауҙа майҙансыҡтарында — баҙарҙарҙа эшләү.«Бында республиканың һеҙгә был йәһәттән нисек ярҙам итә алыуын асыҡлау өсөн хәлгә тәрән анализ яһаясаҡбыҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров. Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.«Һеҙ, сәнәғәттең бик ҡатмарлы өлкәһендә эшләйһегеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. — Һалдаттарыбыҙға ярҙам итеүселәргә — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт. Афарин!"«Рәсәй сифат системаһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов пленумда еңел сәнәғәт үҫешенең төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.«Беҙ республиканың ярҙам саралары реаль һөҙөмтәләр биреүен күрәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре лә был уңышлы тәжрибәне ҡабатларға тейеш тип уйлайым», — тине Максим Протасов. Ул шулай уҡ “Роскачество”ның еңел сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара эш итеү өсөн ҡулланған ҡоралдары тураһында ентекле һөйләне. Ойошма нигеҙендә продукцияны тикшереү һәм һынау үткәрелә, һөҙөмтәләр буйынса дәүләт сифаты билдәһе сығарыла. Был продукцияны төрлө баҙарҙа, шул иҫәптән һанлы баҙарҙа ла уңышлы таратырға мөмкинлек бирә.“Роскачество” шулай уҡ технологик һәм ойоштороу процестарын диагностикалау менән шөғөлләнә. Был хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм продукция сифатын арттырыу резервтарын билдәләргә мөмкинлек бирә. Йыл һайын 500-ҙән ашыу Рәсәй предприятиеһы ошондай ревизиялар үткәрә."Был диагностиканы үтеүсе компаниялар араһында Башҡортостандан да етештереүселәр булыуы ҡыуаныслы. Ревизия үткәреүгә ғаризалар һаны буйынса республика быйыл Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй», — тине Максим Протасов. Роскачество етәксеһе еңел сәнәғәт вәкилдәрен ноябрь башында “Бөтә донъя сифат көнө 2023” халыҡ-ара форумында үтәсәк тематик сессияларға саҡырҙы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-25/e-el-s-n-tk-e-el-esh-tel-nel-r-3493402
25 Октябрь , 21:20
ba
Башҡортостан “Эшҡыуар әсә” федераль программаһын иң яҡшы ғәмәлгә ашырыусы төбәктәр иҫәбенә инде
Башҡортостан “Эшҡыуар әсә” федераль программаһын иң яҡшы ғәмәлгә ашырыусы төбәктәр иҫәбенә инде Рәсәй Иҡтисадты үҫтереү министрлығы “Эшҡыуар әсә” программаһының төбәк этабына йомғаҡ яһаны. Ҡатнашыуға ғариза биреү һаны буйынса төбәктәр араһында Башҡортостан алдынғы булып тора. Быйыл 150-нән ашыу заявка бирелгән, һайлап алыу турын 35 эшҡыуар ҡатын үткән һәм уҡытыуҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ был күрһәткестәр буйынса топ-3 төбәктәр иҫәбендә - Татарстан һәм Удмурт республикалары. -Беҙҙә эшҡыуарлыҡты ирҙәр һөнәре тип иҫәпләү нығынған. Әммә “Эшҡыуар әсә” программаһында ҡатнашыусылар бының киреһен иҫбатланы. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар үҙ бизнес-проекттарын ҡыйыу тормошҡа ашыра. Министрлыҡ үҙ сиратында Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ бизнесын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеүен дауам итә, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Белешмә. “Эшҡыуар әсә” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ойоштороусыһы – Рәсәй Иҡтисадты үҫтереү министрлығы. Проектҡа ун йыл. Был йылдар эсендә программала 7 мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан, 247-һе төрлө йылдарҙа конкурстарҙа еңеү яулаған. 2023 йылда программа 63 төбәктә үткән. Йылды федераль финал үткәреп, йомғаҡларға планлаштыралар. https://pravitelstvorb.ru/news/22059/
Башҡортостан “Эшҡыуар әсә” федераль программаһын иң яҡшы ғәмәлгә ашырыусы төбәктәр иҫәбенә индеРәсәй Иҡтисадты үҫтереү министрлығы “Эшҡыуар әсә” программаһының төбәк этабына йомғаҡ яһаны. Ҡатнашыуға ғариза биреү һаны буйынса төбәктәр араһында Башҡортостан алдынғы булып тора. Быйыл 150-нән ашыу заявка бирелгән, һайлап алыу турын 35 эшҡыуар ҡатын үткән һәм уҡытыуҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ был күрһәткестәр буйынса топ-3 төбәктәр иҫәбендә - Татарстан һәм Удмурт республикалары.-Беҙҙә эшҡыуарлыҡты ирҙәр һөнәре тип иҫәпләү нығынған. Әммә “Эшҡыуар әсә” программаһында ҡатнашыусылар бының киреһен иҫбатланы. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар үҙ бизнес-проекттарын ҡыйыу тормошҡа ашыра. Министрлыҡ үҙ сиратында Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ бизнесын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеүен дауам итә, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Белешмә.“Эшҡыуар әсә” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ойоштороусыһы – Рәсәй Иҡтисадты үҫтереү министрлығы. Проектҡа ун йыл. Был йылдар эсендә программала 7 мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан, 247-һе төрлө йылдарҙа конкурстарҙа еңеү яулаған. 2023 йылда программа 63 төбәктә үткән.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-25/bash-ortostan-esh-yuar-s-federal-programma-yn-i-ya-shy-m-lg-ashyryusy-t-b-kt-r-i-ben-inde-3493396
25 Октябрь , 21:10
ba
“Инвестиция сәғәте”ндә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәләре ҡаралды
Унда “Кубометр” компанияһы директоры Руслан Ишморатов Октябрьский ҡалаһында бетондан вибропресланған әйберҙәр етештереү буйынса завод төҙөү проектын тәҡдим итте. Был юҫыҡта, һүҙ юл-төҙөлөш тармағы өсөн тротуар плиткалары, бордюрҙар һәм башҡа продукция етештереү хаҡында барҙы. Бөгөнгө көнгә инде Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында инвестор ер биләмәһен һайлаған һәм проект-эҙләнеү эштәренә тотонған. Заводты төҙөүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме 300 миллион һум буласаҡ. Производствоны асҡандан һуң унда 50-гә яҡын кешегә эш урыны буласаҡ. Проектҡа ярҙам сифатында һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус биреләсәк. Октябрьский хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Ә республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды заводты төҙөүгә займ бүләсәк. “Инвестиция сәғәте”ндә тағы ла “Йәшелсәселек” крәҫтиән хужалығының генераль директоры Марат Ғәйфуллин Туймазы районында теплица комплексын яңыртыу пландары хаҡында һөйләне. Агропредприятие 1999 йылдан алып эшләй һәм 55 гектар ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүгә махсуслашҡан. 2019 йылда бында 4 гектар теплица яңыртыла башланы. Яңы инвестиция проекты сиктәрендә 2023-2024 йылдарҙа 20 гектар майҙанда теплицаларҙы яңыртыу, шулай уҡ 4 гектар майҙанда өҫтәмә комплекстар төҙөү планлаштырылған. Материалдарға һәм ҡорамалдарға 277,4 миллион һум китәсәк. Һөҙөмтәлә үҫтерелгән йәшелсәләрҙең йыллыҡ күләме 4,5 мең тоннанан 5,5 мең тоннаға тиклем артырға тейеш. Әйткәндәй, был агропредприятие йәшелсәһенә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ихтыяж ҙур. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса республиканың Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы хупланы.   Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.“Инвестиция сәғәте”ндә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәләре ҡаралды
Унда “Кубометр” компанияһы директоры Руслан Ишморатов Октябрьский ҡалаһында бетондан вибропресланған әйберҙәр етештереү буйынса завод төҙөү проектын тәҡдим итте. Был юҫыҡта, һүҙ юл-төҙөлөш тармағы өсөн тротуар плиткалары, бордюрҙар һәм башҡа продукция етештереү хаҡында барҙы. Бөгөнгө көнгә инде Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында инвестор ер биләмәһен һайлаған һәм проект-эҙләнеү эштәренә тотонған. Заводты төҙөүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме 300 миллион һум буласаҡ. Производствоны асҡандан һуң унда 50-гә яҡын кешегә эш урыны буласаҡ. Проектҡа ярҙам сифатында һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус биреләсәк. Октябрьский хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Ә республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды заводты төҙөүгә займ бүләсәк.“Инвестиция сәғәте”ндә тағы ла “Йәшелсәселек” крәҫтиән хужалығының генераль директоры Марат Ғәйфуллин Туймазы районында теплица комплексын яңыртыу пландары хаҡында һөйләне. Агропредприятие 1999 йылдан алып эшләй һәм 55 гектар ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүгә махсуслашҡан. 2019 йылда бында 4 гектар теплица яңыртыла башланы. Яңы инвестиция проекты сиктәрендә 2023-2024 йылдарҙа 20 гектар майҙанда теплицаларҙы яңыртыу, шулай уҡ 4 гектар майҙанда өҫтәмә комплекстар төҙөү планлаштырылған. Материалдарға һәм ҡорамалдарға 277,4 миллион һум китәсәк. Һөҙөмтәлә үҫтерелгән йәшелсәләрҙең йыллыҡ күләме 4,5 мең тоннанан 5,5 мең тоннаға тиклем артырға тейеш. Әйткәндәй, был агропредприятие йәшелсәһенә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ихтыяж ҙур. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса республиканың Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы хупланы.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-25/investitsiya-s-te-nd-s-n-t-m-auyl-huzhaly-y-lk-l-re-araldy-3493384
25 Октябрь , 20:40
ba
Башҡортостанда ошондай әйберҙәр тегәләр
Бөгөн Өфөлә IV "Легпром" еңел сәнәғәт форумы үҙ эшен башланы. Быйыл сарала Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан 80-дән ашыу компания һәм дизайнерҙар ҡатнаша. Форум бер нисә тематик йүнәлешкә бүленгән, күргәҙмә майҙанына дизайн, старт, фабрика, мода, бала саҡ, спорт, эш кейеме һәм сифат территориялары инә. «Беҙ дүртенсе тапҡыр "Легпром" форумын үткәрәбеҙ. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйыл ҡунаҡтарыбыҙ Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан килгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәрен дә сәләмләйбеҙ. Дағстандың тауарҙары күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәсәй Федерацияһында һәм күршеләребеҙҙә еңел сәнәғәттең нисек үҫешеүен күреү мөмкинлеге булыр тип уйлайым. Санкциялар шарттарында Рәсәйҙең еңел сәнәғәте яңы һулыш алды. Ошо сикләүҙәрҙе үҙебеҙҙең яҡҡа файҙаланып, яҡшы кейем тегеү һәм яңыса эшләү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Ҡулланыусылар, Рәсәй етештереүселәренең кейеменә гел өҫтөнлөк бирҙе. Ә бөгөн еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә айырым рәхмәт һүҙҙәре әйткем килә. Еңел сәнәғәт аҡса һәм юғары килем алыу мөмкинлеге биргән тармаҡ түгел. Беренсенән, был ҙур эш. Тармаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә лә бик күп рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Улар ауыр эштә эшләй. Бөгөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән форум һөҙөмтәле үтһен. Башҡортостан – авиадвигателдәр, вертолеттар, нефть, нефть химияһы, газ химияһы ғына түгел. Башҡортостан еңел сәнәғәте менән билдәле булыуын теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында. Республика Башлығы билдәләүенсә, төбәктә еңел сәнәғәт ике тармаҡта үҫтерелә. "Советтар Союзынан мираҫ булып ҡалған предприятиеларҙы һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Яңы барлыҡҡа килгән предприятиелар менән әүҙем эшләнек, һәм еңел сәнәғәттең яңы үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килде. Әммә беҙ дөрөҫ юлда икәнебеҙҙе аныҡ беләбеҙ. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай икәнен аңлайбыҙ. Еңел сәнәғәтте үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү – иң мөһим дәүләт бурыстарының береһе», — тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Роскачество етәксеһе Максим Протасов менән бергә республика Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәне ҡарап сыҡты. «Аркада» сәнәғәт берекмәһенә нигеҙ һалыусы, «Эшселәр кейеме заводы» компаниялар төркөмө етәксеһе Михаил Цукерман төбәк башлығына ағымдағы йылдың һигеҙ айында тейәлгән продукция күләме 4,4 миллиард һум тәшкил итеүе хаҡында һөйләне. «Республиканың өс тегеү фабрикаһында беҙ яңы технологияларҙы әүҙем индерәбеҙ, кадрҙар йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, төбәк властарына ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар һатып алыуға бүленгән субсидия рәүешендәге ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Михаил Цукерман. Радий Хәбиров һәм Максим Протасов махсус хәрби операцияла һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүселәр өсөн кейем тегеү менән шөғөлләнгән «Магеллан» компаниялар төркөмө продукцияһы менән танышты. Төбәк башлығы компания етәкселәренә беҙҙең яугирҙәргә юғары сифатлы кейем тегеп биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Беҙҙең ирекле батальон һалдаттары һеҙҙең команда теккән әйберҙәрҙе кейә. Күп кенә еңел сәнәғәт предприятиелары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждары өсөн продукция тегеүгә ҡушылды, бының өсөн уларҙың барыһына ла айырым рәхмәт», — тине төбәк башлығы. Компания директоры Игорь Шальнов әйтеүенсә, улар яңы туҡымалар ҡуллана башлаған һәм хәҙер хәрби комплект һуғышсылар өсөн тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ. "Хәрби хәрәкәттәрҙә булған егеттәребеҙгә күп функциялы кейем кәрәк. Көрәшсенең кәүҙәһе ҡоро ҡалһын һәм кейем кейгән ваҡытта үҙен уңайһыҙ тоймаһын өсөн тырышабыҙ. Хәрбиҙәр өсөн кейемдең бөтә комплекттары реаль шарттарҙа һыналды», — тине Игорь Шальнов. Республика Башлығы шулай уҡ Нефтекаманың "Искож" компанияһы етәкселеге менән аралашты. «Еңел сәнәғәткә һәм башҡа сараларға булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы ярҙамында тегеү ҡорамалдары, сеймал һәм материалдар һатып алыуға 61 миллиондан ашыу субсидия алдыҡ. Беҙҙең тармаҡҡа иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөнгө көнгә «Искож» 1500-ҙән ашыу төр продукция етештерә, быйыл беҙ 1,5 миллиард һумлыҡ продукция оҙаттыҡ», — тине предприятиеның генераль директоры Лиана Киршина. 2023 йылдың майында Ишембай районында Алға махсус иҡтисади зона территорияһында эшләй башлаған ZASPORT спорт кейеме фабрикаһы вәкилдәре билдәләүенсә, предприятие проектлау ҡеүәттәренең яртыһына етә башлаған, тегенселәрҙе йыйыу дауам итә. Шулай уҡ «Баш-Деним» —«Лигас» маркалы кейем етештереүсе «Баш-Деним» предприятиеһы ла әүҙем үҫешә. «РусАрм» компанияһы менән берлектә пуля үткәрмәй торған жилеттар һәм хәрби формалар етештерә башлайҙар. Республика Башлығы һәм Роскачество етәксеһе 2023 йылдың мартында Амран Муратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар район үҙәгендә асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау үҙәге эше менән танышты. Әлегә был -Волга буйы федераль округында берҙән-бер лаборатория, унда сеймал һәм әҙер туҡыу һәм трикотаж кейем техник нормативтарҙы үтәүгә тулыһынса тикшерелә, уларҙың талаптары мотлаҡ. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 80 миллион һум тәшкил итә. Сара тағы ике көн дауам итәсәк. Күргәҙмәне барып күрергә өлгөрәһегеҙ әле.   Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.Башҡортостанда ошондай әйберҙәр тегәләр
Бөгөн Өфөлә IV "Легпром" еңел сәнәғәт форумы үҙ эшен башланы. Быйыл сарала Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан 80-дән ашыу компания һәм дизайнерҙар ҡатнаша. Форум бер нисә тематик йүнәлешкә бүленгән, күргәҙмә майҙанына дизайн, старт, фабрика, мода, бала саҡ, спорт, эш кейеме һәм сифат территориялары инә.«Беҙ дүртенсе тапҡыр "Легпром" форумын үткәрәбеҙ. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйыл ҡунаҡтарыбыҙ Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан килгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәрен дә сәләмләйбеҙ. Дағстандың тауарҙары күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәсәй Федерацияһында һәм күршеләребеҙҙә еңел сәнәғәттең нисек үҫешеүен күреү мөмкинлеге булыр тип уйлайым. Санкциялар шарттарында Рәсәйҙең еңел сәнәғәте яңы һулыш алды. Ошо сикләүҙәрҙе үҙебеҙҙең яҡҡа файҙаланып, яҡшы кейем тегеү һәм яңыса эшләү мөмкинлегенә эйәбеҙ.Ҡулланыусылар, Рәсәй етештереүселәренең кейеменә гел өҫтөнлөк бирҙе. Ә бөгөн еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә айырым рәхмәт һүҙҙәре әйткем килә. Еңел сәнәғәт аҡса һәм юғары килем алыу мөмкинлеге биргән тармаҡ түгел. Беренсенән, был ҙур эш. Тармаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә лә бик күп рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Улар ауыр эштә эшләй. Бөгөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән форум һөҙөмтәле үтһен. Башҡортостан – авиадвигателдәр, вертолеттар, нефть, нефть химияһы, газ химияһы ғына түгел. Башҡортостан еңел сәнәғәте менән билдәле булыуын теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында. Республика Башлығы билдәләүенсә, төбәктә еңел сәнәғәт ике тармаҡта үҫтерелә."Советтар Союзынан мираҫ булып ҡалған предприятиеларҙы һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Яңы барлыҡҡа килгән предприятиелар менән әүҙем эшләнек, һәм еңел сәнәғәттең яңы үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килде. Әммә беҙ дөрөҫ юлда икәнебеҙҙе аныҡ беләбеҙ. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай икәнен аңлайбыҙ. Еңел сәнәғәтте үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү – иң мөһим дәүләт бурыстарының береһе», — тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Роскачество етәксеһе Максим Протасов менән бергә республика Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәне ҡарап сыҡты.«Аркада» сәнәғәт берекмәһенә нигеҙ һалыусы, «Эшселәр кейеме заводы» компаниялар төркөмө етәксеһе Михаил Цукерман төбәк башлығына ағымдағы йылдың һигеҙ айында тейәлгән продукция күләме 4,4 миллиард һум тәшкил итеүе хаҡында һөйләне.«Республиканың өс тегеү фабрикаһында беҙ яңы технологияларҙы әүҙем индерәбеҙ, кадрҙар йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, төбәк властарына ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар һатып алыуға бүленгән субсидия рәүешендәге ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Михаил Цукерман. Радий Хәбиров һәм Максим Протасов махсус хәрби операцияла һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүселәр өсөн кейем тегеү менән шөғөлләнгән «Магеллан» компаниялар төркөмө продукцияһы менән танышты. Төбәк башлығы компания етәкселәренә беҙҙең яугирҙәргә юғары сифатлы кейем тегеп биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.«Беҙҙең ирекле батальон һалдаттары һеҙҙең команда теккән әйберҙәрҙе кейә. Күп кенә еңел сәнәғәт предприятиелары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждары өсөн продукция тегеүгә ҡушылды, бының өсөн уларҙың барыһына ла айырым рәхмәт», — тине төбәк башлығы. Компания директоры Игорь Шальнов әйтеүенсә, улар яңы туҡымалар ҡуллана башлаған һәм хәҙер хәрби комплект һуғышсылар өсөн тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ."Хәрби хәрәкәттәрҙә булған егеттәребеҙгә күп функциялы кейем кәрәк. Көрәшсенең кәүҙәһе ҡоро ҡалһын һәм кейем кейгән ваҡытта үҙен уңайһыҙ тоймаһын өсөн тырышабыҙ. Хәрбиҙәр өсөн кейемдең бөтә комплекттары реаль шарттарҙа һыналды», — тине Игорь Шальнов. Республика Башлығы шулай уҡ Нефтекаманың "Искож" компанияһы етәкселеге менән аралашты.«Еңел сәнәғәткә һәм башҡа сараларға булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы ярҙамында тегеү ҡорамалдары, сеймал һәм материалдар һатып алыуға 61 миллиондан ашыу субсидия алдыҡ. Беҙҙең тармаҡҡа иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөнгө көнгә «Искож» 1500-ҙән ашыу төр продукция етештерә, быйыл беҙ 1,5 миллиард һумлыҡ продукция оҙаттыҡ», — тине предприятиеның генераль директоры Лиана Киршина. 2023 йылдың майында Ишембай районында Алға махсус иҡтисади зона территорияһында эшләй башлаған ZASPORT спорт кейеме фабрикаһы вәкилдәре билдәләүенсә, предприятие проектлау ҡеүәттәренең яртыһына етә башлаған, тегенселәрҙе йыйыу дауам итә. Шулай уҡ «Баш-Деним» —«Лигас» маркалы кейем етештереүсе «Баш-Деним» предприятиеһы ла әүҙем үҫешә. «РусАрм» компанияһы менән берлектә пуля үткәрмәй торған жилеттар һәм хәрби формалар етештерә башлайҙар. Республика Башлығы һәм Роскачество етәксеһе 2023 йылдың мартында Амран Муратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар район үҙәгендә асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау үҙәге эше менән танышты. Әлегә был -Волга буйы федераль округында берҙән-бер лаборатория, унда сеймал һәм әҙер туҡыу һәм трикотаж кейем техник нормативтарҙы үтәүгә тулыһынса тикшерелә, уларҙың талаптары мотлаҡ. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 80 миллион һум тәшкил итә. Сара тағы ике көн дауам итәсәк. Күргәҙмәне барып күрергә өлгөрәһегеҙ әле. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-25/bash-ortostanda-oshonday-yber-r-teg-l-r-3493314
25 Октябрь , 19:00
ba
Илсе Өфөгә килде
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһында Ҡаҙағстандың Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән осрашты. Ул Өфөгә Ҡаҙағстан Республикаһының Почетлы консуллығы офисын асыу тантаһында ҡатнашыр өсөн килгән. Осрашыуҙа иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы һәм социаль өлкәләге уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. – Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙе дөйөм тарихи һәм этник тамырҙар бәйләй. Һуңғы йылдарҙа беҙ хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш өрҙөк, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылдағы Башҡортостандың Астанаға рәсми сәфәре барышында уртаҡ эшкә нигеҙ һалдыҡ һәм әле уны тормошҡа ашырабыҙ. Бергәләп Өфө – Астана рейстары булдырҙыҡ, Башҡортостанда Ҡаҙағстан вәкиллеген астыҡ. Беҙҙең предприятиелар Ҡаҙағстан бизнесы менән хеҙмәттәшлек итә. Туристик йәһәттән дә шәп мөмкинлек бар. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы буйынса ветерандар республиканы һәм дуҫ дәүләттәрҙе ҡарай ала. Бындай тәжрибә Беларусь һәм Абхазия менән булдырылды. Ҡаҙағстанда беҙҙең халыҡҡа ҡыҙыҡ булған матур урындар бик күп. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бөтә килешеүҙәр “юл карта”һында сағылыш тапҡан. Унда 50-нән ашыу пункт ингән. – Был документты тормошҡа ашырыу ике яҡлы эш төркөмө форматында алып барабыҙ, – тине ул. Бынан тыш, быйыл ноябрҙә Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумында ҡатнашасаҡ, ул Костанайҙа үтә. Рәсәйҙәге Ҡаҙағстан илсеһе Башҡортостан Башлығына хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте. – Республикала булыуыма бик шатмын. Башҡортостан һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар үҙәгендә булды, ул Рәсәйҙең иң көслө төбәктәренең береһе һәм Ҡаҙағстандың ышаныслы партнеры. Бөгөн тап төбәк-ара хеҙмәттәшлек Рәсәй-Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә мөһим әһәмиәт бирә. Фармацевтика, машиналар төҙөү, тау-металлургия һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерә алырбыҙ тип ышанам, –тине Даурен Абаев.
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһында Ҡаҙағстандың Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән осрашты. Ул Өфөгә Ҡаҙағстан Республикаһының Почетлы консуллығы офисын асыу тантаһында ҡатнашыр өсөн килгән. Осрашыуҙа иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы һәм социаль өлкәләге уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.– Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙе дөйөм тарихи һәм этник тамырҙар бәйләй. Һуңғы йылдарҙа беҙ хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш өрҙөк, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылдағы Башҡортостандың Астанаға рәсми сәфәре барышында уртаҡ эшкә нигеҙ һалдыҡ һәм әле уны тормошҡа ашырабыҙ. Бергәләп Өфө – Астана рейстары булдырҙыҡ, Башҡортостанда Ҡаҙағстан вәкиллеген астыҡ. Беҙҙең предприятиелар Ҡаҙағстан бизнесы менән хеҙмәттәшлек итә. Туристик йәһәттән дә шәп мөмкинлек бар. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы буйынса ветерандар республиканы һәм дуҫ дәүләттәрҙе ҡарай ала. Бындай тәжрибә Беларусь һәм Абхазия менән булдырылды. Ҡаҙағстанда беҙҙең халыҡҡа ҡыҙыҡ булған матур урындар бик күп. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бөтә килешеүҙәр “юл карта”һында сағылыш тапҡан. Унда 50-нән ашыу пункт ингән.– Был документты тормошҡа ашырыу ике яҡлы эш төркөмө форматында алып барабыҙ, – тине ул. Бынан тыш, быйыл ноябрҙә Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумында ҡатнашасаҡ, ул Костанайҙа үтә. Рәсәйҙәге Ҡаҙағстан илсеһе Башҡортостан Башлығына хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.– Республикала булыуыма бик шатмын. Башҡортостан һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар үҙәгендә булды, ул Рәсәйҙең иң көслө төбәктәренең береһе һәм Ҡаҙағстандың ышаныслы партнеры. Бөгөн тап төбәк-ара хеҙмәттәшлек Рәсәй-Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә мөһим әһәмиәт бирә.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-24/ilse-f-g-kilde-3491680
24 Октябрь , 16:40
ba
Вебинарҙар үткәреләсәк
Башҡортостан Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты дәүләт власы органдары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре өсөн һатып алыу эшмәкәрлегенә ведомство контроле үткәреү мәсьәләләре буйынса  вебинарҙар циклы үткәрә. – Ведомство контроле заказсылар тарафынан һатып алыуҙар өлкәһендә ебәрелгән закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөүгә йүнәлтелә. Семинарҙар ведомство контролен алып барған органдарға һатып алыуҙар тураһындағы закондың төп положениеларын аңлатырға, шулай уҡ тикшереүҙәр сифатын яҡшыртырға булышасаҡ, – тип билдәләне Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова. Тәүге вебинар ошо йылдың 20 октябрендә үткәрелде. Икенсеһе 25 октябрҙә ойоштороласаҡ. Дәүләт комитеты белгестәре һатып алыуҙар тураһындағы положениеларҙы аңлатасаҡ, конкурентлы һатып алыуҙарҙы үткәреү шарттары менән таныштырасаҡ. Һуңғы вебинар 31 октябрҙә үтәсәк. Үткәрелгән семинарҙар һөҙөмтәһе буйынса әҙерләнгән материалдар дәүләт комитетының рәсми сайтына урынлаштырыласаҡ.
Башҡортостан Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты дәүләт власы органдары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре өсөн һатып алыу эшмәкәрлегенә ведомство контроле үткәреү мәсьәләләре буйынса вебинарҙар циклы үткәрә.– Ведомство контроле заказсылар тарафынан һатып алыуҙар өлкәһендә ебәрелгән закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөүгә йүнәлтелә. Семинарҙар ведомство контролен алып барған органдарға һатып алыуҙар тураһындағы закондың төп положениеларын аңлатырға, шулай уҡ тикшереүҙәр сифатын яҡшыртырға булышасаҡ, – тип билдәләне Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова. Тәүге вебинар ошо йылдың 20 октябрендә үткәрелде. Икенсеһе 25 октябрҙә ойоштороласаҡ. Дәүләт комитеты белгестәре һатып алыуҙар тураһындағы положениеларҙы аңлатасаҡ, конкурентлы һатып алыуҙарҙы үткәреү шарттары менән таныштырасаҡ. Һуңғы вебинар 31 октябрҙә үтәсәк.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-23/vebinar-ar-tk-rel-s-k-3490081
23 Октябрь , 20:45